Шәүүәл айы ураҙаһы

   Шәүүәл айы ураҙаһын нисек тотарға? Был шәүүәл айы ураҙаһын Ураҙа ғәйете үткәс тә тотоғоҙ тип әйтелә. Беренсе Ураҙа ғәйете көнө үткәс тә, тота башларға мөмкин. Иң сауаплыһы алты көн дауамында өҙмәй тотоу хәйерле тип, әйтелә. Көн аша, йәки ике-өс көн аша ла тоторға була. Шулай уҡ шәүүәл айы үткәнсә лә тоторға мөмкин. Ниәтте ошо айҙын ураҙаһын тоторға тип әйтәгеҙ. Ә, инде Рамаҙан айының тотмай ҡалған ураҙаһы булһа: уға, ниәт ҡылдым Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн Рамаҙан айының үтәмәй ҡалған көнөнөң ураҙаһын ҡаза ҡылып тотарға –тип, әйтергә. Был ураҙалар айырым бит: Рамаҙан ураҙаһы фарыз (ҡәтғи рәүештә үтәргә тейешбеҙ), ә шәүүәлдеке нәфел (ирекле, добровольный) – тотһаң һис шикһеҙ сауаплы булырһын, тотмаһаң гонаһ юҡ. Шәүүәл айының сауаптары хаҡында ошо биттә уҡырға мөмкин. Ошонда баҫ: //nazir1965.com/din/sh%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-ajy.html
   Хәҙрәте Суфьян әс-Сари (р.г.) риүәйәт иткән: "Мин Мәккәи Мөкәррәмәлә 3 йыл йәшәп ҡалдым. Мәккә халҡының бер кешеһе көн һайын Харам-Шәрифкә барып тәүәф ҡыла, унан һуң 2 рәкәғәт намаҙ уҡый торған ине. Шунан һуң ул миңә сәләм биреп, өйөнә ҡайтып китә ине. Шулай итеп, бер мәл, беҙ уның менән танышып, араларҙы нығытып, Аллаһ хаҡы өсөн бер-беребеҙҙе яраттыҡ, әхирәт дуҫтары булдыҡ. Бер көндө ул ауырып китте. Мине саҡырып, ул: «Минең әжәлем яҡыная. Һин мине йыуарһың, йыназа намаҙын уҡып, үҙемде күмәрһең инде! Ул кисте мине ташлап китмә инде. Мөнкир менән Нәнкир яныма һорау алырға килгәс, миңә „Кәлимә-и шәһәдәт“-те („Әшһәдү әлләә иләәһә илләл-лааһу үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү расүүлүһ“) тәлкин итеп (иҫкә төшөрөү маҡсаты менән тауыш биреп уҡыу) тора күр!» — тип үтенде.


   Мин уның һорағандарын барыһын да үтәнем. Уны күмгәс, ҡәбер эргәһенән китмәнем, тәлкин ҡылып, бер ни тиклем ваҡыттан йоҡомһорап киттем. Йоҡо менән өн араһында мин: «Әй, Суфьян! Һинең бында булыуыңа дуҫыңдың бер ихтыяжы юҡ!» — тип әйткән бер ауаз ишеттем: «Беҙ дуҫыңды бер үҙен генә ҡалдырманыҡ!» Мин: «Был дәрәжәгә дуҫым нисек иреште?» Ауаз: «Ул рамаҙан айында һәм унан һуң шәүүәл-шәрифтә алты көн буйына ураҙа тота торған ине!»
  Шунан һуң мин ялт-йолт тирә-йүнгә ҡарап, тауыш биреүсене эҙләй башланым. Әммә бер кем дә күренмәне. Шунан һуң тәһәрәт алып, намаҙ уҡып, ҡабат йоҡоға китер-китмәҫ булдым. Йәнә шул ауазды ишетеп уянам, нәҡ шул уҡ талап менән ауаз миңә китеп барырға ҡуша. Шулай был хәл 3 мәртәбә ҡабатлана. Мин төшөм менән өнөм араһында булған ауаз да, төш тә рахмани, дөрөҫ булғанына инандым. Шайтан, әлбиттә, ураҙа тоторға әмер итмәҫ! Шунан һуң мин дуҫым менән хушлашып: «Йә, Раббым! Миңә лә ҡалған ғумерем буйына шулай ураҙа тотоуҙарҙы насип итһәң ине!» — тип, доға ҡылып китеп барҙым..."
   Әбү Әйүп ән-Ансари (Аллаһ Тәғәлә унан риза булһын) тапшырғанса, Пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм: «Кем Рамаҙан айында һәм Шәүүәл айының алты көнөндә ураҙа тотһа, шул ғүмер буйы ураҙа тотҡан кеүек булыр», — тигән.

   Сәүбән (Аллаһ Тәғәлә унан риза булһын) тапшырыуы буйынса, Рәсүлуллаһ ғаләйһиссәләм: «Кем Рамаҙан айында һәм Шәүүәл айының алты көнөндә ураҙа тотһа, шул ғүмер буйы ураҙа тотҡан кеүек булыр. Ысынлыҡта, Аллаһы Тәғәлә бер изге ғәмәл ҡылыусыға унлата әжер бирә», — тигән. Былар Пәйғәмбәребеҙ хәҙистәренән алынған.
                                                                 Китап, “Хәнәфи мәҙһәбенең дәлилдәре”.