Архив метки: аҡыл

Аҡыл контроль аҫтында?

                                                     Аҡыл контроль аҫтында?
     Төрөк тикшереүсеһе Эркан Мачит (Erkan Macit): ФЕТО аҡылды контрольдә тотҡанмы?-тигән мәҡәләһен ҡараштырып үтәйек.
     Яңыраҡ үҙем өсөн бик кәрәкле аҡһаҡал менән осраштым, уның интеллект мәсьәләләре буйынса һәм бигерәк тә метафизик интеллект өлкәһендә күп эштәре бар. Белеүегеҙсә, 15 июльдә (2016?) Төркиәгә баҫып инеп, түңкәрелеш заговорына дусар ителде, халҡыбыҙ иҫ киткес ваҡиғалар шаһиты булды. Улар үҙ халҡына атҡан, үҙ парламентын шартлатҡан һәм Тыныслыҡ советы тип аталған бинаға бомба ырғытҡан террорсылар ихтилалдарын күргән. Йөҙәрләгән кешене юғалттыҡ. Демократия исеменән шәһиттәр бирҙек. Аллаға шөкөр, был милләт менән ғорурланам. Был милләткә Тыуған ил ышанып тапшырылған. Дуҫтарым, Төркиә бер ваҡиғаның шаһиты булды. Нисек килеп сыҡты был хәл? Беҙгә һыйынған ошо кешеләрҙә йылдар буйы күңелдәрендә нимә булғанын аңғарманыҡ, араларыбыҙҙа зыянһыҙ, сәскәнән сәскәгә осҡан күбәләктәр һымаҡ һәр өлкәләге хеҙмәтләндереүселәрҙә иблис йәшеренгән булған. Хәҙер бик ҡәҙерле аҡһаҡалдан алған мәғлүмәттәр менән уртаҡлашмаҡсымын. Читать далее

Аҡылың кем ҡулында?

                                   Аҡылың кем ҡулында?
     Аҡылыбыҙ һәм фекерләү, аң һәләтебеҙ ахырзамандың һуңғы көндәрендә кем ҡулында булыр? Аҡыл (ум, разум) — кешенең аңлау һәм анализлау һәләте; кешенең фекер йөрөтөү, уйлау һәләте, ә аң (сознание), — кешенең ысынбарлыҡты идеаль төшөнөү, белеү, фекер итеү һәләте.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
                     أَمْ تَحْسَبُ أَنَّ أَكْثَرَهُمْ يَسْمَعُونَ أَوْ يَعْقِلُونَ إِنْ هُمْ إِلَّا كَالْأَنْعَامِ بَلْ هُمْ أَضَلُّ سَبِيلًا
     Әллә һин уларҙың күбеһе, ысынлап та, (һинең өгөтөңдө) тыңлайҙар һәм тәүбәгә килерҙәр, тип уйлайһыңмы? Улар дүрт аяҡлы хайуандарҙан да мәхлүгерәк булып аҙашҡандар. Сүрә әл-Фуркан, 44 аят. Читать далее