Башҡортостанда булған ер тетрәүҙәре

                                 Башҡортостанда булған ер тетрәүҙәре
     Республика территорияһында билдәле булған тәүге ер тетрәү 1549 йылға ҡарай, ул Шишмә районында булған, тетрәнеүҙәр көсө 8-9 балға еткән. 1837 йылда магнитудаһы яҡынса 4 булған ер тетрәү теркәлгән, 1901 йылда — яҡынса 5 балл. Иң көслөһө тип 1914 йылдың 4 (17) авгусындағы Бәләбәй ер тетрәүе иҫәпләнә, магнитудаһы 5.5–6.0, эпиүҙәктә интенсивлығы 6-7 балл, ул Ҡазандан Ырымбурға тиклем һиҙелгән.
     1957 йылдан сейсмокүренештәрҙе системале иҫәпкә алыу башлана. 60 йыл эсендә Белоҡатай, Ҡыйғы, Салауат, Дыуан, Учалы һәм Әбйәлил райондарында 20-нән ашыу һиҙелерлек ер тетрәү теркәлгән, әммә улар барыһы ла көсһөҙ булған. 1990 йылда тәрәнлектәге ярыҡ активизацияһы менән бәйле Кукшик ер тетрәүе булған, магнитудаһы 4,6, тетрәнеү тәрәнлеге 33 км.

     2005 йылдың 30 мартында Шишмә районы Аров ауылында кискеһен 3-4 балл көсөндә тетрәнеүҙәр һиҙелгән: иҙән тирбәлгән, рәсемдәр ҡолаған, һауыт-һаба шылтыраған, бер йортта түшәм плиталары араһында ярыҡ барлыҡҡа килгән. Сәбәбе — өҫлөк шылыуы буйынса тектоник хәрәкәттәр.
     Иң яҡшы өйрәнелгән ер тетрәү 2011 йылдың 11-12 мартында Мәләүез районында булған. Эпиүҙәк Мәләүездән 25 км төньяҡ-көнбайыштараҡ Петропавловка ауылы эргәһендә урынлашҡан. Магнитудаһы 3,6 тәшкил иткән, тетрәнеү тәрәнлеге 10 км. Тетрәнеүҙәр Мәләүездең төньяҡ һәм көнсығыш өлөштәрендә, шулай уҡ Шәрипов, Ҡыҙрай, Ҡусҡар, Смаҡ, Арыҫлан, Төкмәк, Бәҫермән ауылдарында һиҙелгән. Йорттарҙа китап кәштәләре ҡолаған, йыһаз хәрәкәткә килгән, Араҫлан ауылының 59 йортонда газ авариялы рәүештә һүндерелгән, әммә емерелеүҙәр һәм ҡорбандар булмаған. Сәбәбе — ғәрәп һәм һинд плиталары ҡыҫыуы арҡаһында ярыҡтар активизацияһы.
     2012 йылдың октябрендә Бөрйән районында кешеләр һиҙмәгән тетрәнеү теркәлгән — был геодинамик боҫоҡсолоҡтар булған. Шул уҡ йылдың сентябрендә Учалы кешеләре ер тетрәү һиҙгән. 2013 йылдың 6 апрелендә һуңғы тиҫтә йылдарҙағы иң көслө магнитудаһы 5,3 булған ваҡиға булған. 2015 йылда тағы бер һиҙелерлек ер тетрәү теркәлгән.
     2018 йылдың 5 сентябрендә Өфө һәм ҡайһы бер райондар кешеләре магнитудаһы 5,4 булған тетрәнеүҙәр һиҙгән, әммә эпиүҙәк Силәбе өлкәһендә урынлашҡан. 2023—2024 йылдарҙа сейсмологтар көнсығыш райондарҙа, Уралға һәм Ҡаҙағстан сигенә яҡыныраҡ, магнитудаһы 0.7–2.1 булған көсһөҙ тетрәнеүҙәр теркәгән.
     2026 йылдың 5 февралендә 17:53 сәғәттә (өфө ваҡыты) Күмертауҙан 20 км көньяҡ-көнбайыштараҡ магнитудаһы 3,0 булған ер тетрәү теркәлгән, тетрәнеү тәрәнлеге ни бары 3 км тәшкил иткән.
     Магнитогорск ҡалаһында (Әбйәлил районы менән тығыҙ сиктәш) һуңғы йылдарҙа бер нисә һиҙелерлек ваҡиға булған. 2018 йылдың 5 сентябрендә төнгө 03:58 сәғәттә магнитудаһы 5.4–5.5 булған ер тетрәү Катав-Ивановск районында (Башҡортостандың күршеһе) Мулдаҡай ауылы эргәһендә булған. Эпиүҙәк Магнитогорск ҡалаһынан 158 км алыҫлыҡта урынлашҡан, әммә ҡаланың айырым райондары кешеләре тирбәлеү һәм калтырау һиҙгән. Катав-Ивановскиҙа кафель ҡолаған, стеналар ярылған. 2018 йылдың 15 ноябрендә шул уҡ урында тағы бер ер тетрәү булған, көсһөҙөрәк, әммә Катав-Ивановск халҡы һиҙелерлек тетрәнеүҙәр тураһында хәбәр иткән, ә Магнитогорскиҙа һәм Трехгорныйҙа тирбәлештәр ҡабат һиҙелгән. 2024 йылдың 29 октябрендә иртәнге 8:13 сәғәттә магнитудаһы 3,1 булған ер тетрәү Магнитогорсктан төньяҡтараҡ булған, әммә халыҡ уны һиҙмәгән — тетрәнеүҙәрҙе тик приборҙар ғына теркәгән.
     Әлеге ваҡытта Башҡортостанда үҙ сейсмостанциялары юҡ. Һуңғы станция 1970-се йылдарҙа Иҫке Өфөлә эшләгән, әммә уны япҡандар. Мәғлүмәттәр күрше төбәктәрҙең — Ырымбур өлкәһе, Пермь крайы, Силәбе өлкәһе һәм Татарстан станцияларынан килә.
     Мөһим нюанс: Ғалимдар ул ваҡытта Уралда сейсмик ваҡиғалар «берәм-берәм» характерҙа һәм көслө ҡабатланған тетрәнеүҙәр булмаясаҡ, тип белдергәйне. Ләкин тарих икенсене күрһәтте. Ер тетрәнеү һөҙөмтәһе арҡаһында Әбйәлилдә буласаҡ экологик катастрофаның сығанағы булып РМК-ның әле төҙөлмәгән Салауат ГОК-гы булыуы ихтимал.