Ваһһабиттарға ҡаршы көрәш кәрәкме?
Бөгөнгө көндәрҙә, донъяның аҫты өҫкә әйләнергә торғанда арабыҙҙағы ваһһабит иптәштәргә ҡаршы көрәш кәрәкме? Кемдәр улар һәм арабыҙҙа уларҙың роле? Беҙ, Ислам динебеҙҙә, шәриғәт ҡанундарын һәм Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм сөннәтен ҡаты рәүештә үтәргә тырышҡан кешеләргә, бигерәктә йәштәргә «ваһһабиттар» тип ҡушамат тағырға тырышабыҙ. Төрлө китабтар уҡып, видео мәғлүмәттәр ҡарап, диндә юнле белеме булмаған өйрәтеүселәр менән аралышып, динебеҙҙең асылына төшөнөргә тырышҡан йәштәр тәү мәлдә, был планда радикал ҡарашта була. Мин үҙемдә дин тота башлағас, шулайыраҡ булдым, хатта, мәҫәлән динебеҙҙең бер нәмәһендә белмәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, райондың йыл аҙағы йыйылыштарында, артҡы рәткә ултырырға, ҡыуҙым... Читать далее
Архив метки: ваһһаб
Ваһһабсылыҡта ғәйепләүҙәре, Бирғәлин...
Ваһһабсылыҡта ғәйепләүҙәре, Бирғәлин…
Айнур Бирғәлинде кем «Ваһһабсылыҡта ғәйепләүҙәре илар хәлгә еткерә һуң»? Әйҙәгеҙ ҡыҫҡа «обзор» эшләп алайыҡ. Был мәғлүмәт Казань ҡалаһы «Азатлыҡ радиоһы»нда, Айнур Биргалин: «Ваһһабчылыкта гаепләүләре елар хәлгә җиткерә» исемдә баҫылды һәм Уфаның «Коммерсант» гәзитендә «Девять имамов против одного муфтия» тигән мәҡәләһендә. Бына Казань гәзитенә ссылка: https://nazir1965.com/bez-rubriki/ajnur-birgalin-va%d2%bb%d2%bbabchylykta-gaepl%d3%99%d2%afl%d3%99re-elar-x%d3%99lg%d3%99-%d2%97itker%d3%99.html#more-10603
Был матбуғатҡа Бирғәлин үҙен традицион дин яҡлы тип комментарийҙар бирә, ә шулай булғас ни эшләп ДУМ РБ үткән Мәүлид байрамында Башҡортостан халҡын ҡотламаны? Ни эшләп Мәүлид үткәрмәне? Ауылында 600 баш ҡорбан салды меңләгән кеше йыйып, ә Мәүлидкә ваҡыты булманы? Мәүлид менән барыһы ла ҡотланы, хатта Рамзан Ҡадыров шул көндә тыуған малайға 100 мең бирәм тине. Ана Сауд Ғәрәптәре уны Мәккә, Мәҙинә, Джидта ҡалаларында нисек үткәрә, видеоларҙы һалдым бит. Ни эшләп Зәйнулла ишан көндәре үткәрелмәй? Читать далее