2. Фәрештәләргә инаныу
Имандың икенсе шарты — фәрештәләргә инаныу.
Фәрештәләр — нурҙан бар ителгән, теләгән ҡиәфәткә керә ала торған йән эйәләре. Фәрештәләрҙә ирлек-ҡатынлыҡ юҡ. Улар, Аллаһ нимә ҡушһа, шуны ғына үтәй. Уларҙың ашау-эсеүгә ихтыяждары юҡ. Ҡайһыһы күктә, ҡайһыһы ерҙә төрлө вазифа үтәйҙәр. Уларҙың күпме икәнен тик Аллаһы Тәғәлә генә белә.
Уларҙың дүртеһе — өлкән фәрештә.
Дүрт өлкән фәрештә
1. Ябраил, ғәләйһис-сәләм. Аллаһы Тәғәләнең китаптарын пәйғәмбәрҙәргә килтереп тапшырыуҙа, йәғни вәхиҙе килтереү өсөн яуаплы. Аллаһы Тәғәлә менән Уның илселәре (пәйғәмбәрҙәр) араһында аралашсы.
2. Микаил, ғәләйһис-сәләм. Тәбиғи хәлдәр, мәҫәлән, елдәр, ямғырҙар, уңыш һәм башҡалар өсөн яуаплы.
3. Исрафил, ғәләйһис-сәләм. Сур исемле ҡоралға өрөп, Ҡиәмәт көнө башланыуы һәм кешеләрҙең Ҡиәмәттә ҡабат терелеүҙәре өсөн яуаплы.
4. Ғазраил, ғәләйһис-сәләм. Ғүмере бөткәндәрҙең йәндәрен алыу өсөн яуаплы.
һәр кешелә вазифалы 384 фәрештә бар. Мәҫәлән, Кираман-Кәтибин (ғәмәлдәрҙе яҙып барыусы) һәм Хафаза (һаҡсы) фәрештәләр була.
Китап «Ислам нигеҙҙәре, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса»