Аслыҡ заманы яҡын
Хөтбә: «Донъя өҫтөндәге төтөн (духан): Пәйғәмбәр заманындағы ғазаптан ахыр заман билдәләренә тиклем»
Һәр төрлө маҡтау ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһҡа! Ул Үҙ ҡөҙрәте менән бер ҡәүемде лә, ғазап ябырылмаҫтан алда, кисәтеүһеҙ ҡалдырмай. Беҙ шаһитлыҡ итәбеҙ: Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡ бер зат юҡ, һәм Мөхәммәд — Уның ҡоло һәм илсеһе. Ул беҙгә рәхмәтте лә, ғазап тураһында кисәтеүҙе лә еткерҙе.
Эй, мосолмандар! Аллаһтан ҡурҡығыҙ, сөнки бөгөн донъяла барған ваҡиғалар — уйһыҙ осраҡлыҡтар түгел. Был — уйлаусылар өсөн аяттар (ғәләмәттәр).
Беҙ шундай заманда йәшәйбеҙ, ҡайҙалыр сәйәси етәкселәр аслыҡты ҡорал итеп ҡулланыу тураһында һөйләшә, ә Давоста (ВЭФ, Всемирный эономический форум) йыйылған донъя элиталары «бөжәктән һәм диңгеҙ үләндәренән торған альтернатив аҡһымға» күсергә кәрәклеген асыҡтан-асыҡ белдерә. Беҙ күрәбеҙ: экология һәм «азот кризисы» шикелле ҡапҡан аҫтында Европала, АҠШ-та, хатта Рәсәйҙә шәхси фермерлыҡты, шәхси хужалыҡтарҙы юҡ итеү эҙмә-эҙлекле алып барыла. Меңләгән мираҫ малсыларға һөнәр менән мәңгегә шөғөлләнеү тыйыла, миллионлаған мал ветеринария тикшереүе үткәрелмәй генә ҡырыла, ә Катарҙағы — донъялағы төп азотлы ашлама етештереүселәрҙең — заводтары ундағы барған һуғыштар арҡаһындағы яуған бомба, осоролған ракеталар шартлауы арҡаһында туҡтатылғанлыҡтан, шулай уҡ санкцияларға эләккән Россия минераль ашламалары башҡа иген сәскән илдәргә үтә алмағанлыҡтан, шулай уҡ Һормуз боғаҙында һәм башҡа ер-дингеҙ транспорт аша ташыу — аралашыу сараларының бойкотҡа эләгеүҙәре һөҙөмтәһендә, унда-бында тоҡанып торған бола-һуғыштар арҡаһында донъяла әле барған аслыҡтарҙан башҡа илдәрҙе ҙур фәжиғәле аслыҡтар көтәсәк, шул арҡала тиҫтә миллиондарса кешеләр ҡырыласаҡ.
Карбамид хаҡы 70 %-ҡа күтәрелде, фермерҙар яҙғы сәсеү өсөн ашлама көтөп ятҡанда, хәҙистәргә ярашлы: ахыр заман алдынан юлдар өҙөлөр, тип әйтелгәнсә караптар дингеҙ боғаҙҙарында тығыла, яна, эшлектән сыға, тауар поездары ҡолай, юлдар-күперҙәр емерелә, һауа транспорты күккә күтәрелә алмай, ә страховка компаниялары полис таныуҙан баш тарта. Был — тик иҡтисади көрсөк түгел. Был — аҙыҡ-түлек суверенитетын глобаль ҡырыу. Кем аҙыҡты контролдә тота — шул донъя менән идара итә. Бөгөн беҙ Аллаһтың ошондай һүҙҙәренең ғәмәлгә ашыуын күрәбеҙ:
ظَهَرَ الْفَسَادُ فِي الْبَرِّ وَالْبَحْرِ بِمَا كَسَبَتْ أَيْدِي النَّاسِ لِيُذِيقَهُم بَعْضَ الَّذِي عَمِلُوا لَعَلَّهُمْ يَرْجِعُونَ
«Кешеләр үҙ ҡулдары менән ҡылған гонаһтар арҡаһында ҡоро ерҙә һәм диңгеҙҙә боҙоҡлоҡ барлыҡҡа килде. Был — уларға ҡылған эштәренең бер өлөшөн татытыр өсөн, бәлки улар тура юлға ҡайтырҙар». (Әр-Рум, 30:41).
Әммә улар хаҡҡиҡәтҡә ҡайтамы? Хакимиәт коридорҙарынан килгән мәғлүмәттәр бөтөнләй икенсе һүҙҙәр әйтә. Беҙгә асыҡтан-асыҡ былай тиҙәр: «Кешеләр — көтөүҙәге хайуандар, уларҙың бөтөнләй йәне лә, ихтыяр иреге лә юҡ». Беҙҙе компьютер уйындары һәм социаль рейтинг, кино һәм тағылған культура аша, бәләкәй еңеүле һуғыштар тамашаһы аҫтында «наркотик бәхет»кә сумдырырға теләйҙәр. Әммә мөьмин белә: Аллаһ бөтә нәмәне күреп тора, һәм Уның Үҙ планы бар.
«Әд-Духан» сүрәһендә Аллаһ Тәғәлә әйтә:
فَارْتَقِبْ يَوْمَ تَأْتِي السَّمَاءُ بِدُخَانٍ مُّبِينٍ
يَغْشَى النَّاسَ هَذَا عَذَابٌ أَلِيمٌ
«Күк асыҡ-асыҡ төтөн сығарған көндө көт. Ул кешеләрҙе ҡаплар. Был — яман ғазап!» (44:10–11).
Наҙандарҙың күптәре был төтөн әле киләсәктә — ахыр заманда булыр, тип уйлай. Әммә Абдуллаһ ибн Мәсғүд (Аллаһ унан риза булһын) сәхәбәләргә аңлатып бирә: был ғәләмәт үткән заманда ла булды инде, тигән. Ҡөрәйештәр Пәйғәмбәр ﷺ саҡырыуын кире ҡағып, мосолмандарға золом ҡылғас, Аллаһ Илсеһе ﷺ ошондай доға ҡылды: «Йә Раббым, уларға Йософ пәйғәмбәр заманындағы ете аслыҡ йылы кеүек ете йыл бир!» (Бохари, Мөслим).
Шул саҡ Мәккәне ҡотһоҙ аслыҡ баҫты. Кешеләр үләкһә, тире-һөйәк, хатта нәжескә тиклем ашарға мәжбүр булды. Аслыҡтан хәлһеҙләнгәндә, уларға ер менән күк араһында төтөн торғандай тойолдо. Был — күҙ алдындағы ғазап ине. Шул саҡ Әбү Суфыйән Пәйғәмбәр ﷺ янына килеп: «Һин рәхмәт итеп ебәрелдең, һинең халҡың һәләк була — доға ҡыл!» — тине. Пәйғәмбәр ﷺ доға ҡылды, һәм ғазап күтәрелде. Әммә ҡөрәйештәр асыҡҡандарын онотоп, тағы көфөрлөктәренә ҡайтты. Шул ваҡыт Аллаһ Тәғәлә был аятты индерҙе:
يَوْمَ نَبْطِشُ الْبَطْشَةَ الْكُبْرَى إِنَّا مُنتَقِمُونَ
«Беҙ уларҙы иң ҙур тотоу менән тотасаҡбыҙ» (44:16) (Аллаһтың ҡәһәре, ҡаты ғазабы төшәсәк)— был Баҙер һуғышы ине, ҡөрәйештәр шунда еңелде.
Бөгөн беҙ шул уҡ тарихтың донъя күләмендә ҡабатланыуын күрәбеҙ. Аналитиктар киҫәтә, иртәгә тип вәғәҙә иткән аслыҡ — бөтөнләй осраҡлы тәбиғәт күренеше түгел. Был — иҫкәртеү. Әммә бөгөн малдарҙы цифрлы тамғалау, ваҡ хужалыҡтарҙы юҡ итеү һәм аҙыҡ-түлек монополияһын ҡороу пландарын тормошҡа ашырыусылар, ҡөрәйештәр шикелле, ишетәме? Улар тураһында Аллаһ Тәғәлә былай ти:
إِنَّا كَاشِفُو الْعَذَابِ قَلِيلًا إِنَّكُمْ عَائِدُونَ
«Беҙ ғазапты бер аҙға ғына күтәрербеҙ, ә һеҙ, әлбиттә, көфөрлөккә кире ҡайтырһығыҙ» (44:15).
Беҙ бөгөн шуны күрәбеҙ: әле генә һалыған санкциялар еңеләйә, порттар асыла, ә етәкселәр тағы рибаға (ростовщиклыҡҡа) бата, тағы золомға ҡайта.
Сәхих хәҙистәрҙә ошондай ғәләмәттең — төтөн һәм аслыҡтың — Ҡиәмәттән алда ҡабатланасағына ишара бар. Нүғәйм ибн Хәммәд «Китаб әл-Фитән» китабында Пәйғәмбәр ﷺ-дең ошондай һүҙҙәрен килтерә: «Рамаҙан айында күктә ике ғаләмәт күренер. Уларҙы күргәс, ғаиләгеҙ өсөн бер йыллыҡ аҙыҡ һаҡлағыҙ». Икенсе хәҙистә: «Көнсығыштан бөтә ер йөҙөнә күренгән утлы бағана сығыр. Кем быны күрһә, ғаиләһе өсөн бер йыллыҡ аҙыҡ әҙерләһен, сөнки шул йылда аслыҡ булыр» (Нүғәйм ибн Хәммәд, «Фитән»).
Бәлки, беҙ бөгөн күҙәткәндәр — ҡояш һәм айҙың тотолоуы, ике ҡойроҡло кометаларҙың күренеүе, баҫыуҙарҙың ҡороуы, ашлама блокадаһы, малдарҙың күпләп юҡ ителеүе, Көньяҡ илдәрендә һәм башҡа тоҡанып торған, һәм барған һуғыштар, йә йылға — күлдәрҙең ныҡлап ҡороуы, шул ваҡытта дауыланып, ҡар ҡатыш ямғырҙар ҡойоуы, төрлө тәбиғәт ғәрәсәттәре — ошо хәҙистәрҙә телгә алынған «ғазап билдәләре»лер? Тарих ҡабатлана: башта Аллаһ ҡәүемдәргә аслыҡ, мохтажлыҡ ебәреп, уларға аҡылға килергә мөмкинлек бирә. Әммә әгәр улар, ҡөрәйештәр кеүек, Аллаһҡа ҡайтмаһалар, шәхси теләктәренә, нәфстәренә, рибаға, нәфрәткә һәм тәкәбберлеккә бирелһәләр, ул саҡта бөйөк ҡырыу сәғәте етә.
Пәйғәмбәр ﷺ әйтте: «Бер ҡәүем зәкәт бирмәһә, Аллаһ уларға аслыҡ ебәрер» (Тәбәрани). Байҙар, халыҡ байлығы тигән, ер ҡаҙылма табыштарынан һеҙгә өлөш, зәкәт сығарамы? Ниндәй наҙан беҙ ғәҙеллектә йәшәйбеҙ тип яу һала? Һин мөьмин мосолманмы? Әллә икейөҙлөк күрһәтеп, быларҙың (фараондарҙың) бөйөклөгөнән ҡәнәғәтһеңме? Бөгөн донъяла 840 миллион кеше ас йоҡларға ята, һәр көн 17 мең бала аслыҡтан үлә, ә шул уҡ ваҡытта бесәй-эт аҙығына йылына миллиардтаған доллар сарыф ителә, донъя иҡтисадының нигеҙен риба (ростовщиклыҡ) тәшкил итә. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
يَمْحَقُ اللَّهُ الرِّبَا وَيُرْبِي الصَّدَقَاتِ وَاللَّهُ لَا يُحِبُّ كُلَّ كَفَّارٍ أَثِيم
«Аллаһ рибаны юҡ итә һәм саҙаҡаны арттыра. Аллаһ һәр көфөр ҡылыусы гонаһҡа батҡан кешене яратмай» (2:276).
Был — Аллаһҡа ҡаршы һуғыш түгелме: малдарҙың үләндәренә тиклем һалым һалып фермерҙарҙы, шәхси хужалыҡтарҙы ҡыйратыу, ә шул уҡ ваҡытта бөтөн дәүләттәрҙе йотҡан риба процентын рөхсәт итеү, хаҡтарҙы һәм аҡсаға процентарҙың көн һайын үҫеүе, алтын –байлыҡҡа туймаған байҙарҙың: ҡол халыҡ 12 сәғәт көнөнә эшләргә тейеш тип шашыуҙары?
Бөгөн беҙ күрәбеҙ: Аллаһ исемен ҡалҡан итеп ҡуйып, етәкселәр намыҫһыҙлыҡ ҡыла, талай, ялған һөйләй, һатлыҡ була. Был йүнһеҙлеккә элек тә тәҡүә кешеләр: «Ҡарғыш шундайҙарға!» — тип ҡысҡырҙы. Әммә уларға: «Аллаһ ваҡыт бирә», — тиҙәр. Ваҡыт бөтә. Кем Аллаһ аяттарын һәм Пәйғәмбәр хәҙистәрен урлау, золом ҡылыу өсөн файҙаланһа, ул йәһәннәмдә: «Ни өсөн бындай эш ҡылдым?» — тип ҡысҡырыр, әммә яуап булмаҫ.
Һынауҙар алдынан мөьмин нимә эшләргә тейеш?
Беренсе: Тәүбә һәм зәкәткә ҡайтыу. Әгәр аслыҡ — Аллаһ әмерҙәрен ҡалдырыу сәбәпле килһә, ҡотолоп була — тәүбә менән. Пәйғәмбәр ﷺ әйткән: «Кешеләр зәкәт биреүҙән баш тартһа, күк ямғырҙы тыйыр». Үҙеңдән башла: мал-мөлкәтеңде таҙарт, сазаҡа хәйереңде йәлләмә, ас кешене ашат, үҙең ҡытлыҡта йәшәһәң дә.
Икенсеһе: Һаҡлыҡ, әммә тәүәккәллек менән. Хәҙистәрҙәге ғаләмәттәр күренгәс, бер йыллыҡ аҙыҡ тупларға ҡуша. Был тәүәккәллеккә ҡаршы түгел. Киреһенсә — сөннәт: дөйәңде бәйлә, һуңынан тәүәккәл ҡыл. Әммә туплау үҙемсөллеккә әйләнергә тейеш түгел. Күршең менән бүлеш, үҙеңдән көсһөҙҙәрҙе онотма.
Өсөнсө: Паникаға бирелеү түгел, ә золомдан айырылыу. Беҙ күрәбеҙ: донъя тулы контроль яҡынлай — малдарға цифрлы тамғалар, биометрик иҫәп, хужалар ҡушҡан буйынса ғына йәшәү, социаль рейтингтар. Мөьмин белә: уның ысын рейтингы — Аллаһ ҡаршыһында. Әгәр бөгөн беҙгә «бөжәк аҡһымы» тәҡдим итһәләр, яһалма дефицит тыуҙырып, беҙ ер эшкәртергә, ҡалған фермерҙарҙы хупларға, ауыл хужалығын тергеҙергә бурыслыбыҙ. Йософ пәйғәмбәр ҙә, Аллаһы унан риза булһын, күктән генә ямғыр көтмәй, амбарҙар төҙөнө.
Дүртенсе: Сабырлыҡ һәм ғазаптың барыһына ла төшмәүен белеү. Беҙгә бирелгән материалдарҙа мөһим асыҡлыҡ бар: «Бөтә кешелек һәләк булмаясаҡ. Был — таҙартыу, унан һуң гүзәл бер заман килер». Хатта иң ауыр ваҡыттарҙа ла Мәһди килеүе, хәҡиҙәттең еңеүе тураһында вәғәҙә бар. Әммә ҡотолоусылар рәтендә булыр өсөн, беҙ бөгөн йөрәктәребеҙҙе нәфсеғә табыныуҙан, нәфрәттән, көнләшеүҙән, тәкәбберлектән таҙартырға тейешбеҙ...
Беҙҙең Башҡортостанға аслыҡ килмәҫ, сөнки беҙ һайланып алынған халыҡ тип шашмағыҙ! Әле генә бер тере быуын кешеләре 1930 йылдарҙағы аслыҡтан саҡ ҡотолдо, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында аслыҡтан интекте, 1990 йылдарҙа Рәсәйҙе әлеге шул, алдағы аслыҡтарҙан ҡотҡарған Америка ризығы-тауары менән тултырып был ваҡиғаны кисектерҙе. Ярай әле, ул 90-сы йылдарҙа колхоз-совхоздар һаҡланып, кеше ҡулында он итеп һалдырырлыҡ, икмәк итеп ашарға бойҙайы булды. Ә бөгөнгө көндә ҡайҙа иген баҫыуҙарҙын күрәһегеҙ? Кибет-мәгәзин тулы ризыҡ, тип алданмағыҙ, — улары аслыҡ еле өрһә – өс көнлөк! Хәҙистәргә ярашлы тулыһынса юлдар өҙөлөп, энергетик кризис барлыҡҡа килеп, логистика, интернет, элемтә өҙөлөп, бола-сыуалыш, граждандар һуғышы барған ерҙә аслыҡ булмаҫ тип әйтәһегеҙме? Ҡөръән аяттары һәм Пәйғәмбәр хәҙистәре беҙгә ҡағылмай, сөнки беҙҙең Башҡортостан Аллаһ тарафынан башҡа халыҡтарҙан айырмалы Хоҙайҙын ҡашҡа тәкәһеме? Ә бөгөнгө көндәрҙә киләсәк, йылдар дауамында буласаҡ был аслыҡтан нисек ҡотолорға уйлайһығыҙ? Америка ярҙам итә алмаҫ, сөнки үҙе бик ғәләмәт экономик көрсөккә батасаҡ, шул уҡ хәл ҡытайҙарҙы һәм башҡа илдәрҙе лә көтә. Кем ошо арала донъя йөҙөнә ысын йөҙөн күрһәтеп сығасаҡ Дәджәлгә ышанһа – тамағы туҡ буласаҡ, ә кем Имам Мәһди хәҙрәттең дә ошо арала сығасағына йөрәге менән ышанғандың иманы ныҡ буласаҡ һәм иншаАллаһ һәм урыны йәннәтә буласаҡ. Аллаһ тарафынан беҙгә төҙәлергә ете йыл биреләсәк, иншаАллаһ, ә тулыһынса көрсөктән (уның төбөнә төшөргә бер-нисә ай ҡалды) ун биш йыл ваҡыт. Ә хәҙер: мин быны үҙ ҡулым менән булдырҙым — тигән донъяғыҙға һоҡланып ҡалығыҙ, тиҙҙән улар юҡҡа сығыр, иртәгә булмаһа ла барыбер улар юҡҡа сығасаҡ, балаларыбыҙ шунда йәшәр тип, өмөтләнмәгеҙ. Ҡөръән биттәре, донъя тарихы һәм эргәләге тормош һабаҡтары һеҙгә һабаҡ!
Эй, Аллаһ ҡолдары! Беҙ шундай ваҡиғалар алдында торабыҙ, уларҙы күптәр тиҫтә йылдар көтөп йәшәне. Һормуз боғаҙында, Европа баҫыуҙарында, Рәсәй амбарында һәм Бөтә донъя иҡтисад форумы коридорҙарында бөгөн ни барған — осраҡлыҡ түгел. Был — вәғәҙә ителгәндең ғәмәлгә ашыуы:
وَلَنَبْلُوَنَّكُم بِشَيْءٍ مِّنَ الْخَوْفِ وَالْجُوعِ وَنَقْصٍ مِّنَ الْأَمْوَالِ وَالْأَنفُسِ وَالثَّمَرَاتِ وَبَشِّرِ الصَّابِرِينَ
الَّذِينَ إِذَا أَصَابَتْهُم مُّصِيبَةٌ قَالُوا إِنَّا لِلَّهِ وَإِنَّا إِلَيْهِ رَاجِعُونَ
«Беҙ һеҙҙе аҙ ғына ҡурҡыныс, аслыҡ, мал-мөлкәт, йән һәм емештәр юғалтыу менән һынайбыҙ. Сабыр иткән кешеләрҙе шатландыр» (2:155).
Әммә аятта һынауҙан һуң былай тиелә: «Сабыр иткән кешеләрҙе шатландыр». Шатлыҡ — сабыр иткәндәргә, паникаға бирелмәгәндәргә, ас-яланғас булыуға ҡарамаҫтан бүлешкәндәргә, Йософ пәйғәмбәр заманындағы аслыҡ йылдарында ла ҡотолоу эшләгәндәргә, иманда ныҡ торғандарға вәғәҙә ителгән.
Йә Раббыбыҙ, беҙ күрәбеҙ: донъя хакимдары ут менән уйнай, бөтөн халыҡтарға аслыҡ менән янай. Беҙ күрәбеҙ: Уның ҡолдары — малдар, иген баҫыуҙары — ялған сәбәптәр менән юҡ ителә. Беҙ күрәбеҙ: элиталар фермерҙарҙы, шәхси хужалыҡтар ҡыйратылып, кешеләрҙе бөжәк менән туйындырырға әҙерләнә. Йә Аллаһ, уларҙы туҡтат! Әгәр кисәтеүҙәргә ҡолаҡ һалмаһалар, уларға Үҙ ғазабыңдың көсөн татыт, ҡөрәйештәргә Баҙер көнөндә татытҡан кеүек.
Әммә беҙҙе, мөьминдарҙы, аслыҡ хурлығынан һәм кешеләрҙән һорар хурлыҡтан һаҡла. Беҙҙе аҙыҡ ҡына түгел, тәҡүәне лә йыйыусыларҙан ҡыл. Бөтә донъя империалистары сәскән бүлендеклектән үтмәҫлек итеп, өммәтебеҙҙе берҙәмлектә нығыт. Әгәр был аслыҡ беҙгә яҙылған булһа, уны беҙҙең өсөн таҙарыу һәм Үҙеңә яҡынлашыу сәбәбе ҡыл, һәләкәт итеү түгел.
Ысынлап та, Аллаһ сабыр иткәндәр менән. Үлсәүҙә, үлсәмдә кәм иткән һәр кемде, зәкәт биреүҙән баш тартҡан һәр кемде Ул күреп тора. Аллаһты иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, Ул һеҙҙе иҫенә төшөрөр. Намаҙҙарығыҙҙы үтәгеҙ — бәлки Аллаһының рәхмәтенә лайыҡ булырһығыҙ.
