Йөрәктәрегеҙ тетрәнәме?
Йөрәктәре ҡатып, нескәлекте һиҙмәгән ҡайһы бер бәндәләр «Күңел илар был доғанан!» тигән ҡыҫҡа яҙманы уҡып: «Бында намаҙҙа уҡылған Ҡөръән аяттары ғына, уның бер ниндәй ҙә сихри көсө юҡ», – тинеләр. Улар өсөн был аудиолағы Аллаһ һүҙҙәре, Ҡөръән аяттары – исем өсөн генә, машинально, аңһыҙ рәүештә намаҙ уҡыған кеүек кенә ҡала. Әйе, беҙҙең күбебеҙ Ҡөръән Кәрим аяттарын «автоматик рәүештә», уның мәғәнәһенә төшөнмәйенсә уҡыйбыҙ. Аят һәм сүрәләрҙең ниндәй бөйөк көскә эйә икәнен аңламайбыҙ.
Ә сәхәбәләребеҙ Ҡөръәнде ҡалтырап, илап уҡығандар, хатта һуштарынан яҙғандар, йөрәк-күңелдәренә шул тиклем көслө тәьҫир алғандар.
«Әл-Әнфәл» сүрәһенең 2-се аятында Аллаһ Тәғәлә: **«Ысын мосолмандар – ул Аллаһ телгә алынғанда йөрәктәре тетрәнеүселәр»** – тип әйтә.
Был аят – мең бишйөҙ йыл элек тиерлек мосолмандар йөрәгенә үтеп ингән изге һүҙҙәр. Әммә бөгөн, XXI быуатта, фән үҙенең иң тәрән серҙәрен асҡан заманда, беҙ был «тетрәүҙең» ысын тәбиғәтен аңларға тырышабыҙ. Квант физикаһы, атом эсендәге киҫәксәләрҙең вибрациялары, ғалимдар Гаряев һәм Кузнецовтың асыштары – барыһы ла беҙҙе бер хәҡиҡәткә алып килә: бөтә ғаләм – тирбәлеү, ә Аллаһ һүҙе – иң юғары тирбәлеү сығанағы. Беҙ түбән вибрацияла булғанға, негатив тормош алып барғанға, Аллаһ ошо юғары тирбәлеүҙәр – аяттар һәм сүрәләр аша йөрәктәребеҙҙе уятырға теләй.
Тетрәнеү, тирбәлеү, тулҡын... икенсе төрлө әйткәндә – вибрация, резонанс, колебание. Әйҙәгеҙ быға беҙҙе уратып алған сикһеҙ энергетик-информацион йәки электромагнит тулҡындар күҙлегенән ҡарайыҡ. Бөтә ғаләм, космос, һыу-океандар, ҡояш-йондоҙҙар – былар барыһы ла ошо тулҡындар аша бер-береһе менән тоташҡан. Мәҫәлән, Еребеҙҙең бер осонда булған хәл шунда уҡ икенсе осонда сағыла. Шуның кеүек кешенең уйы ла сикһеҙ ғәләмгә тарала, күктән йәшәү энергияһын һәм мәғлүмәт ала.
Күҙ алдына килтерәйек: беҙ ҡаты нәмәләр менән уратылғанбыҙ. Әммә ысынбарлыҡта был «ҡатылыҡ» – иллюзия ғына. Әгәр беҙ атомды футбол майҙаны ҙурлығына тиклем зурайтһаҡ, уның үҙәге (ядроһы) майҙан уртаһындағы бер бөртөк борсаҡ ҙурлығында ғына булыр ине. Ә электрондәр – трибуналарҙа әйләнгән саң бөртөктәре кеүек. Ҡалған бөтә нәмә – бушлыҡ. Ләкин был бушлыҡ ябай түгел, ул энергия, потенциал, мөмкинлектәр менән тулған.
Атом үҙәге – протондар һәм нейтрондарҙан тора. Әммә улар ҙа үҙ сиратында тағы ла бәләкәйерәк киҫәксәләрҙән – кварктарҙан тора. Иң мөһиме: был киҫәксәләр ҡаты шарҙар түгел, улар – вибрациялаусы энергия струналарына оҡшаш. Улар даими тирбәлеүҙә, даими хәрәкәттә. Был тирбәлеүҙәр – материяның нигеҙе.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә: **«Беҙ һәр нәмәне үлсәм буйынса яраттыҡ»** (Әл-Ҡәмәр сүрәһе, 49-сы аят) – ти. Был бөтә ғаләмдең теүәл иҫәп-хисап, үлсәм, гармония буйынса эшләүен күрһәтә. Квант физикаһы тап ошо үлсәмдәрҙең, өлөштәрҙең барлығын аса. Ҡыҫҡаса әйткәндә, квант – был донъяның иң бәләкәй «кирбестәре».
2019 йылда ғалимдар протон эсендә тауыш кванттары (акустик тулҡындар) булыуын асыҡланы. Был асыш бик мөһим: фундаменталь киҫәксәләр бер-береһе менән бәрелешкәндә, улар протон эсендә акустик тулҡындар барлыҡҡа килтерә ала. Был тулҡындар протондың үҙ-ара тәьҫир итешеүҙәренә йоғонто яһай, кварктарҙың тирбәлеүен көсәйтә, хатта уларҙың тәмен үҙгәртә ала. Был «Аллаһ телгә алынғанда йөрәктәр тетрәнеүе» күренешенең фәнни нигеҙенә яҡын килеү.
Петр Гаряев – билдәле ғалим, тулҡынлы генетикаға нигеҙ һалыусы. Уның лабораторияһында иң ғәжәйеп асыштарҙың береһе – тере организмдарҙың ДНК-һы лазер нуры кеүек эшләй, тирә-яҡ мөхиткә мәғлүмәт тарата, үҙенән-үҙе нурлана. Был кеше организмының ябай ит-һөйәк кенә түгел, ә даими тирбәлеүҙәр таратыусы, мәғлүмәт алмашыусы ҡатмарлы система икәнен күрһәтә. Был – йөрәк тетрәнеүенең, беҙҙең күҙәнәктәрҙең, ДНК-ларҙың Аллаһ һүҙенә яуабының фәнни нигеҙе.
Андрей Кузнецов – кеше аңын өйрәнеүсе ғалим. Уның фекеренсә, тауыштың өс төрлө тәьҫир кимәле бар:
Барабан пәрҙәһе аша – психосоматик һәм психометрик тәьҫир, ишеткәнде ҡабул итеү.
Ишеткәнде аңлау аша – нейрон үҙәктәренең ҡуҙғыуы, электроимпульстар таралыуы, ишеткәндең ыңғай йәки кире йүнәлеш алыуы.
Квант кимәлендә – аңдың тәрән структураларын үҙгәртеү, юғары кимәлдәргә сығып, Аллаһ йәки Абсолют менән бәйләнешкә инеү. Был йышлыҡтар (вибрациялар) менән бәйле.
Кузнецов раҫлай: һәр һүҙ, һәр тауыш – билдәле бер йышлыҡтағы тирбәлеү. Ғәрәп телендәге зекер һүҙҙәре – билдәле бер йышлыҡтар йыйылмаһы. Тап ошо йышлыҡтар кеше аңының иң тәрән ҡатламдарына үтеп инә ала. Ҡөръән ғәрәп телендә иңгән, хәҙистәрҙә әйтелгәнсә – ул йәннәт теле.
Аллаһ аятынан сығып, йөрәк тетрәнеүе – квант бәйләнеше күренеше. Квант физикаһының иң ғәжәйеп күренештәренең береһе – ике киҫәксәнең, бер-береһенән бик алыҫ арала булһа ла, бәйләнештә ҡалыуы. Береһенең хәле үҙгәрһә, икенсеһе шунда уҡ яуап бирә. Әйтәйек, аяҡты серәкәй тешләһә, мейебеҙгә барып етеп, һаҡланыу рефлексы барлыҡҡа килә. Ә хәҙер быны ғәләмәт кимәлдә күҙ алдына килтерегеҙ: аяғығыҙ күктәге йондоҙҙар аръяғында, ә башығыҙ Ерҙә.
Альберт Эйнштейндың физикаһы бер нәмә лә яҡтылыҡ тиҙлегенән тиҙерәк хәрәкәт итә алмай тигән принципҡа нигеҙләнгән. Ә Ҡөръән Кәрим аяттары физика закондарына буйһонмай. Квант бәйләнешендә мәғлүмәт яҡтылыҡ тиҙлегенән миллион тапҡыр тиҙерәк, хатта бер мәлдә, арауыҡты бөтөнләй үтмәйенсә тапшырыла.
Квант бәйләнеше күрһәтә: бөтә ғаләм – бер-береһе менән бәйләнгән бөтөн система. Беҙ бер-беребеҙҙән айырылмағанбыҙ. Беҙҙең доғаларыбыҙ, уйҙарыбыҙ, ниәттәребеҙ ғаләмдең икенсе осона ла йоғонто яһай ала. Аллаһ белгән серҙәрҙе фән асыҡлай башлай. Ҡөрьән Кәримдә: **«Ул – Көнсығыштың да, Көнбайыштың да Раббыһы. Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Уға ғына ғибәҙәт ҡыл!»** (Әз-Зүмәр сүрәһе, 5-се аят). Бөтә донъя – Уның ҡулында, бер-береһе менән бәйләнгән.
Аллаһ һүҙе менән кеше йөрәге араһында ла шундай бәйләнеш бар. Ҡөрьән уҡылғанда, уның тирбәлеүҙәре беҙҙең йөрәктәрҙә яңғырай, сөнки беҙ – шул уҡ квант системаһының өлөшө.
Бушлыҡ йәки ҡараңғылыҡ тигән нәмә юҡ, сөнки уларҙа ла хәрәкәт дауам итә.
Яҡтылыҡ ике төрлө сифатҡа эйә: ул бер үк ваҡытта тулҡын да, киҫәксә лә. Был күренеш тулҡын-киҫәксә икелеге тип атала. Иң ғәжәйебе: беҙҙең күҙәтеүебеҙ үҙе яҡтылыҡтың тәртибен үҙгәртә ала! Был – күҙәтеүсенең аңы ысынбарлыҡҡа йоғонто яһай тигәнде аңлата. Аллаһ һүҙен ихлас күңелдән уҡығанда, беҙҙең аңыбыҙ ҙа ысынбарлыҡты үҙгәртә ала.
Нуль тирбәлеше күренеше: хатта абсолют нуль температурала ла (–273°C) матдә тулыһынса тынмай, тирбәлеүҙәр дауам итә. Был күрһәтә: йөрәк тетрәнеүе – ул яһалма, тышҡы бер нәмә түгел, ә беҙҙең тәбиғәтебеҙҙә бар. Аллаһ һүҙе был тетрәнеүҙе уята, көсәйтә, дөрөҫ юлға бора.
Коллектив тирбәлеү күренеше: күп киҫәксәләр бергә тирбәлһә, уларҙың дөйөм энергияһы көсәйә, яңы сифатҡа эйә була. Мәсеттә йәмәғәт менән уҡылған Ҡөрьәндең тәьҫире көслөрәк булыуы – ошо күренеш менән аңлатыла. Берҙәм тирбәлеү – берҙәм йөрәк тетрәнеүен тыуҙыра.
Айырыуса ҡыҙыҡлы күренеш – протондарҙың нейтрондарға ҡарата тирбәлеүе. Был тирбәлеүҙәр гигант резонанстар тип атала. Уларҙың иң өйрәнелгәне – гигант диполь резонансы бөтә ядроларҙа ла күҙәтелә. Ошо күренеш беҙгә нимәне аңлата? Хатта материяның иң тәрән кимәлендә лә – протондар һәм нейтрондар араһында – диалог, бәйләнеш, тирбәлеш бара. Был – ғаләмдең нигеҙендә ятҡан закон.
Ғалимдар күҙлегенән «йөрәк тетрәнеүенең» түбәндәге билдәләрен айырып була:
Физик билдәләр: электроэнцефалограммала баш мейеһе тирбәлеүҙәренең йышлығы үҙгәрә; йөрәк ритмы тигеҙләнә; тән температураһы микроүҙгәрә, ҡайһы зоналарҙа эҫелек тойола; «ҡаҙ тәне» эффекты барлыҡҡа килә.
Энергетик билдәләр: кеше тирәләй энергия ҡыры нығына, сафлана; ДНК-нан таралған яҡтылыҡ көсәйә; энергия үҙәктәре әүҙемләшә.
Психологик билдәләр: эске борсолоуҙар юғала, тыныслыҡ тойғоһо барлыҡҡа килә; күп нәмәләр аңлашыла, серҙәр асыла; күҙҙән ихлас йәштәр ағыуы мөмкин.
Герметик (Гермес Трисмегист) фәлсәфәнең боронғо принцибы бар: **«Өҫтә нисек булһа, аҫта ла шулай»**. Был – кеше (микрокосм) ғаләмдең (макрокосмдың) сағылышы тигәнде аңлата. Атом – Ҡояш системаһы кеүек. Күҙәнәк – ҡала кеүек. Кеше – ғаләмдең бәләкәй күсермәһе. Квант физикаһы был идеяны раҫлай: бер үк закондар ысынбарлыҡтың бөтә кимәлдәрендә лә эшләй.
Заман физикаһынан: «Протондар бер-береһе менән бәрелешкәндә, улар протон эсендә акустик тулҡындар – тауыш кванттары барлыҡҡа килтерә ала. Был тулҡындар кварктарҙың тирбәлеүенә, хатта уларҙың тәмен үҙгәртеүгә лә йоғонто яһай».
«Ядроларҙың тирбәлеүҙәре – протондарҙың нейтрондарға ҡарата тирбәлеүе – гигант резонанстар барлыҡҡа килтерә. Был – материяның иң тәрән кимәлендәге бәйләнеште күрһәтә».
«Әл-Әнфәл» сүрәһенең 2-се аятында телгә алынған йөрәк тетрәнеүе – ул материяның иң тәрән кимәлендәге тирбәлеүҙәр менән бәйләнеш, күҙгә күренмәгән әммә ысынбарлыҡта булған квант процесы, беҙҙең күҙәнәктәрҙең Аллаһ һүҙенә яуабы, кеше аңы менән изге текст араһындағы йышлыҡтар тап килеүе, ысын имандың тәбиғи билдәһе. Был тетрәнеү – ҡурҡыу түгел, ғазап түгел, ә рухи ләззәт, яҡынлыҡ тойғоһо, хәҡиҡәт менән осрашыу шатлығы.
Фән ниһайәт, бынан меңәр йылдар элек Пәйғәмбәрҙәр аша иңдерелгән хәҡиҡәттәргә яҡынлаша башланы. Квант физикаһы, тулҡынлы генетика, ядро физикаһы, аң тураһындағы фәндәр – барыһы ла беҙҙе бер хәҡиҡәткә алып килә: Аллаһ һүҙе – тере. Ул беҙҙең йөрәктәрҙә тирбәлә, беҙҙең ДНК-ларыбыҙҙа яңғырай, беҙҙең аңыбыҙҙы үҙгәртә. Уны тойоу – иң бөйөк ниғмәт. Бөтә ғаләм – бер бөтөн тирбәлеү системаһы. Протондар, нейтрондар, кварктар – барыһы ла вибрацияла. Күктәр ҙә, Ер ҙә – Аллаһты маҡтап тирбәлә. Ә беҙ – ошо бөйөк тирбәлеүҙең аңлы өлөшө.
«Улар ысын мосолмандар – Аллаһ телгә алынғанда йөрәктәре тетрәнеүселәр».
