Ҡара халыҡ! Салауат
Александр Пушкиндең 1828 йылда «Ҡара халыҡ» «Чернь» шиғыры ваҡытында ҙур шау-шыу тыуҙыра. Иң баштағы «Чернь» — ҡара халыҡ тигән исемен 1836 йылда «Поэт и толпа» тип үҙгәртәләр. Шуға ул ваҡытта кемде Пушкин чернь һәм өҫтәп тупой тигән? Чернь светская или простой народ? Күренекле урыҫ философы, публицист, литуратура критиге Белинский В. Г.(1811 — 1848) поэзияны аңламағандар, тик дуҫлыҡ йә иһә мөхәббәт шиғырҙары ишетеүсе теләүселәр хаҡында бара ти.
И толковала чернь тупая:
«Зачем так звучно он поёт? <…>
Как ветер, песнь его свободна,
Зато как ветер и бесплодна:
Какая польза нам от ней?»
Фаиль Алчиновты судҡа тартырырға заключение эшләгән эксперт «мужик», ни эшләп «ҡара халыҡ» тигән һүҙ, светский кешеләргә лә ҡағыла, тигәненә иғтибар итмәгән? Пушкинде уҡымаған әҙәм затынандыр. Светский кешеләр – улар элита. Элек беҙҙең колхоз һарайҙарында элитный үгеҙҙәр һәм сусҡалар булды, шулар һымаҡ инде, беҙ наҙан ҡара халыҡ аңлауыбыҙса. Ә элитанан хөкүмәт тора.
Ҡара халыҡ тип хәҙер: Чернь (историзм, от «чёрные люди») — люди из непривилегированных классов, простонародье, толпа, в поэтической речи — народ, лишённый высоких интересов. См. также охлократия, народ. Чернь/чёрные люди — часть населения посада (крестьяне) в России XIV—XVII веков.
Екатерина II – әбей батша: «Ҡара халыҡҡа белем бирергә тейеш түгелбеҙ: юғиһә һеҙ һәм мин белгәнсә үк белерҙәр, шуға күрә хәҙер беҙгә буйһонған кеүек, улар киләсәктә буйһонмаясаҡтар» тигән ҡатын, ғүмерендә ике тапҡыр ғына һыу менән йыуынған, тигән хәбәр интернеттә тулған. Беренсеһе тыуғанда, икенсеһе кейәүгә сыҡҡанда. В 1763 йылда Екатерина икенсенең дөйөм мунсаларҙы ябырға тигән указы сыға. Бер сәбәбе, йыуынғанда тән күҙәнәктәренең тын алышы асыла һәм шунан ауырыуҙар инә, тип уйлағандар. Һәм 15−16 быуаттарҙа ҡала байҙары ярты йылға бер йыуынһа, 17−18 быуаттарҙа хатта ванналарҙа йыуыныу тураһында онотҡандар. Әлеге урыҫтарҙыңда йыуынмай ашарға тотонғандарын, йәки йыуылмаған бысраҡ һауыттарына аш һалып ашағандарын күргән бар. Был әлеге ауырыуҙарылыр. Шуларҙы көнөнә биш тапҡып йыуынған мосолман менән сағыштыр.
Әбей батша Екатерина II-сегә ҡағышлы совет заманына төшәйек. Совет заманы Гвоздикова И. М. тигән мәрйә тарихсы, Салауат Юлаев. Документаль сығанаҡтарҙы өйрәнеү.— Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. тигән китабында ҡара халыҡ терминын ете тапҡыр ҡуллана. Тик уны, бының өсөн ни эшләптер төрмәгә ултыртмағандар. Был берҙәм рәсәй өсөн генә ҡуллана торған хоҡуҡтыр инде.
Китап 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының күренекле етәкселәренән береһе Салауат Юлаевтың тикшереү эше буйынса документтарҙы сығанаҡтарға нигеҙләнеп өйрәнеүгә арнала. Автор тикшереү, суд, хөкөм ҡарарын ғәмәлгә ашырыу барышында барлыҡҡа килгән сығанаҡтарҙың нисек килеп сығыуын һәм йөкмәткеһен өйрәнә. Ҡарала торған документтарҙағы мәғлүмәттәрҙе архив һәм баҫылып сыҡҡан башҡа төрлө күп документтарҙағы мәғлүмәттәр менән тәнҡит күҙлегенән сағыштырыу нигеҙендә Салауат Юлаев биографияһының реаль факттары, баш күтәреүселәр хәрәкәтендә уның роле тәү тапҡыр билдәләнде һәм аныҡланды.
1. улар «ҡара халыҡ бунтын» мөмкин тиклем тиҙерәк баҫырға ынтылыусы крепостниктарҙың ҡараштарын һәм фекерҙәрен сағылдыра. 4-се бит.
2. Екатерина дәүләттең эсендә лә, тышта ла уның тәхетенә ҡул һуҙыусы дошмандарҙың юҡлығына ышандырып, суд-тикшереү аппараты чиновниктары халыҡ сығышын «ҡара халыҡтың» мәғәнәһеҙ болаһы тип кенә күрһәтә. 26 бит
3. «ҡурҡытыу ҡара халыҡҡа яҡшы эффект яһай», тип юҡҡа ғына яҙмай һәм был осраҡта ла Башҡортостандың баш күтәреүселәре юлбашсыһын тыуған илендә халыҡ алдында язалау, судьяларҙың уйы буйынса, крепостной тәриптәргә һәм милли иҙеүгә ҡаршы күп тапҡырҙар көрәшкә күтәрелгән башҡорт халҡын ҡурҡытыу һәм буйһондороу маҡсатын күҙҙә тоторға тейеш була. Ләкин иң мөһиме — был йәшәп килгән ҡоролошҡа ҡаршы теләһә ниндәй сығыш та, енәйәт иҫәпләнеп, ҡотолғоһоҙ рәүештә язаһын алырға тейешлеген күрһәтеүгә иҫәп тотолған политик акция була. (Письма государыни императрнцы Екатерины II к князю М. Н. Волконскому, 149-сы бит).
4. «Ҡара халыҡ бунты» менән көрәштә хөкүмәт аппараты һәм хәрби частар быға тиклем булмаған тырышлыҡ һәм етеҙлек күрһәтә. Бумаги графа П. И. Панина о Пугачевском бунте, 195-се бит.
5. ...командующийы генерал А. И. Бибиков 1774 йылдың 5 ғинуарында Сенатҡа былай тип хәбәр итә: пугачевсыларҙың ауылдарҙы һәм заводтарҙы баҫып алыуы тураһында «башҡорт яғынан көн һайын хәбәрҙәр килеп тора», ә «ҡара халыҡ ҡурҡыуынан яуыздарға ҡаршылыҡ күрһәтмәй, ә ҡайһы саҡта ирекле рәүештә уларҙы ҡаршы алырға ебәрә 140
6. Кама буйында башҡорттарҙың хәрәкәте «шул тиклем ныҡ көсәйеп китте», инде башҡа бар «ҡара халыҡ», «вәғәҙәләргә» ымһынып, бөтә ерҙә лә «уларҙы ҡаршы ала... 146 бит. Крестьянская война под предводительством Емельяна Пугачева в Удмур- тии. Ижевск, 1974, 99—100-сө биттәр.
7. Салауат Юлаевтың тикшереү эше тип беҙ шартлы рәүештә билдәләгән материалдар комплексын ҡарау шуны күрһәтте: был эш документтары барлыҡҡа килгән үҙенә бер төрлө шарттар уларҙың йөкмәткеһенә шаҡтай ныҡ йоғонто яһаған, һорау алыуға һәм суд процесына ҡатнашы булган эҙәрләү учреждениелары, юғары власть, үҙәк һәм урындағы администрация вәкилдәре 1773— 1775 йылдарҙағы халыҡ хәрәкәте ваҡиғаларын яҡтыртыуға һәм баш күтәреүселәрҙең Пугачев, Салауат Юлаев һәм башҡа етәкселәренең, унда ябай ҡатнашыусыларҙың эш-ҡылыҡтарын баһалауға, феодаль ҡоролошто һаҡлаусылар булараҡ дошманлыҡ позицияһынан яҡын килә. Улар халыҡтың социаль ғәҙелһеҙлеккә, хоҡуҡһыҙлыҡҡа һәм иҙеүгә ҡаршы ғәйәт ҙур сығышын дәүләткә хыянат итеү итеп ҡарай, восстание башлыҡтарын «томана һәм йүгәнһеҙ ҡара халыҡ болаһын» етәкләгән ҡараҡтар, юлбаҫарҙар һәм уголовный енәйәтселәр тип баһалай. Хакимлыҡ итеүсе синыфтың мәнфәғәттәрен яҡлап, власть һәм эҙәрләү учреждениелары вәкилдәре восстаниеның реаль ваҡиғалары тураһындагы мәғлүмәттәрҙе боҙоп күрһәтә, хәҡиҡәтте тенденциоз баһалар һәм өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән томалап, баш күтәреүселәрҙең эш-хәрәкәттәренә ялған төҫ бирә. Тикшереү Крәҫтиәндәр һуғышының төп маҡсаттарын, унда киң халыҡ массаларының ҡатнашыу сәбәптәрен, помещиктарҙың һәм чиновниктарҙың халыҡ алдындағы ғәйебен асыҡлау менән шөғөлләнмәй, ә баш күтәреүселәр власының һәм учреждениеларының законға ҡаршы административ эшмәкәрлеген иҫбатлауҙы бурыс итеп ҡуя.
Бынау ошо һуңғы пункта ҡалай яҡшы әйтелгән, беҙҙең бөгөнгө көндә әллә самалағандар инде: феодаль буржуазия ҡоролошо администрацияһына ҡаршы тейелгән.
Тик шуныһына аптырайым: Фаил Алсыновтың «Ҡара халыҡ» тип әйтеүе менән әлеге социаль-коммунизм идеологияһын һатып, ғәҙеллек принцибына төҙөлгән илде туҙырып, һатлыҡ йәндәргә әйләнгән һәм бөгөнгө феодаль буржуазияны ҡоролошоның төҙөлөш хакимлеген яҡлаусы булып сыға түгелме? Әйе бынау өҫтә яҙылғандарҙан шулай һәм улай булғас ни эшләп уның башы зинданда?
Ә инде был китапта яҙылған Салауат Юлаев образына килһәк, заманына хас герой, 80 –се йылдарҙа, аҙна һайын клубтарҙа агитучеба үткәреп, ай һайын коммунистәр рәтен члендәр менән тултырған мәл. Шуға ла Салауат батырыбыҙҙа атеист батырға әйләнгән. Тик ниңәлер, быларҙың документары буйынса, уның өс ҡатыны булған икән тигәнде ҡыҫтырғандар. (мосолман динендә булғандар ғына, хәленән килһә өс ҡатын ала).
Бына был китапта нимә яҙыла: Салауаттың тикшереү ваҡытында үҙен тотоуы уны көслө характерлы кеше итеп һынландыра. Төрлөсә кәмһетеүҙәргә ҡарамаҫтан, ул һалҡын ҡанлылыҡты һәм рух ныҡлығын юғалтмаған. Үҙенең кешелек дәрәжәһен яҡлап, Салауат уны үлтерештәрҙә һәм кеше талауҙа ғәйепләүҙе ҡырҡа кире ҡаға. Ошо уңайҙан Салауаттың үтә диндар булмауын әйтеп китергә кәрәк. Һәр һорау алдынан муллалар инеп, уны тәүбәгә килергә өгөтләй, төрлөсә ҡурҡыта. Салауат уларҙың өгөт-нәсихәттәренә ҡолаҡ һалмай, муллалар, хатта «алланың ҡәһәре төшөү» менән ҡурҡытһа ла, Салауаттың ныҡышлығын еңә алмаған. Үҙенең күрһәтеүҙәрендә ул бик асылын һүҙ һөйләмәй. 204 бит.
Ә халыҡ 1941 йылдарҙа ҡарай башлаған Салауат Юлаев киноһында уның хатта урыҫ мәрйә ҡатыны ла бар. Яңылышмаһам Оксана исемле. Урыҫ – башҡорт дуҫлығы өсөн мәрйә ҡатынды ла батырыбыҙҙың ҡосағына индергәндәр. Ана шулай һәр быуын өсөн, тарихтың биттәре ялғанланып, алдаҡ өҫтәлеп «төҙәтелә» һәм шуға инанған һуҡырҙар упҡынға оса.
Бындай дуҫлыҡ өсөн Хабиров әфәндебеҙ яңыраҡ Салауат Юлаевты атынан төшөрөп, әллә үҙе менеп ултырырға самаланы, әллә батырыбыҙҙың ҡулына берҙәм рәсәй байрағын тотторорға теләне инде. Тик һуңғы йылдарҙа берҙәм рәсәй партияһының уңыштары ни эшләптер күренмәй башланы. Элек асфальт һалһаларҙа, йәки күпер төҙөһәләрҙә, һыйырҙан удой артырһаларҙа берҙәм Рәсәй эшләне тип шапырыналар ине. Теге башлыҡтары, медведь тигән айыуҙары айныға алмағас, әллә шуға һүрелделәр...