Бермуд өсмөйөшө

треугольник Бермуда

Бермудский треугольник

                                         Бермуд өсмөйөшө

     Бермуд өсмөйөшө аҫтында икенсе сит планета кеше төрөнә ҡараған йәшерен ер аҫты базаһы урынлашҡан.
     Был заттарҙың унда булыуына алты быуаттан да кәм түгел ваҡыттыр, хатта оҙағыраҡ та булыуы мөмкин. Улар үҙҙәрен борсоуҙарын теләмәй. Улар ерҙәге кешелектең был районда йыш булыуын теләмәй. Ошо сәбәптән улар йөҙләгән карапты һәм самолетты батыра/эшлектән сығара, улар өсөн хәүеф тыуҙырмаһала.
     Мин был китабты асып ҡараманым һәм уны үҙ күҙҙәрем менән уҡыманым, әммә, ҡайһы бер етди сығанаҡтар буйынса, хатта Христофор Колумб та, был төбәк тураһында һөйләгәндә, был урындың сәйерлектәре, кистәрен диңгеҙ өҫтөндә утлы сәйер әйберҙәр осоуы тураһында фразалар яҙа.

     Мин күп кенә дәүләттәрҙең йыһандағы юлдаштары (спутниктәре) Бермуд өсмөйөшө тип аталған был район өҫтөнән кистәрен/төндәрен осоп барған НЛО-ларҙы төшөргәнен ышаныс менән раҫлай алдым.
     Беҙҙең алдынғы технологияларыбыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Бермуд өсмөйөшө тирәһендә батҡан/юғалған күпселек караптар һәм самолеттарҙың емереклектәрен таба алмайбыҙ, сөнки улар бик алдынғы технологиялар ярҙамында сит планеталылар тарафынан бәреп төшөрөлгән һәм юҡ ителгән, технологиялары беҙҙән меңәр йыл алдараҡ.
     "Иблис өсмөйөшө»
     Атлантик океанда, Флориданан алыҫ түгел, Бермуд өсмөйөшө ҡайһы берҙә «Иблис өсмөйөшө» булараҡ билдәле була. Ни эшләп, шундай таҙа диңгеҙҙә, ҡоро ергә бик яҡын урында, быуаттар дауамында ҡапыл йөҙләгән ҙур караптар һәм самолеттар юҡҡа сыға, һәм нисек инде, бөтә был дәүләттәр, бар алдынғы технологияларына ҡарамаҫтан, бөгөнгө көнгә тиклем бының сәбәбен асыҡлай алманы?
     Бындай мөмкинлек юҡ. Улар инде был серле хәлдәрҙең йомағын сисеп бөткән, әммә беҙгә әйтмәйҙәр. Сөнки уларға бөтә кешелеккә сит планеталыларҙың барлығын, беҙҙән меңәрләгән, хатта тиҫтәләрсә мең йылға үҫеше менән алдараҡ булған сит планеталыларҙың аҡылға һәм ихтыярға эйә булған кешеләр булыуын, уларҙың ҡайһы берҙәре мосолман, ә ҡайһы берҙәре мосолман булмағандарын һөйләргә тура килер ине. Был уларҙың был донъялағы пландарын боҙа алыр ине. Айырыуса Анкебут селтәре бөтә донъя өҫтөнән хакимлыҡ иткән берҙәм йәһүд батшалығын булдырырға теләгәндә, ул был дөрөҫлөктө еткерергә теләмәй һәм әйтә алмай. Бына ни өсөн НАСА (космическое агенство Америки) кешеләре тиҫтә йылдар буйына ялған һөйләгән.
     Бында Рәсәй һәм башҡа бер нисә ил донъя кешелегенә шаҡ ҡатырғыс хәҡиҡәттәрҙе белергә кәрәк тип ҡарар итә, әммә уларға баҫым яһала.
     НАСА Марс планетаһын 50 йыл дауамында тикшергәндән һуң шыйыҡ һыуҙы таба. Әгәр һеҙ быға ышана алаһығыҙ икән, ул ысынында музыкаль башҡарыусы һәм космос менән хобби булараҡ ҡыҙыҡһынған әҙәм тарафынан табыла. Уның иғтибарын NASA шул яҡҡа йүнәлтеү арҡаһында таба. (Как бы, NASA тут не причем). Фаразлауҙар буйынса, был йәш кеше шыйыҡ һыуҙы NASA төшөргән Һәм асыҡ ҡулланылышта баҫылған Марс һүрәттәрен ҡараштырғанда күргән. Сөнки Рәсәй һәм башҡа бер нисә ил донъя кешелегенә шаҡ ҡатырғыс хәҡиҡәттәрҙе белергә кәрәк тип ҡарар итә, һәм уларға (NASA-ға)  баҫым яһала, шуға күрә Марста 50 йыл дауамында тикшеренеүҙәрҙән һуң шыйыҡ һыуҙы таба. Ысынында, NASA Марста кешеләр һәм Ислам булыуы фактын йәшерергә теләй. Бынан тыш, был мосолмандар меңәрләгән йылдар элек фән һәм техниканың юғары кимәленә еткән, тулыһынса Исламға буйһонған һәм NASA-ның идара итеүсе советтары бындай шаҡ ҡатырғыс факттар тураһында белгән.
     Уянығыҙ, донъяла һеҙ уйлағандан бөтөнләй башҡа нәмәләр булған һәм бара. Әлегә һуң түгел, һәм һеҙ ул уйындарҙы/алдашыуҙарҙы боҙа алаһығыҙ.
     Беҙ йылдар буйы аңлатып торҙоҡ һәм күптәр быға ризалашты, тиҫтәләрсә мең йыл элек беҙҙең донъяла марсиандарҙыҡына ҡарағанда ла юғарыраҡ фән һәм технология булған, ә һуңынан ҡапыл был фән һәм технология бөтөрөлгән. Быға дәлил итеп меңәрләгән, тиҫтә меңәрләгән, беҙҙең раҫлауҙарҙы дөрөҫләгән аныҡ табылдыҡтар бар.
     Был өсмөйөш тирәһендә, океан һыуы аҫтында, донъяның бөтә океандарын баһалағанда билдәле булған иң тәрән нөктәләрҙең береһе урынлашҡан.
     6-7 быуат элек планетабыҙға тыныс һәм йәшерен рәүештә килгән икенсе сит планета кеше төрө, мөмкин тиклем тырышып дәүләттәр, халыҡтар һәм донъя ваҡиғаларына ҡыҫылмай, был районда, океандарҙың иң тәрән өлөштәренең береһендә, йәшерен ер аҫты базаһын ерҙәге күренмәгән тормош ысулы булараҡ нигеҙләй. Бермуд өсмөйөшө тураһында сикһеҙ бәхәстәр артында йәшеренгән хәҡиҡәт шундай...
     Ысынлап та, хатта күп кенә документаль фильмдар режиссерҙары ла был фактты белә, әммә Анкебут селтәре донъяға әкиәттәр һөйләй, аныҡ факттарҙы белһә лә. Мәҫәлән, сионистәрҙең National Geograp каналы... Был каналдың бөтә документаль фильмдары ялған, алдау, сионизм мәнфәғәтендә кешелек менән манипуляциялау менән тулы. Улар бик фәнни, рациональ, аҡыллы заттар тәьҫире тыуҙыра һәм был декоммунизация арҡаһында нәмәләрҙе даими боҙоп күрһәтә. Күп йылдар дауамында мин Нет Геоның исемен телгә алдым һәм уның нисек алдағанын аңлатып бирҙем.
     Быуаттар буйына был өсмөйөштә ҡалған төбәктә сәйер ваҡиғалар була, әммә һуңғы 35 йылда ғына Бермуд өсмөйөшө тип аталған был районда 700-гә тиклем һыу аҫты кәмәләре һәм караптар, 120-гә яҡын самолеттар юғала.
     Был төбәктә, быуаттар дауамында йәки һуңғы 35 йылда күпме кешенең һәләк булыуы бер ҡасан да билдәле булмаясаҡ.
     Иң ҡыҙыҡлыһы, был караптар һәм самолеттар ҡайҙа ғына булһа ла, улар барыһы ла яҡшы һауа торошонда, бер ниндәй ҙә етешһеҙлектәр йәки проблемалар тураһында хәбәр итмәйенсә, ҡапыл юҡҡа сыға ... Бынан һуң уларҙың күбеһенең емереклектәре лә табылмай һәм бер генә осраҡта ла кәүҙәләр табылмай…
     Электрон томан
     Бермуд өсмөйөшө районының диңгеҙ һыуы аҫтында, ер аҫты базаһын булдырған сит планета кеше төрө, беҙҙең планеталағы фән һәм техника өлкәһенән меңәрләгән йылдар алға үҫешкән, үҙҙәренең планетаһында булған ҡайһы бер һаҡланыу һәм һөжүм итеү ысулдарын ҡуллана.
     Һуңғы ярты быуат аралыҡ эсендә, беҙ улар ҡулланған технологияларына оҡшаш технологияларға өлгәштек, әммә арабыҙҙа һаман да ҙур айырма бар. Улар ҡулланған ысулдар араһында электромагнит ҡорал, аҡылды контролдә тотоу ҡоралы, алдынғы лазер технологиялары бар. Улар шулай уҡ билдәле бер өлкә сиктәрендә яһалма торнадолар, дауылдар һәм яһалма гигант тулҡындар булдыра ала.
     Бындай һөжүмдәр ярҙамында улар әлегә тулыһынса интерпретациялай алмаған осраҡтарҙы тыуҙыра. Ысынлап та, бер нисә тере ҡалған кеше булған ваҡиғаларҙың ҡайһы берҙәрен тулыһынса аңлата алмағас, улар ваҡыт арауығы араһында булған, тип уйларға мөмкин. Был кешеләрҙе, самолеттар һәм караптар менән ҡуша сылбыр/арҡан йәки башҡа шундай нәмәләр ҡулланмайынса, тик яҡтылыҡ энергияһын ғына ҡулланып, НЛО-ға тартып индерелә. Ҡайһы берҙәрен үлтерергә теләмәгәстәр, уларҙы бара торған ерҙәренә, ғәҙәттә, барып етә алмаҫлыҡ тиҙлек менән алып китәләр, һәм улар шул ара ваҡытта нимә эшләгәндәрен аныҡ ҡына белә алмайҙар. Улар томан менән көрәшәбеҙ, тип уйлайҙар, сөнки улар аҡыл контроле аҫтында.
Уларҙың ҡайһы берҙәре шулай уҡ электрон томан тип, аталған техника ярҙамындағы һөжүмгә дусар була. Ҡайһы бер караптар, яҡшы һауа торошо шарттарында тиҫтәләрсә метр бейеклектәге гигант тулҡындарҙың һөжүме арҡаһында ауҙарыла. Бермуд өсмөйөшөндә бер йәки бер нисә сәйер нәмә генә түгел, ә тиҫтәләгән шаҡ ҡатырғыс/сәйер хәлдәр килеп сыҡты һәм дауам итә.
     Бермуд өсмөйөшөндә самолет ифрат ҡыҙыҡлы рәүештә ҡолап төшә. Двигателдәре туҡтамай, әммә пилот өҫтөнлөк итә алмай/контроль юғалта. Самолеттар ергә бик яҡын һөҙәк һыуға төшһә лә, осоусыларҙың йәки пассажирҙарҙың кәүҙәләрен таба алмағандар.
     Бермуд өсмөйөшөндәге океан һыуҙары аҫтындағы ер аҫты базаһында йәшеренгән сит ил кешеләре һоро (серые) тип аталған төр ...
     Океан аҫтындағы мәмерйәләрҙә йәшәйҙәр, тип бәхәсләшеп булмай. Улар йәшәгән ерҙе мәмерйә тип атап булмай. Унда бына тигән шәп система бар. Улар шундай ҙур ер аҫты базаһын булдырған, ер менән күк араһында, йәғни улар йәшәгән ер менән түшәмдәге ер араһында ҙур арауыҡ бар. Шул уҡ ваҡытта унда күп кенә гигант самолеттар йәки НЛО осоп йөрөй ала.
     Унда йәшәүселәрҙең ерҙә йәшәгән кеүек шарттары бар. Уларҙың түшәмдәре донъяның башҡа ерҙәрендәге башҡа төрҙәр кеүек ерҙең ҡара участкаһы кеүек түгел. Уларҙа ҡатмарлы яҡтыртыу системалары бар, көндөҙгө яҡтылыҡ нурҙары төшә. Был система беҙҙең донъяға яраҡлаштырылған һәм был планетабыҙҙың төбәгенә төнө килгәс, уларҙың да яҡтылығы һүнә. Көн еткәс, уларҙы тоҡандыралар. Ҡайһы бер урындарҙа ҡыҙыҡлыраҡ хәл бар. Әйтерһең дә, улар менән океан һыуы араһында ҡалын ҡатлам юҡ.
     Был урындарҙа, улар башын күтәреп ҡарағанда, унда океан һыуын һәм диңгеҙҙә йәшәүселәрҙе күрәләр.
     Беҙҙең донъяла был сит ил кешеләренең күбеһе, улар һоро тип атала, — мосолмандар түгелдәр, агрессорҙар һәм баҫҡынсылар...
     Әгәр уларға мөмкинлек булһа, беҙҙең донъяны хәҙер үк баҫып алырҙар ине, бер кемде лә иҫән ҡалдырмаҫ ине. Әммә улар быға мөмкинлек таба алмай. Уларҙың юлында кәртә булып – тағы бер сит ил кешеләренең төрө, һәм был төр беҙҙең мосолман ҡәрҙәштәр Марстан.
Әлеге ваҡытта беҙҙең планетала башҡа кешеләр төрҙәре күп. Ҡайһы берҙәре аҙ һанлы, ҡайһы берҙәре... ҡайһы берҙәренең дуҫ ниәттәре бар, ә ҡайһы берҙәре бик агрессив. Әммә беҙҙең планеталағы бөтә төрҙәрҙән иң технологик яҡтан үҫешкәне — марсиандар. Тап ошо факт донъя тарихында боролош нөктәһе булып тора. Юғиһә беҙ, улар йә тулыһынса әсирлеккә эләктергән, йә тулыһынса юҡ ителгән йөҙҙәрсә мең планета араһында булыр инек.
     Марсиандар беҙҙең планетабыҙҙы Айҙа урынлашҡан базалар аша һаҡлай. Улар һәм уларҙың башҡа төрҙәренең мосолман союздаштары ла Айҙа. Улар бергәләшеп, йыһандан һөжүм итеүгә юл ҡуймай. Былтыр пенсияға сыҡҡан бер АҠШ генералы был фактты камералар алдынан таныны һәм туранан-тура беҙҙең Ер тирәләй, кемдер беҙҙе башҡа агрессорҙарҙан һаҡлай, һәм уларҙың лазерҙар ярҙамында көрәшкәнен асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Был белдереүҙе документаль фильмда күрһәтелгән.
                      1955 йыл менән 1992 йыл араһындағы самолет тарихы
     Бермуд өсмөйөшө аша осоу ваҡытында ҡапыл юғалған һәм юғалғандан һуң 37 йыл үткәс, ҡапыл килеп сыҡҡан самолеттың ысын тарихын беләһегеҙме?
     Башҡа планеталарҙа, Ерҙән тыш, кеше кеүек йән эйәләрен булыуына ышанмай, һәм ҡайһы бер төрҙәрҙең фән һәм техниканың юғары кимәленә еткән һәм йәшерен рәүештә беҙҙең донъяға килеп, йәшерен базалар барлыҡҡа килтергәндәрҙе танымайынса, һеҙ тиҫтәләгән мең бәхәсле һорауҙарға яуап таба алмаясаҡһығыҙ. Хатта был Египет пирамидалары тарихын аңлата алмайынса, һеҙ тиҫтәләрсә йылдар буйы бәхәстәрегеҙҙе дауам итәсәкһегеҙ.
     1955 йылда был самолетты һоро төҫтәгеләр баҫып ала. Һоро НЛО-ларҙан береһе самолетҡа яҡынлаша, алдынғы ҡорамалдар ҡулланып, уны ер радарҙарында сағылдырмаған. Шунан ул дистанцион рәүештә самолет менән контролде үҙ ҡулына ала һәм уның курсын үҙгәртә. Һәм уны улар үҙҙәре планлаштырған икенсе урынға ергә төшөргән. Унда икенсе донъя кешеләрең базаһы ине. Береһе самолетҡа ҡорал менән инә һәм пассажирҙарҙы экипаж менән ҡуша нейтралләштереп, сканерлай. Шунан һуң мәйеттәр менән ҡуша самолет юҡ ителә.
     Бермуд өсмөйөшөндә юғалған, йөҙләгән самолет һәм караптар кеүек, бер кемдә был самолеттың бер ниндәй ҙә эҙҙәрен йәки билдәләрен таба алманы. Әммә 1992 йылда һоролар Бермуд өсмөйөшө аша үткән самолеттар һәм караптар һаны артыуы тураһында бик борсола.
Улар, үҙҙәре тураһында бындағы барлыҡтарын һөйләһендәр, күп фекер алышһын, оҙаҡ ваҡыт иҫкә төшөрөрһөндәр тиеп, беҙҙең донъя кешеләрен ҡурҡытырға теләйҙәр. Уларҙың башына шундай шәп фекер килә.
     Бермуд өсмөйөшө аҫтындағы йәшерен ер аҫты базаһында, улар 1955 йылда юҡ ителгән кеүек, үҙ үҙенсәлектәргә эйә булған әлеге самолетты төҙөйҙәр. Был улар өсөн бөтөнләй еңел булды, һорҙарҙың алға киткән технологияларҙы иҫәпкә алғанда. Бындай самолетты булдырыу өсөн күп ваҡыт сарыф итергә кәрәкмәй, етештереү линияларын булдырыу кәрәкмәй, күп һанлы кадрҙар менән файҙаланырға кәрәкмәй ине.
     План сиктәрендә улар 1955 йылда самолет менән юҡҡа сыҡҡандарға оҡшаш кешеләрҙе урлайҙар. 1992 йылда 1955 йылдағы кеүек, шул йәш тирәһендә күренгән кешеләрҙе һайлайҙар. Улар уларҙы ер аҫты базаларына алып килеп, уларҙың аңын контролдә тотоуға дусар итәләр. Улар был кешеләрҙе ысынлап та 1955 йылда йәшәйҙәр тип, ышандыра. Улар был самолетты ҙур НЛО ярҙамында ер аҫты базаларынан сығара.
     Улар пландарын тормошҡа ашырып, самолеттың был манекенын 1985 йылдың аэропортына был урланған, бахыр кешеләр менән төшөрә. Улар һыуҙағы балыҡ кеүек ине. Улар, ысынлап та, 1955 йылда самолет менән теге аэропортан осоп киттек, тип раҫлай һәм осоп барған маршруттан яңылышып, бында килеп эләктек тиҙәр, сөнки улар аңы аҡыл менән идара ысулы менән программаланған була. Уларҙы күргән аэропорт хеҙмәткәрҙәре лә шаҡ ҡатты. Шунан, тағы ла быларҙың уйҙарына ҡыҫылып, самолеты был пассажирҙар менән тағы ла осороп алып китәләр. (был самолетың пассажирҙәре 1992 йылдың реактив лайнерҙәрен, башҡа нәмәләрҙе күреп, аптырашып, беҙ бында аҙашып килеп сыҡтыҡ, тип раҫлайҙар, хатта кире осоп киткән мәлдәрендә 1955 йылдың бер ҡағыҙ киҫәге лә төшөп ҡала)
     Самолет ергә төшкәндә лә һәм осоп киткәндә лә, радарҙарға күренмәгән. Шунан һоролар тағы ла үҙҙәре теләгән урынға самолетты төшөрә, тағы ла бортында ғәйепһеҙ кешеләрҙе үлтерә. Һорҙар бөтә донъяла кешеләрҙе эҙәрлекләй. Шул тиклем күп ҡан ҡойола. Улар ҡулға алған меңәрләгән караптарҙан берәүһендә генә өс йөҙ кеше булған. Әгәр улар өсөн шанс булһа, былар, икеләнмәйенсә, бөтә донъя кешелеген юҡҡа сығарыр ине. Хатта улар үтеп ингән йәһүдтәрҙә ҡалмаҫ ине ...          Мәхмәт Фәхри Серткая. Академия журналы.
     Әбйәлил сайты авторынан: Ысынында метафизика алымдарына эйә булған һәм ошо дөрөҫлөктәрҙе беҙгә еткерергә тырышҡан кеше әүлиәләр һанынан. Улар кешеләрҙең уйҙарына инә алалар, күктәге бөйөк аҡыл, аң энергияһынан мәғлүмәт алалар. Төрлө ендәр менән аралышып, уларҙың мейеләре аша кәрәкле информация алып, донъяла барған хәлдәрҙән хәбәрҙәр. Беҙгә лә элекке, боронғо йәшәү-уйлау торошонан сығып, был ғәләмәт донъяға яңы ҡараш, яңы аң, асыҡ аҡыл, тулы зиһен ҡулланып, 1400 йыл буйы, әлеге урта быуаттарҙан арына алмаған динебеҙ менән яңы заман күҙлегенән сығып эш итер кәрәк.