Архив метки: пропаганда

90 -сы йылдың фәрештәләре һәм иблистәре

                   90 -сы йылдың фәрештәләре һәм иблистәре

овцы у телевизора

һарыҡтар

            Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү мосолман ҡәрҙәш!
     Был «Әбйәлил» сайтымдағы Дәджәлдәрҙең ерҙә әллә ҡасандан булыуын, Дәджәл системаһында йәшәүебеҙҙең, Мәһди хәҙрәт килеүең, Ислам метафизикаһы темаһын дауам итер өсөн иң башта донъяла һәм илдә булған һәм барған тарихтарҙы, сәйәсәттәрҙе барламайынса ахыр заман йәмғиәтенең аҙашҡан ҡолдары икәнен аңламаясаҡбыҙ. Дәджәл тураһында хәҙистәр ишетәбеҙ, уҡыйбыҙ, ҡарайбыҙ һәм уның яуызлыҡтары алыҫ әле, беҙгә килеп етмәгән әле тип, ҡыуанабыҙ. Әммә беҙ барыбыҙҙа шуның ағыуында һәм йәшәү шарттарында! Беҙ бәләкәй саҡтан уҡ Иблис һәм Дәджәлдең йәшәү һәм уҡытыу системаһына индерелгән пропаганда тәьҫирендә.
     Нимә ул пропаганда? Википедияны ҡарайыҡ: «Пропаганда (лат. congregātiō dе рrорагаndā fidē) ышаныс, ышаныу, инаныу, иман таратыу конгрегацияһы — кәрәкле йәмәғәтселек фекерен формалаштырыу һәм йәмәғәтселек аңын манипуляциялау маҡсатында ҡараштар, факттар, аргументтар, имеш — мимештәр, мәғлүмәт (шул иҫәптән боҙоп күрһәтелгән) йәки шулай уҡ ялған мәғлүмәттәр таратыу». Был нәмә динебеҙгә лә ныҡ үтеп ингән. Был алым авторитар режим ваҡытында йәмәғәтселек фекерен формалаштырыу һәм ил менән идара итеүҙең мөһим ҡоралы. Читать далее