Ҡайнатма тәмле килеп сыҡһын өсөн өлгөргән, эре, татлы емештәрҙе генә һайлағыҙ. Ҡарағатты йыуып, иләккә йәки һөҙгөскә һалып, 2-3 минутҡа ҡайнар һыуға төшөрөп алығыҙ. 1 кг емешкә 1,5 кг шәкәр алына. 2 стакан ҡайнаған һыуға шәкәр ҡушып, ҡайнатып алығыҙ ҙа ҡарағат емештәренең өҫтөнә ҡойоғоҙ. Талғын утҡа ҡуйып, болғата-болғата, һирәк-һаяҡ 3-5 минутҡа утын һүндереп тороп, әҙер булғансы ҡайнатығыҙ. Ҡайнатма өҫтөндә барлыҡҡа килгән күбектәрҙе һөҙөп алырға онотмағыҙ.