70 йәшкә етеп...
Никах йә бала тыуыу айҡанлы үткәрелгән тантаналар һәм йыйылыштар гонаһ гәмәлдәрҙән түгел. Гонаһ был осрашыуҙарҙағы тәртибебеҙҙән килеп сығырға мөмкин.
Кешеләр берәр көн айҡанлы йыйылһа, хәләл ризыҡ ашаһалар, матур итеп аралашһалар, йәшәгән ваҡыттарын барлап, тормоштағы тағы бер япраҡ өҙөлөп төшкәнен, тағы бер йыл үткәнен иҫләп, файҙалы әңгәмәләр менән үткәреүҙәренән ни зыян? Әгәр уларҙың был күңел асыуҙары гонаһлы булмаһа, әлбиттә, бындай туй йәки тыуған көн байрамдарында бер ниндәй ҙә харам юҡ. Бер ниндәй насарлыҡтар булмаясаҡ. Әллә беҙ көнөнә өс тапҡыр күмәкләп, ашау-эсеү табынына ултырмайбыҙмы ни? Иртәнге йоҡонан уянып, Аллаһ Тәғәлә беҙҙе яңынан был көнгә тыуҙырҙы тип, ҡыуанып, көс-ҡеүәт өсөн, биргән ризығын ғәилә менән йыйылып, ашаһаҡ – был яман ғәмәлдәрҙән һаналамы? Күмәкләп ултырышып табын ҡорһаҡ, был ҡылығыбыҙ Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйете байрамдарынан үтеп китәме әллә?
Шуға ла берәй туғандарыбыҙҙы ҡыуандырып, тыуған көнөн үткәреүҙән ни яман? Әгәр был осраҡта харам эш ҡылынһа, гонаһтар асылһа, күңел асыуҙар, ашау-эсеүҙәр ярҙамында насар өлгө күрһәтелһә, гонаһ был көндөң үҙенән түгел, ә шул көндө эшләнгән хаталарҙан килә. (шул урында ғәйбәт кеүек ҡылыҡтар ҡылыу, юнһеҙ анектодтар һөйләү, сит ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә ултырыу, маһайыу, маҡтаныу, артыҡ ҡупырайтыу, музыка ярһытып, иҙәнде артыҡ типтереүҙәр...)
Икенсе һүҙ менән әйткәндә, тыуған көн һәм исем көндәре кеүек байрамдарҙы уларҙың маҡсаты һәм эҙемтәләре күҙлегенән баһаларға кәрәк. Ниәтебеҙҙең Аллаһының ризалығына тура килеүенән. Бындай байрамдарға, әгәр улар шәриғәт талаптары ҡәғиҙәләре буйынса үткәрелһә, бер ниндәй ҙә дини ҡаршылыҡ юҡ.
Әммә байрамда көнсөллөк һәм башҡа мәҙәниәттәргә оҡшатыу өҫтөнлөк итһә, миҫалға: Беҙ кемдән кәм тиеп, кафеларҙа сәғәттәр өсөн түләп, иҫерткестәр һәм харам ризыҡ менән туҡланып, юнһеҙ йырҙар йырлап, шайтан уйындары үткәреп, саманан артыҡ йыр-бейеүҙәр менән булышыу, торттар өҫтөнә шәмдәр ҡуйыу һәм башҡаһы. Әлбиттә был осраҡта бер теләктә, теләгән байлыҡ – һаулыҡта тормошҡа ашмаясаҡ, доғалар ҡабул булһын өсөн 40 көн дауамы эсендә, тәнеңдә бәләкәй генә бер ҡабым харам ризыҡ булырға тейеш түгел.
Тыуған көн айҡанлы бер вәғәз.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: минең өммәтемдең йәшәү самаһы алтмыш йәштән етмеш йәшкә тигән. Шуға 70 йәшкә еткәндәргә бер аҙ нәсихәт.
Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире менән 70 йәшкә етеп, тыуған көнө айҡанлы Ҡөръән аяттары уҡыу мәжлесен ойошторған хужаға, хужабикәгә... Раббыбыҙҙың рәхмәте үә бәрәҡәте булһын...
Аллаһ изге Ҡөръән Кәрим китабында:
«Үә-ссәләәмү ғәләййә йәүмә уүлиттү үә йәүмә әмүүтү үә йәүмә үбғәҫү хәййәә».
Аллаһының сәләме туған көнөңдә, үлгән көнөңдә, ҡәберҙән ҡубарылған сағында. (Мәрйәм сүрәһе, 19/33 аят.) – тип, әйтә.
Әлбиттә был сәләмдәрҙе Ул үҙенең тоғро ҡолдарына, Уны таныусыларға, ҡушҡандарын үтәүселәргә һәм тыйыуҙарын тыйылғандарға ҡарата ҡуллана.
Бөйөк Ҡөрьәндә аят бар, ул һандарҙың Барлыҡҡа килтереүсенән булыуын һәм уларҙың Берҙән – бер Хакимдың билдәһе (Мөғжизәһе) булыуын иҫбатлай. «Йоп һәм таҡ һандар менән ант итәм» (89:3), — ти Аллаһ үҙенең китабында. Был донъяның һандарында ла мөғжизәләр бар.
Беҙгә билдәле булыуынса, ғәрәп телендә һәр хәреф, һәр һүҙ телмәр-уҡыу-яҙыу ҡоралы ғына түгел, ә үҙенең һанлы эквиваленты ла бар. Мәҫәлән: а хәрефе 1 тигән берәмекте лә аңлата; б 2; ж 3; д 4; (әбжәд иҫәп). Һанһыҙ һәм хисапһыҙ был донъяны күҙ алдына килтереү ҡыйын.
Аллаһ Тәғәлә: Ул һеҙҙе тупраҡтан, шунан тамсынан, шунан ойошҡан ҡандан яратты, шунан һуң һеҙ яйлап быуынға ултырһын, яйлап ҡартайһын өсөн сабый бала итер донъяға килтерҙе. Һеҙҙең арала көн элек үлгән кешеләр ҙә, билдәле сиккә еткән кешеләр ҙә була. Бәлки һеҙ аңларһығыҙ! (40/67).
Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Мин дә көнөнә етмеш тапҡыр ғәфү үтенәм». Ни өсөн ул 60 тапҡыр һорамай? Ни өсөн ул 80 тапҡыр һорамай? Ни өсөн 100-гә етмәй? Әгәр был 100 тапҡыр булһа, ниңә 1000-гә тиклем түңәрәкләп ҡуймаҫҡа? Серҙәр эсендә серҙәр бар, был — сер. Һәр һанда һәм һәр өлөшләтә йәшерен хазина бар. Уларҙың һәр береһенең номеры ла бар.
Кемдер мин был донъяла үҙ нәфсеһе теләгән рәхәтлектә, байлыҡта, самаһынан уҙған оҙон ғүмерҙә, бер аҙ ҡайғы-хәсрәт менән йәшәп ошо көнгә еткәнмен тиһә, икенсе әҙәм балаһының — был нәҡ пәйғәмбәребеҙ Әҙәмдән Аллаһының мәрхәмәтлеге менән был гонаһ донъяға килгәндең уйыңда: Мине тыуҙырған Раббым өсөн, Аллаһ ризалығы мин нимә эшләнем һуң был донъяла?
Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм: «Дүшәмбе көндө ураҙа тотам, был көндө мин тыуҙым», — тигән, йәғни Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм аҙнаның ҡайһы көнөндә тыуғанын белгән.
Риүәйәттәр буйынса, Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм көн һайын үҙе, ғаиләһе һәм яҡындары, үҙенең эйәрсендәре («сәхәбәләр»), хатта үҙенең дошмандары өсөн Аллаһы Тәғәләнән етмеш тапҡыр ғәфү үтенгән. Әммә! Аллаһынан яңы аят аңлатма ебәрелә. Уның буйынса, ҡайһы бер кешеләр Бер Барлыҡҡа килтереүсенең ғәфү итеүенә лайыҡ түгел һәм улар өсөн ғәфү үтенергә ярамай.
Улар өсөн ғәфү үтенерһеңме, юҡмы, Раббы уларҙы ғәфү итмәҫ, хатта улар өсөн етмеш тапҡыр Аллаһтың ғәфү итеүен һораһаң да; сөнки улар Бер Барлыҡҡа килтереүсегә һәм уның Рәсүленә ышанманы. Аллаһ яуыз һәм аҙғындарҙы тура юлға күндермәй. (Тәүбә сүрәһе. 80 аят).
Улар өсөн Раббының бойороғо шундай: «Уны тотоп, бығаулағыҙ, һуңынан Тамуҡҡа ташлағыҙ һәм уны етмеш терһәк оҙонлоғондағы сылбырға ултыртығыҙ» (69/3-32).
Риүәйәт буйынса, етмеш терһәк – ул ата-бабабыҙ Әҙәмдең буйы. Ә 16 быуат оҙонлоғо үлсәме булараҡ, бер «терһәк (локоть)» 38-46 сантиметр тәшкил итә. Тимәк, ата-бабаларыбыҙҙың буйы, уртаса алғанда, 2 метр 66 һәм 3 метр 22 сантиметр булған. Ғалимдар әйтеүенсә, атланттар шундай буйлы булған.
Ни өсөн 70 һаны ғәфү итеү һәм язалау символына әйләнә? Күрәһең, был һан менән берҙән-бер Хаким кешене Аллаһ ҡанундарына тоғролоҡ һынап ҡарарға теләй. Үҫеп еткәс, ир – егет булып, үҙенең үҫешенең һәм аң кимәленең иң юғары нөктәһенә етә (Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Әҙәмдең буйы етмеш терһәк) хәҙер үҙеңдең юлыңды үҙең һайла. Изгелек юлы менән барһаң, Аллаһы Тәғәләнең ғәфү итеүен алырһың, яуызлыҡ юлы менән барһаң, Аллаһның ҡаты язаһына лайыҡ булырһың.
Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һәр ваҡыт доға ҡылып: «Эй, Аллаһ! Мин Һинән мине көсһөҙлөк һәм ҡурҡыуҙан, ялҡаулыҡтан һәм ҡомһоҙлоҡтан, аҡылһыҙлыҡтан һәм дәрт-дармандан һаҡлауҙы һорайым» (Мөслим. Зекер, 50). Аллаһтан оло йәштәгеләргә хас булған бөтә кире күренештәрҙән һәм етешһеҙлектәрҙән һаҡланыуҙы һораны.
Әммә бының менән бергә бер кем дә кеше ғүмере ағасының ҡартайыуын һәм һүрелеүен туҡтата алмай. Мөхәммәд (Аллаһ уны фатихалаһын һәм сәләмләһен) тап шуға баҫым яһай: «Эй, Аллаһ ҡолдары! Ауырыуҙарҙан дауаланығыҙ, сөнки Аллаһы Тәғәлә һәр ауырыуҙан, ҡартлыҡтан башҡа, дарыу яһаған. (Әбү Дауд, Тб, 1; Тирмизи, Тб 2). Бына шулай, ҡартайыу процесы кире ҡайтарылмай, һәм уны туҡтатыу мөмкин түгел тиерлек. Шуға күрә ҡартлыҡ килгәнсе үк һәр кем тормош капиталын рациональ файҙаланырға тейеш, йәғни мөмкин тиклем күберәк тәҡүә эштәр башҡарырға тейеш. Бер хәҙистә, тормоштоң иң юғары нөктәһенә еткәс тә, тормошта изге эштәр башҡармайынса ҡартайғандар тураһында, улар Аллаһ алдында бер ниндәй ҙә һылтау таба алмаясаҡтары тураһында хәбәр ителә. Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм әйткәнсә (Аллаһ уны фатихалаһын һәм сәләмләһен): «Аллаһ алтмыш йәшкә еткәндәрҙе аҡлау хоҡуғынан мәхрүм итте». (Бохари, Рикак, 5)
Шуны оноторға ярамай: физик тән ҡартайһа ла, көсөн юғалтһа ла, кешенең йәне мәңгелек һәм тарҡау түгел. Кеше тәбиғәте шундай: ул үлергә теләмәй, ҡартайырға теләмәй. Мөхәммәд әйткәнсә (Аллаһ уны фатихалаһын һәм сәләмләһен): «Ҡарттың йөрәге бер ҡасан да ике нәмәгә ҡарата ҡартаймай: мәңгелеккә ынтылыш һәм байлыҡ туплау». (Мөслим, Зәкәт, 113, 114) Кешелектең ата — бабаһы Әҙәм пәйғәмбәрҙе алдау өсөн (Аллаһ уны фатихалаһын һәм сәләмләһен), шайтан кеше тәбиғәтендәге көсһөҙлөктө — үлемһеҙлеккә өлгәшеү өсөн файҙалана. Ҡөрьәндә: «Әммә шайтан уға шыбырлап: «Әй, Әҙәм! Мин һиңә мәңгелекте һәм хакимлыҡты күрһәтмәйемме, был бөтмәй торғанды(бер ҡасан да)?«Та ха, 20/120
Тәү ҡарашҡа, ҡартлыҡта кешенең физик көсө һәм тойғолары көсһөҙләнгәндән һуң, оҙон ғүмер теләге лә көсһөҙләнергә тейеш, әммә барыһы ла киреһенсә бара. Ә ысын тормоштоң теге донъяла булыуын һәм тап ошоға әҙерләнеүен яҡшы белгән кешеләр өсөн үлем — ул йәнде физик тәндең тығыҙ тышсаһынан азат итеү һәм уның сикһеҙ донъяларға осоуы. Ә ҡартлыҡ — яңы, ысын тормош башланған һуңғы баҫҡыс.
Теләктәребеҙҙән инде:
Ағарған сәстәрҙе йолҡоп алмағыҙ! Сөнки кеше мосолман булған сағында һәр ағарған сәс, уның ҡубҡан көнөндә уның өсөн яҡтылыҡ буласаҡ. Был сәс арҡаһында бер гонаһ кисереләсәк, бер сауаб бүләк ителәсәк. (Тирмизи)
Ағарған сәстәрҙе йолҡоп алмағыҙ! Был мосолмандың яҡтылығы. (Тирмизи)
Йәшен йәшереү өсөн аҡ сәстәрен йолҡандарға, Ҡиәмәт көнөндә был сәстәре уларға ҡаҙар өсөн һөңғө булыр „. (Дейлеми)
“Мосолман булараҡ сәсе һәм һаҡалдары ағарған кеше ғәфү ителәсәк». (М. Раббани)
Хәҡиҡәтте аңлаған һәм Раббыларын тапҡан ҡарттар ни тиклем бәхетле! Оло йәштәгеләрҙең ысын хаҡын белгән һәм уларға лайыҡлы хөрмәт күрһәткән кешеләр ни тиклем бәхетле!
Һеҙҙең тормош көндәрегеҙ сағыу һәм йылы булһын! Һеҙҙе яҡындарығыҙҙың йылылығы һәм хәстәрлеге уратып алһын, балаларығыҙ һәм ейән -ейәнсәрҙәрегеҙ уңыштары менән ҡыуандырһын. Аллаһы Тәғәлә барығыҙға ла яҡшы һаулыҡ, бәхет һәм оҙон ғүмер бирһен!
Тыуған көнөңдә Аллаһ йөрәгеңә барыһына ҡарата мөхәббәт һәм шатлыҡ яҡтылығын ебәрһен, күп йылдар буйына бәхетле, изге тормош насип итһен. Изге теләктәребеҙҙе Аллаһ һеҙгә еткерһен һәм һеҙгә ҡарата яҡындарыңдың именлеген, татыулығын, муллығын һәм иғтибарын теләйбеҙ. Ҡөрьәнде ҡушыуҙарын боҙмағыҙ, яҡшы кешене үҙегеҙҙә һаҡлағыҙ, ғаиләгеҙҙе яратығыҙ һәм изге эштәр ҡылығыҙ.
Был айҙың изге көндәре һеҙҙең һәм яҡындарығыҙ өсөн өмөт һәм Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтен күрһәтеү көндәре булһын.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, көндәлек эшмәкәрлектә рухи һәм физик көстәр бирһен.
Аллаһы Тәғәләнең һеҙгә ҡарата ризалығы булып, ошо изге айҙа башҡарылған изге эштәрегеҙҙе ҡабул итһен һәм арттырһын.
Һеҙгә тыныслыҡ, Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәте һәм уның фатихаһы!.