40 һаны
40 һаны өҫтөнлөктәре
«Тур тауында ғибәҙәттә тороу өсөн Мусаға Беҙ 30 төн бирҙек, аҙаҡ уға тағы ла унды өҫтәнек. Аллаһ тәғәйенләгән ваҡыт 40 төн булды. Ҡәрҙәше Һарунға Муса әйтте:
— Халҡыбыҙ араһында минең урынға етәксе булып ҡалаһың. Уларҙы тура юлға өгөтлә, юлдан яҙғандарға эйәрмә», — тине.
«Әл-Әғрәф» (Кәртәләр) сүрәһе, 142-се
Ун төндө өҫтәп ҡуйыуҙың мәғәнәһен Исраил балаларын һынау өсөн тип аңларға кәрәк, тигән имам Бәкер. Пәйғәмбәргә 40 көн һәм 40 төн ваҡыт бирелһә лә аяттарҙа 40 төн тураһында ғына һүҙ бара. Сәбәб бәлки, ғибәҙәттәрҙең төндә үтәлеүе, доғаларҙың төндә ҡылыныуы менән аңлатылалыр. Боронғо календарҙа ваҡыт ай ҡалҡыуына ҡарап иҫәпләнә торған була, ә ай, ғәҙәттә, төндәрҙә генә ҡалҡа, төндәр һанына ҡарап көндәр билдәләнә.
40 һаны диндә бик күп төрлө серле күренештәр менән бәйле, төрлө диндәрҙә һәм төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтендә ул айырым урын алып тора. — Пәйғәмбәребеҙгә Аллаһтың илсеһе булыу вазифаһы 40 йәштә ваҡытында тапшырыла.
— Фатима тыуыр алдынан, уның тыуыуына әҙерлек көндәрен пәйғәмбәребеҙ 40 көн буйы ҡатыны Хәдижәгә яҡын бармай.
— Бер ваҡыт 40 көн дауамында пәйғәмбәребеҙгә аяттар килмәй тора.
— Нух заманында туфан алдынан 40 көн буйы ҡойма ямғырҙар яуа. Динебеҙ тарихынан билдәле: Исраил ҡәүеме 40 йыл буйы барыр еренә бара алмай сәхрәлә ҡаңғырып йөрөй.
Динебеҙ беҙгә пәйғәмбәребеҙҙең кәм тигәндә 40 хәҙисен өйрәнеп алырға һөм уларҙы башҡаларға ла өйрәтергә бойора. Ғалимдар диндең төрлө өлкәһенә ҡараған ҡырҡ хәҙисте бергә туплап бик күп китаптар яҙғандар.
«Ҡайһы бер ғалимдар диндең төп нигеҙҙәре, икенселәре төрлө тармаҡтары, өсөнсөләре — Йыһат, дүртенселәр — тыйылып йәшәү, бишенселәр — әҙәп, алтынсылары — вәғәз-нәсихәт тураһында ҡырҡ хәҙис йыйғандар, — тип яҙған Ән-Нәүәүи. — Ләкин мин бөтә нәмәне үу эсенә алған, һәр береһе диндең бер нигеҙенә ҡараған 40 хәҙис тупларға теләнем».
Пәйғәмбәребеҙҙең 40 хәҙисен яттан белгән кеше Ҡиәмәт көнөндә дин ғалимдары — факихтар менән бергә ҡубарылыр, тигәндәр боронғолар.
— 40 йәшкә еткәндә кеше рухи камиллыҡҡа өлгәшә. Игелеккә юл тота, ата-әсәһенең ҡәҙерен белә башлай.
— Ауырыуҙарҙың баш осонда 40 тапҡыр «Әл-Фатиха» (Фатиха) сүрәһе уҡылһа, тип өйрәткән бабайҙар, ауырыу һауығырға мөмкин.
— Араҡы эскән кешенең намаҙы 40 көн буйы ҡабул ителмәй торор. Шулай булһа ла намаҙҙы ла ҡалдырырға ярамай.
— Әгәр ҙә берәүҙең үле кәүҙәһе ҡаршыһында 40 мосолман: «Был яҡшы кеше ине», — тип торһа, мәрхүмдең гонаһтары ярлыҡаныуы мөмкин.
Быларҙы ла беҙ белергә тейешбеҙ