Йома көнөндә ураҙа?

   Берәй кеше йома көнөнән алда тота башлаған ураҙаһын ғына дауам итмәһә, йома көнө ураҙа тоторға ярамай. Шулай уҡ даими ураҙа ла булмаһа (рамаҙан, йәки шәүүәл), йома һәм шәмбе көндәре ураҙа тоторға ярамай. Был тыйыу шул кешенең йома көндәре ураҙа тотоу арҡаһында хәлһеҙләнеп дини бурыстарын үтәй алмаҫ тигәндән килә. Шәмбе көнө икенсе дин кешеләре ураҙа тота, шуларға оҡшамағыҙ тиелә.
   Риүәйәт ҡылынғанса, бер ваҡыт Жәбирҙән (Аллаһ унан риза булһын): «Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм йома көнө ураҙа тотоуҙы тыйҙымы?» — тип һорағандар. Ул: «Эйе», — тип яуап биргән.
   Әбү һөрәйрә (Аллаһ унан риза булһын) тапшырыуынса, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Әгәр йома көнөнә тиклем ураҙа тотмаған булһағыҙ һәм уның икенсе көнөндә ураҙаға кермәһәгеҙ, һеҙҙең берегеҙ ҙә йома көнө ураҙа тотмаһын» — тигән.
   Әбү һөрәйрә (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт ҡылғанса, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Әгәр башҡа көндәрҙә төндәрен намаҙ уҡымаһағыҙ, төнгө намаҙ өсөн йомаға ҡаршы төндө һайламағыҙ һәм башҡа көндәрҙә ураҙа тотмаһағыҙ, ураҙа өсөн йома көнөн һайламағыҙ. Даими тота торған ураҙағыҙ йома көнгә тура килгәндә генә, был ураҙаны тотоғоҙ», — тип әйткән.
   Әс-Сәмә бинтү Буср (Аллаһ унан риза булһын) тапшырыуынса, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Фарыз ураҙанан башҡа шәмбе көндәрендә ураҙа тотмағыҙ. Әгәр йөҙөм ҡабығынан йәки ағас ботағынан башҡа әйбер тапмаһағыҙ ла, барыбер шуларҙы сәйнәгеҙ», — тигән.
                                                                                  “Хәнәфи мәҙһәбе дәлилдәре”