Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға:
Өйөбеҙҙән «бисмилләһир-рахмәнир-рахим», тип әйтеп сығырға, ғаиләбеҙ һәм балаларыбыҙға хәйерле һәм уңышлы көндәр теләргә тейешбеҙ. Йәйәү йәки машинала киткәндә юлға уҡырға мөмкин булған иң яҡшы доға — «Аятүл Күрси». Ул өс, биш, йә ете мәртәбә уҡылыр. Өйҙән уң аяҡ менән сығып китәбеҙ. Юлда төрлө фажиғалар булыуы мөмкин. Шуның өсөн ғөсөлһеҙ йөрөүҙән һаҡланырға, кәрәк. Һәр ваҡыт Аллаһынан ярҙам һорап йөрөргә ғәҙәтләнергә кәрәк.
بِسْمِ اللَّهِ ، تَوَكَّلْتُ عَلى اللَّهِ وَلا حوْلَ وَلا قُوَّةَ إِلاّ بلِللَّه
«Бисмилләһи, тәүәккәлтү ғәләллааһ, лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә илләә билләһ.».
"Аллаһым! Өйөмдө, йортомдо һәм ғаиләмде һиңә аманат итәм. Уларҙы һәр төрлө һәләкәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла", — тип үҙ телендә лә доға ҡылырға мөмкин.