Ҡатын-ҡыҙ, Иман һәм Азатлыҡ
Ҡәрҙәштәр, әйҙәгеҙ бөгөн күптәрҙең күңелен борсоған бер тема тураһында һөйләшәйек. Беҙ күрәбеҙ: беҙҙең заманда, XXI быуатта, ҡатын-ҡыҙ диндә лә, йәмғиәттә лә ситтәрҙән килгән аңлатмалар ситлегенә ябылған. Уның йомшаҡлығы, кәмселеге тураһындағы фекерҙе беҙгә даими һеңдерәләр, уның өлөшө — аш бешереү һәм бала табыу, тиҙәр. Ә был идея ҡайҙан килеп сыҡҡан? Аллаһ уны шулай яратҡанмы? Әллә быуаттар буйы ир-ат, дини текстарҙы ҡалҡан итеп, үҙҙәренә хакимлек һәм ҡол өҫтөнән хужа булыуҙы беркетеп, ә беҙ, аңра мал кеүек, уларҙың һүҙҙәрен Ҡөрьәндең үҙенән килгән хәҡиҡәт итеп ҡабул иткәнбеҙме?
Үткән вәғәҙҙә лә: Ҡатын-ҡыҙ: «Ҡөрьәндән алып башҡорт далаларына тиклем» тигән вәғәҙҙә ҡатын-ҡыҙҙың донъя тарихында ниндәй бөйөк роль уйнағанын әйтеп үттек. Шуға дауам итеп, мәҫәлән Мысыр менән идара иткән, бөйөк империялар яҙмышын үҙ ҡулында тотҡан Клеопатра батшабикәне иҫкә төшөрөгөҙ. 17 йәшендә ғәскәрҙе етәкләп, Йөҙ йыллыҡ һуғыш барышын үҙгәрткән Жанна д'Аркты иҫкә төшөрөгөҙ. Кәмһетелгән намыҫы өсөн үс алып, өс Рим ҡалаһын ер йөҙөнән юйған Боудикканы иҫкә төшөрөгөҙ. Утыҙ йыл буйы португал колонизаторҙары менән һуғышҡан, уларға тыныслыҡ шарттарын үҙе диктовать иткән Ндонго королеваһы Анна Н'Зингуны иҫкә төшөрөгөҙ. Миҫалдар бихисап, һәм уларҙың барыһы ла быны иҫбатлай: ҡатын-ҡыҙ көсө — ул миф түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙы йомшаҡ һәм бойондороҡло итеп күрһәтеү үҙенә отошло булғандар өсөн хаҡлыҡты йәшерергә тырышҡан ысынбарлыҡ. Читать далее
