Азан — аҙан әйтеү һәм уның мәғәнәһе

 

     «Аллаһу Әкбәр» — «Аллаһ Бөйөк» — 4 мәртәбә.

     «Әшһәдү әллә иләһә иллаллаһ» — «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, тип шаһитлыҡ ҡылам» — 2 мәртәбә.

     «Әшһәдү әннә Мәхәммәдәр-рәсүлүллаһ» — «Мөхәммәд (саллаллаһу гәләйһис үәс-сәлләм) — Аллаһ Тәғәләнең рәсүле, тип шаһитлыҡ ҡылам» — 2 мәртәбә.
     «Хәййә ғәләс-сәләәһ» — «Намаҙға барығыҙ» — 2 мәртәбә.
     «Хәййә ғәләл фәләәх» — «Уңышҡа ирешегеҙ» — 2 мәртәбә.
     «Аллаһу Әкбәр» — «Аллаһ Бөйөк» — 2 мәртәбә.
     «Лә иләәһә илләллаһ» — «Аллаһынан башҡа илаһ юҡ» — 1 мәртәбә.
   Иртәнге намаҙҙа «Хәййә ғәләл фәләәх» тигәндән һуң 2 мәртәбә «Әссаләту хайрум минәннәүм» — «Намаҙ йоҡоға ҡарағанда яҡшыраҡ» тип әйтелә.
Ҡамәт әйткәндә «Хәййә ғәләл фәләәх» тигәндән һуң, «Ҡад ҡамәтис-саләһ» — «Намаҙ башланды», — тип 2 мәртәбә әйтелә.
   Ҡамәт аҙанға ҡарағанда тиҙерәк әйтелә. Аҙан һуҙып һәм тирә-яҡтағы бөтә мосолмандар ҙа ишетһен өсөн ҡысҡырып уҡыла.

   Ҡөрйән Кәрим: «Эй, һеҙ, иман килтергән бәндәләр! Әгәр йома көн йома намаҙына саҡырып аҙан булһа, Аллаһ Тәғәләнең зекере булған йома намаҙын үтәү өсөн мәсеттәргә ашығығыҙ, донъя мәшәҡәттәре, һатыу-алыу кеүек эштәрегеҙҙән туҡталып тороғоҙ. Әгәр белһәгеҙ, был һеҙҙең өсөн һауаплыраҡ үә яҡшыраҡ. Намаҙ тамам булғас, мәсеттәрҙә йәмәғәт менән йома намаҙын үтәгәс, ер йөҙөнә таралығыҙ һәм Аллаһ Тәғәләнең фазлы рәхмәтен, йомартлығын эҙләгеҙ. Аллаһ Тәғәләне йыш иҫкә алығыҙ, бәлки һеҙ бәхетле булырһығыҙ!».

   Ҡөрйән Кәрим: «Аллаһ Тәғәләнең берлегенә һәм барлығына ысын күңелдән ышанып, телдәре менән Ләә иләһә илләл-лаһу Мүхәммәдүр-рәсүлүл-лаһ» – кәлимәһе әйтеп иман килтергән һәм ғилем,белем үә мәғрифәткә эйә булғандарҙы Аллаһ Тәғәлә юғары һәм бөйөк урындарға күтәрә. (Мүжәдәлә сүрәһе – 11).

   Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйткән: «Һеҙ Ҡыйәмәт көнөндә, мәхшәр майҙанында исемдәрегеҙ һәм атайҙарығыҙ исеме менән саҡыраласаҡһығыҙ. Исемдәрегеҙҙе матур, күркәм, гүзәл мәғәнәлеләрҙән ҡушығыҙ».

   «Шәғбан айының ун бишенсе кисен, төндә ғибәҙәт ҡылып уяу үткәрегеҙ һәм көндөҙ нәфел ураҙаһы тотоғыҙ. Сөнки был кистә Аллаһ Тәғәлә үҙенең рәхмәт үә мәғфирәтен ергә йүнәлтер һәм әйтер: Кем гонаһыларын ғәфү ителеүен теләп истиғфар ҡылһа, Мин уларҙың гонаһыларын кисерермен, кем ризыҡ һораһа, ризыҡландырырмын, кем сәләмәтлек һораһа, ауырыуына шифа бирермен».

   «Бер кеше ауырлыҡа ҡалғанда, бәлә-ҡазаға ирешкәндә доға бәрәкәтендә ул ауырлыҡтан ҡотолоуға ирешеүҙе теләһә, иркен һәм рәхәт ваҡытында күп доға ҡылһын».

   «Раббығыҙ оялсан һәм йомарт. Әгәр бәндә ике ҡулын күтәреп саф күңелдән ҡулдарын Аллаһ Тәғәләгә һуҙып доға ҡылһа, уны буш ҡалдырыуҙан Аллаһ Тәғәлә ояла, йәғни доғаһын ҡабул ҡыла, хәжәтен үтәй».