Аҡыл контроль аҫтында?
Төрөк тикшереүсеһе Эркан Мачит (Erkan Macit): ФЕТО аҡылды контрольдә тотҡанмы?-тигән мәҡәләһен ҡараштырып үтәйек.
Яңыраҡ үҙем өсөн бик кәрәкле аҡһаҡал менән осраштым, уның интеллект мәсьәләләре буйынса һәм бигерәк тә метафизик интеллект өлкәһендә күп эштәре бар. Белеүегеҙсә, 15 июльдә (2016?) Төркиәгә баҫып инеп, түңкәрелеш заговорына дусар ителде, халҡыбыҙ иҫ киткес ваҡиғалар шаһиты булды. Улар үҙ халҡына атҡан, үҙ парламентын шартлатҡан һәм Тыныслыҡ советы тип аталған бинаға бомба ырғытҡан террорсылар ихтилалдарын күргән. Йөҙәрләгән кешене юғалттыҡ. Демократия исеменән шәһиттәр бирҙек. Аллаға шөкөр, был милләт менән ғорурланам. Был милләткә Тыуған ил ышанып тапшырылған. Дуҫтарым, Төркиә бер ваҡиғаның шаһиты булды. Нисек килеп сыҡты был хәл? Беҙгә һыйынған ошо кешеләрҙә йылдар буйы күңелдәрендә нимә булғанын аңғарманыҡ, араларыбыҙҙа зыянһыҙ, сәскәнән сәскәгә осҡан күбәләктәр һымаҡ һәр өлкәләге хеҙмәтләндереүселәрҙә иблис йәшеренгән булған. Хәҙер бик ҡәҙерле аҡһаҡалдан алған мәғлүмәттәр менән уртаҡлашмаҡсымын. Читать далее
Архив метки: метафизика
Метафизиктәрҙең ҡоралы
Метафизиктәрҙең ҡоралы
Ислам метафизиктәренең был донъяны үҙгәртеү, уны яулап алыр өсөн ниндәй ҡоралы бар?
Имам Мәһди хәҙрәт килеп, донъябыҙҙы пистолет тотоп, шарт-шорт атып, йәки ҡылыс һелтәп кенә Ер донъяһын үҙгәртеп, ғәҙел, мосолман диненә таянған йәмғиәт ҡорор, тип уйлауығыҙ ахмаҡлыҡ ҡына булыр. Был һеҙҙең Дәджәл һәм Иблис йоғонтоһонда булып, башығыҙҙын аҡылын эшләтә алмай, фекерләү кимәленең түбән икәнен күрһәтә.
Нисек инде, исем өсөн генә мосолман илдәре тип аталған һәм унда дингә һәм шәриғәткә ярашлы ғибәҙәттәр башҡарылмаған, һәр саҡ үҙ-ара, милләт ара талашта булған халыҡ Имам Мәһдигә ышанып, уның ғәскәренә ҡушылып кафырҙарға ҡаршы сығыр? Читать далее
Ахыр заман метафизикаһы
Ахыр заман метафизикаһы
Нимә ул метафизика? Метафизиканы ябай итеп аңлатһаҡ, ул ошолай. Беҙҙең башты ҡатырып, туҡып, закондарын ятлатып, уҡытыусылар өйрәткән физика закондарына буйһонмаған, уға ҡаршы сыҡҡан йүнәлеш, беҙҙең өс үлсәмле донъянан башҡа ғәләм, юғары көстәр, аҡылға һыймаған әйберҙәр, уй һәм күҙ ҡарашы аша, тел ярҙамында берәй көс-энергияларҙы ҡулланыу...
Аллаһының кешегә бирелгән аҡылды әҙәм балаһы бөтөнләй ҡуланмай тиерлек. Баштағы 95 процент мейебеҙҙең 5 проценты ғына донъяны барлай. Ә ҡалғаны нимә өсөн? Ул бер ниндәйҙә ерҙәге физик закондарға бойһонмай, тулыһынса тиерлек кешенең нәфсеһенә, теләгенә эйәреп уны был донъяның хайуан дәрәжәһенә төшөрә, мал итә – ашау, эсеү, күңел теләктәрен ҡәнәғәтләндерә. Һирәктәр генә ҙур аҡыл эйәләре булып китеп, был фәни донъяға иғтибар бирмәйҙәр. Читать далее