Мәүлид кисе

                                                  Мәүлид кисе
     Аңлашылыуынса, Мәүлид һүҙе тыуыу тигәнде аңлата. Кешелеккә хаҡ һәм пак динде, камил дин Исламды өйрәтергә ебәрелгән ахыр заман пәйғәмбәре Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөн мосолмандар байрам итеп үткәрә — Мәүлид байрамы ул.
     Ни өсөн Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмде ахыр заман пәйғәмбәре тип атайбыҙ? Сөнки Мөхәммәдтән һуң заман ахыры еткәнсә һис бер пәйғәмбәр ебәрелмәйәсәк. Сөнки Аллаһы Тәғәләнең хаҡ дине кешеләргә бөтә тулылығында еткерелгән. Әле Ер шарында 1 миллиард 600 миллиондан ашыу мосолман бар. Мосолмандар йылдың-йылы ишәйә.
     Мосолмандар ғаиләһендә тыуған балалар иҫәбенә генә мосолмандар күбәйә, тип әйтеү хата булыр ине. Донъяның бөтә илдәрендә лә элек бүтән диндә булғандарҙан байтаҡ кеше Исламды ҡабул итә, хаҡ юлды таба һәм Аллаһҡа яҡынлаша. Мәүлид көнөндә бына шул хәҡиҡәтте таныу, күреү, аңлау-ҡыуаныслы күренеш.

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең мәүлиде хаҡында һөйләгәндә мосолмандарҙа көндәрҙе, тәүлектәрҙе иҫәпләү тәртибенә тағы бер тапҡыр туҡталып үтергә тура килә. Сөнки мәүлид кисе тигән төшөнсә бар. Нимәне аңлата ул?
     Билдәле булыуынса, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Рәбиғел әүүәл айының ун икенсе көнөндә таң алдынан донъяға килгән. Дүшәмбе көн була ул. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтәйек: миләди йыл иҫәбенсә (йәғни Европала ҡабул ителгән йыл иҫәбе йәки христиан йыл иҫәбендә) апрель айына тура килгән.
     Мәүлид кисе тип шуға әйтәбеҙ: мосолмандар тәүлек иҫәбен ҡояшҡа ҡарап алып бара. Йәғни ҡояш байыу менән бер тәүлек тамамлана ла шунда уҡ икенсе, яңы тәүлек, башлана.
     Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм, Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә сәхөр ваҡытында, йәғни һыҙылып таң атыр ваҡыт яҡынлашҡан мәлдә донъяға килгән. Аҙнаның дүшәмбе (понедельник) көнө була ул.
     Әйткәндәй, ҡайһы берәүҙәр дүшәмбе — ауыр көн, хәйерһеҙ көн тип һанай һәм был көндә мөһим эште башламай тора, юлға сығыуҙан шикләнә, ғөмүмән, дүшәмбе көнөнә шикләнеп ҡарай.
     Пәйғәмбәребеҙ заманында ла ундай шиктәргә бирелеүселәр булған. Шуларҙан берәү Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдән дүшәмбенең уңышһыҙ (ҡоро) көн тип аталыуында хаҡлыҡ бармы-юҡмы икәнен һорашҡан.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм бындай ышаныуҙың нигеҙһеҙ икәнен дүшәмбе, Аллаһтың бүтән көндәре кеүек үк, хәйерле икәнен, үҙенең дүшәмбе көнөндә тыуғанлығын әйткән.
     Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Мәккәне буйһондорғас та, тыуған ҡалаһы Мәккә халҡы тулыһынса Исламды ҡабул иткәс тә Мәҙинәлә йәшәүен дауам итә
     Һуңғы тапҡыр хаж ҡылып, тарихи вәғәзен һөйләп, Ҡөрьәндең тамамланыуын (аяттарының төшөрөлөп бөтөүен) хәбәр итеп, сәхәбәләренә нәсихәттәрен әйтеп, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм үҙен әхирәткә әҙерләй.
     Ҡөрьән аяттары төшөрөлөп бөтөүен, Аллаһ рәсүленең бөйөк бурысы атҡарылғанлығын белгәс, сәхәбәләрҙең күптәре илай. Сөнки эштәрен теүәлләү менән пәйғәмбәрҙәр фани донъя менән хушлаша ла Аллаһ хозурына — мәңгелек донъя — әхирәткә күсә.
     Һижриҙең 11 йылында Рәбиғел әүүәлдең 12-се көнөндә (иғтибар итегеҙ: был көн — Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнө) һөйөклө пәйғәмбәребеҙ әхирәткә күсә. Уны пәйғәмбәр мәсете эргәһендә ерләйҙәр. Хәҙер уның ҡәбере Мәҙинәләге үҙгәртеп мөһабәт итеп төҙөлгән бөйөк мәсеттең эсендә ҡалған. Яҡындары сәхәбәләр хәҙрәти Әбү Бәкер менән хәҙрәти Ғүмәр ҙә уның эргәһенә ерләнгән.
     «Минең биш исемем бар, — ти торған була пәйғәмбәр, ғәләйһис сәләм, — Мин — Мөхәммәд, һәм мин — Әхмәд, мин — Әл-Маһи — юҡ итеүсе, юйып ташлаусы, бәндәләрҙең гонаһтарын юйып үҙ шәфәғәтенә алыусы. Мин — Әл-Хәшер — йыйыусы. Ҡиәмәт көнөндә кешеләр минең алдыма килеп йыйылыр. Мин — Әл-Ғаҡиб йәки пәйғәмбәрҙәр артынан эйәреп, уларҙы тамамлап килеүсе. Минән һуң башҡа пәйғәмбәр булмаҫ.
     Бынан тыш Аллаһы Тәғәлә уны Рауф — ҡыҙғаныусан, аяусап, ҡайғы-хәсрәттәрҙе уртаҡлашыусы һәм Рәхим — рәхим-шәфҡәт, эйәһе, тип атай.
     Ҡорайыштарҙың хурлауҙары, ҡорайыштарҙың ҡарғыштары Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән миңә ҡағылмай үтеүенә ғәжәпләнәһегеҙме? — ти торған була ул. — Был ғәжәп түгел. Шелтә бирһә, Аллаһы Тәғәлә генә миңә шелтә бирә ала. Улар бына шул кешене әрләйҙәр, шул кешене ҡарғайҙар, ләғнәт уҡыйҙар. Ә мин — Мөхәммәд.
     Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Әй, Мөхәммәд! — ти, — дөрөҫлөктә Беҙ һине Ҡөрьәндең хаҡлығына шаһит, һиңә эйәреп Ҡөрьән менән ғәмәл ҡылыусы мөьминдәрҙе Йәннәт менән шатландырыусы, Ҡөрьән менән ғәмәл ҡылмаусы кешеләрҙе йәһәннәм менән ҡурҡытыусы өгөт-нәсихәт менән ебәрҙек.
     Һәм Аллаһы Тәғәлә рөхсәте һәм әмере менән кешеләрҙе Аллаһуға иман килтереү, ислам динен ҡабул итеү өсөн өндәүсе иттек, һинең менән бәндәләр тура юл тапһын өсөн һиңә ғилем яҡтылығы бирҙек.
     Иман килтергәндәрҙе Аллаһуҙан бөйөк рәхим-шәфҡәт буласағы тураһындағы хәбәр менән шатландыр». «Әл-Әхзаб», «Ғәскәрҙәр» сүрәһе, 45—47-се аяттар
     Ҡөрьәндә: «Аллаһ Үҙе лә, фәрештәләр ҙә пәйғәмбәргә салауат әйтеп кенә тора. Эй, мөьминдәр! Һеҙ ҙә намаҙҙарҙа һәм доғаларҙа пәйғәмбәргә салауат әйтеп, сәләм биреп тороғоҙ!» — тиелә. «Әл-Әхзаб» («Фирҡәләр») сүрәһе, 56-сы аят
     «Миңә бер тапҡыр салауат әйткән кешегә Аллаһ ун тапҡыр салауат әйтер», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис- сәләм,
     «Салауат әйтеү өсөн минең ҡәберемде байрам майҙанына әйләндермәгеҙ. Ҡайҙа ғына әйтелһә лә, улар миңә ишетелер».
     «Көндәрҙең иң яҡшыһы — йома. Йома көндәрендә миңә күберәк салауат әйтегеҙ. Был доғалар минең үҙемә килеп етеп кенә торор», — тигән ул.
     — Эй, Аллаһ илсеһе! Улар һиңә ни рәүешле барып етә алыр һуң? Ул ваҡытта бит һинең дә тәнең тупраҡҡа әйләнеп бөткән булыр, — тиҙәр сәхәбәләр.
     — Пәйғәмбәрҙәр тәнен тупраҡҡа әйләнеүҙән Аллаһ тыйҙы, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     Ошо пәйғәмбәребеҙ ғәләйһисәләм тыуған мөбәрәк айҙа, донъябыҙға ауырлыҡ килеүгә ҡарамай, үҙ ғәилә-туғандарыбыҙҙы йыйып Мәүлидтәр уҡыу, салауаттар әйтеү, Аллаһты зекер итеп һәм Уның Ҡөръән Кәрименә таяныу һис шикһеҙ һаулыҡ үә бәрәкәткә алып килер. Әйтелә бит, Мәүлид уҡылған ергә ваба ауырыуы инмәҫ, меңләгән сихәт килер тип. ИншаАллаһ, Аллаһ мосолман бәндәләрен онотмаҫ.
     Мәүлид шәриф кисәһендә Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн, әжер сауаптарын Сахибел-Мәүлид-Шәриф Мөхәммәдел-Мостафа (салләл-лааһу ғәләйһис-үәс-сәләмгә бағышлау йөҙөнән 1000 мәртәбә
                                                  اللَّهُمَّ صَلِّ عَلى سَيِّدِنَا مُحَمًّدٍ النَّبِيٌِ وَ عَلَى آلِهِ وَ سَلِّمْ
     Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә Мухәммәдинин-нәбиййил-үммиййи, үә ғәләә әәлиһи үә сахбиһи үә сәллим тип уҡырға кәрәк.
     Мәүлид кисе мөбәрәк булһын!