Таҡмаҡтар

Ниңә бәреләләр икән
Болоттарға болоттар?
Ниңә тиҙ үтәләр икән
Бергә булған минуттар?

Оса ҡаҙҙар, оса ҡаҙҙар,
Оса ҡаҙҙар Донбассҡа.
Мин дә уйлап торам әле
Шул ҡаҙҙарҙан ҡалмаҫҡа.

Ҡыҙыл-ҡыҙыл бөрлөгәндәр
Юл буйына теҙелгән.
Булмаҫ инде минең кеүек
Һеҙҙең өсөн өҙөлгән.

Сәс үргесем, сәс үргесем,
Сәсемде үрер өсөн.
Таһир үлгән Зөһрә өсөн,
Мин үләм һинең өсөн.

* * *
Ишек алды аҡ балсыҡ
Бата күрмә, атлап сыҡ.
Һин дә минән артыҡ түгел,
Бер аҙ ғына маҡтансыҡ.

Йәйгә сыҡһаң йыярһың,
Ҡыҙыл бөрлөгәндәрҙе.
Нисек итеп онотайым
Бергә йөрөгәндәрҙе.

Беҙҙең кашауай бәләкәй,
Икәү һыярлыҡ түгел.
Беҙҙең күңел аҙған инде,
Кеше тыярлыҡ түгел.

Баланы беҙ үҫтерәбеҙ,
Аҡылын Алла бирә.
Әллә яҡшы, әллә яман,
Уны кем генә белә?

Ғүмер буйы йүгергәнгә
Һыҙлай аяҡ табаным.
Уныһына әрнемәйем,
Зая үтте заманым.

Аламалыҡтар күргәндә
Өҙөлөп төшә йөрәгем.
Был хәсрәттәргә түҙә алмай

Мин, ахыры, үләрмен.

Ниндәй кәңәштәр бирһәм дә,
Мине уҫал, тинегеҙ.
Мин үләрмен, һеҙ ҡалырһыҙ,
Рәхәт ғүмер итегеҙ.

Сабырлығым — инәйемдән,
Аҡылды биргән атам.
Таҙалыҡты һәм зиһенде
Тартып алмаһын Аллам.

Һеҙҙән бер ни кәрәк түгел,
Бары бер генә теләк.
Иптәштәреңдән көнләшеп,
Донъя көтөргә кәрәк.

Балаларыма рәхмәт,
Биткә ҡара яҡмайҙар.
Көнө-төнө эшләйҙәр,
Иҫәңгерәп ятмайҙар.

Асылы тәрән икән,
Йөҙөүе уңай икән.
Минең эстәрем өҙөлә,
Һеҙҙең дә шулай микән?

Һыу инәм тип төшкән инем,
Асылы һыуы һалҡын.
Ҡысҡырып йырлап ебәрәм,
Эсем тулы ут-ялҡын.

Асылыла йөҙгәндә,
Кинәнеп ишкәк ишкәндә.
Ҡысҡырып йырлап ебәрәм,
Һеҙ иҫемә төшкәндә.

Мин ултыртҡан ағастарҙың
Тамырын ҡоротмағыҙ.
Әле онотмаған кеүек,
Үлгәс тә онотмағыҙ.

Тормош юлдары бик ауыр,
Түҙһәң еңергә була.
Бәхетте һәм мөхәббәтте
Беркетеп тора бала.

Һеҙҙән бер ни кәрәкмәй,
Хәл белһәгеҙ — шул етә.
Балаларым ҡайтыр, тиеп,
Йөрәк һаман да көтә.

Ишек алдым йәшел сирәм,
Аттарҙан кимертмәгеҙ.
Тороп ҡалдым яңғыҙ башым,
Хаттарһыҙ тилмертмәгеҙ.

Баҫма һалдым тар ергә,
Тал тамыры бар ергә.
Осоп барып ҡайтыр инем
Балаларым бар ергә.

Мин ағастар күп ултырттым,
Һандуғастар ҡунһын тип.
Мин булмаһам һеҙ ҡайтҡанда,
Һайрап ҡаршы алһын тип.

Алмағасым алмалана,
Сейәләр сейәләнә.
Үҙ бәхетең булһа ғына,
Сәстәр сәскә бәйләнә.

Һин үҫтерҙең улыңды,
Мин үҫтерҙем ҡыҙымды.
Ике ара татыу булһын Бир,
ҡоҙағый, ҡулыңды.

Иҫке Яппар таҡмаҡтары

Иҫке Яппар ауылында
Күтәрелде ел-дауыл.
Булма матур, бул бәхетле,
Бәхетһеҙлектәр ауыр.

Иҫке Яппар шуға матур,
Тау битләүендә генә.
Яндарыңа килер инем
Хаттар эсендә генә.

Иҫке Яппар, Яңы Яппар
Уртаһында фабрик.
Беҙҙән һеҙгә, һеҙҙән беҙгә
Булһын ҡотлау-тәбрик.

Беҙҙең Яппар баҫыуында
Йәшелләнә һуғандар.
Йәшелләнгән һуғандарҙай
Йәшәгеҙ һеҙ, туғандар.
***
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Миңлегөл.
Ауыр хәбәр ишетһәгеҙ,
Хәлдәремде килеп бел.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Сәлихйән.
Ҡатыныңды айырып ебәр,
Телдәренән ялыҡһаң.

Шәрип ауыл урамында
Ағас күпер һалғандар.
Беҙ айырылдыҡ та һарғайҙыҡ,
Һарғаймаһын ҡалғандар.

Ярыштауҙың баштарында
Ике ҡайын бер төптә.
Икебеҙ ике яҡтарҙа,
Һағынмайбыҙ бөртөк тә.
***
Айҙар ғынайым да, вайҙар ғынайым,
Беҙ ултыртҡан кукуруздар
Сәскә ата, ғынайым.
Ал итә, итә, итә,
Гөл итә, итә, итә,
Янығыҙға килеп индек
Ял итә, итә, итә.

Алай итеп, былай итеп,
Үтә беҙҙең ғүмерҙәр.
Ҡысҡырып йырлап ебәрһәң,
Күтәрелә күңелдәр.

Ҡайыш быу билдәреңә,
Ҡайыш быу билдәреңә.
Сит илдәрҙә күп йөрөнөң,
Ҡайт тыуған илдәреңә.

Ҡайыш быуырһың әле,
Ҡайыш быуырһың әле.
Сит илдәрҙә күп йөрөһәң,
Ялғыҙ ҡалырһың әле.

Тыпыр баҫалаһыңмы,
Тыпыр баҫалаһыңмы?
Кисә баҫҡан эҙҙәреңә
Бөгөн баҫалаһыңмы?

Аяҡтары ялт итә,
Аяҡтары ялт итә.
Йәшлек аҡылдары менән
Ташламам, тип ант итә.

Алмалар бирәм алһаң,
Гөлдәрен бирәм алһаң.
Ҡәҙерҙәрең китәр әле,
Ят ҡулдарына ҡалһаң.

Ҡар урманда ҡараҡ бар,
Абзый, атың ҡарап бар.
Беҙ китәбеҙ сит яҡтарға,
Тыуған яҡты ҡарап ҡал.

Ҡараңғыларға ҡалдым,
Һин бит минең яҡын дуҫым,
Янған уттарға һалдың.

Иҫкән елдәр иҫә инде
Ҡалын шәл ябынһам да.
Мин барып күрә алмам инде,
Өҙөлөп һағынһам да.

Иҫә елдәр, етә көҙҙәр,
Иҫкән елдәр файҙаһыҙ.
Төндә күрәм төштәремдә,
Көндөҙ әллә ҡайҙаһыҙ.

Иҫеңдәме, иҫкән елдәр
Һындырҙы гөлдәремде.
Һынған гөлдәргә оҡшатам
Айырылған көндәремде.

Айырым үтә төндәрем,
Айырым үтә көндәрем.
Айырым үтһә лә ғүмерҙәр
Айырылмай күңелдәр.

Айырылдыҡ айғамы?
Айға түгел күпкәме?
Айға түгел, йылға түгел,
Әллә ғүмерлеккәме?

Бергә булдыҡ бер заман
Бергә йәшәүҙәр бер заман,
Айырым йәшәүҙәр яман.

Һары һандуғас тотайым,
Телен нисек отайым?
«Көт мине, ҡайтырмын» — тигән
Һүҙен нисек онотайым?

Һары һандуғас балаһы
Һыу буйында һыу тапмай.
Һыу тапмағас үлән ҡалмай,
Яңғыҙ баштар йәм тапмай.

Һандуғасым, гүзәлем,
Һындырма төн үҙәген.
Тик бер үҙем генә беләм,
Үҙәгем өҙөлгәнен.

Һандуғасты кем ҡурҡытҡан
Ҡунаҡлаған еренән?
Кемдең дә китәһе килмәй
Тыуып үҫкән иленән.

Һандуғасым, бәләкәйһең,
Ҡағынмайһыңдыр инде?
Һин сабырһың, дуҫыҡайым,
Һағынмайһыңдыр инде.

Һары һандыҡ ниңә кәрәк?
Һабын һалырға кәрәк.
Һағынһаң да, һарғайһаң да
Һабыр итергә кәрәк.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Саралыр.
Һағыныуым, һарғайыуым
Хат эсендә баралыр.

Хаттар яҙҙым ултырып,
Ҡағыҙ бите тултырып.
Иҫән булһа ҡайтыр әле,
Машинаға ултырып.

Иркәм ярата ине,
Иркәм иркәләй ине.
Иркәм китте алыҫтарға
Кемдәр иркәләр мине?

Минең иркәм бар ине,
Үҙемә тиң, пар ине.
Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле,
Бигерәк матур йәр ине.

Шаян таҡмаҡтар
(Әминева Гәүһәр Мөхитдин ҡыҙы яҙып алған)

Кисә лә эшкә барманым,
Бөгөн дә эшкә барманым.
Башҡайым ауырта — тиеп,
Бригадирҙы алданым.

Бригадир эшкә әйтһә,
Бер ултырам, бер торам.
Аҙна һайын ете сотый
Төшөрөп кенә торам.

Бригадирҙың ҡалҡаны –
Ике генә арата.
Кем ашата, кем эсерә –
Шуны ғына ярата.

Бригадир сәй эсә,
Бал да май алдарында.
Ҡалаҡлап он бүлешәбеҙ
Ҡалдауай яндарында.

Фермала һарыҡ һуйғандар
Билдәмәһе Шакирға (председатель).
Түше, башы, эс-ҡарыны
Сәхибгәрәй һуҡырға.

Бейейек әле, йырлайыҡ әле,
Йыр күңелде аса ул.
Йыр күңелдәрҙе аса ул,
Ҡайғы-хәсрәт баҫа ул.

Ал бәйләйҙәр, гөл бәйләйҙәр
Алдан килгән аттарға.
Һағыныуҙарым, һағыштарым
Барыр микән хаттарҙа?

Ҡыңғыраулы талъян гармун
Кемдәр уйнатыр икән?
Һин булмағас, күңелемде
Кемдәр йыуатыр икән?
***
Ал алъяпҡыс быуалар,
Бауын ҫалындыралар.
Майға ҫалһаң, эт ашамай,
Шулар ялындыралар.
Әрәмәлә эт йөрөй ҙә,
Әрәмәлә эт өрә.
Матурлығы бер ни түгел,
Атлауҙары үлтерә.

Яппар таҡмаҡтары

Еҫле гөл еҫле була,
Еҫле гөл еҫле була.
Еҫле гөлдөң сәскәләре
Гел һинең төҫлө була.

Яратам мин ҡынаны,
Яратам мин ҡынаны.
Яратмаҫ инем ҡынаны,
Һиңә оҡшатам мин аны.

Дим буйында әрәмә лә,
Әрәмәлә ҡарама.
Әгәр һинән көлөр булһа,
Әйләнеп тә ҡарама.

Дәүләкәнгә барған яҡта
Үҫкән икән ваҡ ҡайын.
Тыуған яҡтарыңдан китһәң,
Була икән бик ҡыйын.

Яппар яҡтарына табан
Теҙелеп киткән ҡарағас.
Күңелдәрем тулып китте,
Матур итеп ҡарағас.

Тау буйҙары итәгендә
Үҫеп сыҡҡан бер сейә.
Һөйгән йәре ташлап киткән,
Шуға йәндәре көйә.

Баҡсаларым түр башында
Үҫкән матур алмағас.
Ваҡытыңды буш уҙғарма,
Ник йөрөйһөң алмағас?

Өй артымдағы баҡсамда
Ҡыҙарып бешкәндер миләш.
Яңғыҙ булыуҙары ҡыйын,
Ниңә алманың кәләш?
* * *
Ялтыр-йолтор ут күренә
Әрем араларында.
Әлдә үҙем ирем матур
Әҙәм араларында.
***
Аҡ алъяпҡыс быуалар,
Бауын һалындыралар.
Майға манһаң, эт яламай
Шулар ялындыралар.

Лавкаларға барып кергәс,
Алдым бер кило ҡалас.
Әллә ҡалас, әллә ағас –
Белмәйем йөрәк янғас.

Телеграмм бағанаһын
Шылтыратып ел ҡаға.
Авторитың төшөп ҡалған,
Сдавать ит сельпоға.

Мәкәш таҡмаҡтары

Исемдәре, исемдәре
Исемдәре Исырай.
Аҡ бирсәткә биргән инем,
Ҡараһын тағы һорай.

Исемдәре, исемдәре,
Исемдәре Исырай.
Ауылығыҙҙан йәр һөйһәгеҙ –
Сыҡҡан һайын осорай.

Иҫке Яппар, Яңы Яппар,
Уртаһында ҡарағай.
Ҡәһәр һуҡҡан анау егет
Әйләнеп тә ҡарамай.

Исемдәре, исемдәре,
Исемдәре Рәсилә.
Һөйгән йәрен һатып эскән
1 литр кәрәсингә.

Кәзә һауаһым да бар,
Һыйыр һауаһым да бар.
Өй артына егет килгән –
Анда сығаһым да бар.

Ике лимон, бер әфлисун,
Әфлисуны үҙемә.
Елдән тамған тамсы кеүек
Күренәһең күҙемә.

Алмалары, хөрмәләре,
Ҡыҙарып бешәр әле.
Әле иҫеңә төшмәһә,
Һуңынан төшәр әле.

Ҡараһаң да күренмәй ул,
Беҙҙең Мәкәш соҡорҙа.
Минең яҙған мөнәжәтем
Һеҙгә ҡалһын уҡырға.

Эй, ҡайын ул, ҡайын ул,
Ҡайын урман һайын ул.
Ҡайғы миңдә генә түгел,
Ҡайғы кеше һайын ул.

Ике ҡайын, ҡуш ҡарама,
Иҙел утрауында.
Ҡысҡырамын да йырлайым,
Уйлап ултырамын да.
Үҙем йырлайым, үҙем илайым,
Үҙем бөрлөгән өҙәм.
Хәсрәт даръяһында йөҙәм,
Ауыр булһа ла түҙәм.

Ишек алдым аҡ ҡына,
Аҡ ҡына, ҡыуаҡ ҡына.
Ҡыҙ балаға һүҙ әйтмәгеҙ,
Ҡыҙ бала ҡунаҡ ҡына.

Иртән дә ҡаптым йөҙөм,
Кистән дә ҡаптым йөҙөм.
Йөҙөм сәскәләре кеүек
Яныйым, нурлы йөҙөң.

Баҡсаларҙа ике түтәл,
Береһен аны һин күтәр.
Илама күҙләрең бөтәр,
Йырлап күңелең күтәр.

Ашаһым килмәй минең,
Эсәһем килмәй минең.
Һыу юлында түңәрәк күл,
Төшәһем килмәй минең.

Ҡарурманды әрсегеҙ,
Әрсеп, сәйләр эсегеҙ.
Яныҡайым тыумаҫ борон
Бәйләнгәндер сәсебеҙ.

Әйҙә киттек ҡарурманға
Бөрлөгәнен ашарға.
Мин аҡылдан яҙмағанмын
Бер башлағас ташларға.

Самауыр ҡуйҙым ағартып,
Ҡиблаларға ҡаратып.
Өс көн түгел, өс ай түгел,
Өс йыл йөрөнөм яратып.

Кәкүк-кәкүк тип әйтәләр,
Кәкүк тә — ялан ҡошо.
Моңло-моңло тип әйтәләр,
Моңло — бәхетһеҙ кеше.

Скрипкамдың баштары
Һығыла-бөгөлә башланы.
Һағынмамын тигән инем,
Һарғайта ла башланы.

Һандуғастар ҙа һайрамай,
Һандуғастар ҙа сабыр.
Былай йөрәккәйем янһа,
Көл-күмерҙәргә ҡалыр.

Сын-сынаяҡ алған инем,
Сатнамаҫ тигән инем.
Үҙе һөйгәс һөйгән инем,
Ташламаҫ тигән инем.

Алмы һинең көйәнтәң,
Гөлмө һинең көйәнтәң.
Алмағастарға һөйәләм
Күренер микән һөйәркәм?

Аттың алаһы була,
Ем-ем ҡараһы була.
Хоҙай тәғәлә насип итһә,
Һөйгәс бараһы була.

Тәҙрә төбөм еҫле гөл,
Арлы-бирле бөгөлһөн.
Һинең өсөн өҙөлә эсем,
Минең кеүек түгелһең.

Уйлай күңелем, уйлай күңелем,
Уйлай күңелем барһын да.
Уйлама күңелем барһын да
Әҙерәге ҡалһын да.

Аҡсаларың булған саҡта,
Байлар кеүек йәшәнең.
Инде хәҙер мөлкәт бөткәс,
Бармаҡ һурып йәшәйһең

Фәриҙун таҡмаҡтары

Беҙ Фәриҙун, беҙ Фәриҙун,
Беҙ Фәриҙун бит әле.
Ҫағынырҫың, ҫарғайырҫың,
Йыраҡларға кит әле.

Ҡулыңдағы йөҙөгөңдөң
Әйләндереп кей ҡашын.
Үҙем һөймәй ятҡа бирмәм,
Әйләндерермен башын.

Вагондарҙың ишегенең
Тотҡаһы юҡ тотарға.
Йәшләй генә өҙөлөп ҫөйҙөм
Бирәҫем юҡ яттарға.

Белем тураһындағы таҡмаҡтар

Эй һабаҡташ, һабаҡташ,
Һин, по-нашему, иптәш.
Өфө вузларына керҙең –
Һай, молодец һин, яҡташ.

Киртләс-киртләс теҙелгән
Өфө тауҙары бейек.
Вузға кереп уҡыған
Беҙҙең ҡәрҙәштәр бөйөк.

Өфөләргә барайыҡ та
Вузларына керәйек.
Белемдәргә эйә булып,
Аҡмуллалай булайыҡ.
Элек Өфөгә уҡырға кергәндәрҙе бик хөрмәт итәләр ине, ҙур, абруйлы кеше итеп ҡарайҙар ине.

Бейеүгә саҡырыу-таҡмаҡ

Шыуый-шыуый бейергә
Шыма иҙәндәр кәрәк.
Шыма иҙәндәр өҫтөндә
Быяла өҫтәлдәр кәрәк.

Быяла өҫтәл өҫтәрендә
Сын тәрилкәләр кәрәк.
Сын тәрилкә эстәрендә
Майлы ит булыу кәрәк.

Майлы итте бүлергә
Булат бысаҡтар кәрәк.
Булат бысаҡтар тоторға
Батыр егеттәр кәрәк.

Батыр егеттәр янына
Хур ҡыҙҙары ла кәрәк.
Хур ҡыҙҙары эргәһенә
Аҡ сымылдыҡтар кәрәк.
***
Таҡмаҡҡа ла мин оҫта,
Шаҡмаҡҡа ла мин оҫта.
Бригадир эшкә әйтһә
Мин — ауырыу, мин — ҡаҫта.

Хөсниямал ерҙәр һөрә
Тракторға ултырып.
Һин киткәстин кемгә ҡарим
Күҙҙәремде тултырып.

Педаленә баҫтыниһәң
Тракторҙар ҡуҙғала.
Эйел, башым, түгел, йәшем,
Һине кемдәр ҡыҙғана?

Хөсниямал һыуҙар һала
Радиаторҙарына.
Йырлап-йырлап, яманһыулап,
Сығып ҡарим тыштарға.
***
Алай итеп, былай итеп,
Үтә беҙҙең ғүмерҙәр.
Ҡысҡырып йырлап ебәрһәң,
Күтәрелә күңелдәр.

Алай ҙа бергә-бергә,
Былай ҙа бергә-бергә.
Беҙҙең менән бергә булғас,
Күгәрсен кеүек гөрлә.

Ҡайыш быу билдәреңә,
Ҡайыш быу билдәреңә.
Сит илдәрҙә күп йөрөнөң,
Ҡайт тыуған илдәреңә.

Тыпыр баҫалаһыңмы?
Кисә баҫҡан эҙҙәреңә
Бөгөн баҫалаһыңмы?

Аяҡтары ялт итә
Йәшлек аҡылдары менән
Ташламам, — тип ант итә.

Тыпырҙатып баҫһын ул,
Егет булғас, шулай булһын
Күңелемде асһын ул.

Ҡаҙанғол таҡмаҡтары

Эх, үҙебеҙҙең Ҡаҙанғол,
Ултыртҡан гөлдәр кеүек.
Күтәренке күңелдәрем,
Томанлы көндәр кеүек.

Беҙ Ҡаҙанғол, беҙ Ҡаҙанғол,
Беҙ Ҡаҙанғол бит әле.
Беҙҙең менән һөйләшергә
Права иметь ит әле.

Ҡыҙҙар кейгән алъяпҡысы
Сәскәле лә биҙәкле.
Ҡаҙанғолдоң ҡыҙҙары
Тәртипле лә әҙәпле.

Күк көмбәҙе, күк көмбәҙе,
Аяҙлы ла болотло.
Ҡаҙанғолдоң ҡыҙҙары
Үтә сабыр холоҡло.

Беҙ алай түгел инек,
Беҙ былай түгел инек.
Беҙ еткәндә егет булып
Тәмәке тартмай инек,
Араҡы эсмәй инек.

Шырпы ҡабы, шырпы ҡабы,
Шырпы ҡабы бушаған.
Эскесе, ахмаҡ кешеләр
Шүрәлегә оҡшаған.

Ошо биттәрҙә мөнәжәттәр уҡығыҙ:

https://nazir1965.com/category/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r

Дәүләкән ынйылары китабынан ссылка //kitaptar.bashkort.org/book/daulakan_ynjylary