Рәжәб айы
Изге Рәжәб айы — Ислам динендә булған дүрт изге айҙың береһе. Изге мөбәрәк айҙарҙын өсәүһе Рәжәб, Шағбан, Рамаҙан бер-бер артлы киләләр. Был айҙа Рағәиб кисәһе көнө бар. Был кисәлә бәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла ибн (улы) Ғәбделмотталиб менән һөйөклө әсәһе Әминә бинт (ҡыҙы) Үәһбтең никахлашҡан, ҡауышҡан көнө.
Был изге айҙың 27 нсе кисәһендә Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм күккә күтәрелә, Аллаһ Тәғәлә белән осраша. Беҙгә ошо көнде биш ваҡыт намаҙ фарыз була. Шулай уҡ ошо айҙа динебеҙгә һәм мосолмандар тарихына бәйле әһәмиәтле ваҡыйғалар күп. Шуға ла мосолмандар был айҙы ҡәҙерләп изге тип һанайҙар. Был айҙан һуң килгән Шәғбан айыла — изге. Шунан һуң иң көткән изге Рамаҙан килә. Ошо айҙарҙа беҙ Рамаҙан айына әҙерләнеп барабыҙ. Читать далее