Архив метки: йән

Тереләй күмелгәндәр!

могила

ҡәбер

                                            Тереләй күмелгәндәр!
    Эй әҙәм балаһы! Мәрхүм – мәрхүмә ата-әсәң, әреуах туғандарың, был донъянан үткән ғәзиз балаларың тереләй күмелгән икәнен беләһеңме? (Бында балалар тиеп, 12 йәштән үткән, бәлиғ булған балалар хаҡында, улар ҡылынған гонаһлары өсөн яуап бирер, ә был йәшкә тиклем вафат булған балаларҙың урыны ожмаҡта, иншаАллаһ, уларҙың гонаһлары һаналмай). Нисек инде тереләй күмелгән?. Улар бит үлделәр ҙә ләбәһә! Әммә уларҙы ерләгән ваҡытта улар тере ине...
     Әйтәйек, һеҙ түшәктә ятаһығыҙ!.. Ваҡыт-ваҡыты менән был тормоштоң аҙағы етеүен аңлайһың. Ҡайһы берҙә һеҙ хыял күренешенә сумаһығыҙ. Ҡайһы бер иҫке хәтирәләр, ҡайһы бер яңы өмөттәр... Читать далее

Аллаһ хазинаһы

                                                               Аллаһ хазинаһы
...Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Раббыбыҙ Үҙеңә генә булһын. Бөтөнөһөндә Үҙеңдән генә һорайбыҙ һәм Үҙеңдән генә гонаһтарыбыҙҙан ғәфү итеүеңде һорайбыҙ. Йә Раббым һорағандарығыҙҙы, доғаларыбыҙҙы риза булып ҡабул итһәң ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләмгә, Уның изге нәҫеленә, сәхәбәләренә һәм бөтә уның артынан эйәргән өммәтенә салауат шәрифтәребеҙҙе һәм сәләмдәребеҙҙе еткерһәң ине. Беҙҙе барыбыҙҙы ла мөьмин мосолмандарҙан ҡылһаң ине, ошо юлдан беребеҙҙе лә аҙаштырмаһаң ине. Шәһәдәт итәм: Әшһәдү әллә иләһә илләллаһ үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә расүлүһ -3 тапҡыр.
...Аллаһу Тәғәләнән башҡа бер ниндәй ҙә илаһ юҡ тип һәм Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләм Аллаһу Тәғәләнең ҡоло һәм илсеһе".
...Пәйғәмбәребеҙ ғәләһис-сәләмдең сөннәтенә эйәреп, Аллаһу Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, Уға ғибәҙәт итеү өсөн, Әхирәт көнөндә мөбәрәк Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең шәфәғәтен өмөт итеп изге байрамыбыҙ, йома намаҙына килгән мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем —
...Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
Читать далее