Кемдәр Ҡиәмәттә шәфәғәт ҡыла?

   Шәфәғәт – ул Ҡиәмәт ваҡытында теләгән кешеңде йәһәннәмдән һаҡлап алып ҡалыу. Был шәфәғәт иманһыҙҙарға булмаясаҡ. Иман әһелдәре булып та, гонаһтары тамуҡҡа керетерлек булғандарға буласаҡ.
   1. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙе теләгән мосолмандарҙы тамуҡтан шәфәғәт ҡылып алып ҡала. Шулай уҡ башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә үҙ ҡәүемдәренә шәфәғәт ҡыласаҡ.
   2. Шаһит үлеме менән үлгән мосолмандарға. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Шаһит үҙенең ғаилә әһелдәренән 70 кешегә шәфәғәт ҡыла ала”.
   3. Динебеҙҙең ғалимдарына. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Өс төркөм кешеләргә Ҡиәмәттә шәфәғәт ҡылыу бүләк ителәсәк: пәйғәмбәрҙәр, ғалимдар һәм шаһиттар.” (Ибн Мәджәһ, хәҙис 4304)
   4. Ҡөрьән хафиздарға. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Кем Ҡөрьәнде ятлап, уның буйынса, хәләлде хәләл тип танып, харамды харам тип танып йәшәгән мосолманға үҙ ғаилә әһелдәренән тамуҡҡа дусар ителгән 10 кешегә шәфәғәт ҡылырға рөхсәт ителде.” («Шуғубуль-Имән» Әл-Бәйхаҡы, хәҙис 2693)
   5. Мәзиндәргә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Ҡиәмәттә иң беренсе булып пәйғәмбәрҙәргә, һуңынан ғалимдарға, һуңынан шаһиттарға, һуңынан мәзиндәргә шәфәғәт ҡыларға рөхсәт ителәсәк.” («Муснәд» Әль-Баззар, хәҙис 372).
   6. Хажиға. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Кем хаж ҡыла, уға ғаилә әһелдәренән 400 кешегә шәфәғәт ҡылырға мөмкинселек бирелә. Уның гонаһтары яңы тыуған балалай ғәфү ителә.”
(«Муснәд» Әль-Баззар, хәҙис 3196).

хәҙрәт Ильшат Хафизи, проповеди на башкирском языке, ссылка: https://vk.com/public160608301