Күҙ тейеү
Пәйғәмбәребеҙ салаллааһу ғәләйһи үәс-сәләм: «Күҙ тейеү – хаҡ нәмә», тине. Был хәҙистең тулы әйтелешендә ошондай юлдар бар: «Ҡайһығыҙ булһа ла үҙегеҙҙә, байлығығыҙҙа, йәки башҡаларҙа үҙенә оҡшаусы әйберҙе күрһә, был әйберҙең хәйерле булыуын, бәрәкәтен һораһын, сөнки күҙ тейеү – ул хаҡ», — тигән.
Кешенең насар уйҙары яман ниәтте тыуҙыра һәм үҙенә күрә насар теләк теләгән кеүек тәьҫир итә. Күҙ ҡарашының тиҫкәре энергияһы эләгеү сәбәпле, кеше йәнендә рухи проблемалар тыуҙыра һәм, уны эстән емергән күңел, тән ауырыуҙарын тыуҙыра. Көндәрҙән-бер көндө быға дусар булған кеше ауырый башлай... Башта тәненә дауа эҙләп табибҡа бара, хәстәханаларҙа дауалана, дарыуҙар ҡабул итә, ләкин файҙаһын ғына күрмәй... Читать далее
Тура юл
Тура юл
Мосолмандың йөрөр юлы — һиҙайәт.
” Һиҙайәт” — туп-тура юл, тигәнде аңлата.
Дин өйрәтә: мосолмандың төп вазифаһы — игелекле була белеү, ти. Тормошта юлдың ниндәйен һайларға кәрәклеге хаҡында Ҡөрьән үҙе аңлатып бирә.
”Әйт, — ти ул, — Хәнифтәрҙән Ибраһим дине булған хаҡ юлға Раббым мине үҙе төшөрҙө, — тиң”. ”Әл-Әнғам”,”Мал-тыуар” сүрәһе, 161 — нсе аят.
Хаҡ юлға төшөү — Аллаһтың үҙенә тәүәккәлләп йәшәй белеү. ” Аллаһ ярҙамына ғына өмөт бағлап йәшәй белгән кеше, тимәк, тура юлды тапҡан кеше була”. ”Әлү Ғимран”, "Ғимран ғаиләһе "сүрәһе, 101 — нсе аят. Читать далее
Бала юғалтыу ҡайғыһы
Бала юғалтыу ҡайғыһы
Башыбыҙға ҡайғы килтереп, ҡапыл арабыҙҙан йәш бала йәки үҫеп етеп, бәлиғ булған балаларыбыҙ үлеп китһә, ҡайғы-хәсрәткә төшәбеҙ һәм ни өсөн йәш кенә көйө был донъяға туйына алмай китте икән, тип уйлайбыҙ. Ошо ауыр минуттарҙа Аллаһты иҫкә төшөрөп, ни өсөн баламды алдың, ни өсөн Аллаһ Тәғәлә балаларыбыҙға мәрхәмәтле түгел тип көйөнәбеҙ. Йә балаларыбыҙ ауырып китә, йә ғәрип булып тыуа. Ни өсөн гонаһыҙ балалар өҫтөнә ололар күтәрә алмаҫлыҡ ауыр һынауҙар төшә? Ни өсөн матур итеп, күркәм генә йәшәп ятҡан ғәиләләргә көтмәгәндә бала юғалтыу ҡайғылары килә? Әлбиттә был бөтә һынау-хәсрәттәр Аллаһынан, сөнки донъяға әүрәп ошо тормошҡа беҙҙе барлыҡҡа килтергән Аллаһты онотоуҙан, Уның ахирәтенә битарафлыҡ күрһәтеүҙән. Күңелебеҙ йоҡола булып, киләсәк әжәл тураһында уйланмауҙан. Читать далее
Тере тарих
Тере тарих
«Юҡ, балам, беҙ Себергә әпәйгә китеп барабыҙ. Ауылда халыҡ бик ас. Атайың да беҙҙең менән бармаҡсы булғайны, аҡса әҙ, тип тороп ҡалды. Халыҡ астан шешенә, ҡайһылары малдарын һуйып ашай, ваҡ мал ҡалманы шикелле. Эт-бесәйҙәрҙе лә бөтөрҙөләр. Хәлдәр, улым, бик мөшкөл. Атайың Бибийен ҡыуып маташа ине, нишләгәндер. Вәлиулла ағайың бик аҡһай, шешенеп бөткән, Михайловкаға етә алмай ултыра ине»,– тип һөйләнеләр. Ағиҙел №3 2010 йыл
Аҫта мышка ярҙамында өрөлтөп уҡый алаһығыҙ. Уң яҡта өҫтә ҡара дүртмөйөш стрелка менән шунда баҫып ҙурайтығыҙ. Читать далее
Яңы йылға ҡараш
Яңы йылға ҡараш
Ихлас күңелдәребеҙ менән Аллаһ Тәғәләнең ризалығын теләп, Пәйғәмбәребеҙ салаллааһу үәс-сәләм өмәтенән булыуҙы теләп, йыраҡ һәм яҡын ерҙәрҙән йома ғибәҙәтең үтәргә килгән мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәрем!
Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү! Аллаһтың сәләме, Аллаһтың рәхмәте, Аллаһтың бәрәкәте барыбыҙғала насип булһын. Тәндәребеҙ кейемдәребеҙ кеүек пак булған шикелле, күңелдәребеҙ ҙә саф булһын. Аллаһ Тәғәлә хозурына аҡ йөҙ менән барырға Аллаһ насип итһен. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла һаулыҡ-сәләмәтлек, тыныслыҡ менән хәйерле ғүмер биреп мөбәрәк йортына килеп, ғибәҙәт ҡылырға үә доғалар ҡылышырға насип итһен. Әмин. Читать далее
Яңы йылды нисек үткәрергә?
Яңы йылды нисек үткәрергә?
Мәскәү мәсетенең имам-хатибы Шамиль Ғәләүитдинов мосолмандарға Яңы йылды үткәреү тураһында аңлата.
Шейхи аhлюс-сунны на диспуте
Шейхи аhлюс-сунны на диспуте с лидером ваххабитов Махачкалы
Дагестан, 90-ые годы. Слева направо: шейх Ахмад Тамим, был избран мусульманами Украины муфтием Украины, получал знания в Шаме: в Ливане и в Сирии. Рядом сидит доктор шариатских наук шейх Салим Альван, был избран муфтием Австралии. Рядом шейх Абдуль-Хьамид Шаабан, также учился в Шаме, распространял убеждения Ахlлюс-Сунны на территории Дагестана (один из его учеников был брат Коба Батуми). Далее сидит муфтий Дагестана шейх Саид-Ахмад, а рядом его помощник. Справа с краю сидит лидер ваххабитов Махачкалы — Мухамед Багаудин, последователь учения Ибн Таймии Читать далее
Зәйнулла Рәсүлев һәм ваһабиттар
Зәйнулла Рәсүлев һәм ваһабиттар.
Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәш. Был аҫта килтерелгән китапта Зәйнулла Рәсүлев ишандың «Божественные истины» тигән яҙмалары менән таныша алаһығыҙ. Беҙҙең тирә яҡта вахаббиттәр юҡ тип әйтергә тырышһаларҙа, үткән быуатта уҡ Зәйнулла ишан шуларға ҡаршы ҡаты көрәш алып барған. Ибн Тәймийә тигән әҙәмдең Аллаһ кешегә (әстәғфируллаһи) оҡшаған тигән догматикаһына эйәреп әл-Ваххаб тигән кеше үҙенең тәғлимәтен төҙөй. Ошо тәғлимәткә эйәргән йәштәрҙе ваһабиттар тип әйтәләр инде. Тик улар был ҡушаматты (беҙ хәнәфи тигән ҡушаматтан оялмайбыҙ) ишетергә теләмәйҙәр.

Ҡөръән сүрәләренә һәм хәҙистәргә ҡаршы, башҡа мосолмандарға (бер Аллаһҡа ышаныусыларға) ҡаршы сығыусылар үҙҙәре кафырға әйләнә! Бер хәҙис кенә килтерәм: «Кем йөрәге менән Аллаһ Тәғәләгә ышанып, мосолмандарҙы көфөрлөктә ғәйепләй, шул үҙе көфөрлөккә төшә», тигәндәр. Быны тикшерер өсөн уларҙың суфыйҙарға ҡарата ни уйлағандарынан белеп була. Тәрикәт, суфыйҙар һәм башҡаһын аҙашҡандар тип, ғәйепләп берәй насар һүҙ ысҡындырһалар – улар кемдәр икәнен аңланығыҙмы? Ундай кешеләр имам булып намаҙҙа тора алалармы? (Фахруддин ибн Мансур аль-Фаргани аль-Ханафи сказал в «Фатава»: «Если человек совершил неверие языком добровольно, даже если он в душе был верующим, он становится кафиром и не будет верующим перед Аллахом»[9].) – бындай хәҙистәр күп.
Ғибрәттәр
Ғибрәттәр
Зекериә менән Яхъя пәйғәмбәрҙәр заманынан ҡалған ғибрәттәр.
Боронғолар әйткән; ”Бер пәйғәмбәр үлтерелһә, халыҡ араһында фетнә ҡубар ҙа, етмеш мең кеше һәләк булмай тороп был фетнә туҡталмаҫ”, — тигән. Ул замандағы етмеш менде күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел.
Зекериә менән Яхъя үлтерелгәс, 140 мең кеше һәләк була.
Гоҫман, раҙийәл-лаһү ғәнһү, үлтерелгәс тә етмеш мең кеше юҡҡа сыға, тигән риүәйәттәр бар. Читать далее
Шәһәҙәт, иман, тәүхид
Шәһәҙәт, иман, тәүхид
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
Әл-хәмдү лил-ләәһ!
Әл-хәмдү лил-ләһи нәхмәдүһү үә нәстәғфирурү үә нүъминү биһи үә нәтәүәккәллү ғәләйһи үә нәғүҙү билләһи мин шүрури әнфүсинә үә мин сәййиәти әғмәлинә. Мән йәһдиһил-ләһү фәлә мүҙиллә ләһү үә мән йүҙлил фәлә һәҙиә ләһ. Үә әшһәдү ән лә иләһә илләл — лаһү үәхдәһү лә шәрикә ләһ. Үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһ.
Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем, әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллааһи үә бәрәкәтүһү!
Бөгөнгө вәғәҙебеҙ иман шарты булған «ләә иләәһә илләллааһү» кәлимәи тураһында. Нимә ул иман? Иман – ул Пәйғәмбәребеҙгә Аллаһ тарафынан еткерелгән, тапшырылған хөкөмдәрҙең, бойороу һәм тыйыуҙарҙың барыһына ысын күңелдән ышаныу. Иман шарты шул ышаныуға нигеҙләнә. Тормошонда һәм үлемеңдә үҙеңә мосолман мөғәмәләһендә булыр өсөн кеше, кәлимәи шәһәҙәтте әйтеп, иманлығын раҫлап торорға тейеш. Тик бында бер тел менән генә раҫлау әҙ, мосолман булған кеше быны бар йөрәге, йөрәк күңеле менән ихластан һәр саҡ күңеленә төшөрөргә тейеш. Читать далее
