Әбйәлил районының үҙәге Асҡар ауылы ФОК спорт һарайында грэпплинг — төрлө көрәш төрҙәрен берләштергән ярыш буйынса Башҡортостандың Урал аръяғы турнир сараһы үтте. Был ярыш Башҡортостандың Дини назаратының мосолман йәштәр ойошмаһы ярҙамында ойошторолды. Бер ыңғай мөфтий Ниғмәтуллин Нурмөхәммәт хәҙрәттең урынбаҫары Арсланов Айнур хәҙрәт урындағы имам хатыйбтар менән кәңәшмә үткәрҙе. 14 февраль 2017 йыл.