Байҙарға (Шәйехзада Бабич)
(Ураҙа айы мөнәсәбәте менән)
Эй ҡалын ҡорһаҡлы бай, ҡорһаҡлы һәм «инсафлы» бай,
Ай буйына ас тороп, астар хәлен һиҙҙеңме, эй!
Туҡ тороп, рәхәткә күнгән эҫтәрең ҡыйналдымы?
Ас-яланғастарга шәфҡәт хистәрең уяндымы?
Уйланыңмы, социалдар тартышыуҙа хаҡлы, тип?
Социалдар ярлы, тапалған халыҡтар яҡлы, тип?
Уйланыңмы: ысын золом, ысын талау бит байлығың,
Байлығың күпме фәҡирҙең юймағандыр һаулығын!
Һеҙгә нәмә — көн дә байрам, һеҙгә көн дә тик тороу,
Ярлылар көн-төн егелгән, һеҙгә — көн-төн типтереү.
Ник былай был, ярлылар ҙа, бай кеүек, инсандыр бит?
Ярлылар ҙа, бай кеүек, рәхәт теләүсе йәндер бит?
Бер тигеҙ бай ярлы менән, юҡ уның артыҡлығы,
Булһа тик артыҡлығы — онҡотлого һәм мутлығы.
Бөтһөн инде: буржуаздар донъяға баш булмаһын!
Бөтһөн инде: ярлылар мохтаж-яланғас йөрөмәһен!
Бөтһөн инде киң йыһанда тар ҡәберҙәр тарлығы!
Бөтһөн инде бикләнеп ятҡан ҡарундар һандығы.
Йөрөмәһен инде фәҡирҙәр әлһерәп, хәлдән тайып!
Бер тигеҙ тотһон ураҙа һәм бер тигеҙ итһен ғәйет!