Күрәҙәселәргә ышаныу
     ИншаАллаһ, Аллаһ Тәғәлә килер көндәребеҙҙе насип иткәс, яңы йылға аяҡ баҫырға күптә ҡалманы. Ошо ҡышҡы оҙон, һыуыҡ төндәрҙә киләһе йылда нимә булыр икән, алдағы айҙарҙа тормошобоҙ еңеләйер микән тиеп, киләһе көндәрҙә ниндәй һынауҙар булыр икән тип, уйланып, киләһе ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Әйе, йәшәгән шарттарыбыҙҙы киләһе яҙғы-йәйге осорҙа үҙгәртергә, киңәйтергә, яңынан нимәлер төҙөргә тип, күңелдән ниәтләнеп пландар ҡороп алабыҙ.
     Һәм киләһе көндәрҙә ни булырын белер өсөн ҡайҙан мәғлүмәт эҙләйбеҙ? Әлбиттә гороскоптарҙан, йондоҙнәмәләрҙән, интернеттән күрәҙәсәләр әйткән мәғлүмәттәр ҡарайбыҙ. Беҙҙең күңелебеҙ, нәфсебеҙ һәр саҡ еңеллек, муллыҡ эҙләй, Аллаһ һынауҙарына бирешкән түҙемлегебеҙҙе, етешмәгән сабырлығыбыҙҙы һөйөндөрөр өсөн ыңғай үҙгәрештәр, табыштар кәрәк бит, шулаймы? тулыһынса ошонда уҡығыҙ...