Бәйғәмбәребеҙ васыятнәмәһе
   

   Ошо бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, васыятнәмәһенә битараф булмағыҙ, уҡығыҙ һәм башҡаларға еткерегеҙ. Бынан башҡа интернеттә ошондайыраҡ темалар килеп сыға, унда күпләп таратығыҙ, шунса сама тип, (штук), шуны эшләмәһәгеҙ гонаһ булырһығыҙ тип, тамуҡҡа эләгерһегеҙ тип. Былары шул кешеләрҙең артыҡ ҡыланыуы, ундай нәмә беҙгә көсләп йөкмәтелмәгән, динебеҙҙә көсләү юҡ. Беҙҙең гонабыҙ — Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡанын үтәмәүҙә һәм тыйғанынан тыйылмауҙа, шулай уҡ хәбәрҙә булып — Уның Ҡөръәненән, шуны башҡаларға еткермәүҙә, балаларыбыҙҙы динһеҙ үҫтереүҙә...

   Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, Мәҙинә ҡалаһынан Мәккә ҡалаһына килгәс, рухтарға бағышлап Ҡөръән уҡып ултырғанда Малик хәҙрәт сәләм бирә. Рәсүлебеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, Малик хәҙрәткә:

   "Йә, Малик, мин өммәттәремә әйтеп китәм, бер йоманан икенсе йомаға саҡлы ете мең кеше вафат булыр, шуларҙан бер мең кеше генә иманлы үтәр, ҡалғандары имандарынан мәхрүм булырҙар", — ти.

   "Иманға ышанмаҫтар, улы—атаһына, ҡыҙы—әсәһенә иғтибарһыҙ булырҙар, ҡатын-ҡыҙҙарҙа оят, выждан ҡалмаҫ, ирҙәр зина ҡылырҙар, ҡыҙ балалар ирҙәрҙән ҡасмаҫтар. Ғәйбәт һөйләрҙәр, байҙар фәҡирҙәргә, ғәриптәргә иғтибарһыҙ, рәхимһеҙ булырҙар. Бынан элек васыятнәмә ебәргән инем, бер кем иҫкә алманы. Ошо —һуңғы васыятнәмәм, бүтән булмаясаҡ. Быны күреп уҡыған кешеләр, бындағы булған һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып, белгән менән ғәмәл ҡылһындар. Тәүбә-истиғфар ҡылып, Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һораһындар", —ти.

   "Ураҙа тотһондар, хәйер-саҙаҡа бирһендәр, Аллаға оҙон-оҙаҡ доға ҡылһындар. Сөнки Ҡиәмәт яҡын. Бынан элек васыятнәмә ебәргән инем бер кем дә иҫкә алманы. Ҡиәмәт ғәләмәттәре яҡын: Һикһән йылда шәфҡәт күтәрелер, туҡһан йылда Мәһди донъяға тыуыр, Дәжжәл сығыр, тәүбә ҡапҡаһы ябылыр. Тәүбә ҡапҡаһы ябылғансы тәүбә-истиғфар ҡылып ҡалығыҙ. Был васыятнәмәне илдән илгә, ҡулдан ҡулға күсереп йөрөтөгөҙ, кешеләргә яҙып бирегеҙ. Бирмәһәгеҙ, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән мәхрүм булырһығыҙ", — ти.

   "Васыятнәмәне ҡулдан ҡулға йөрөтһәләр, күсереп яҙһалар, уҡый белмәһә, кешенән уҡытһалар, уҡығанда тыңлап торһалар, Аллаһ рәхмәте менән ул кешеләрҙең, бите Ҡиәмәт көнөндә тулған ай кеүек нурлы булыр һәм дә ҡәберендә нур артыр. Бындағы һүҙҙәргә ҡолаҡ һалмаған кеше кафыр булыр, мосолман менән кафыр араһында айырма була. Әгәр белә тороп та уҡымаһа, был кеше иманһыҙ. Хәмер эскән кешегә яҡты йөҙ күрһәтмәгеҙ, Аллаһ Тәғәлә алдында йөҙөгөҙ ҡара булыр", — ти.

   "Йә, Малик, өммәткә ебәрелгән фәрештә әйтер: Аллаһ Тәғәлә

       - аштарҙың бәрәкәтен алыр;
       - байҙарҙың йомартлығын алыр;
       - кешеләрҙең кешелеген алыр;
       - ҡәрҙәштәрҙең рәхимлеген алыр;
       - ғалимдәрҙең иманлыгын алыр;
       - бәндәләрҙең йомартлығын алыр;
       - фәҡирҙәрҙең йомартлығын алыр;
       - тәүбәләрен алыр;
       - Ҡөрьәнде алыр.

   Был иңгәндәрҙең етеһен алды инде, барлығы икеһе генә — истиғфар менән Ҡөръән ҡалды.

   Ҡиәмәт булғанда ҡояш көнбайыштан сығыр, көнсығыштан байыр, унан һуң тәүбә ҡапҡасы бикләнгәнсе тәүбә ҡылығыҙ. Зинһар тип әйтәм, был васыятнәмәне уҡып, тәүбә ҡылығыҙ, тиҙлек менән ғалимдар әҙерләнһендәр, хәҙерге замандан ғибрәт алһындар, — ти. Һәр кешегә вәғәз-нәсихәт ҡылһындар, күреп ғибрәт вәғәзләһендәр, кафыр хәлдәренән алыҫ булһындар, Йә, ошо васыятнәмәне илдән илгә, ҡулдан ҡулға биреп, илдән илгә йөрөтһәгеҙ, үлгәндән һуң ҡәбер ғазабын күрмәй Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә ирешерһегеҙ", — ти.

   "Бер кеше был васыятнәмәне ҡабул итеп яҙҙырһа, ә үҙе уҡый белмәһә, белгән кешеләрҙән уҡытып тыңлап торһа, был кешенең йөҙө Ҡиәмәт көндө тулған ай кеүек нурлы булыр, Кәүҫәр шарабын эсәр.

   Әгәр бер кеше васыятнәмәмә шикләнһә, Аллаһ Тәғәлә рәхмәтенән ҡоро ҡалыр, шәфҡәтенән мәхрүм булыр һәм иманһыҙ булыр.

   Йә, шәйех Малик, минең өммәттәрем намаҙҙарын ваҡытында уҡыһындар, Рамаҙан айында ураҙа тотһондар. Ураҙа тотмаған кешеләр ашаған-эскәндәре генә саҡлы ла артыҡ байлыҡтарынан зәкәт бирһендәр. Әгәр зәкәт бирмәһәләр, уларҙың ашағандары, эсҡәндәре хәрәм булыр", — ти.

   "Был һүҙҙәрҙә хәйлә юҡ. Әгәр алдаған булһам, йөҙөм ҡара булһын. Йә, шәйех Малик, был васыятнәмәне бер кеше ете дирһәм аҡсаға яҙҙырһа, уға ете тамуҡ ишеге бикләнер, ти. Инде һигеҙ дирһәмлек яҙҙырһа, һигеҙ ожмах ишеге асылыр, ти. Туғыҙ дирһәмлек яҙҙырһа, туғыҙ төрлө хәжәте үтәлер. Ә үҙе менән һаҡлаһа, фәрештәләр уны һаҡлар", —ти.

   "Зинһар тип әйтәм, илдән илгә, ҡулдан ҡулға йөрөтөгөҙ был васыятнәмәне, миңә лә доға ҡылығыҙ!" — ти. (Әмин)