3. Китаптарға инаныу

                                               3. Китаптарға инаныу
   

   Имандың өсөнсө шарты — иләһе китаптарға инаныу. Аллаһы Тәғәлә үҙенең теләктәрен, әмерҙәрен (бойороҡтарын), тыйыуҙарын, хикмәттәрен ҡолдарына белдереү өсөн пәйғәмбәрҙәренә ваҡыт-ваҡыт китаптар индергән. Уларҙың барыһына ла иләһе китаптарҙың исемдәре бирелгән. Ябраил, ғәләйһис-сәләм, аша пәйғәмбәрҙәргә йөҙ сәхифә (бит) һәм дүрт китап индерелгән.
          Сәхифәләр (биттәр)
   Әҙәм, ғәләйһис-сәләмгә, -10 сәхифә;
   Шис, ғәләйһис-сәләмгә, — 50 сәхифә;
   Иҙрис, ғәләйһис-сәләмгә, — 30 сәхифә;
   Ибраһим, ғәләйһис-сәләмгә, — 10 сәхифә индерелгән. Бөтәһе 100 сәхифә ебәрелгән.
                Китаптар
   1. Тәүрат-Муса, ғәләйһис-сәләмгә;
   2. Зәбүр — Дауыт, ғәләйһис-сәләмгә;
   3. Инжил-Ғайса, ғәләйһис-сәләмгә;
   4. Ҡөрьән — беҙҙең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмгә, индерелгән.
   Кешелек донъяһына ебәрелгән йөҙ сәхифә һәм дүрт бөйөк китап ошо. Беҙҙең Пәйғәмбәребеҙгә Ҡөрьәни Кәрим ебәрелгәндән һуң башҡа китаптарҙың хөкөмдәре ғәмәлдән сыҡҡан.
   Ҡөрьәни Кәримдә 114 сүрә, 6666 аят бар.
   Ике тыныш араһы бер аят тип атала. Ҡөрьәндең бер хәрефе лә ошоға хәтлем үҙгәрмәне һәм ул, Ҡиәмәткә ҡәҙәр Аллаһтың һаҡлауы аҫтында булып, бер ҡасан да үҙгәрмәйәсәк.

                                     Китап «Ислам нигеҙҙәре, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса»