Аллаһ яратҡан балалар

                                                Аллаһ яратҡан балалар

     Ғилемле аҡһаҡал, намаҙлыҡ өҫтөндә ултырып, устарын юғары күтәреп Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт иткән:
     "Эй, минең Аллаһым! Мин инде ҡарт һәм минең үлем сәғәтем яҡынлаша. Миңә һин биргән ғилемде мин кемгә биреп ҡалдырайым икән? Үҙемдең китапханамды кемгә ҡалдырырға, ул унда йыйылған китаптың ҡәҙерен белерлек кеше булһын ине. Ундағы ғилемде кем һаҡлай алыр икән?"
     Шул уҡ төндә аҡһаҡал асыҡ ҡына төш күрә. Уға йәшел ҡанатлы фәрештә килгән һәм һүҙ башлаған:
   "Һин китапханала һаҡланыусы бик һәйбәт китаптарҙы кемгә бирергә мөмкин икәнлеген белергә теләгәйнең. Ҡайғырма. Аллаһ мине һиңә ебәрҙе, ул турала аңғартыу өсөн. Иртәнге намаҙҙан һуң күршеләге өс өйгә барырһың. Был өйҙәрҙәге өс малайҙы китапханаға саҡыр һәм ул китаптарҙы алыуҙарын һора. Был өсәү һинең китаптарыңды алырға лайыҡлылар".
     Был турала әйткәндән һуң фәрештә елпенгән дә осоп та киткән.


     Уянғас, аҡһаҡал үҙенең төшөн иҫенә төшөргән. Ул фәрештә тарафынан әйтелгән һүҙҙәр тураһында уйланған һәм төш шайтан тарафынан бирелмәгәнен уйлап алғас, шулай эшләргә ҡарар иткән.
     Иртәнге намаҙҙан һуң аҡһаҡал өс күрше малайын саҡырып алған һәм уларҙы үҙенең китапханаһына алып килгән һәм һораған:
     - Ҡәҙерле балалар, Аллаһ һеҙҙе бик ярата, тик миңә билдәһеҙ: ниндәй сәбәп менән, һеҙ буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнеүегеҙҙе һөйләп бирә алмаҫһығыҙмы?
     Беренсе малай һөйләй башлаған:
     - Иртәнсәк уянғас, мин урман, ағастар йәшеллегенә, йөҙөм ағастарына һәм баҡсаларға ҡарайым. Улар бөтәһе лә ҡышҡыһын ҡоройҙар, япраҡтары ҡойолоп бөтә. Ә яҙ көнө улар яңынан йәшәрә, сәскә ата һәм һуңынан емеш бирә. Оҙаҡ уйланам. Был ағастарҙың эсендә быларҙың бөтәһен дә эшләүсе механизм юҡ. Кем уны эшләй икән?
     Былар бөтәһе лә үҙенең ниғмәттәре менән беҙҙе шатландырырға теләүсе Аллаһ ихтыяры менән эшләнә. Быларҙы аңлап, мин Аллаһты тағы нығыраҡ яратам. Ошолар тураһында уйлап, йыш ҡына дини китаптар уҡыйым, һәм минең Аллаһты яратыуым тағы ла арта.
     Күпте белгән аҡһаҡал былай тип яуап биргән:
     - Балаҡай, үҙеңдең һүҙҙәрең менән һин мине шатландырҙың. Аллаһ һине ярата. Әйләнә тирә-яҡ донъяны күҙәтеү һәм үҙ күҙәтеүҙәреңдән фәһем өсөн ғилем алыу, көн дә дини китаптар уҡыу — был бик һәйбәт.
     Һуңынан икенсе малай һөйлгән:
     - Мин төндә йондоҙҙар һибелгән күккә һәм тирә- яҡты яҡтыртыусы айға ҡарайым, һуңынан беҙгә ямғыр килтереүсе болоттар һәм улар туйындырған үҫемлектәр тураһында уйлайым, һәм быларҙың бөтәһен дә беҙҙең мәнфәғәтебеҙ өсөн барлыҡҡа килтергән Аллаһҡа минең яратыуым тағы ла нығыраҡ арта. Шуға ла мин дини китаптарҙы күп уҡыйым, мин бөтә буш ваҡытымда Ислам буйынса үҙемдең белемемде арттырырға тырышам.
     Асыҡ сырайлы аҡһаҡал, уны тыңлап бөткәс, былай тигән:
     - Балаҡайым, һин эшләгән нәмәләр Аллаһҡа ныҡ оҡшай. Буш ваҡытта тирә-яҡ донъяны өйрәнеү, унан һығымта яһау, һуңынан дини китаптар уҡыу һәм иманды нығытыу — ул Аллаһҡа оҡшаған эштәрҙең береһе.
     Өсөнсө малай былай тип яуап биргән:
     - Бабай, минең дуҫтарымдың береһе күкте, икенсеһе ерҙе өйрәнә. Ә мин бөтәһен дә, күктә һәм ерҙәге нәмәләрҙе, ҡоштар һәм хайуандарҙы күҙәтәм. Бит Аллаһ Тәғәлә күктә йәшәүсе ҡоштарға, ерҙә йәшәүсе һарыҡ һәм һыйырҙарға ашамлыҡ бирә. Ә хайуандар беҙгә аҙыҡ бирә. Улар ашаған үлән һөт һәм иткә әйләнә. Улар бер нәмәне ашай, ә беҙгә бөтөнләй икенсе нәмә бирәләр. Үләндең ит һәм һөткә әйләнеүенә ҡарап, һарыҡ һәм һыйырҙарҙың эсендә эшкәртеү фабрикаһы бар икән тип уйларға ярамай. Мин быны төшөнгәс, минең Аллаһҡа ҡарата һөйөүем арта, һәм бөтә буш ваҡытымда мин дә минең дуҫтарым кеүек үк Ислам буйынса китаптар уҡыйым һәм мосолман булараҡ иманым нығый.
     Аҡһаҡал, уның яуабын ишетеп, тағы ла шатланған. Ул үҙенең китаптарын бүлеп балаларға таратҡан һәм әйткән:
     - Балалар, бөгөн төндә миңә йәшел ҡанатлы фәрештә килде, һәм миңә минең китаптарымды Аллаһ яратҡан балаларға бирергә ҡушты. Мин ни өсөн Аллаһ һеҙҙе яратҡанын белергә теләгәйнем, һәм хәҙер мин быны аңланым. Ҙур шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек менән үҙемдең китаптарымды һеҙгә бирәм. Уларҙы алығыҙ, уҡығыҙ, һеҙ ҙә шулай уҡ, ваҡыты еткәс, хөрмәтле ғалимдар булырһығыҙ.
     Балалар шатланышып китаптарҙы үҙҙәренең өйөнә, ата-әсәләренә алып ҡайтып киткәндәр.    Аллаһҡа һөйөү менән янған балалар, ошо көндән башлап Ислам буйынса күп уҡығандар, һәм үҙҙәренә фәһем алып, әйләнә тирә- яҡты иғтибарлы өйрәнеүҙе дауам иткәндәр.

                 Бөтә барлыҡҡа килтерелгән нәмәләрҙе Аллаһ нимә өсөн яратҡан?
     Бөтә тереклек нимә өсөн барлыҡҡа килтерелһә, шул функцияны башҡара. Бал ҡорто бал йыя, ебәк ҡорто ебәк үрә, тауыҡ күкәй һала. Ҡояш йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сығара. Ер беҙгә ашамлыҡ бирә. Тәбиғәттә барлыҡҡа килтерелгән бөтә нәмәнең үҙенең функцияһы бар.
     Беҙ тауыҡтың ите һәм күкәйе менән туҡланабыҙ. Бал ҡортоноң балын ашайбыҙ. Беҙ һыйырҙың итен, һөтөн, тиреһен файҙаланабыҙ һәм хатта уның тиҙәге менән ерҙе ашлайбыҙ. Ҡайһы саҡта тик кешенең генә билдәле бурыстары юҡ һымаҡ күренергә мөмкин.
     Ысынлап та, кеше донъяла айырым урын биләп тора, сөнки тәбиғәттә булған бөтә нәмә уға хеҙмәт итергә тәғәйенләнгән. Кеше фәндә, сәнғәттә һәм техникала яңылыҡ тыуҙырырға һәләтле. Әммә уларҙың барыһы ла йәнһеҙ. Мәҫәлән, ҙур талантҡа эйә булған рәссам бик матур картина яҙа. Тик был картинаның һәм рәссамдың Барлыҡҡа килтереүсеһе берәү — Аллаһ.
     Бөтә булған нәмәләр кеше өсөн барлыҡҡа килтерелгән, кеше үҙе Аллаһ Тәғәләне танып белеү өсөн яратылған.

                                       Үҙеңдең ҡулдарыңа ҡара
     - Үҙеңдең ҡулдарыңа,
     Бәләкәй йомшаҡ ҡулдарыңа Ҡара...
     - һоҡланғыс һәм матур —
     Кем тыуҙырған һинең ҡулдарыңды
     Матур һәм нәфис?
     - Эй, уҡытыусым минең,
     мин бер тапҡыр ғына ҡараманым,
     Әсәйем уларҙы барлыҡҡа килтермәгән,
     Атайым да уларҙы яһамаған,
     Бер кем дә ярата алмай Кемдеңдер ҡулдарын.
     Минең ҡулдарымды Аллаһ Тәғәлә яратҡан.

                           Аллаһ кешене нимә өсөн яратҡан?
     Уны белһендәр, Уның биргән ниғмәттәре өсөн уны маҡтаһындар өсөн һәм Уның Йомартлығы өсөн рәхмәт әйтеп ғибәҙәт ҡылһындар өсөн.
     "Мин бит ендәрҙе һәм кешеләрҙе Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә яраттым"  Ҡөрьән "Әҙ-Ҙәрийәт, 56'
     Кеше ерҙә һынау үтә. Аллаһ кешене сикһеҙ ниғмәттәр менән бүләкләгән. Ә бына беҙҙең көндәрҙә мосолман Аллаһ нисек ҡушһа, шулай йәшәйме? Үтәйме ул бөтә бурыстарын да?

                                                                              «Хаҡ диндә беренсе аҙымдарым» Мөршиҙә Уйсал