Мөстәхәб ғәмәлдәр

   Мөстәхәб ғәмәлдәр — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм күп ваҡыт ҡылған үә дәхи ул ғәмәлде ҡылған кешегә сауап, бәрәкәт буласағын аңлатҡан ғәмәлдер. Мөстәхәб ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмаған кеше гонаһлы ла булмаҫ, ҡиәмәт көнөндә шелтә лә тейеш булмаҫ. Мөьмин мосолман кешегә ҡылыуы кәрәкле булған мөстәхәб ғәмәлдәрҙең мәшһүре 122 төр:
1. Мәдинә-и Мөнәүәрәгә барып, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең ҡәбер шәрифе булған Рауза-и Мутәһһәраны зыярат ҡылыу
2. Нәфел намаҙҙар уҡыу
3. Нәфел ураҙалар тотоу
4. Нәфел хажы ҡылыу
5. Ғөшөр үә зәҡәттән башҡа нәфел саҙаҡалар биреү
6. һәр ваҡыт мөмкин тиклем тәһәрәт менән йөрөү
7. Намаҙ ваҡыты кергәнсе тәһәрәт алып ҡуйыу
8. Тәкбирҙе, йәғни “Аллаһу Әкбәр” тип күп әйтеү
9. Тәхлилде, йәғни “Ләә иләәһә иллә Аллаһ” тип күп әйтеү
10. Тәсбихте, йәғни “Сүбхән Аллаһ” тип күп әйтеү
11. Тәхмидте, йәғни “Әлхәмдүлилләһ” тип күп әйтеү
12. Истиғфарҙы, йәғни “Әстәғфируллаһ” тип күп әйтеү
13. Буш ваҡытта Ҡөрьән уҡыу

14. Салауатты күп әйтеү, йәғни “Алллаһүммә салли ғәлә Мүхәммәдин үә ғәлә әәли Мүхәммәдин үә сәлләм”, тип әйтеү
15. Сәхәбәләрҙең, дин ғалимдарының исемдәрен тәғыйм менән телгә алыу, сәхәбәләргә “Радый Аллаһу ғәнһү”, остаздарға һәм мәшәихтәргә “Рәхматуллаһ” тиеү
16. Аш ашағанда ас кешеләрҙе иҫкә төшөрөп Аллаһы Тәғәләгә шөкөр ҡылыу
17. Аш мәжлесендә әҙәпле ултырыу
18. Тамам ашап туйғансы ашауҙан туҡтау
19. Табындан тәғәм алынғансы ултырған ереңдә ултырып тороу
20. Табында тәғәмде үҙ алдыңдан ғына алып ашау
21. Аш әҙер булғанда, намаҙ уҡығансы ашты ашау
22. Тәғәмде һыуытып ашау, эсемлекте һыуытып эсеү
23. Йөндән һәм ҡылдан эшләнгән кейемдәр кейеү
24. Кейем кейгәндә башта уң ҡулға һәм уң аяҡҡа кейеү
25. Кейемдәрҙе сискәндә башта һул ҡулдан һәм һул аяҡтан сисеү
26. Яңы кейемдәрҙе йома көнө кейеү
27. Кейәсәк кейемде бер тапҡыр һелкеп кейеү
28. Бысранған кейемдәрҙе йыуып кейеү
29. Кейемдәрҙе сискәс, төрөп, бөкләп ҡуйыу
30. Йорт-тирәне сүп-сарҙан таҙа тотоу
31. Аяҡ кейемдәрен ултырып кейеү
32. Кис булғас, ҡапҡа-ишектәрҙе “Бисмилләһ” әйтеп бикләү
33. Тәҙрә пәрҙәһен төшөрөү
34. Йоҡларға ятҡансы яҫтыҡ һәм юрғандарҙы берәр ҡат һелкеп алыу
35. Йоҡоға ятҡансы уттарҙы һүндереү
36. Йоҡоға ятҡансы кешеләргә тейешле васыяттарҙы әйтеү
37. Йоҡоға ятҡансы доғалар уҡыу, тәүбә үә истиғфар ҡылыу
38. Йоҡоға ятҡанда йөҙөңдө ҡиблаға ҡаратып, аяғыңды мәшриҡ тарафына һуҙып, ҡырын ятыу
39. Ата-әсә менән иң аҙы һәр аҙна бер тапҡыр күрешеп, хәйер-доғаларын алыу
40. Үҙеңдән оло туғандарҙы ата-әсәң кеүек яҡын күреү
41. Үҙеңдән кесе туғандарҙы үҙҙ балаң кеүек яҡын күреү
42. Ата-әсәнең дуҫтарын дуҫ һәм яҡын күреү
43. Ҡатынға иренең ҡәрҙәштәрен яҡын күреү
44. Иргә ҡатынының ҡәрҙәштәрен яҡын күреү
45. Аҡыллы үә күркәм холоҡло кешеләр менән юлдаш һәм мәжлестәш булыу
46. Яҡын кәрҙэштәрец һәм дуҫтарың менән күрешкәндә асыҡ йөҙлө булыу
47. Ҡул менән күрешкәндә баш бармаҡтарҙың төптәренән тотошоп күрешеү
48. Беренсе тапҡыр күрешкән кешенең исемен һәм нәҫелен һорашыу
49. Дуҫ үә яҡын күргән кешеләреңә аулаҡта ҡалғанда ғәйептәрен аңлатыу
50. Дуҫтарыңа һәм үҙеңдең хәләл ҡатыныңа күркәм күренеү өсөн яҡшы кейемдәр кейеү
51. Көҙгөгә ҡарап ҡиәфәтеңде төҙәтеү
52. Ҡатын иренә күркәм күренеү өсөн зиннәтле кейемдәр кейеү
53. Кейемдәргә хуш еҫле нәмә һөртөү
54. Күҙгә файҙалы һөрмә тартыу
55. Ирҙәргә сәс һәм һаҡалдарына ҡыҙғылт ҡына буяу
56. Сәсте, һаҡалды, мыйыҡты тарап, майлап, күркәм итеп тотоу
57. Сәсте ҡырып алыу йәки ҡыҫҡартыу
58. Йөҙҙө һәр саҡ йыуып таҙа тотоу
59. Тырнаҡтарҙы, сәстәрҙе, башҡа йөндәрҙе ергә күмеп ҡуйыу
60. Изге үә тәҡүә кешеләрҙең изгелектәрен яратып, дуҫ күреү
61. Изгелек юлында булған кешегә ҡулыңдан килгән тиклем ярҙам итеү
62. Мазлум, йәғни йәберләнгән кешеләрҙе йәберҙән ҡотҡарыу өсөн ярҙам ҡылыу
63. Һүҙең үткән кешеләрҙе вәғәзләп дингә йә донъяға файҙалы эштәргә димләү
64. Үҙеңә артыҡ зарар килмәҫлек булғанда мөмкин тиклем һәр кемгә ярҙам итеү
65. Үҙеңдең ғәйеп һәм гонаһтарыңды кешеләрҙән йәшереү
66. Башҡа кешеләрҙең ғәйептәрен дә кешегә белгертеүҙән һаҡланыу
67. Аҙашҡан кешегә юл күрһәтеү
68. Ҡайғы тейгән кешене шатландырып йыуатыу
69. Үҙеңә бер ҡайғы үә зарар ирешһә, тәржиғ ҡылыу, йәғни “Иннә лилләәһи үә инннә иләйһи раажиғуун”, тиеү, йәғни “Дөрөҫлөктә беҙҙ Аллаһы Тәғәләнеке һәм Аллаһы Тәғәләгә ҡайтасаҡбыҙ”
70. Нахаҡ бәлә менән бәләләнгән кешегә хаҡлыҡ менән шәфәғәт ҡылыу
71. Гонаһлы кешегә “Аллаһы Тәғәлә тәүфиҡ бирһен”, тип доға ҡылыу
72. Изге һәм сауаплы ғәмәлдәрҙе кешегә белдермәйенсә, йәшерен ҡылыу
73. Вәғәз мәжлесендә ултырып вәғәз тыңлау
74. Йыназа эргәнән уҙғанда аяғүрә тороу (мәйет башҡа дин әһеленән булһа ла)
75. Мохтаж кешеләргә кәрәкле булған йорт әйберҙәрен бушлай биреп тороу
76. Мәсет, мәҙрәсә һәм мәктәп кеүек дин өсөн кәрәкле нәмәләргә аҡса сарыф итеү йәки хеҙмәт итеү
77. Шишмә ҡаҙытыу, юл төҙәтеү һәм күпер һалыу кеүек, әҙәмдәргә файҙалы булған эштәр өсөн аҡса сарыф ҡылыу йәки хеҙмәт итеү
78. Әҙәмдәргә файҙалы ағастар ултыртыу
79. Юлдарҙа уңайһыҙлыҡ килтерерҙәй әйберҙәрҙе ситкә алып ташлау
80. Ир балаһы тыуған кеше ике ҡуй, ҡыҙ балаһы тыуған кеше бер ҡуй ҡорбаны салып, итен фәҡирҙәргә биреү
81. Тыуғанына ете көн тулғандан һуң баланың сәсен ҡырып, сәсе ауырлығы ҡәҙәр алтын йә көмөш саҙаҡа биреү
82. Етенсе көнөндә балаға бер яҡшы исем ҡушыу
83. Кәсепкә иртә тороп сығыу
84. Һатыу-алыу мөғәмәләһен еңеллек үә батырсылыҡ илә ҡылыу
85. Хәләллеге шөбһәле малдарҙы алыуҙан һаҡланыу
86. Һатыусы һатҡанына үкенеп, кире ҡайтарыуҙы үтенһә, файҙа алмайынса, ҡайтарып биреү
87. Бер нәмәне һатҡандан һуң, алыусыһы үкенеп ҡайтармаҡсы булһа, үҙе һатҡан хаҡ менән ҡайтарып алыу
88. Юлдаштар менән сәфәргә сыҡҡанда, аранан береһен баш итеп һайлау
89. Хайуанға атланып йә арбаға ултырып барған кеше тауға менгәндә аттан үә арбанан төшөү
90. Рамаҙанда сәфәрҙә булған кеше генә ураҙаһын ҡалдырырға мөмкин булыу
91. Сәфәрҙән үә юлдан ҡайтҡан кеше бала-сағаһына, яҡын ҡәрҙәштәренә аш үә бүләктәр алып ҡайтыу
92. Бурыс биреп торған кеше бурысын мөмкин ҡәҙәр көтөү
93. Бурыс алған кеше бурысын мөмкин ҡәҙәр тиҙерәк ҡайтарырға тырышыу
94. Дәүләттең (байлыҡтың) самаһын кешенән йәшереү.
95. Аллаһы Тәғәлә биргән дәүләт үә ниғмәттең самаһын әйтмәйенсә, халыҡҡа иҙһар ҡылыу
96. Ҙурыраҡ малдарҙы ике шаһит алдында һатыу һәм алыу
97. Кәйефе үә тәбиғәте боҙолған кешегә күп ашауҙан тыйылыу.
98. Бурыс биреүсе бурыс алыусынан бер ҡағыҙға ҡул ҡуйҙырып, дәхи ике шаһит алдында яҙҙырып алыу
99. Кеше яуыз ғәмәл ҡылырлыҡ ерҙәрҙә йөрөүҙән һаҡланыу
100. Үлгән кешене маҡтап һөйләү
101. Ҡөрьән уҡып, нәфел ғибәҙәттәр ҡылып, мәйеттәргә мәғфирәт (ярлыҡау) һорау
102. Аш үә һыу һауыттарын ҡҡаплап ҡуйыу
103. Һәр эштә сабырлыҡ һәм әкренлек менән эш ҡылыу
104. Һәр нәмәгә, кешегә йомшаҡҡ һәм мәрхәмәтле күңелле булыу
105. Малының бар ҡәҙәренә һөйөнөп, ҡәнәғәт булыу
106. Һәр эштә оятлы һәм әҙәпле булыу
107. Ҡунаҡ һыйлағанда тәғәм үә эсемлекте ололарға биреү
108. Үҙе бик һауалы һәм тәкәббер кешегә ҡаршы тәкәббелек күрһәтеү.
109. Кейәү буласаҡ кеше аласаҡ ҡыҙын йыраҡтан ҡарап күреү
110. Әһле-исламға (мосолмандарға) файҙалы, шәриғәткә муафиҡ хөкөмдәр сығарыу
111. Әһле-исламға (мосолмандарға) файҙалы булған хөкөмдәрҙе ҡылыу
112. Ниндәй ҡәүемдән булһа ла, ҡәүеме араһында дәрәжәһе оло кешене хөрмәт һәм тәкрим ҡылыу (ололау, ҙурлау)
113. Бер эш башлағанда йә сәфәргә сыҡҡанда яҡшы кешене осратыу үә яҡшы эштәргә тура килеүҙе яҡшылыҡҡа юрау
114. Ауырыуҙы, “Иншә Аллаһ ” терелерһең, тип шатландырыу
115. Етем ҡалған балаларға шәфҡәт һәм мәрхәмәт ҡылыу, уларҙы шатландырыу
116. Фәҡир,тол ҡатындарға мәрхәмәт үә ярҙам ҡылыу
117. Фәҡир ҡарт-ҡоро үә зәғиф кешеләргә хәйер-ихсан (игелек)
ҡылыу
118. Ҡатынының ҡыҙ бала табыуына бәрәкәт өмөт итеп һөйөнөү
119. Ҡыҙ балаларына шәфҡәт үә мәрхәмәтте артығыраҡ ҡҡылыу
120. Йәше ун бишкә етеп, бәлиғ булған көндө ғөсөл ҡойоноу
121. Яҙыу яҙырға үә яҙыуҙы күркәм итеп яҙырға өйрәнеү
122. Һәр бер ғибәҙәтте мөстәхәб булған ғәмәлдәре менән үтәү. Мәҫәлән: намаҙҙағы 20 мөстәхәбтең һәр береһен үтәү.

“Имамға ярҙамға” китабынан (дауамы).