Бүгәс (Пугачёв)

   Элек Ҡотан ауылы тапҡырындағы Иҙел аръяғы башҡорт ере булған, шунан бер ваҡыт Вознесенский исемле рус кешеһе килеп башҡорттарҙан ер һораған:
   — Миңә бер үгеҙ тиреһе ҙурлығында ғына ер бирегеҙ, — тигән.
Башҡорттар:
   — Ал әйҙә, ал, — тиешкәндәр.
   Шунан теге Вознесенский килеп килешеү ҡағыҙы яҙышҡан да, бер үгеҙ тиреһен тун атып, телгеләп һуҙған, ти. Шулайтып был егерме биш дисәтинә ерҙе биләгән дә алған, ти. Шунан ул завод һала башлай. Был баҡыр иретеү заводы була Руданы Дубинскиҙан килтергәндәр.
Ул килеп аҙмы-күпме ултырыуы булған, башҡорттар баш күтәргән. Юлай Аҙналин үҙенең улы Салауат менән Имән йорт ауылында һуғышып, ошо яҡҡа юл тотҡандар. Бүгәс Кананикольск заводын емереп килә ята икән. Улар бейек тау башынан таш мәсетте туптан атып емерттерә башлағандар. Шунан ғына кемдер белеп ҡалын, атыуҙы туҡтаттыра. Шулай итеп, беҙҙең ауылда борон Бүгәс батша, Салауат, уның атаһы Юлай Аҙналин булған. (Улар атҡан тун йәҙрәләре элек бик кун табыла ине. Бына береһе әле дә бар, ауырлығы 400 грамм.)
   Шунан Бүгәс бынан бер саҡрым самаһындағы Вознесенский заводына юл тотоп, ут менән уртәп, яндырып киткән.
   Ҡотандан һуң Бүгәс Өфө яғына юл тотҡан.

                        Салауат менән Пугачевтың дуҫлашҡаны

   Салауат батырҙың атаһы Юлай ҡарт волость старшинаһы була. Уралға батша Петр Федорович (Пугачевты шулай атағандар) килеп сыҡҡас, Юлай үҙенең башҡорттарына:
   — Тыуған төйәкте йәбер-золомдан ҡотҡарырға кәрәк, — ти...
Башҡорттар шунда, атлы ғәскәр төҙөп, Салауатты баш итеп һайлайҙар ҙа Пугачевка ебәрәләр . Пугачев ул саҡ Ырымбурҙы ҡамап тора икән. Ҡалаға туҡһан саҡрымдай ҡалғас, Салауат Пугачев ғәскәрен күрә. Батшаны нисек табырға, тип һораша ла Пугачевка китә. Пугачев:
   — Башҡорттар ҙа минең менән булғас, бик шәп булды әле. Рәхмәт! — тип, бик ҡыуанып ҡаршы ала.
   Шунда уҡ Салауатты полковник итеп тәғәйенләй ҙә башҡорттарҙы тағы ла күберәк йыйып килтерергә ауылдарға сығарып ебәрә.
   Салауат атлылары Ырымбур эргәһендә батша ғәскәрҙәренә ҡаршы рус казактары менән бергәләп һуғышалар, һуғыштан һуң Салауат Пугачев менән бергә Елдәк крепосына барғанда, былар һөйләшеп китәләр. Пугачев уға әйтә:
   — Һин, Салауат, ҡыйыу батыр икәнһең, — ти.
Шулай итеп улар, Салауат Юлаев менән Емельян Пугачев, бик ныҡ дуҫлашып китәләр.

Башҡорт халыҡ ижады. Икенсе том.pdf ссылка //kitaptar.bashkort.org/files/%D0%91%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82%20%D1%85%D0%B0%D0%BB%D1%8B%D2%A1%20%D0%B8%D0%B6%D0%B0%D0%B4%D1%8B.%20%D0%98%D0%BA%D0%B5%D0%BD%D1%81%D0%B5%20%D1%82%D0%BE%D0%BC.pdf