Аҡыл — ҡаҙна
Баҙар барыһын да уҙ урынына ҡуйҙы, тик урын барыһына ла, етмәне.
Берәүҙәр үҙенең етешһеҙлеген йәшерергә тырыша, икенселәр... етешлеген.
Беҙҙә аҡсалар шул тиклем оҙон, улар илебеҙгә генә һыйып та бөтмәй.
Тоҡ менән йүгереү. Был хәҙер сит илгә аҡса алып сығыусылар уйыны.
Һандары күп, аҡсаһы аҙ икән — был федераль бюджет була.
Яҡлаусыларҙы яҡлауға, контролерҙарҙы контролләүгә, һаҡсыларҙы һаҡлауға бюджеттың яртыһы китә
Аҡса булғанда ла, булмағанда ла кешене боҙа.
Иҡтисади көрсөк... аҡыл көрсөгөнән башлана.
Тәрбиәле кешене әллә күпме тәрбиәләргә була — ул шуның менән яҡшы ла.
Ҡатыны ирен игәй ҙә игәй, ул шуның менән ғаилә усағына ут тоҡандырам тип уйлай.
Шулай итеп, тағы бер аҡыл: «Дауаханаға ауыр хәлдәге өс йәшлек ҡыҙыҡайҙы алып киләләр. Хәле насарлана барған ҡыҙыҡайға тиҙ арала ҡан ҡойоу кәрәк була. Врачтар ҡыҙыҡайҙың биш йәшлек ағаһы ла ошо уҡ сир менән сирләгәнен, хәҙер унын был сирҙән арынғанын белә. Шуға ла улар тап ағаһының ҡанын һенлеһенә ҡойоу уны ҡотҡарасаҡ, тигән ҡарарға килә. Врач ошо хаҡта әйтергә, өгөтләргә тип әсәһе менән бергә дауахана коридорында көтөп ултырған малай эргәһенә килә. Врачтың тәҡдимен ишеткәс, малай ауыр итеп көрһөнөп ҡуя, йөҙөнә бер аҙға ғына икеләнеү эҙҙәре сығара ла: „Эйе, әгәр был һеңлемде ҡотҡарһа, мин ҡанымды бирергә риза“, — ти. Малайҙы һеңлеһе менән йәнәш һалалар һәм аппаратҡа тоташтыралар. Ағаһы һеңлеһенең йөҙөнән күҙҙәрен алмай күҙәтә, уға ярҙам итә алыуына һөйөнөп йылмая. Бына бер ваҡыт ул ҡапыл йылмайыуҙан туҡтай һәм етди төҫкә инеп, врачҡа баға һәм: „Ә мин ҡасан үлә башлайым?“ — тип һорай. Баҡтиһәң, малай ҡанын һеңлеһенә биргәс, үҙе үлергә тейеш икән, тип аңлаған һәм шуға ҡарамаҫтан, һенлеһен ҡотҡарырға ризалашҡан икән... Бәләкәй баланың үҙен ҡорбан итергә һәләтле булыуы һоҡландыра...»
Өмөт ул якорь һымаҡ: ҡотҡара, әммә һәр саҡ бәйҙә тота. (Ясон Эвангелу).
Ғаилә — ул суд ултырышы һәм был ултырыштағы фекер алышыуҙар төндә лә тынмай. (Малькольм де Шазаль).
Дуҫтарың һине нисек барһың, шулай ярата, ә ҡатынын һине ярата һәм һинән икенсе кеше яһарға тырыша. (Гилберт Честертон).
Аҙна буйы бер генә донъя һәләкәте булманы — был гәзиттәрҙе ниңә һатып алам һуң мин?!” тип ҡысҡырған ти бер гәзит уҡыусы. (Карел Чапек).
Хыянат үҙе үк мөхәббәт тураһында һөйләй. Таныш ҡына булған кешегә хыянат итеп булмай бит. (Марина Цветаева).
Мин ғәйбәттәргә ҡаршы түгелмен. — Ғәйбәт кешегә ҡыҙыҡһыныу уята. (Оливер Хассенкамп).
Һине өндәшмәгәндә аңламаған кеше һөйләшкәндә аңлармы икән? (Эльберт Хаббард).
Шулай итеп, тағы бер аҡыл: "Яҙғы бер көндә һуҡыр бер кеше транспорт туҡталышы янында хәйер һорап ултыра. Уның алдында кейеме ята, баш кейеме янында «Зинһар өсөн ярҙам итегеҙ!» тигән яҙыу тора. Һуҡыр хәйерсе янынан ниндәйҙер бер фирманың креатив-менеджеры үтеп бара. Ул хәйерсе алдындағы бер-нисә тинлек ятҡан баш кейеменә күҙ һала. Рөхсәт-маҙар һорап тормай, һуҡыр алдындағы яҙыулы таҡтаны алып, ундағы тексты үҙгәртеп яҙа ла, үҙ юлы менән китеп бара.
Төштән һуң был менеджер тағы ла хәйер һорап ултырыусы баяғы хәйерсе эргәһенән үтә уның алдындағы аҡса менән тулы баш кейеменә күҙ һала. Һуҡыр хәйерсе менеджер тауышынан танып ҡала һәм уға мөрәжәғәт итә: « Әйт әле, һин минең алдымдағы таҡтаға ниндәй һүҙҙәр яҙҙың, ни өсөн һин минең эргәгә килеп киткәс тә хәйер биреүселәр күбәйҙе? -тип һорай. „Шул уҡ һин үҙең яҙған улар, тик мин уны башҡасараҡ итеп үҙгәртем генә“, — тигән дә менеджер, китеп тә барған. Ә теге һуҡыр хәйерсе алдындағы таҡтаға „ Бөгөн ниндәй матур яҙ, ләкин мин уны күреү бәхетенән мәхрүммен“, — тип яҙылған икәнен белмәй ултырып ҡалған...
Шуның һымаҡ, тырышып-тырышып та, бер килеп сыҡмай икән, эш рәүешен үҙгәртеп ҡарарға кәрәк — бәлки килеп сығыр!»
Үбешеүҙе ҡатын-ҡыҙ бер генә минутҡа булһа ла һөйләнмәй торһон өсөн ир-егеттәр уйлап тапҡан. (Жюльен де Фалкенаре).
Балаларынан үҙен хөрмәт итеүҙе талап иткән ата-әсә был хөрмәткә лайыҡмы икән? (Петер Тилле).
Дошмандарыңды һайлауҙан туҡтап, ҡул аҫтындағылар менән ҡәнәғәтләнә башлағанда йәшлек тә бөтә. (Эмиль Сьоран).
Беренсе рәттә ултырғандар йыш ҡына суфлерҙар әйтеп торғанға ғына күнегеп китә.(Влодзимеж Счисловский).
Демократия — ул тауыш биреү түгел, тауыштарҙы һынау. (Том Стоппард).
Түләй алыу һәләтлеген килем түгел, — темперамент билдәләй. (Логан Смит).
Бәхетеңде һаҡла, тиҙәр, «һаҡларға» кәрәк булған бәхет бәхет түгел инде ул. (Жилбьер Сесброн).
Уйлылар бар, уйһыҙҙар бар. Ә иң ҡурҡынысы — берәүҙәрҙең башҡалар өсөн уйлауы. (Хораций Сафрин).
Әгәр ҙә Хоҙай менән һин һөйләшәһен икән — был доға ҡылыу; әгәр ҙә Хоҙай һинең менән һөйләшә икән — был шизофрения. (Томас Сас).
Проблеманан ҡотолоуҙың иң яҡшы юлы — уны хәл итеү. (Брендан Франсис).
Шулай итеп, тағы бер аҡыл:"Бер кешенең ҡатынын һағыҙаҡ тешләй. Был ҡатын бар көсөнә ҡысҡырып, ихатала йүгереп йөрөй башлай. Уларҙың йорто эргәһенән бер ир үтеп бара. Ихата эсендә ҡысҡырып йүгергеләп йөрөгән ҡатынды аҡылдан шашҡан тип уйлап, уның иренең эшләгән урынына йүгерә. «Эй, дуҫ кеше, — ти ул, — ҡатынын аҡылынан яҙған, ахыры, бар, ҡайта һал». Ир кеше был хәбәргә әллә ни әһәмиәт бирмәй һәм былай ти:" Ул минең ҡатыным түгелдер, һин яңылышаһыңдыр, булмаған нәмәнән яҙып була тиме ни?"
Ул кешеләр араһына сыҡты һәм... кешелек йөҙөн юғалтты.
Кеше үҙенең баһаһын белә икән, был әле уның баһаһы бар икәнде аңлатмай.
Нимә отошло: ситтәрҙең етешһеҙлектәренә күҙ йомоумы, әллә һинең етешһеҙлектәреңә ситтәрҙең күҙен йомоуымы?
Ерҙәге ташты ҡуйынына алып тығырға өйрәнгән мәлдән... маймыл кешегә әйләнгән
Ҡағиҙә булараҡ, күп һунарсылар ике ҡуян артынан ҡыуа...
Кеше хаталанырға бурыслы, сөнки башҡалар уның хаталарында өйрәнә бит.
Ахмаҡлыҡ — байлыҡ ул. Ул матур ҡатын-ҡыҙҙарға һәм бай ир-егеттәргә генә тәтей торған ҡиммәт.
Нимә отошло: ситтәр иҫәбенә үҙ аҡылың менән йәшәүме, әллә үҙ иҫәбеңә ситтәр аҡылы менәнме?
Үҙ көсөңә ышаныу ҡыйын. Үҙ көсһөҙлөгөңә ышаныу тағы ла ҡыйыныраҡ.
Шулай итеп, тағы бер аҡыл: «Бер крәҫтиәндең аты ташландыҡ ҡоҙоҡҡа төшөп киткән. Атҡа зыян килмәгән, ләкин уны шул тиклем тәрән ҡоҙоҡтан анһат ҡына тартып сығарыу мөмкин булмаған. Хужа атты ҡоҙоҡтан сығарыуға тотоноласаҡ сығымдың яңы ат һатып алыуға ҡарағанда ла күберәк буласағын иҫәпләгән дә, был эш менән мәшәҡәтләнмәҫкә булған. Ул бер нисә кешене яллаған да, атты шул ҡоҙоҡта ерләргә ҡушҡан. Эшселәр көрәк алып, ҡоҙоҡҡа тупраҡ ташлай башлаған. Ат улар ташлаған тупраҡты өҫтөнән һелкеп ташлай ҙа, тояҡтары менән тапай икән. Эшселәр тупраҡ ташлауҙы дауам итә, ә ат тупраҡты аяҡ аҫтына һелкеп ташлап тапай бирә. ти. Шулай итеп соҡор кумелә яҙып бөткән һәм ат ҡоҙоҡ эсенән килеп тә сыҡҡан...
Беҙҙен дә тормошта төрлө ауырлыҡ- кәртәләр соҡорона батҡан саҡтар була, шундай мәлдә кемдәрҙеңдер яуызлыҡ, битарафлъгк, хөсөтлөктө өҫтөбөҙгә көрәкләп өйөуе лә ихтимал. Шундай саҡта әлеге ат тураһында иҫкә төшөрөгөҙ: өҫтөгөҙгә ишерелгән бар сүп-бысраҡты һелкеп ташлағыҙ ҙа юғарыға ынтылығыҙ. Һеҙгә күпме генә бысраҡ ташламаһындар, уларҙан юғарыраҡ күтәрелегеҙ. Әлеге ат һымаҡ...»
Әңгәмәсеңә-Һиндә лә йән барлығын белдереүен була, ул унда инеү юлы эҙләй башлай.
Шайтан үҙенә ҡорбан эҙләп донъя ҡыҙырмай, уның ҡабул итеү бүлмәһендә ҡорбандар сират тора.
Әгәр ҙә Һеҙҙең йортта шайтан урынлашҡан икән... фатир хаҡын унан түләтегеҙ.
Хоҙай — гонаһлыларҙы, шайтан гонаһһыҙҙарҙы хөкөм итә. Былай барһа, донъяла йәшәр әҙәм дә ҡалмаҫ.
Ожмахҡа юлды-һәр кем белә, ләкин барыһы ла уға урау юлдан барыуҙы хуп күрә.
Ғүмер буйы йылы урын эҙләне һәм... үлгәндән һуң ғына уны тамуҡта тапты.
Һөйгәнен менән ҡыуышта ла ожмах, әгәр ҡыуышың ожмахта торолған булһа.
Компьютерҙа яҡшы белеү бөтөн башҡа белемдәрҙе юҡҡа сығара
Ситтәрҙең хатаһында өйрәнеү һәм өйрәтеү яҡшыраҡ.
Ҡайһы бер нәмәләр тураһында ишетеп кенә белгәнең мең артыҡ.
Шулай итеп, тағы бер аҡыл: "Ғәли тигән кешенең бик һаран бер танышы була. Бер саҡ Ғәли танышының йортона инеп сығырға була, ләкин йорт хужаһының бик ҡаты ауырып ятыуын әйтәләр. Түшәге эргәһендә табип ултыра һәм ауырыуҙың яҡындарына дауалау тураһында кәңәштәр бирә. "Бәлки мин берәй нисек ярҙам итермен? «тип һорай Ғәли табиптан. „Сирлегә бик яҡшы итеп тирләргә кәрәк. Тирләтә торған үләндәр эсһә, сире юҡҡа сығасаҡ...“ ти табип. „Һеҙ үләндәр таптырып, ауырыуҙың яҡындарын мәшәҡәткә һалаһығыҙ, — тигән Ғәли. Хәҙер мин уларҙың келәтенә барып, унда йәшереп ҡуйылған барлыҡ тәмле- томло ашамлыҡтарҙы бында алып киләм дә, ауырыуҙың күҙ алдында ултырып ашайым. Тик һеҙ пациентығыҙҙы тотоп тороғоҙ. Ярты сәғәт тә үтмәҫ, ул тирләп төшәсәк һәм сире лә ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығасаҡ...’’
Кеше күп уйланып тормай шул: ҡабалан ғына уҡый, ашығып ҡына хөкөм итә һәм йөрөй торғас шымарып бөткән фекерҙе ҡабул итә. (Вольтер).
Бер үлтереү кешене енәйәтсе итә, йөҙәрләгән ғүмерҙе өҙөү уны батыр итә. Бөтә эш — масштабтарҙа.(Чарли Чаплин).
Иртә йәштә хаталар яһағандарға йәшәүе еңелерәк. Улар иртәрәк йәшәргә өйрәнә. (Уинсон Черчилль).
Камил булмау — дуҫтарыбыҙҙағы бына ошо сифат беҙгә оҡшай ҙа инде.(Филип Честерфилд)
Кеше үҙенең ауырыуҙары тураһында һөйләшергә ярата. Ә үҙе өсөн ауырыуҙар тормошондағы иң ҡыҙыҡ булмаған ҡара тап.(Антон Чехов).
Кешеләр сәғәт механизмы кеүек: көйлләп ебәрһәң, ниңә икәнен дә белмәҫтән алға китә бирә. (А. Шопенгауэр).
Булдыра алғанса алға барығыҙ, аяғығыҙ ауырта икән, юл ситенә сығып, китеп барғандарҙы көнләшмәй генә күҙәтегеҙ — улар ҙа алыҫ китә алмаясаҡ. (И. Тургенев).
Ҡартлыҡтың трагедияһы бит ҡартайыуҙа түгел, ә йөрәктең йәш ҡалыуында. (О. Уайльд)
Кеше ғүмере үткәнде тикшереүҙәр, хәҙергегә зарланыуҙар, киләсәктән ҡурҡыу менән үтә. (А. Ривароль).
Шулай итеп. тағы бер аҡыл:“Бер ваҡыт Әбүғалисанаға төндәр буйы йоҡламайынса яфаланып сығыусы берәү килә һәм үҙен дауалауҙы үтенә. Әбүғалисина был кешегә китап бирә һәм шулай ти:» Кистән ят та, ошо китапты бер генә битен, бер генә юлын, бер генә өлөшөн дә ҡалдырмай уҡы", — ти. «Ә мин йоҡлап киткәнгә тиклем күпме ваҡыт үтергә тейеш һуң?»- ти ауырыу. «Белмәйем. — ти Әбүғалисина. — күпме генә ваҡыт үтеүтә ҡарамаҫтан, һин уны әрәмгә үткәрмәйәсәкһең...»
Ахмаҡ бер ниҙе лә ғәфү итмәй һәм онотмай; бер ҡатлылар барыһын да ғәфү итә һәм барыһын да онота; аҡыллылар ғәфү итә, әммә бер ниҙе лә онотмай. (Томас Сас).
Ир кеше тәүге үбешеүҙе йәшереп ала, икенсеһен теләнселәй, өсөнсөһөн талап итә, дүртенсеһен һорамай ала, бишенсеһен ҡабул итә, артабанғыларына... түҙә. (Хелен Роуленд).
Кем менән никахҡа инеүен мөһим түгел, иртән тороуға ул барыбер икенсе кешегә әйләнәсәк. (Уилл Роджерс).
Һәр кем тәүҙә дан-шөһрәт тураһында хыяллана, шунан уңышҡа ғына өмөтләнә башлай, аҙаҡтан иһә үҙенең туғандарын маҡтауҙарына ла ҡәнәғәт ҡала. (Этьен Рей).
Бар эттәр ҙә — эт балалары. (Уильям Филде).
Шулай итеп, тағы бер риүәйәт: "Суфый- уҡытыусы һәр дәресендә бер риүәйәт һөйләй торған булған, әммә бер ваҡытта ла уларҙың мәғәнәһен аңлатмаған. «Хөрмәтле остаҙыбыҙ, — тип мөрәжәғәт иткән бер саҡ бер шәкерте, — һин беҙгә матур риүәйәттәр һөйләйһең, әммә уларҙың мәғәнәһен аңлатмайһың...» "Ғәфү үтенәм, — тигән Уҡытылсы. — Ғәйебемде аҡлау өсөн мин һине хөрмә емеше менән һыйларға теләйем...” Шәкерт шатланып киткән һәм «Рәхмәт, Уҡытыусым” , — тип яуаплаған. „Мин һиңә ашата торған хөрмәнең тышын үҙем таҙартыл бирәйем“, — тигән Уҡытыусы, Шәкерт быныһына ла шатланыуын белдергән. Уҡытыусының: „Теләйһеңме, ашауға уңайлы булһын өсөн мин хөрмәне ваҡ киҫәктәргә турап бирәм?“ тиеүенә, шәкерт: „Мин улай һеҙҙен йомартлыҡтан файҙаланырға теләмәйем. Уҡытыусым“, — тип уңайһыҙланыуын белдергән. „Юҡ, мин бит һиңә быны үҙем тәҡдим итәм. Һине шатландырам килгәндән генә эшләйем быны. Теләйһенме, мин һиңә ул хөрмәне сәйнәп бирәм?“ — тигән тағы ла Уҡытыусы. „Юҡ. мин һинең быны эшләүенде теләмәйем!'”- тип ҡысҡырып ебәргән тамам аптырауға ҡалған шәкерт. Уҡытыусы бер аҙ тын ҡалып торған һәм:“ Әгәр ҙә мин һеҙгә һөйләгән һәр бер риүәйәттең мәғәнәһен аңлатһам емеште бына шулай сәйнәп биреүгә тин булыр ине», — тигән..."
Ҡомһоҙға бар донъяны бүләк ит — ул уны төрөп алыр өсөн ҡағыҙ таптыра башлаясаҡ. (Жюльен де Фапкенаре).
Ағым ыңғайына йөҙгәндәр бер ваҡытта ла инеш башын күрмәйәсәк. (Петер Тилле).
Тәнҡит — файҙаһыҙ шөғөл: китапты башҡаларҙы аңлар өсөн түгел, үҙеңде аңлар өсөн уҡырға кәрәк. (Эмиль Сьоран).
"Бур!” тип ҡысҡыр — барыһы ла әйләнеп ҡарар, «Кеше!» тип ҡысҡыр, берәүҙең дә ҡолағы ла һелкенмәҫ. (Влодзимеж Счисловский).
Аңлы кешене теләһә нимәгә инандырып була, анһыҙҙы ғына нимәгәлер инандырыуы ауыр. (Том Стоппард).
Йәштәрҙе әрләү — ҡарттар гигиенаһының бер мөһим өлөшө: был уның организмында ҡан уйнауға бик ныҡ ярҙам итә. (Логан Смит).
Шулай итеп бер аҡыл: «Ҡала уртаһындағы йорттоң һүтеп алынған бер ташландыҡ баҡсаһында ағасы үҫеп ултыра. Кешеләр йыш ҡына уның эргәһендә туҡтап, емешен өҙөп ҡаба, күләгәһендә ултырып ял итә. Бер саҡ был ағас янына бер ҡарт килеп баҫа ла, уға текләп ҡарап тора. Эргәһенән үтеп барған бер үҫмер, ҡарт емеш өҙөп ала алмай тора икән, тип уйлап, уға ярҙам итмәксе була һәм тиҙ генә ағасҡа үрмәләп, ҡартҡа йөҙөм өҙөп тоттора. Ҡарт үҫмергә бик ихласлап рәхмәт уҡый, үҙе ағас күләгәһенә ял итергә ултыра. Шул саҡ ағас телгә килә һәм ҡарттан былай тип һорай: „Әйт әле, һеҙ, кешеләр, ниңә һәр ваҡыт бер-берегеҙгә рәхмәт уҡыйһығыҙ. Ә бына минең емешемде ашаһағыҙ, күләгәмдә ял итһәгеҙ ҙә, минә берегеҙ ҙә рәхмәт әйтмәй“. Ҡарт шулай тип аңлатып бирә:» Ә бит был малай мине шәйләмәй ҙә эргәмдән үтеп китә ала ине. Ләкин ул улай итмәне, ул изгелек эшләүҙе үҙ ирке менән һайланы. Шуға ла ул минең рәхмәтемә лайыҡ булды, Ә бына һин емеш бирергәме, емеш бирмәҫкәме, тигән һайлау алдында тормайһың. Шуға ла кешеләр һинең емешеңде тәмләһә лә, күләгәңдә ял итһә лә, бынын өсөн һиңә рәхмәт уҡымай. Улар шулай уҡ был донъяла йәшәүе, күкрәктәрендә йөрәк тибеуе өсөн Хоҙайға рәхмәт уҡырға икәнен дә башына ла индереп сығармай, был шулай тейеш тип ҡабул ителә...” "Рәхмәт һиңә, аҡһаҡал. — ти ағас, — һин дә минең рәхмәтемә лайыҡһын, сөнки һин минең һорауымды ишеттең. Ә бит ишетмәҫкә лә мөмкин инең бит...”
Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған. (Башҡорт халыҡ мәҡәле).
Донъяға ул тиклем айыҡ күҙҙәр менән ҡарама, юҡһа, аҡылдан яҙырһың. (Веслав Брудзиньский).
Уландар онотҡанды ейәндәр иҫкә төшөрһөн. Шуға ла улдарыңды тәрбиәләгәндә ебәргән хаталарыңды ейәндәреңде тәрбиәләгәндә төҙәтеү кәрәк. (Әйлис Росси).
Психик сирле ике икең биш була, ти, ә нервыһы сирле ике икең дүрт була икәнен белә һәм шуның өсөн көйөнә. (Гордон Гаммак).
Теләктәр күплеге — яртылаш ғүмер, ә вайымһыҙлыҡ — ярты үлем. (Хәлил Джебран).
Нәфрәтте йәшереү еңел, мөхәббәтте йәшереү ауыр, ә иң ауыры — вайымһыҙлыҡты йәшереү. (Людвиг Берне).
Шулай итеп, тағы бер риүәйәт: «Ҡеүәтле бер батша бик күп илдәрҙе яулап ала, уның исемен ишетеү менән генә лә күп батшалыҡтар дер ҡалтырай. Ә үҙ халҡы уны бик тә хөрмәт итә, сөнки ул яулап алынған байлыҡтарынан халыҡҡа ла өлөш сығара, шуға ла уның илеңдәгеләр байлыҡта һәм муллыҡта йәшәй. Ирҙәрҙең барыһы ла үҙ батшаһына оҡшарға ынтыла, уның һымаҡ уҡ көслө һәм мөһабәт булыу хыялы менән яна. Ә ҡатын- ҡыҙҙар уны атай урынына күрә.
Батша ҡартая, ул ниндәйҙер сәйер сир эләктерә: ҡулдары һәм аяҡтары ҡатып ҡала, арҡаһына көмөрөһө килеп сыға. Ҡултыҡ таяҡтары менән саҡ ҡына хәрәкәтләнә ала. Был хәлдән һуң батшалыҡта ҡара көндәр башлана. Барыһы ла күлдәк аҫтына көмөрө эшләп ҡуя, барыһы ла эшкә ҡултыҡ таяҡтарына таянып йөрөй башлай. Батша образына яраҡлашырға теләмәгәндәр ҡаты хөкөмгә тарттырыла. Бары тик батшаның улы ғына был хәл менән килешергә, атаһының образын үҙендә йөрөтөргә теләмәй. „Ниңә һин башҡаларға эйәрергә теләмәйһең?“ — тип һорай унан батша, „Мин бит йәш һәм сәләмәт, мин ҡултыҡ таяҡтарһыҙ ҙа йөрөй алам“, — тип яуаплай уға улы. „Ярай, улайһа, күрһәтәйем әле мин һинә күрмәгәнеңде“, — тип ярһый батша һәм ҡулындағы таяғы менән һелтәнәйем тиһә, ҡулы күтәрелмәй, бар кәүҙәһе хәрәкәтһеҙ ҡатып ҡала. Бер нисә көндән батша вафат була...
Шулай инде, ноябрь май айының нисек тын алғанын белмәй, ә майҙың ноябрҙә эше юҡ...»
Киске Өфө, 2009 йыл