Ит менән өрөктән урама
Әҙерләү:
Ризыҡ әҙәрләү өсөн кәрәк: һыйырҙың (йәки башҡа эре малдың, йәки ҡош-ҡорттоң) һум ите, төшө алынған өрөк, борос, тоҙ.
- Һум иттән 1 см ҡалынлығындағы киҫәктәр телеп алығыҙ, уларҙың ситтәрен бер-береһенең өҫтөнә һала-һала. иткә 20×30 см ҙурлығыңдағы йәймә формаһын бирегеҙ. Уның өҫтөнә самалап тоҙ, төйөлгән ҡара борос һибегеҙ.
- Ит турағысы аша үткәрелгән өрөктө тигеҙләп ит өҫтенә һалығыҙ.
- Йәймәне тығыҙлап урағыҙ, таралмаһын өсөн, марляға төрөп, аш-һыу әҙерләгәндә ҡулланылған махсус еңсәгә (йәки фольгаға) урынлаштырығыҙ. Тоҡтоң ике яҡ осон да бәйләгеҙ. Ризыҡты газ мейесендә әҙер булғансы бешерегеҙ. Ураманы киҫәктәргә бүлеп, табанға дөгө ярмаһынан әҙерләнгән гарнир, соус менән бирегеҙ.
Башҡортостан ҡыҙы журналынан