Ҡатын-ҡыҙ: Ҡөрьәндән алып башҡорт далаларына тиклем
Белегеҙ, мин был темаға ни тиклем тәрәнгәрәк сумған һайын, бер ябай хәҡиҡәтте аңлайым: беҙ үҙебеҙҙең стереотиптар ҡосағында йәшәйбеҙ. Беҙгә шундай тойола: ғәҙәти йәмғиәттәге ҡатын-ҡыҙ — ул йомшаҡ, буйһоноусан, көсһөҙ зат, мейескә (кухня) һәм балаларға беркетелгән бер нәмә.
Беҙгә дин, бигерәк тә Ислам, ҡатын-ҡыҙҙы ҡыҫҡа бығауҙа тота, тип өйрәттеләр һәм шуны дауам итеүселәр юҡ тип, әйтеп булмай. Әммә ҡаҙына башлауға, быуаттар буйы өйөлгән ҡатламдарҙы ситкә алып ташлауға, күҙ алдыбыҙҙа хайран ҡалдырғыс бер рәсем асыла. Беҙҙең Ҡөрьәндә лә, боронғо эпостарҙа ла, ысын тарихта ла ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-егеттәр менән йәнәшә генә баҫып ҡалмайынса, уларҙы үҙҙәре артынан эйәртеп, идара итеп, һуғышып, пәйғәмбәрҙәр менән бәхәсләшеп, үҙҙәре тураһында һүндереп булмаҫлыҡ эҙ ҡалдырғандары күп икән.
Әйҙәгеҙ, Исламда ҡатын-ҡыҙ хәленә ҡарата һорауҙы намыҫ менән тикшереп ҡарайыҡ, сөнки бөгөн был тема тирәһендә шул тиклем күп һөңгөләр һындырылған. Йыш ҡына былай тигәнде ишетергә була: Ҡөрьән һәм дин дөйөм алғанда ҡатын-ҡыҙҙы кәмһетә, унан икенсе сортлы йән эйәһе яһай, әммә ысынлап та шулаймы? Йәки беҙ «абруйлы фекер» тип аталған соус аҫтында бирелгәнде, хатта төп сығанаҡҡа күҙ һалырға ла теләмәйенсә, ышанырға ғына күнеккәнбеҙ? Беҙҙе Мөхәммәд пәйғәмбәрҙән (ﷺ) мең биш йөҙгә яҡын йыл айыра, һәм был ваҡыт эсендә Исламдың дошмандары табылмаған тип ысынлап уйлайһығыҙмы? Мин ҡайһылыр абстракт яуыздар тураһында түгел, ә ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу, улар араһына талаш-тартыш индереү һәм Аллаһ Тәғәләнең хәбәрен танымаҫлыҡ итеп боҙоу улар өсөн отошло булған — шайтан һәм уның төркөмө һәм беҙҙең замандың Даджәле тураһында һөйләйем. Беҙ үҙаллы фекер йөрөтөүҙе бөтөнләй онотоп, үткән быуат ғалимдарына шул тиклем ышанабыҙ, ә уларҙың фекере — бары тик уларҙың ғына ҡарашы, Ҡөрьәнгә уларҙың дәүере призмаһы аша күҙ һалыу, ә ахырғы инстанциялағы хәҡиҡәт түгел, мейебеҙҙе һүндерерлек ҡулланма тугел был. Шул уҡ ваҡытта беҙ шуны онотабыҙ: беҙ аңыбыҙ бала саҡтан рухиәткә тиклем ай кеүек алыҫ булған идеологиялар менән эшкәртелгән донъяла йәшәйбеҙ. Унда беҙгә коммунистик шайтан әхлаҡы һеңдерелгән, мавзолейҙа ятҡан мәйеткә табыныу рухында тәрбиәләнгәнбеҙ, дингә бер ниндәй ҙә ҡағылышы булмаған ҡиммәттәр һеңдерелгән — ә һуңынан изге текстарҙы ошо фильтр аша ҡабул итәбеҙҙә һәм аптырайбыҙ. Беҙ хакимиәткә һәм күкрәккә һуҡҡан патриотизмға Аллаһҡа буйһоноуҙан өҫтөнөрәк ҡуйырға күнеккән, һәм ошо штамптар һәм стереотиптар ағымында беҙ иң мөһимде — асылды ишетеү һәм күреү һәләтен юғалтҡанбыҙ.
Барыһы ла ябай һорауҙан башланды: ҡайһы бер мосолман йәмғиәттәрендә ҡатын-ҡыҙҙы ни өсөн йыш ҡына хеҙмәтсе, икенсе сортлы зат итеп ҡабул итәләр, быны Ҡөрьән менән ҡаплап? Әйҙәгеҙ изге Ҡөръәнде асайыҡ һәм мәктәптә өйрәткәндәрен, вәғәзселәр һеңдергәндәрҙең барыһын да ситкә алып ташлап, яңынан уҡый башлайыҡ. Һәм ошо таң ҡалдырған нәмә — «ән-Ниса» сүрәһендәге аят: «Эй кешеләр! Һеҙҙе бер йәндән (атағыҙҙан) һәм унан уның парын (хәләлен) яралтҡан, һәм уларҙан күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ таратып ебәргән Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ...» (4:1). Бер йәндән. Ҡабырғанан түгел, айырым балсыҡтан түгел — шул уҡ заттан. Был килеп сығыштың нигеҙҙәге тигеҙлеге, ул башҡа урындарҙа ла раҫлана: «Ысынлап та, иман килтергән ирҙәр һәм иман килтергән ҡатындар — уларҙың барыһына ла... ожмах әҙерләнгән» (4:124). Аллаһ алдындағы тигеҙлек — бына Исламдың ҡатын-ҡыҙ тураһындағы тәғлимәтенең нигеҙ ташы. Әммә ниңә беҙ бөтөнләй икенсе күренеште күрәбеҙ?
Бында бер төшөнсәгә юлыҡтым, ул бик күпте аңлата — исраилиәт. Был йәһүд һәм христиан сығанаҡтарынан Ислам традицияһына үтеп ингән риүәйәттәр һәм легендаларҙың ҙур ҡатламы. Тәүге мосолмандар Ҡөрьәндә боронғо пәйғәмбәрҙәр һәм ваҡиғалар тураһындағы ҡыҫҡа телгә алыуҙарға осрағас, улар ентеклелектәр белергә теләгән. Ә был ентеклелектәрҙе уларға йәһүдтәрҙән һәм христиандарҙан мосолман булған кешеләр, мәҫәлән, Кәғб әл-Әхбар йәки Уәһб ибн Мүнәббих, теләп биргән. Улар мауыҡтырғыс тарихтар һөйләгән, һуңынан улар тәфсирҙәргә ингән һәм быуындан быуынға диндең айырылғыһыҙ өлөшө итеп тапшырылған. Тап ошонан, Библия традицияһынан, Ҡөрьәнгә түгел, Һауа Әҙәмдең кәкре ҡабырғаһынан яратылған, ул тыйылған емеште ашатырға Әҙәмде вәсүәҫәләгән һәм бының өсөн бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙың бала тыуҙырғанда ауыртыуға һәм иренә буйһоноуға дуҫар ителгәне тураһындағы хикәйә килеп ингән. Библияны асығыҙ, Бытие китабын — бында ул бар. Ә Ҡөрьәндә — бер һүҙ ҙә юҡ. Киреһенсә, Ҡөрьән улар икеһе лә гонаһ ҡылған, икеһе лә тәүбә иткән, һәм икеһе лә ғәфү ителгән, тип баҫым яһай. Шайтан уларҙың икеһен дә алдаған, ә Әҙәмдең ҡатыны аша ғына түгел. Әммә исраилиәт шул тиклем тәрән үтеп ингән, хатта күп кенә мосолмандар «кәкре ҡабырға» тураһында ихлас ышана, ә Ҡөрьәндә был турала бер генә аят та юҡ.
Был фекер — динде йыш ҡына мәҙәниәт һәм боронғо легендалар менән алмаштырыуҙары — беҙҙең өсөн юл күрһәткес бит. Ҡөрьәндә һәм дөрөҫ хәҙистәрҙә ысын ҡатын-ҡыҙҙарҙың миҫалдарын эҙләй ҡарайыҡ, һәм уларҙың күп түгел, ә барыһы ла үрнәк итеп ҡуйылған икән. Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең (ﷺ) тәүге ҡатыны Хадижәне генә алайыҡ. Ул бай һәм уңышлы эшҡыуар ҡатын булған, үҙе Пәйғәмбәргә никах тәҡдим иткән һәм үлеменә тиклем уның төп терәге булған. Бөтәһе унан йөҙ сөйөргәндә, ул ышанған, уны ялғансы тип атағанда, ул хуплаған. Пәйғәмбәр ғүмер буйы уға рәхмәтле хәтер һаҡлаған, хатта ул үлгәндән һуң да уның әхирәттәренә бүләктәр ебәргән. Икенсе ҡатыны Ғәйшә, яратҡан хәләл ҡатын ғына түгел, ә үҙ заманының иң ҙур ғалимәһе булған. Унан ике меңдән ашыу хәҙис тапшырылған, бөйөк сәхәбәләр диндең ҡатмарлы мәсьәләләре буйынса уға мөрәжәғәт иткән. Ул фаҡиһ, мөфәссир, шағирә һәм хатта ғәскәр башлығы булған — Дөйә алышын иҫкә төшөрөү ҙә етә, унда ул үҙе ғәскәр менән етәкселек иткән. Пәйғәмбәр: «Динегеҙҙең яртыһын ошо һары сәсле ҡатындан алығыҙ», тип әйткән. Был ҡатын-ҡыҙ аҡылына һәм абруйына таяныу түгелме ни?
Ҡарағыҙ әле, Пәйғәмбәр (ﷺ) ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын формаль рәүештә үтәү генә түгел, уларҙы күккә күтәргән. Әнәс ибн Мәлик тапшырған хәҙистә былай тиелгән: «Миңә ҡатын-ҡыҙға һәм хушбуйға (благовониям ) мөхәббәт һалынды, ә намаҙ (доға) күҙ нурым ителде». Уйлап ҡарағыҙ, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт, хушбуй һәм намаҙ менән бер рәткә ҡуйылған, иң изге менән бер рәткә! Быны кәмһетеү тип атарғамы ни? Ҡайһы бер циниктар яратып ябайлаштырғанса, был әшәке нәпсе тураһында түгел, ә ҡатын-ҡыҙ — серҙәш, йыуаныс һәм тыныслыҡ икәнен тәрән аңлау тураһында. Шундай мөхәббәт һалынған кеше үҙе яратҡанын кәмһетерме ни? Уның көндәлек тормошона ҡарайыҡ. Ул ҡатыны Ғәйшә менән ултырып, эфиоптарҙың һөңгөләр менән бейеүен ҡараған, уға яҡшыраҡ күренһен өсөн үҙ елкәһен ултыртҡан, ул туйғансы ҡараһын тип, сабыр иткән, «Йә, етмәйме?» тип ҡабатлаған. Был ҡатын-ҡыҙ теләктәрен хөрмәт итеү түгелме ни? Ул Ғәйшә менән бер һауыттан эскән, ирендәрен ул ауыҙ тейҙергән урынға ҡуйған. Ул уның менән йүгереп ярышҡан, ҡасан Ғәйшә уҙып китһә, малай кеүек ҡыуанған, ә һуңынан йылмайып: «хәҙер минең сират», тигән. «Ул башын Ғәйшәнең теҙенә ҡуйып, хатта уның күрем ваҡыты булһа ла, Ҡөрьән уҡыған, шуның менән ҡатын-ҡыҙҙың был хәленә бәйле ялған ырым-томоларҙы, уларҙы „бысраҡ“ тип иҫәпләүҙе юҡҡа сығарған.» Ә уның тәүге ҡатыны Хадижә тураһындағы һүҙҙәре? Ғәйшә, көнсөллөктән интегеп: «Аллаһ һиңә уның урынына йәшерәген бүләк итте», тигәс, Пәйғәмбәрҙең асыуы шул тиклем ҡабарған, хатта Ғәйшә ҡаушап ҡалған. Ул былай тигән: «Аллаһ менән ант итәм, ул кешеләр инҡар иткәндә миңә иман килтерҙе, яҡындары кире ҡаҡҡанда хупланы, һәм Аллаһ уға минән балалар тыуҙырҙы, ә һеҙгә быны бирмәне». Ул хатта үлгән ҡатындың намыҫын, тере һәм яратҡан ҡатыны алдында, яҡлаған. Был үрнәк түгелме ни?
Ә бына тағы бер һирәк белгән ғәжәп хикәйә. Ҡөрьәндә «әл-Мүжәдилә» — «Бәхәсләшеүсе ҡатын» тип аталған сүрә бар. Ул Хәүлә бинт Сәләбә исемле ҡатын арҡаһында иңдерелгән. Уның ире, Исламға тиклемге ғәҙәт буйынса, «зиһар» тип аталған нәмәне эшләгән — уға: «һин миңә әсәйемдең арҡаһы кеүек», тигән. Был айырылыуҙы аңлатҡан һәм ҡатын аптыраулы хәлдә ҡалған: ни ҡатыны түгел, ни азат түгел — бер ниндәй аҡсаһыҙ, ҡулында балалары менән. Хәүлә Пәйғәмбәргә килгән, ярҙам һорап ялбарған. Пәйғәмбәр, йола-ғәҙәт буйынса, ундай ҡатын иренә тыйылған, тип яуап биргән. Ләкин Хәүлә китмәгән. Ул ҡалған һәм бәхәсләшкән, был ғәҙелһеҙлек икәнен иҫбатлаған. Пәйғәмбәр ҡул һелтәгәс, ул ҡатын ҡулын күккә күтәргән: «Йә Раббым, үҙемдең яңғыҙлығымдың ауырлығынан Һиңә зарланам!», тип өндәшкән. Шул уҡ мәлдә Пәйғәмбәребеҙгә вәхи иңә башлаған. Аллаһ ул ҡатындың зарланыуын күктән үк ишеткән. Зиһарҙың ғәҙелһеҙ ғәҙәтен бөтөнләй юҡҡа сығарған һәм ғәҙел түләү билдәләгән аяттар иңгән. Пәйғәмбәр шунда уҡ уның ирен саҡыртып, ҡол азат итергә йәки ике ай ураҙа тоторға, йәки алтмыш ярлыны ашатырға — һәм ҡатыныңды кире алырға, сөнки ул хаҡлы, тигән. Күҙ алдына килтерегеҙ: Пәйғәмбәр менән бәхәсләшкән ҡатын-ҡыҙҙы Аллаһтың Үҙе ишеткән. Бөтә сүрә ошо «бәхәсләшеүсе» хөрмәтенә аталған. Бында ҡатын-ҡыҙ тынлығына урын бармы? (Где же тут место для женского молчания?).
Ә Фирғәүендең ҡатыны Асияны иҫкә төшөрәйек. Фирғәүен: «Мин һеҙҙең иң оло раббығыҙмын», тип ҡысҡырған, байлыҡта һәм хакимлеккә батҡан. Ә Фирғәүендең ҡатыны йәшерен рәүештә ул әрләгән Аллаһҡа иман килтергән. Фирғәүен белгәс, уны язаларға бойорған. Ҡыҙған ҡояш аҫтында, таштар аҫтында, ғазаптар... Ә ул, үлеп барһала, ярлыҡау үтенмәгән. Ул бына нимә үтенгән: «Раббым, Үҙеңдең хозурыңда, ожмахта, миңә өй төҙө». Әле ерҙә ғазапланған сағында, Аллаһ уға ожмахтағы өйөн күрһәткән. Үлем түшәгендә ятып, язалауҙарға түҙеп, Асия йәннәтле булыу бәхеттән шатланған. Көслө ҡатынмы? Фирғәүендән дә көслөрәк.
Йәки Сәбә батшабикәһе Билҡис. Ул тотош халыҡ менән идара иткән. Ул мәжүси булған, ҡояшҡа табынған. Ләкин Сөләймән пәйғәмбәрҙең дәғүәте уға барып еткәс, ул тәкәбберләнмәгән, ғорурлыҡтан һуғышмаған. Ул ултырып, әмирҙәре менән кәңәшләшкән, уйлаған, үлсәгән — һәм хәҡиҡәтте ҡабул иткән. Ул былай тигән: «Раббым, мин үҙемә ҡарата нахаҡ булдым, инде мин Сөләймән менән бергә Ғаләмдәр Раббыһы Аллаһҡа бирелдем». Аҡыллы хаким ҡатын, үҙенең хатаһын танырға ҡурҡмаған.
Әлбиттә, Ғайсаның әсәһе Мәрйәм. Үҙен изге ғибәҙәттәр ҡылып, күңелен Аллаһыға бағышлаған, һәмбер мәле ире булмайынса ул табасағы тураһында хәбәр алған, бөтә халыҡтың мыҫҡыллауына һәм ғәйепләүенә түҙгән, сүлгә, ҡоро хөрмә ағасы төбөнә, бала табырға киткән. Кешеләр уға бармаҡ менән төрткәндә, ул балаға ғына күрһәткән, һәм яңы тыуған сабый бала һөйләшеп, әсәһенең намыҫын яҡлаған. Быларҙың барыһынан һуң Аллаһ уны бөтә мөьмин-мосолмандарға — ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла — үрнәк итеп ҡуя.
Ә хәҙер яза һәм ғәҙеллек тураһында. Бында иң мөһиме — Ислам ғәҙеллеге йәнһеҙ машина түгел, ул мәрхәмәт һәм зирәклек. Пәйғәмбәр (ﷺ) шундай принцип урынлаштырған, ул әле лә үҙенең гуманизмы менән хайран ҡалдыра: яза үлтерергә түгел, ә төҙәтергә тейеш. Ә ҡатын-ҡыҙға, бигерәк тә әсәгә килгәндә, йомшартыусы хәлдәр көс ингән. Ғәмид ҡәбиләһенән бер ҡатындың хикәйәһен иҫкә төшөрәйек, ул зина ҡылған һәм Пәйғәмбәргә (ﷺ) үҙен таҙартырға, яза ҡулланырға тип талап менән килгән. Пәйғәмбәр ни эшләгән? Уның хәленә ҡарап, былай тигән: «Балаң тыуғансы көт». Ул киткән, бала тапҡан, һәм яңынан бала менән килгән. Шунда Пәйғәмбәр: «Уны имеҙ, ҡаты ризыҡ ашай башлағансы имеҙ», тигән. Ҡатын үҙенең әсәлек бурысын ахырына тиклем үтәгәс кенә, баланың йәшәйәсәгенә ышанғас ҡына, яза ҡулланылған. Был рәхимһеҙлек түгел, был юғары ғәҙеллек, бында ҡатын-ҡыҙ иң ҡаты хөкөм алдында ла әсәй булыуҙан туҡтамай. Баланы имеҙеү һәм үҫтереү хоҡуғы ҡанун талабынан өҫтөнөрәк булып сыҡҡан. Аллаһ Үҙенең Пәйғәмбәре аша күрһәткән: ҡатын-ҡыҙҙың миссияһы — йән биреү, ул шул тиклем изге, хатта яза уның алдында сигенә.
Беҙ нимә тураһында һөйләйбеҙ икән? Ҡайһы «йомшаҡлыҡ» тураһында? Ҡайһы «кәмһетеү» тураһында? Бөтә был хикәйәттәр — Ҡөрьәндә. Беҙ уларҙы уҡымағанбыҙ ғына. Йәки уҡыһаҡ та, беҙгә уларҙы күңелһеҙ әкиәттәргә әйләндереп аңлатҡандар, хаҡ, көслө дәрестәр итеп түгел.
Ә бына бер хәҙрәт диссертациянан тағы бер фекер, ул бөтөнләй таң ҡалдыра. Автор былай тип яҙа: мәсьәлә Ҡөрьәндә түгел, ә беҙҙең изге текстарыбыҙға төрлө «мөртәт» ғалимдар аша ифрат күп сүп-сар — мин әйткән исраилиәт — инеүендә. Был сүп-сар йылдар, быуаттар буйы «ысын белем» тип бирелгән. Ә ҡатын-ҡыҙға улар кәкре ҡабырғанан яратылған, улар «ғәүрәт», уларҙың эше — шым булыу һәм бала табыу, тип әйткәндә, ысынында был дин түгел. Был мәҙәниәт, традиция, мәжүсилек һәм патриархат ҡатнашмаһы ине, уны дин абруйы менән ҡаплағандар ғына. Ә беҙ быны, көтөүҙәге мал кеүек, сәйнәмәйенсә йотҡанбыҙ.
Әммә әйҙәгеҙ хаҡлыҡ менән әйтәйек, ҡатын-ҡыҙ йомшаҡлығы — уны эксплуатациялауға кемгәлер отошло булғандар уйлап сығарған миф. Көсһөҙлөк тәндә лә, рухта ла түгел, юғиһә шул уҡ «көслө ирҙәрҙе» ҡатын-ҡыҙ нисек күтәргән, тапҡан, имеҙгән, ә улар һуғышҡанда, ҡатындар улар менән бергә яуҙа булған, быны нисек аңлатырға? Йомшаҡлыҡ — социаль конструкт, уңайлы ҡорған (ширма). Ә тарихты тәрәнерәк соҡоһаң, беҙ ҡатын-ҡыҙ көсөнөң, ҡөҙрәтенең һәм хакимлығының шул тиклем күп миҫалын табабыҙ, хатта «түбәнлек» тураһындағы бөтә һүҙҙәр саң булып оса. Амазонкаларҙы ғына алайыҡ. Боронғо грек мифтарындағы уҡлы-йәйәле ҡыҙҙарҙы түгел, улар ҙа күрһәткесле, ә ысын, документаль раҫланған ҡатын-ҡыҙ-һуғышсыларҙы. Дагомея амазонкалары — тарихта тулыһынса ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған хәрби подразделение, уның булыуы документаль раҫланған. Улар XIX быуатта француз колонизаторҙарын дәһшәткә төшөргән, пулемёт менән көрәшкә килгән элиталы европа һалдаттары ла уларҙан ҡурҡҡан. Был ҡатын-ҡыҙҙар ябай һуғышып ҡына ҡалмаған — улар армияның элитаһы, королде һәм дәүләтте яҡлаған изге отряд булған. Ә бындай миҫалдар бихисап: беҙҙең эраға тиклем IV быуатта меоттар ғәскәрен етәкләп, үҙен кәмһеткәне өсөн Боспор батшалығын тыныслыҡ һорарға мәжбүр иткән батшабикә Тирғатао. Йәки Хертек Анчымаа-Тока — 1940 йылда, «цивилизациялы» Европала ҡатын-ҡыҙҙар тауыш биреү хоҡуғын яңы ғына ала башлаған саҡта, донъяла иң беренсе булып — дәүләт башлығы итеп һайланған тыва ҡатыны. Был һеҙгә көсһөҙлөк түгел. Бихисап миҫалдар килтерергә була.
Ә хәҙер кешелектең үҙе тураһында уйлап алайыҡ. Беҙгә Исламға тиклемге Ғәрәбстан ҡатын-ҡыҙҙарҙы тереләй ҡом аҫтына күмеү ваҡыты, вәхшилек заманы икәнен һеңдерәләр, һәм был дөрөҫ — йола ғәҙәте ҡот осҡос яуызлыҡ ине. Әммә Ҡөрьәнгә тиклем бөтә кешелек тә ҡатын-ҡыҙға ҡарата тулы ҡараңғылыҡта йәшәгән, тигәнде аңлатамы был? Бөтөнләй түгел. Әгәр беҙ бөтә кешеләр ҙә Әҙәм заманынан алып Бер Аллаһты таныған тип ышанһаҡ, ғәҙеллек ҡайҙа? Тарихта аҡыллы һәм ҡаты идара иткән бөйөк батшабикәләр, хакимдар һәм һуғышсылар тулы. Сөләймән пәйғәмбәр янына тиң булып, үҙенең зирәклеге менән һоҡланыу уятҡан Сәбә батшабикәһе Билҡис. Мысыр менән идара иткән, бөйөк империялар яҙмышын үҙ ҡулында тотҡан Клеопатра. Ҡатын-ҡыҙҙар идара иткән, һуғышҡан, союздар төҙөгән, һәм патриархаль тулҡын донъяны ҡаплағансы, уларҙы тыумыштан «кәм» тип һанамағандар.
Бынан беҙ иң ҡыҙыҡлыға килеп етәбеҙ. Бер таң ҡалғыс риүәйәт бар, ул беҙҙең ҡатын-ҡыҙ, власть һәм хәйлә тураһындағы темабыҙға бик ныҡ тура килә. Ул Ҡөрьәндән түгел, халыҡ ижадынан, төрөк фольклорынан, ләкин беҙ һөйләшкән барыһы менән дә шул тиклем матур бәйләнә, хатта уны һөйләмәй булдыра алмайбыҙ. Был риүәйәт Ҡөръәндәге Искәндәр Зөлҡәрнәй (Александр Македонский түгел) һәм Катерина исемле батшабикә тураһында.
Был тарихты 1963 йылда «Төрөк фольклор тикшеренеүҙәре» журналында Әли Имәр яҙып алған. Унда, Зөлҡәрнәйҙең кем булыуы тураһындағы бәхәстәргә инмәйенсә, беҙ ғәжәп сюжет күрәбеҙ. Күҙ алдына килтерегеҙ: бөйөк яулап алыусы Искәндәр Зөлҡәрнәй, унан халыҡтар дер ҡалтыраған, көтөлмәгән көскә юлыҡҡан. Әлеге Төркиәнең көнбайышындағы Измирҙә көслө бер халыҡ йәшәгән, улар менән Катерина исемле батшабикә идара иткән. Искәндәр ни тиклем тырышһа ла, уның ғәскәрен еңә алмаған, хатта буйһондора алмаған. Көс уның яғында булмаған. Шунда ул хәйләгә күскән. Ябай илсе булып кейенеп, дошман янына — батшабикәнең һарайына, уның көсөнөң серен белергә тип, юлға сыҡҡан.
Катеринаның һарайы Менемен менән Улуджак араһындағы үҙәндә торған. Искәндәр һарайға яҡынлашҡас, һарай һаҡсыларына, Искәндәр Зөлҡәрнәй тарафынан Батшабикәгә илсе итеп ебәрелгәнен һәм уға хат тапшырасағын әйткән. Һаҡсылар хәлде Батшабикәгә еткергән. Ул илсене ҡабул итергә бойорған. Илсе хозурға ингәс, Искәндәрҙең хатын Батшабикәгә һуҙған саҡта, уларҙың күҙҙәре осрашҡан. Шунда ҡапыл көтөлмәгән хәл булған. Батшабикә ҡысҡырып ебәргән, һаҡсыларға был кешенең хәүефле икәнен әйтеп, әсиргә алырға һәм яҡшылап һаҡларға ҡушҡан. Ә һуңынан Искәндәргә боролоп: «Һин илсе түгел, һин — Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең үҙе!» — тигән. Өҫтәлендәге портретты алып, Искәндәргә һуҙған: «Был һин түгелме ни?» — тигән. Беләһегеҙме, аҡыллы батшабикә үҙенең дошманының рәсемен алырға бер әмәл тапҡан һәм өҫтәлендә, күҙе алдында ятҡан. Бында шундай хәл килеп тыуа: бөйөк батша, асыҡ алышта еңә алмаған ҡатындың ҡулында. Катерина уға ҡарап: «Яҙмышың минең ҡулымда. Мин һиңә бер тәҡдим яһайым. Ҡабул итһәң — иҫән-имен китерһең. Ҡабул итмәһәң — зинданға ташлармын, бер кем дә һине тапмаҫ», — тигән. Искәндәр йәшеренеп тороу мәғәнәһеҙ икәнен аңлаған, үҙенең еңелеүен таныған: «Тәҡдимең нисек?» — тип һораған. Батшабикә ябай ғына әйткән: «Минем еремә һәм халҡыма ғәскәр ебәреп һуғышмаясағыңа ант ит». Искәндәр аңлаған: баш тартһа — төрмәлә серер, ғәскәре башлыҡһыҙ ҡала, ил юҡҡа сығыр; ризалашһа — үс ала алмаҫ. Ләкин тере ҡалыуҙы һайлаған. Ул ант иткән: «Тәҡдимеңде ҡабул итәм. Ереңә һәм халҡыңа ғәскәр менән һөжүм итмәҫкә ант итәм». Уны ыскындырғандар. Өйөнә иҫән-имен ҡайтҡан, ләкин яраланған горурлыҡ уйы менән. Антты нисек үтәргә һәм үҙен кәмһеткәнде юҡ итергә? Бында яулап алыусының даһилығы сығыр юл тапҡан. Өйөнә ҡайтышлай, ул ике диңгеҙҙең — Урта диңгеҙ менән Ҡара диңгеҙҙең бейеклеген үлсәгән. Һәм Ҡара диңгеҙҙең Урта диңгеҙҙән күпкә бейегерәк икәнен асыҡлаған. Шунда уның башына уй килгән: канал ҡаҙһа, һыу ағып, бөтә тәпәшлектәр һыу аҫтында ҡалыр. Ул иң тар урынды тапҡан — бөгөнгө Босфор булған урында. Йөҙәр мең эшсе, миллиондарса кеше көнө-төнө эшләгән. Өс йыл ун өс көн буйы төҙөлөш барған. Ун өсөнсө көндөң таңында һыу атылып сыҡҡан. Аҡылдан яҙған Ҡара диңгеҙ һыуҙары, тауҙарҙай күтәрелеп, Фракияға һәм Эгей диңгеҙе ярына бәрелгән. Күп метрлы бейек һыу ҡатламы тирә-яҡты ҡаплаған. Батшабикә Катеринаның һарайы ла, уның бөтә халҡы ла һыу аҫтында юҡ булған. Искәндәр антын үтәгән: ул ғәскәр ебәрмәгән. Ул бары тик географияны үҙгәрткән. Ә беҙ белгән Босфор, был риүәйәт буйынса, тап шул саҡта барлыҡҡа килгән — үс ҡоралы булып, асыҡ алышта еңә алмаған ҡатын-ҡыҙ рухына һәйкәл булып.
Бына шундай тарих. Һәм тағы ла, тағы ла беҙ ҡатын-ҡыҙҙы күрәбеҙ — йомшаҡ, буйһоноусан түгел, ә алдында батшалар баш эйгән бер зат итеп. Хатта легендала булһа ла. Сөнки легендалар буш урындан тыумай. Улар халыҡ аңында нимәлер барлығын сағылдыра: ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа тиң, унан да көслөрәк, зирәгерәк, хәйләлерәк була ала. Әгәр боронғо герой, бөйөк Зөлҡәрнәй, ҡатындан өйрәнеп, уны еңеү өсөн урау юлдар эҙләргә лә хур күрмәгән икән, беҙҙең турала ни һөйләргә?
Ә белегеҙ, беҙ был теманы ни тиклем тәрәнгәрәк соҡоған һайын, бер ябай нәмә асығыраҡ була бара: көслө ҡатын-ҡыҙ образы — был хәҙерге замандың «феминистик сығыш» түгел. Был халыҡтарҙың генетик хәтеренә һалынған архетип. Башҡортостан тарихы — бының иң сағыу раҫлаусыһы. Бында ҡатын-ҡыҙ көсө легендар «Урал батыр» эпосы килеп сыҡҡан шул уҡ тәрәнлектән ағыла һәм ысын батырлыҡтарҙа, Наполеон ғәскәрҙәре менән һуғыштарға тиклем барып етеп, үҙенең дауамын таба.
Башҡорт эпосы «Урал батыр»ға күҙ һалайыҡ — был ябай әкиәт түгел, донъя ҡоролошон аңлатҡан космогония. Үҙәк урынды шунда **Һомай** алып тора. Ул кем һуң? Самрау батшаның ҡыҙы, Ҡоштар хакимы, Аҡбуҙаттың хужабикәһе. Ләкин ул батыр яуларға тейешле күк ҡыҙы ғына түгел. Һомай — әүҙем, власть эйәһе, бөтә ергә үтеп ингән зат. Ул һыу аҫты батшалығына ла, ер аҫты донъяһына ла, ергә лә, күккә лә үтеп инә. Ул — Ил әсәһе, Халыҡ әсәһе идеяһын берләштергән ҡөҙрәтле илаһ. Был усаҡтың пассив һаҡсыһы түгел, ә донъя яҡлаусыһы, еңеүҙәрҙең илһамландырыусыһы һәм яҡлаусыһы. Эпосты тикшереүсе ғалимдар туранан-тура әйтә: Һомай образында башҡорттарҙың ҡатын-ҡыҙға «ҡыйыу яугир» һәм «ғәҙел көрәштә еңеүҙәр яҡлаусыһы» итеп ҡарауы сағылған.
Әммә эпоста тағы бер көслө ҡатын-ҡыҙ образы бар — **Айһылыу**. Ул да Самрауҙың ҡыҙы, Һомайҙың һеңлеһе. Ул Уралдың ағаһы Шүлгәнгә кейәүгә сыға, ләкин был никах бәхетһеҙ тамамлана. Айһылыу ҙа — үҙаллы, ҡыйыу һәм тәрән тойғоларға һәләтле зат. Ә уларҙың әсәһе — **Ҡояш** (Көн) үҙе лә күктәге илаһи зат булып тора. Был өс ҡатын-ҡыҙ образы — Һомай, Айһылыу, Ҡояш — башҡорт эпосында ҡатын-ҡыҙҙың ни тиклем юғары дәрәжәлә тороуын, уларҙың ир-ат менән тиң, хатта унан да өҫтөн көскә эйә булыуын күрһәтә.
Ә хәҙер күктән ергә төшәйек. Башҡорт фольклорында Бәндәбикә тураһында легенда бар — ул хәҙерге Башҡортостандың көньяғында яҡынса XIV–XV быуаттарҙа йәшәгән ҡатын. Ул ваҡытта башҡорт һәм ҡаҙаҡ ҡәбиләләре дошманлашҡан, бер-береһенә ябырылған. Бәндәбикә, үҙ нәҫеленең зирәк хакимы булараҡ, күрше ҡәбиләләрҙе тыныс йәшәргә күндерә алған. Ләкин иң хайран ҡалдырғысы артабан булған. Ҡаҙаҡ ғәскәре сираттағы ябырылыуға сапҡас, Бәндәбикә йәшенеп ултырмаған, ә батырҙарса башҡорт ғәскәрен етәкләп, дошман менән һөйләшеүгә барған. Уның абруйы шул тиклем ҙур булған, бынан һуң күршеләр араһында тыныслыҡ оҙаҡҡа еткән. Халыҡ уны «Ил инәһе» тип атаған. Уға кәңәшкә килгәндәр, хатта ҡунаҡтар өйгә ингәндә: «Бәндәбикә өйҙәме, уның ҡамсыһы урынында эленеп торамы?» — тип һораған тиҙәр. Ҡамсы — хакимлек һәм хәрби намыҫ билдәһе — ҡатындың өй түрендә эленеп торған. Күҙ алдына килтерегеҙ, ни тиклем рух көсөнә һәм зирәклеккә эйә булырға кәрәк, шундай абруйҙы ир-егеттәрҙең, ир-уҙамандарҙың баштары ҡатын-ҡыҙ кәңәше алдында эйеүе өсөн!
Был айырым осраҡ ҡына түгел. Традицион башҡорт йәмғиәтен өйрәнгән этнографтар һәм тарихсылар хайран ҡалдырғыс һығымтаға килгән: башҡорт ҡатын-ҡыҙының хәле Рәсәйҙең башҡа халыҡтары ҡатындарыныҡынан — христиандарҙыҡынан да, мосолмандарҙыҡынан да — күпкә яҡшыраҡ булған. Был субъектив фекер түгел, абруйлы этнограф С.И. Руденконың ентекле анализға нигеҙләнгән һығымтаһы.
Ә хәҙер — иң ғәжәп нәмә. 1812 йыл. Наполеон менән Ватан һуғышы. Башҡорт атлы полктары, данлыҡлы «төньяҡ амурҙары», рус армияһы менән бер рәттән һуғышҡан. Ә ирҙәр менән йәнәшә — ҡатын-ҡыҙҙар. Обозда түгел, апай-һеңелдәр булып түгел, ә эйәрҙә, ҡорал тотоп. Бер ғәжәп хикәйә һаҡланған, уны рус яҙыусыһы В. Зефиров үҫәргән ҡәбиләһенән ысын батыр Йәнтүрә һүҙҙәренән яҙып алған. Йәнтүрә, бер ваҡыт уларҙың бәләкәй ғәскәре тимер көрәстәр кейгән француздар ҡамауында ҡалғанын һөйләгән. Ҡаты алышта Йәнтүрәне ҡылыс менән елкәһенә яралағандар, ул аңын юғалтып, аттан йығылған. Аңына килһә — үлгән иптәштәренең мәйеттәре, ә тере ҡалғандарын француздар бәйләп бөткән. Ҡатыны эргәһендә булмаған. «Ҡатынды тере күрермен тип өмөтөмдө өҙҙөм», — ти ул. Әсирҙәрҙе аттарға ултыртып алып киткәндәр. Ә бер сәғәттән һуң урмандан көтөлмәгәндә йөҙгә яҡын дон казагы атылып сыҡҡан. Француздар аптырап, бирешкән. Шунда Йәнтүрә күргән: казактар араһында — уның ҡатыны. Беләһегеҙме, уларға һөжүм иткәндә, ул көстәр тигеҙ түгел икәнен аңлап, һиҙҙермәй генә китеп, төп отрядҡа хәбәр еткерергә юл тапҡан. Йәнтүрә һүҙен шундай һүҙҙәр менән тамамлай, мин үҙемдең йөрәгемдең ҡыҫылыуын тойоп: «Эйе, әгәр ҡатыным минең менән булмаһа, мин тыуған яғымда байрамдар ҡормаҫ инем, күңел асмаҫ инем. Бер насар һүҙ ҙә әйтә алмайһың. Бик яҡшы һәм данлыҡлы ҡатын!» Йәнтүрәнең ҡатынын миҙал менән бүләкләгәндәр. Ул ире менән бергә Парижға тиклем барып еткән.
Әммә был барыһы ла түгел. Башҡорт тарихи риүәйәттәрендә башҡа ҡатын-ҡыҙ-яугирҙар ҙа телгә алына: Зөһрә, дошманға ҡаршы йәйәнән уҡ атҡан хан ҡыҙы Алтынсәс, алышта һәләк булып, тарлауыҡта ерләнгән Сапай, алты ир-уҙаман ҡаршы һуғышҡан Һөйәрбикә, ҡалмыҡтар менән алышта үлгән Мөхибә һәм Яҡуп ҡыҙы — уны «арыҫлан йөрәкле ҡыҙ» тип атағандар...
Хатта XX быуатта ла, яугир ҡатындар заманы үткән кеүек тойолһа ла, бындай фигуралар осрай: Клара Тухватуллина — башҡорт мәҙәниәтенең «тимер леди»һы, Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыуға өлгәшкән һәм республиканың мәҙәни йөҙөн булдырған министр. Ә 1907 йылда, бөтә феминистик революцияларҙан күпкә алда, Өфөлә Өфө мосолман ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте барлыҡҡа килгән — был Башҡортостанда ғына түгел, дөйөм Рәсәйҙә мосолман ҡатындары араһында беренсе ойошма булған. Бай ғаиләләрҙән сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар — Мәрйәм Солтанова, Софья Солтанова һәм башҡалар — ҡыҙҙар өсөн мәктәптәр, приюттар, китапханалар асҡан. Улар кемдеңдер уларға хоҡуҡ биреүен көтмәгән, улар үҙҙәре был хоҡуҡтарҙы алған һәм тирә-йүндәге тормошто үҙгәрткән.
Беҙ ҡайһы «йомшаҡлыҡ» тураһында һөйләйбеҙ икән? Ҡайһы «мейес эргәһендәге урын» тураһында? Башҡорт тарихы — мифик Һомайҙан алып ысын Йәнтүрә ҡатынына тиклем, зирәк Бәндәбикәнән алып Өфө ҡалаһы мәҙәниәтен ағартыусы ханымдарға тиклем — беҙгә ҡысҡыра: ҡатын-ҡыҙ — көс. Иҫбатлауҙарға мохтаж булмаған көс. Ул — бар. Һәм ул бөтә нәмәгә лә һәләтле.
Нимә килеп сыға һуң? Бөтә тарих дауамында, төрлө-төрлө мәҙәниәттәрҙә — ғәрәп сүллегенән алып башҡорт далаларына, библия легендаларынан төрки эпостарға тиклем — ҡатын-ҡыҙ алдыбыҙға йомшаҡ, бойондороҡло йән эйәһе булып түгел, ә бөйөк эштәргә һәләтле шәхес булып баҫа. Ҡөрьән уға ир-ат менән тиң рухи дәрәжә бирә, пәйғәмбәр ҡатындары менән кәңәшләшә һәм уларҙың намыҫын яҡлай, ә Аллаһ ябай бер ҡатындың ялбарыуына яуап итеп аяттар иңдерә. Халыҡтарҙың тарихи хәтерендә батшабикәләрҙең, яугирҙарҙың, әсәләрҙең һәм хакимдарҙың исемдәре һаҡлана.
Ләкин шул саҡта бахыр ҡатын-ҡыҙ — ҡол, ҡатын-ҡыҙ — күләгә образы ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Яуап, барыһы ла, өҫтә ята. Был быуаттар буйы өйөлгән патриархаль традициялар, урындағы ғәҙәт-йолалар һәм хикәйә башында әйтелгән исраилиәттең нәтижәһе. Дин мәҙәниәт менән ҡатнашҡанда, ә мәҙәниәт өҫтөнлөк алғанда, тәүге Исламға ҡағылышы булмаған нәмәләр барлыҡҡа килә. Хакимлек яулап алған ир-аттарға үҙҙәренең өҫтөнлөгөн дини текстар менән аҡларға уңайлы, уларҙы контекстан айырып алып йәки шикле риүәйәттәргә таянып. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы тынып ҡалырға мәжбүр итәләр, уларҙың тауыштары баҫыла, тарихтарын яңынан яҙалар йәки йәшерәләр. Ә һуңынан донъяуи идеологиялар килгән, коммунистик әхлаҡ, ул да ҡатын-ҡыҙҙы ресурс, эшсе көс, коллективтың «биҙәге» итеп файҙаланған, беҙҙе ялған поттарға, мавзолейҙағы мәйеткә табыныу рухында тәрбиәләп, үҙаллы фекер йөрөтөүҙән айырған. Беҙ көтөү инстинктынан ысҡына алмағанбыҙ — бары тик бер ситлекте икенсеһенә алмаштырғанбыҙ. Ә хәҡиҡәт үҙенең матурлығында ябай ҙа, рәхимһеҙ ҙә: Ҡөрьән йәндәрҙең тигеҙлеге тураһында һөйләй. «Әй кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир һәм бер ҡатындан яралттыҡ һәм һеҙҙе бер-берегеҙҙе танышып белерһегеҙ өсөн халыҡтар һәм ҡәбиләләр итеп бүлдек» (49-сы сүрә, 13-сө аят). Һәм унда ҡатын-ҡыҙҙың ҡабырғанан яратылғаны, хеҙмәт итергә тейешлеге тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. Былар барыһы ла һуңыраҡ, ир-ат эгоһын аҡлар өсөн, уйлап сығарылған.
Тик үҙең соҡонғанда, уйланғанда, фекерләгәндә генә һәм Ҡөрьәнде аралашсыһыҙ асҡанда, бындай тикшеренеүҙәрҙе уҡығанда, ҡайҙа һәр хәреф тикшерелгән, һәр хәҙис иләнгән — тик шунда ғына рәсем асыҡлана башлай. Ә был рәсем бойһоноуҙа тотор өсөн күнеккәндәр өсөн ҡурҡыныс. Сөнки Аллаһ ҡатын-ҡыҙҙарҙы тыңлай, уларға яуап бирә, уларҙы яҡлай, уларҙы ир-аттарға үрнәк итеп ҡуя. Ожмах — әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында икән, ирҙәрҙең үксәһе аҫтында түгел. Ҡатын-ҡыҙ — проблема түгел, ә хәл итеү юлы икән.
Бәлки, бер көтөү булып йүгереүҙән һәм сит һүҙҙәрҙе ҡабатлауҙан туҡтарға ваҡыттыр? Бәлки, көтөү инстинктын ташларға, Ҡөрьәнде алырға, уны асырға һәм мәңгелекте ваҡытлысанан, Иллаһыны кеше өҫтәмәләренән айырып, үҙаллы аңларға тырышырға ваҡыттыр? Һәм ниһайәт, Ислам ҡатын-ҡыҙға дәрәжә бирә, ә бығау түгел, тип күрергә ваҡыттыр? Проблема диндә түгел, ә беҙҙең үҙебеҙҙә, беҙҙең ялҡаулыҡта, беҙҙең өсөн фекер йөрөтөргә кемгә рөхсәт итеүебеҙҙә икәнен аңларға ваҡыттыр? Проблема диндә түгел, ә уны кем һәм нисек аңлатҡанда икәнен, беҙ ошо онотолған тарихтарҙы — амазонкалар тураһында, бөйөк батшабикәләр тураһында, Зүлҡәрнәй һәм зирәк хаким ҡатын тураһында, Һомай һәм Бәндәбикә тураһында, Йәнтүрә ҡатыны һәм һуңғы быуатта алдынғы, белемле, халыҡ һәм дин өсөн (хакимлек түгел) тырышҡан ҡатын-ҡыҙҙар тураһындағы хикәйәттәрҙе — эҙләй башламаһаҡ, беҙ кешелек дошмандары һеңдергән ялғандың ҡосағында ҡалырбыҙ.
...Ә бәлки, бөтә был оҙон уйланыуҙарҙан һуң, иң мөһименә килергә ваҡыттыр. Беҙ Ҡөрьән аяттарын уҡыныҡ, пәйғәмбәр ғәҙеллеген күрҙек, тарихтағы бөйөк батшабикәләрҙе, яугир ҡатындарҙы иҫкә алдыҡ, башҡорт эпостарындағы Һомайҙарҙы, Айһылыуҙарҙы, Бәндәбикәләрҙе телгә алдыҡ. Бөтәһе лә бер хәҡиҡәткә алып килә: ҡатын-ҡыҙ — көс, ҡатын-ҡыҙ — йән, ҡатын-ҡыҙ — тормош асылы.
Һәм һүҙ аҙағына бына нимәне онотмайыҡ. 8 Март — ул уйлап сығарылған байрам. Ул көндә генә сәскә бүләк итеп, «һөйәм» тип әйтеп, икенсе көндө шул уҡ кешене кәмһетеү, уның фекерен иҫәпкә алмау, уны икенсе сортлы итеп тотоу — ике йөҙлөлөктөң иң ҙуры түгелме ни?
Ысын ҡәҙерләү — ул көндәргә бүленмәй. Ул минут һайын йөрәктә була. Ҡатын-ҡыҙҙы, әсәләребеҙҙе, ҡатындарыбыҙҙы, ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡәҙерләү — ул бер генә көнгә йөкмәтелгән бурыс түгел. Ул көн һайын күрһәтелә торған ихтирам, көн һайын онотолмаған һөйөү, көн һайын башҡарылған хөрмәт.
Шуға ла, йомғаҡлап, әйткем килә:
Йә Раббым, һәр ҡатын-ҡыҙға көс бир. Уларҙың йөрәктәренә йылы, күҙҙәренә нур, йөҙҙәренә йылмайыу бүләк ит. Ир-егеттәргә аҡыл бир — ҡатын-ҡыҙҙың ҡәҙерен белергә, уның фекерен ишетергә, уның хисен аңларға. Ғаиләләргә тыныслыҡ бир, әсәйҙәргә оҙон ғүмер, ҡыҙҙарға бәхетле яҙмыш, ҡатындарға ирҙәренән һәр саҡ яҡын күңел, йылы һүҙ, ихлас ҡараш күрергә насип ит.
Ә беҙ, ир-аттар, быны һәр саҡ иҫтә тотайыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙы яратмай тороп, Пәйғәмбәрҙең сөннәтен үтәй алмайбыҙ. Уларҙы кәмһетә тороп, ожмахҡа әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтынан башҡа юл юҡлығын онотабыҙ. Уларҙың ысын, Аллаһ биргән дәрәжәһен төшөрөп, беҙ — ирҙәр уларҙан өҫтөн тейеп, үҙебеҙҙең рухи кәмселегебеҙҙе күрһәтәбеҙ.
Һәр көн — ҡатын-ҡыҙ көнө булһын. Һәр минут — уларға ихтирам минуты булһын. Һәр һүҙ — йылы, һәр ҡараш — мәрхәмәтле, һәр изге эш — уларҙың бәхете өсөн булһын. Әмин.
