одуванчик
                                                 Бәпембә

     Бәпембә, салмабаш (русса: одуванчик лекарственный, латинса: Тaraxacum officinale Wigg) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Апрель — июнь айҙарында һары сәскә ата, емеше май — июнь айҙарында өлгөрә. Бәпембә тау биттәрендә, ялан-аҡландарҙа, юл буйҙарында, ташландыҡ ерҙә үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек.
     Дауалау өсөн, нигеҙҙә, тамыры ҡулланыла. Япрағын да файҙаланып була. Бәпембә тамыры составында инулин, гликозид, алма кислотаһы, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Бәпембә тамыры август — сентябрҙә йә апрель — май айҙарында ҡаҙып алына. Һалҡын һыуҙа йыуғандан һуң ҡоро урында һәм күләгәлә киптерелә. Бәпембә тамырынан әҙерләнгән төнәтмәне аппетит юғалғанда, бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, нервылар ҡаҡшағанда, подагра сире булғанда, бөйөрҙәр тарафынан бәүел бүленеүе насарайғанда, эс ҡатҡанда ҡулланырға кәңәш ителә.
     Халыҡ медицинаһында имеҙгән әсәләргә һөттәре артһын өсөн дә бәпембә тамыры төнәтмәһен эсергә кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тамырын 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан 20-30 минут элек, 2-3 аш ҡалағы эсергә тәҡдим ителә.

     Бәпембә тамыры төнәтмәһен эселмәй торған дауа булараҡ та файҙаланырға ярай. Был осраҡта төнәтмә көслөрәк итеп әҙерләнә (1 аш ҡалағы ваҡланған тамыры 1 стакан ҡайнар һыуға тура килһен). Шулай әҙерләнгән төнәтмәне иртәле-кисле (бер нисә көн) һипкелле биткә һөртөү файҙалы. Яңы өҙөп алынған бәпембә үләне һабағынан сыҡҡан һутты һөйәлде, тиренең һөйәлләнеп ҡатҡан еренә һөртөп дауалайҙар: иртәле-кисле 3—5 көн һөртөргә кәңәш ителә.
     Бәпембә япрағы туҡланыуҙа ла урын тапҡан. Унан әҙерләнгән салат тәмле лә, шифалы ла. Аяҡ-ҡул һыҙлағанда, организм витаминдарға ярлыланғанда бигерәк тә файҙалы.

                                                            «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Варис Ғүмәров

     Инфаркт йәки инсульт булғандан һуң юнәлеү өсөн бик һәйбәт үлән. Был хаҡта Рим Ахмедовтың «Одолень трава» китабынан ошо биттә ҡарарға була: //medbookaide.ru/books/fold1002/book1900/p14.php (выделять (копировать) итеп, перейти по адресу, тип мышкаға баҫығыҙ).

     Может, проще купить книгу чем читать её постранично? — тип яҙыу сыҡһа ок баҫығыҙ. Ары ок баҫып уҡый алаһығыҙ.