Ғәрәпстанда суфыйҙар һәм Мәүлид
     Сауд Ғәрәпстанында суфыйҙар һәм мәүлид байрамдары. Мәүлид байрамдарыбыҙ мөбәрәк булһын. Барыбыҙға ла Аллаһы Тәғәләнең ризалығы һәм бәрәкәте булһын!
     Сауд Ғәрәпстаны Мәүлид байрамын үткәрәме тигән һорауҙы дауам итәйек. Был хаҡта элгәре һалынған мәғлүмәткә сәләфит-вахаббиттәр миңә шик белдерҙе. Наҙандар Сауд ғәрәптәре тик аҡ кейемдә генә йөрөргә тейеш уйлайҙар. Шул уҡ Ғәрәпстанда сәнскеле тимер сыбыҡтар менән уратылған ҡоймалар артында ҡара-сола, алама кейенгән ярлы ябай әҙәмдәр йәшәгәнең беләләр микән? Ҡөръән Кәримдә:
                                                                            صُمٌّ بُكْمٌ عُمْيٌ فَهُمْ لَا يَرْجِعُونَ  

     «Күңелдәре һуҡырҙарҙың күҙҙәре һуҡыр» — тип әйтелә бит. Мәүлид кенә үткәреү түгел беҙҙең илдәге вахаббиттәрҙең ҡан дошманы суфыйҙар Сауд Ғәрәбстанды баҫып алып бара. Был хаҡта ошо ссылка буйынса уҡый алаһығыҙ: https://malikit.livejournal.com/179900.html?view=9246 

     2000 йылдарҙың башынан башлап Сауд Ғәрәпстанында суфыйҙарҙың эшмәкәрлеге көсәйә һәм башҡа илдәрҙә терроризм алыр барған вахаббиттәрҙе үҙ илдәрендә үҙҙәренең хөкүмәте ҡыҫырыҡлай башлай. 2017 йылда Ғәрәпстан принцы Сәльмән Әл-Мөхәммәт ваххабизмды беҙ ул ваҡыттағы Россияны, дөрөҫөрәге СССР-ҙы Америка ярҙамы менән тарҡатыр өсөн алып барҙыҡ тигән заявлениеһең интернет биттәрҙә таба алаһығыҙ.


     Ана шуларҙыҡы таҙа дин тип, элек вахаббиттәр рәтендә булған хәҙерге сәләфиттәр яңғыҙы ҡала башланылар. СССР-ҙың Кавказда һәм башҡа ерҙә вахаббиттарға ҡаршы алып барған һуғышын хәҙерге Россия вахабтартары ҡайҙан белһең? Улар бит ул ваҡытта хатта тыуырға ла планда булмағандар , ә тыуғандарына 5—6 йәш булып, бөгөнгө наҙан системала уҡытылған тарихи белемһеҙ, тыуға еренә, халҡына, теленә һөйөү бирелмәгән «перспективалы» наҙан йәш түрә «управленец» әҙәмдәр инде.
     Әйе мөфтиәткә лә, мөхтәсибәттәргә лә, район башлыҡтары ла итеп шул 30 йәштәр тирәһендәге малайҙарҙы ҡуйҙылар. Әлеге Ҡуштауҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙы балалары менән ҡуша һүгеп, типкеләп йөрөгән Ишембай район башлығы Абдрахмановты алып ҡарағыҙ. Йәки беҙҙең Әбйәлил район башы Нафиҡовты. Нисек әле Нафиков район полиция башлығы подпистәре менән полиция һәм администрация аша беҙгә ЦДУМ-да (мөфтий Тәлғәт Таджетдин) торған ундан ашыу мәсеттәргә Мәүлидтәрҙе үткәрмәҫкә тип «приказдар» бирмәй ята әле? Ҡорбан байрамында полицияһы ла «приказдар» тотоп, зам администрацияларҙа, ауыл сельсовете башлыҡтары район буйлап ЦДУМ мәсеттәренең имамдары артынан сабып һәр аҙымдарын күҙәтеп йөрөнөләр. Үҙҙәренекенә (Хабировтың яратҡан һүҙҙе: своих не выдаем), РБ ДУМ-да (мөфтий Биргалин) торған мәсеттәргә бындай тыйыу булманы, сөнки улар илде талаған Единая Россия партияһы ҡурайына бейей. Бөгөн был ковид-19 һәм пневмония тигән ауырыу ул ваҡытта ғына ҡарағанда йөҙ тапҡыр артыҡ көсәйгәндә – нисек тыйыу юҡ?
     Күреп –ишетеп тораһығыҙ: бер-нисә йыл элек Путин Саудтарҙы « хороший вахаббиттар» тигәйне, быйыл ошо «хороший вахаббиттар» уның төп башына ултыртып, нефть хаҡына хужа булып алдылар һәм нефть һатып ҡына, завод-фабрикалар төҙөмәй, булғандарын бөтөргән Россия ҡырҡа бөлдө. Һәм Сауд Ғәрәпстаны менән Россия башлыҡтары йәнә бер-береһенә ҡаты дошман булып ҡалдылар. Был ғына түгел, бөгөнгө көндәрҙә Әзербайджан Әрмәндәрҙе, Турция һәм башҡа шул яҡ илдәре ярҙамы менән еңеп, Россияның дуҫы Иран россияның хәрби самолеттарына һауа коридорын япты. Утыҙ йыл буйына үҙ иленең тормош кимәлен күтәрә алмаған Россия башлыҡтары шиңде. Илдә хәҙерге хөкүмәткә ышаныс юҡ, Алыҫ Көнсғышта, мәҫәлән Хабаровск ҡалаһында дүртенсе ай буйы болғаныш бара, президентың портретын аяҡ аҫтына һалып тапайҙар, быны һеҙ телевизор һәм газета ҡарап-уҡып белмәҫһегеҙ, сөнки улар ошо власҡа һатылған, интернет ҡарағыҙ, нисек тиҫтәләрсә мең кеше көн һайын урамға сыға. Кризис власти барлыҡҡа килде. Халыҡ хөкүмәткә ышанмай: Путингә 96 % . Хабировҡа 97 процент.
     Сауд Ғәрәпстанында Мәүлид байрамдарын ун биш элек үткәрә башлағандар, ә рәсми рәүештә 2016 йылдан. Радикаль Ислам япмаһы илдең үҫешен тотҡарлай тип саудтар яңы йүнәлешкә юл астылар, вахаббизм бөтөүгә табан бара һәм беҙҙәге сәләфийҙәргә лә быны аңларға ваҡыт. Сауд Ғәрәпстанында Мәүлид үткәреүҙәр тураһында интернет селтәрендә мәғлүмәттәр күп. 

     Ғәрәпстанда — Мәүлид байрамы: https://nazir1965.com/din/%d2%93%d3%99r%d3%99pstanda-m%d3%99%d2%aflid-bajramy.html#more-9939

     Мәккә ҡалаһында Мәүлид

     Ғәрәпстандың Джида ҡалаһында суфыйҙар берлегендә Мәүлид үткәрелә

 

     Бына Мәүлид байрамы ыңғайы ғәрәп бүләк саҙаҡалар өләшә.

     Мәҙинә ҡалаһында Мәүлидкә килгән меңләгән-меңләгән кешеләр мәсеткә һыймай тышта торалар.