Балаларға тәүфиҡ теләү доғалары
Ильшат хәҙрәт Хафизинең «Балаларға тәүфиҡ теләү доғалары» китабының интернеттәге pdf (пдф) варианты.
Хәйерле бала ҡыла торған доға.
رَبَّنَا اغْفِرْ لِي وَلِوَالِدَيَّ وَلِلْمُؤْمِنِينَ يَوْمَ يَقُومُ الْحِسَابُ
«Раббәнәғфир лии үә лиүәлидәййә үә лилмүьминиинә йәүмә йәҡуумүл-хисәәб».
«Эй Раббыбыҙ! Хисап һораласаҡ ҡиәмәт көнөндә мине, ата-әсәмде һәм бөтөн мөьминдәрҙе ғәфү әйлә». Ибраһим сүрәһе, 41 аят.
Йә Раббым, Балаларыбыҙҙы Үҙеңә итәғәт итеүселәрҙән, ғибәҙәт ҡылыусыларҙан, фарыз һәм сөннөт ғәмәлдәрен үтәүселәрҙән, ғибрәт алыусыларҙан, ҡәнәғәт булыусыларҙан, ниғмәттәренең ҡәҙерен белеүселәрҙән, күп зекер ҡылыусыларҙан булһалар ине.
Йә Раббым, уларға әҙәплелек, һиҙәйәт, зирәк аҡыл, ғилем бир. Ислам динен куәтләүсе, оятты белеүсе, әҙәпле, инсафлы, тәрбиәле, ғәҙел, тырыш, маҡсатлы, саф күңелле, йомарт, сабыр, ғәҙел, егәрле, оҫта ҡуллы булһалар ине. Уҡыуҙарында асыҡ зиһен, тел байлығы, тел асҡыстары бир. Уҡытыусыларына, остаздарына, иптәштәренә, бөтә кешеләргә матур итеп, яғымлы итеп күрһәт. Эске күңелдәре, тышҡы ҡиәфәттәре һәр ваҡыт матур ҡыл.
Йә Раббым, атай-әсәйҙәрен, ололарҙы хөрмәт итеп, кеселәргә шәфҡәтле, мәрхәмәтле, кешеләргә файҙалы, ярҙамсыл булырға насип ит.
Йә Раббым, ҡайғы- хәстәр килтермәһендәр, күҙ йәштәре түктермәһен. Балаларыбыҙға хәйерле хәләл кәсептәр, яҡшы оҙон ғүмер бир, Раббым. Уларҙың ҡыуаныстарын күреп, шатлыҡ — һөйөнөстәр менән йәшәргә насип ит. Амин.