Йөҙ ҙә бер хәдис

                                                                Йөҙ ҙә бер хәдис

                                                     Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
   Аллаһы Тәғәлә үҙенең изге китабында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм хаҡында: ”Әй, пәйғәмбәр! Беҙ һине шаһит һәм һөйөнсөләүсе, һәм өгөтләүсе — иҫкәртеүсе итеп ебәрҙек. Уның рөхсәте менән Аллаға өндәүсе итеп, һәм нурландырыусы, яҡтыртыусы итеп!” Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр бөтөн кешелек донъяһына рәхмәт һәм күркәм әхлаҡ үә тәрбиәнең өлгөһө итеп ебәрелгән пәйғәмбәребеҙҙең хәҙис шәрифтәренә ун дүрт быуаттан артыҡ ваҡыт үтһә лә, уның рухи ҡиммәте, фәлсәфәүи тәрәнлеге, тәрбиәүи дәрәжәһе, ғилми киңлеге һис кәмемәй, бәлки, замандар үтеп, быуындар алмашыныу, ғилем алға китеү менән хаҡиҡи ҡиммәте артҡандан-арта бара.
   Ислам динен үҙ ихтыяры менән ҡабул иткән ваҡыттан бирле халҡыбыҙ ҙур ихтирам менән пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрен өйрәнгән һәм хәҙис китаптары һәр өйҙөң китап кәштәһендә хөрмәтле урын алған. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙис шәрифендә, ”Шиғырҙа сихри көс бар” тип, шиғри әҫәрҙең кешеләргә бөйөк рухи тәьҫире хаҡында әйткән. Йөҙ ҙә бер хәҙистең оло шағирыбыҙ Рауил Бикбаев яһаған башҡорт телендәге шиғри тәржемәләре халҡыбыҙҙың рухи тормошонда баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле ҡулланма буласаҡ.
   Изге мөғжизә булған хәҙис шәриф һәр ваҡыт изгелеккә, гүзәл әхлаҡ үә тәрбиәгә, милләт-ара татыулыҡҡа, күркәм кешелек мөнәсәбәттәренә, илде, телде, милләтте, иманды, ватанды һөйөүгә, ғилемгә үә мәғрифәткә беҙҙе мәңге әйҙәйәсәк һәм илаһи нур булып яҡты юл күрһәтәсәк.
   Бөйөк мәғрифәт шишмәһе булған хәҙис шәрифтең ғилеменән бер тамсы булһа ла һуғарылыу һәр беребеҙгә насип булһын.
                                Башкортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтий Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин.

          Өсөнсө китап

Кеше булғас, булһын күркәм,
Күркәмлек сифаты — дүртәү.
Әммә тағы дүрт сифат бар,
Улары — күркәмдән күркәм.

Ирҙең оялсан булыуы
Матур сифат, күркәм бигерәк.
Ҡатын-ҡыҙҙа оялсанлыҡ —
Быныһы тағы күркәмерәк.

Ғәҙеллек — ул матур сифат,
һәр кемгә лә килешә бигерәк.
Батша-әмир ғәҙел булһа,
Быныһы тағы күркәмерәк.

Тәүбә итә белеүҙәре
Ҡарттар өсөн күркәм бигерәк.
Йәштәр тәүбә итә икән —
Быныһы тағы күркәмерәк.
Байҙар йомарт була икән,
Бик мәслихәт, күркәм бигерәк.
Фәҡирҙәрҙең йомартлығы —
Быныһы тағы күркәмерәк.
***
Йәшәһәң дә бер тау ҡыуышында,
Дөм ҡараңғы бер таш ҡалыпта,
Таш ҡалыпта яңғыҙ ҡалып та,
Хатта шунда ниҙәр эшләгәнең
Ишетелмәй ҡалмаҫ халыҡҡа.
***
Кем дә кем ҡарун, һаран,
Эштәре уның харам,
Исламды итә харап.
***
Холҡоғоҙҙо насар яҡҡа
Бора торған ҡомһоҙлоҡтан,
Ояһын зауыҡ юҡ ергә
Ҡора торған ҡомһоҙлоҡтан
Тыйылығыҙ, тыйылығыҙ,
Тик Аллаһҡа һыйынығыҙ.
***
Түрә сауҙа итһә халҡы араһында,
Хыянатсы итеп уға ҡараһындар.

Батша бүләк алһа,
Харам эш ҡылыр.
Ҡазый ришүәт алһа,
Хас кафыр булыр.
***
Көрәшеп еңгән батырҙың
Өлөшөнә дан төшөр.
Батырҙарҙың да батыры —
Асыуын еңгән кеше.

Килгәндә ныҡ асыуығыҙ,
Хәйерле өндәшмәүегеҙ,
Ауыҙығыҙҙы асмауығыҙ.
***
Күркәм холоҡ, зирәк аҡыл, тыйнаҡ ҡылыҡ
Хазинаның иң ҙурыһы барыбер.
Ҡәҙерҙәрен белгәндәргә ошо байлыҡ
Биш намаҙға, ураҙаға бәрәбәр.
***
Эй, өммәтем, бер көн
Баҫҡандай ерҙе төн
Илгә фетнә тулыр.
Иртән мөъмин булған
Кисен кафыр булыр,
Динен малға һатыр,
Яҙыҡ эштәр ҡылыр.
***
Сәхрәлә ел иҫкән һайын
Ҡош мамығы елберҙәй.
Күңел шул мамыҡ шикелле —
Тын тора белмәй бер ҙә.
***
Арабыҙҙа йәнһеҙ әйбер һымаҡ
Тоғро була алған бик һирәктер.
Йәнле бәндәләргә ҡарағанда
Йәнһеҙ әйбер итәғәтлерәктер.
***
Иң хаҡ һүҙҙе шағир
Ләбиб Шулай тип ярып һалған:
”Тик Аллаһ хаҡ! Ҡалғандары
Ялған, барыһы ялған!”
***
Биш ҡат намаҙ — ул эргәңдә
Таҙа йылға аҡҡан һымаҡ,
Шул саф һыуҙа биш ҡат ҡойоноп,
Биш сафланып сыҡҡан һымаҡ. '
***
Бер-береһен хөрмәт иткән
Мосолмандар бер тән ише.
Бөтә тәнең ауыртҡандай
Һыҙлағанда тик бер тешең.
***
Буш килгән мал байлыҡ түгел,
Тик бер айлыҡтыр.
Күңелендәге хазина
Бөтмәҫ байлыҡтыр.

Хәләл малын кем ҡәҙерләп тотор,
Ярлылыҡ та шуны урап үтер.
***
Эй һин әҙәм балаһы,
Ниндәй хәлгә ҡалаһың?!

Етерлек мөлкәтең барҙа
Нәфсең тыя белмәйһең.
Аҙынан ҡәнәғәтләнә,
Күбенән туя белмәйһең.

Язаһы килер ялғандың,
Сиге булыр хәйләнең.
Урлап йыйған донъяның бер
Аҫты-өҫкә әйләнер.

Тәнең — таҙа, күңелең — тыныс,
Ашың хәләл булғанда,
Тормошоңдоң ҡото артыр
Шөкөрана ҡылғанда.
***
Саҙаҡаңды башта үҙеңә бир,
Шунан — ғаиләң, бала-сағаларға.
Ғаиләңдән артһа — туғандарға,
Туғандарҙан артһа — башҡаларға.
***
Енәйәт эш йәшеренә икән,
Гонаһ енәйәтсегә ни бары.
Беленеп тә, гонаһ язаһыҙ ҡалһа,
Бар халыҡҡа тейер зарары.
***
Ир булып кейенгән ҡатын,
Ҡатын булып кейенгән ир
Алыр Аллаһтың ләғнәтен,
Ундайҙарҙан ерәнер ер.
***
Ҡауышһа ике ир заты,
Ҡауышһа ҡатын вә ҡатын,
Алыр Аллаһтың ләғнәтен.
***
Дуҫыңды шашып яратма!
Берәй көн, асыуың сығып,
Дуҫлыҡтың бөтөүе бар.

Дошманға ныҡ нәфрәтләнмә!
Берәй көн ошо дошмандың
Дуҫ булып китеүе бар.
***
Ике — берҙән, өс — икенән,
Дүрт өстән хәйерлерәк.
Шулай булғас, өммәтемә
Тупланыу, артыу кәрәк.

Өммәтен онотҡандарҙы,
Тоғро юлдан сыҡҡандарҙы
Аллаһы Тәғәлә хупламаҫ,
Яңынан бергә тупламаҫ.
***
Талаҡ — хәләл. Әммә Аллаһ
Уға бик тә асыулы.
Онотма, мөъмин, шуны.
***
Килер шундай бер заман:
Дин тотоуҙа сабырҙар
Ҡулдарында утлы күмер
Тотҡан хәлдә ҡалырҙар.
***
Яҡты донъяларҙан һис тә
Төңөлә күрмә, ваз кисмә.
***
Ҡатынға ҡол булған ирҙән
Меҫкенерәк кем бар ерҙә?
***
Ни һөйөклө һинең үҙ күңелеңә,
Һөйөклө ит шуны йорт-илеңә.
***
Кәңәшем һеҙгә:
Һуҡмағыҙ йөҙгә.
***
Етемдәргә ҡайҙа хөрмәт тейер,
Шундай йортто Аллаһ үҙе һөйөр.
***
Барыһын афәт емерә,
Дингә афәт — яуыз түрә.
***
Һин ҡыйырһытҡан йән
Кафыр булғанда ла,
Доғаһынан һаҡлан —
Пәрҙә юҡ доғаға.
***
Береһе икенсеһен үлтерергә
Ҡылыс тотһа ике мосолман,
Үлтергәненә лә, үлгәнгә лә
Йәһәннәмдән юҡтыр ҡотолмаҡ.
***
Тоғролоҡ
Мал-ризыҡ өҫтәр,
Хыянат
Фәҡирлек көҫәр.
***
Яҡшылыҡ иҫкермәй,
Гөнаһ онотолмай.
Аллаһ тыумай-үлмәй,
Ныҡ иман онталмай.
***
Хәләл ризыҡ өсөн тирҙәр түгеп,
Арып-талып йоҡлап киткәндәр! –
Бер гөнаһһыҙ үтер был төнөгөҙ,
Ҡабул булыр һеҙҙең көткәндәр.
***
Муллыҡта йәшәгәнеңдә
Һин Аллаһҡа табын.
Һин тарлыҡҡа ҡалғаныңда
Аллаһ үҙе таныр.
***
Нәҫел-шәжәрәне онотмағыҙ,
Ҡәрҙәштәргә йышыраҡ барығыҙ,
Хәлен белеп, күҙенә ҡарағыҙ.

Йөрөшкәндә туған алыҫ түгел,
Алыҫ булғанда ла арағыҙ.
Йөрөшмәгән туған яҡын түгел,
Яҡын булғанда ла арағыҙ.
***
Яңылыш эшләһәң насарлыҡ,
Ҡыла һал һин яҡшы бер ҡылыҡ.
Һыҙылып ташланыр яманлыҡ,
Күңелеңә нур бөркөр яҡшылыҡ.
***
Алланы асыуландырып,
Ҡыуандырһаң батшаны,
Юлдан яҙыр баштарың.

Батшаларҙың тупһаһында
Кемдәр тапана —
Күңеле аҙа шуларҙың,
Намыҫы таплана.

Байҙарға һирәк керегеҙ,
Аллаһ һеҙгә ниғмәт биргән,
Шуның ҡәҙерен белегеҙ.
***
Изгелегеңә һөйөнһәң,
Яманлығыңа көйөнһәң,
Тимәк, һин — ысын мөъминһең.
***
Әҙәм балаһының тирәһендә
Туҡһан туғыҙ үлем әйләнә.
Әгәр шулар хаталана икән,
Оҙон ҡартлыҡ насип бәндәгә.
***
Кемдәр донъялығы өсөн
Әхирәттән ваз кисмәгән,
Кемдәр әхирәте өсөн
Донъялыҡтан ваз кисмәгән,
Кемдәр ил-халыҡ өҫтөнә
Бәлә, йөк булып төшмәгән,
Бына шулар арағыҙҙа
Иң хәйерле, саф кешеләр.
***
Кем ярата кешеләрҙең зарығып
Ҡаршыһында баҫып тороуын,
Кеше намыҫын йыртҡан ул түрәнең
Тик тамуҡта булыр урыны.

Йә етәксе икән, йә хөкөмдар —
Унан ярҙам өмөт иткәндәрҙең,
Көнө уға ҡалған мохтаждарҙың,
Меҫкенлектә яфа сиккәндәрҙең
Ярҙам һорап килгән юлын ҡыйһа,
Ишеген шартлатып ябып ҡуйһа,
Аллаһы Тәғәлә шул түрәнең
Онотормо нахаҡ эштәрен?
Уның мохтажлығы ҡаршыһында
Ябып ҡуйыр күк ишектәрен.

Илде башлыҡ түбән ҡуйһа үҙенән,
Ғәҙел булмаһа эш менән, һүҙ менән,
Аллаһ уны утҡа ташлар йөҙтүбән.
***
Ризыҡтың иң яманы —
Алыу етемдәр малын.
***
Яҡшылыҡҡа өйрәтеүсе ғалим
Үҙен-үҙе онота. Бөтә ғәме
Халҡы хаҡындағы ғәмдер ул.
Тирә-яҡҡа балҡып, нур таратып,
Янып бөтөп барған шәмдер ул.
***
Маҡтаулы эш, сауаплы эш
Кешеләргә биреү хәйер.
Хәйерҙән дә хәйерлерәк
Бирәсәккә биргән әйбер.
***
Эй бәндәнең сама белмәҫ ғуж ҡорһағы!
Кеше тултырған һауыттар араһында
Был һауыттан ҡомһоҙораҡ ни бар тағы?

Ашағанда ҡарынын кеше өскә бүлһен:
Бер өлөшө булһын уның ашамлыҡҡа,
Икенсеһе булһын уның эсемлеккә,
Өсөнсөһө һулыш алыр өсөн булһын.
***
Етеш тормоштарҙа үҫеп,
Татлы ризыҡтар ейеп тә,
Яҡшы аттарға атланып,
Затлы кейемдәр кейеп тә,
Маһайыуҙан уҙмаһалар,
Маҡтанһалар көн дә, төн дә,
Был кешеләр иң насары,
Иң яманы өммәтемдә.
***
Берәй йәндең яралыуын
Тәҡдир иткән икән Аллаһ,
Яралмайса ул йән ҡалмаҫ.

Иртәгә ни хәлдәр булырын,
Был ҡарындан кемдең тыуырын,
Һуңғы сәғәт ҡасан килерен,
Кем үҙенең ҡасан үлерен,
Ҡасан ғына ямғыр яуырын
Яраббиҙан башҡа кем белә?
Ни яҙылһа ана ҡарынында,
Бәндә күрер шуның барыһын да.
***
Ҡыҙ һайлаһаң, әсәһен күр,
Күҙең төшһә насар ҡыҙға,
Әсәһе бик яҡшы икән,
Өйлән ҡыҙға, оҙаҡ һуҙма.

Күҙең төшһә яҡшы ҡыҙға,
Тик әсәһе булһа насар,
Алма ҡыҙҙы, ул барыбер
Әсәһенең юлына баҫыр.
***
Бер туҡтауһыҙ дошманлашыу –
Баштан ашыр гөнаһ өсөн.
Әрләшһәгеҙ һеҙ үҙ-ара,
Иң оҙағы булһын өс көн.
***
Атта барған
Йәйәүлегә сәләм бирһен.
Атлап барған
Ултырғанға сәләм бирһен.
Аҙсылыҡ
Күпселеккә сәләм бирһен.

Сәләм ҡайтарғанға
Сауаптыр, ҙурлыҡтыр.
Сәләм ҡайтармағанға
Сауап юҡ, хурлыҡтыр.
***
Эш башына ул ҡуйылды,
Эш хаҡтары бик мул булды.
Ә ул өҫтәп ниҙер ала,
Үҙенә үҙе бығау һала.
***
Янда — ҡоҙоҡ. Тик кем белер
Әлһерәгән эттең хәлен?
Туҡтап ҡалды аҙғын ҡатын,
Ситегенә бәйләп шәлен,
Ҡоҙоҡтан ул һыу алды ла
Һуғарҙы шул байғош этте.
Эт һуғарыу хатта сауап!
Аҙғын ҡатындың гонаһын
Аллаһ шул саҡ ғәфү итте.
***
Имандың кейеме — тәҡүәлек,
Иманға оялыу килешер.
Шәриғәт — имандың байлығы,
Изге эш — имандың емеше.
***
Әгәр берәү һүҙ һөйләүҙе
Итә икән үҙ ғәмәле,
Ебәрмәҫ ул һүҙ ҡәҙерен,
Һөйләр белеп урынын, мәлен.
***
Ҡабул итеренә шик юҡ өс төр доғаның:
Атаһының балаһына доға ҡылғанын,
Мосафирҙың алыҫ юлда доға ҡылғанын,
Рәнйетелгән кешеләрҙең доға ҡылғанын.
***
Йортондағы изге Ҡөрьән
Күңелеңде лә нурлаһын.
Мәсетең күркәм булғанда
Рухың емерек булмаһын.
***
Саҙаҡалыр һәр изгелек,
Ил тип йәшә һин иң элек.
Яман эш эшләүҙән һаҡлан,
Үҙ-үҙеңә шул саҙаҡаң.
***
Намыҫ ҡушҡан бар эштәрҙе эшләр өсөн
Етерлектер Аллаһ һиңә биргән көсөң.
Аллаһ үҙе мөһөрләгән бар сифатты,
Хуп күрмәгән тик ялған һәм хыянатты.
***
Һәр халәттә, һүҙҙә, эштә
Тоғро юлдан ситкә төшмә.
Ожмах — күп ишекле йорттор,
Бер ишеге — тоғролоҡтор.

Һаҡланығыҙ алдашыуҙан,
Ялған эшкә ҡатнашыуҙан.
Ҡапҡалары күп тамуҡтың,
Бер ҡапҡаһы — алдау, мутлыҡ.
***
Һәр халыҡты өс бәләгә дусар иткән:
Яман уйға, шомланыуға, көнсөллөккә.

Сығыр юл бар, ҡулығыҙҙы ҡаушырмағыҙ,
Яман уйҙы һис тормошҡа ашырмағыҙ.
Көнләшһәгеҙ, ҡайнатмағыҙ ҡанығыҙҙы,
Шомланһағыҙ, ҡыуалағыҙ шомоғоҙҙо.
***
Гөнаһы юҡ өс ялғандың:
Дошманды һуғышта алда,
Яу ялғанға ҡоролғанда,
Яҙыҡ булмаҫ, ҡатыныңды
Һинән ризамын, тип алда.
Ике кешенең араһын
Төҙәткәндә, көйләгәндә
Һүҙең булыр изгелекле,
Хатта ялған һөйләгәндә.
***
Кемдең холҡо насар — үҙен
Ғазапҡа һалыр.
Кемдең борсолоуҙары күп —
Ауырыуға тарыр.
Кем туҡтау белмәй ыҙғыша —
Шул егетлеген юғалтыр,
Абруйһыҙ ҡалыр.
***
Йомартлыҡ ул ожмах ағасылыр,
Ботаҡтары ергә һалынып тора.
Ошо ботаҡтарға кем тотона,
Шуны илтә йәннәткә туп-тура.

Һаранлыҡ ул тамуҡ ағасылыр,
Ботаҡтары ергә һалынып тора.
Ошо ботаҡтарға кем тотона,
Шуны илтә йәһәннәмгә тура.
***
Ҡыуанысҡа тулһа күңелең
Һин яҡшы эш эшләгәндә,
Бошондорһа хаталарың,
Һин — иманлы тоғро бәндә.
***
Утҡа осҡан күбәләктәр өйөрөн
Уттан ҡыуған кеше шикелле,
Ҡурсалайым һеҙҙе, ә һеҙ һаман
Ҡасаһығыҙ минән һәләкәткә,
Аңлауығыҙ быны икеле.
***
Әле эшкә әйләнмәһә,
Әйтмәһә теле,
Бәндәнен насар уйҙары
Ғәфү ителер.
***
Бәхетһеҙлеккә сәбәптер
Ошо өс хәл:
Яҡшылыҡ эшләһән, рәхмәтен әйтмәгән,
Насарлыҡ эшләһән, һис ғәфү итмәгән
Етәкселер беренсеһе;
Изгелек күрһә, ергә күмгән,
Яманлыҡ күрһә, донъяға сәскән
Күршелер икенсеһе;
Янында саҡта ирен рәнйеткән,
Янда ире юҡта хыянат иткән
Ҡатындыр өсөнсөһө.
***
Ялған телле, ике һүҙле,
Ике йөҙлө булһа бәндә,
Ике яҡтан ике ялҡын
Ялмар уны йәһәннәмдә.
***
Күнелендә кем йөрөтә
Туҙан хәтле тәкәбберлек,
Ахыры заман еткәс, тапмаҫ
Юлды ожмахҡа үтерлек.
***
Тупаҫлығы арҡаһында
Уны урап үтһәләр,
Шул кешенән насары юҡ,
Һөмһөҙлөк итер һәләк.
***
Һаҡланһаң да һин бик ныҡ,
Яҙмышыңдан уҙмыш юҡ.
***
Оҙон ғүмер дөрөҫ йәшәп,
Күреп күп рәхмәт, сауаптар,
Васыятын хата яҙһа,
Вариҫтары рәнйеп ҡалһа,
Көтөр уны күп ғазаптар.
***
Белемеңде тотма бикләп,
Туғаныңа өйрәт ғилем.
Саҙаҡаның иң яҡшыһы —
Өләшеү иманлы белем.
***
Кемдең ҡылығы килешле,
Шуның иманлы эше.
Буш һүҙҙәрҙән ҡасҡан кеше
Камиллыҡҡа ирешер.

Балға кем һуң әрем ҡушыр?
Бал шикелле саф иманға
Яуызлыҡ әрем ише.
***
Әйтте Рәсүл: ”Кемдең килә бик белгеһе
Донъя менән әхирәттең айырмаһын,
Йылғаға ул бер бармағын манып алһын.
Шул бармаҡта тороп ҡалһа ни саҡлы һыу,
Был донъяла йәшәүеңдең асылы шул.
***
Ләғнәт, әрләү,
Хаяһыҙ һүҙ, мәсхәрәләү —
Мөъмин өсөн нисек мөмкин
Бындай хәлдәр?
***
Өсәүләшеп оҙатыусы ерҙән кешене
Ғаиләһелер, мөлкәтелер, ҡылған эшелер.
Ғаиләһе, мал-мөлкәте тороп ҡаласаҡ,
Ҡылған эштәр аҙаҡҡаса оҙатып барасаҡ.
***
Рәсүлде уратып ултырып,
Тыңлайҙар мөридтәр уй-фекер.
Ишеккә Мөхәммәт ҡараны,
Күренде мәсеттә бер фәҡир.

Мосолман йолаһы буйынса
Ултырҙы буш ергә — өлөшө.
Кем белгән, янында бай икән,
Ҡыҫтырып еләне салғыйын,
Ҡуйҙы бай ситкәрәк шылышып.

Күрҙе лә, пәйғәмбәр һораны:
— Ярлылыҡ һиңә был фәҡирҙән
Йәбешер тип әллә ҡурҡтыңмы?
— Юҡ, Рәсүл, ундай уй юҡ бер ҙә!

— Малыңдың әллә бер өлөшө
Күсер тип ҡурҡтыңмы фәҡиргә?
Бай әйтә пәйғәмбәр һүҙенә:
— Юҡ, Рәсүл, ундай уй юҡ бер ҙә!

— Был күршең ҡағылһа, кейемең
Бысрар тип ҡурҡтыңмы әллә һин?
Ишетелә әйткәне был байҙың:
— Юҡ, тимен, эй Рәсүл, билләһи!

— Әләйһәң, ниңә һуң янтайҙың
Сиркәнеп, рәнйетеп күршеңде?
— Гөнаһлы эш ҡылдым, Хоҙайым
Кисерһен был гөнаһ эшемде!

Булған бар малымдың яртыһын
Алһынсы был мөъмин туғаным.
Ә фәҡир яуаплай:
— Алмайым.
— Ниңә? — тип пәйғәмбәр һораны.

— Ҡурҡамын, байлыҡтан маһайып,
Ҡанһыҙ бер тәкәббер булыуҙан.
Туғаным мөъмингә ҡарата
Был байҙай гөнаһ эш ҡылыуҙан.
***
Мөхәммәттең асыуы ҡаты булған
Эскелеккә — яман сир — бәләгә.
Хәмер-шараптарға ҡулы тейгән
Ошо ун кешене ҡәһәрләгән:

1) кешеләргә шарап эшләүсене;
2) үҙе эшләп, үҙе эсеүсене;
3) үҙе һатып алып эсеүсене;
4) башҡаларға ҡойоп биреүсене;
5) хәмер-шарап ташып йөрөүсене;
6) шул шарапты ҡабул ҡылыусыны;
7) һатыусыны;
8) алыусыны;
9) араҡыны бүләк итеүсене;
10) хәмер һатып, ашап-туйыусыны.
***
Изгелек — йән тыныслығы,
Яманлыҡтан йәнең сығыр.
***
Кешенең үҙ ҡулы менән
Башҡарған хәләл эше —
Һәр кемгә иң изге кәсеп,
Ғүмерлеккә килешер.
***
Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙе
Белгән бары үҙ халҡы.
Мине бөтә халыҡтарға
Ебәрҙе Аллаһ хаҡы.
***
Йән аҙығын, аҡыл емешен
Ризыҡ иткән
Маҡсатына мотлаҡ ирешер.
***
Хаҡ иманды яҡлап, күпме шәһит
Аллаһ юлдарында ҡорбан булған.
Ғалимдарҙың яҙған ҡараларын
Шәһит ҡандарына тиңдәш ҡылған.
***
Был донъяла кемде кем яратҡан,
Шулар менән булыр әхирәттә.
***
Кем тартып ала көс менән,
Беҙҙеке түгел һис кенә.
***
Кем хәстәрләй сит-яттарҙы,
Күрмәҫ яза-ғазаптарҙы.
***
Берәү эйелеп эҙләгәндә
Өҫтәлдән төшкән валсыҡты,
Ярлыҡауҙар килеп тапты.
***
Был донъяла бер ни еңеләймәҫ,
Еңеләйтмәһәң әгәр, эй Тәңрем.
Һин теләһәң, ауыр ҡайғыны ла
Бәндәләрең еңел күтәрер.
***
Таң атҡан икән,
Уҙған кисте уйлауҙан ни файҙа?
Кис еткән икән,
Уҙған таңды уйлауҙан ни файҙа?
***
Ил өсөн файҙаһыҙ ғилемдән
Баш тарттым, я раббым,
Рухымды күтәрмәҫ хеҙмәттән
Баш тарттым, я раббым,
Раббымдан ҡурҡмаған йөрәктән
Баш тарттым, я раббым,
Һин, раббым, ишетмәҫ доғанан
Баш тарттым, я раббым!
***
Йәнем йәннәт күрһен, тигән кеше
Хужа булһын ике ағзаһына:
Бер ағзаһы — теше араһында,
Икенсеһе — бото араһында.
***
Теленде тый, теленде тый,
Телендән тик яҡшы һүҙ ҡой.
***
Яҡыныраҡ ҡылыр Аллаһ
Ике иптәштән иң шәпте,
Иптәшенә яҡшылыҡты
Күберәк ҡылған иптәште.
***
”Иртәгә лә өлгөрөрмөн,
Бөтөнгә тороп торор!” —
Шулай тип ултырған аҙаҡ
Төп башына ултырыр.
***
Был тормошта беҙ бит ҡунаҡ ҡына,
Тормош өсөн мәсет — төп йорттор.
Йөрәгеңде мәрхәмәткә өйрәт,
Һуғар уны ҡайнар йәшең менән,
Ут-һағышҡа сорнап сыныҡтыр.
***
Бәндәләр талап иткәнсә
Үтәлһә дәғүә-теләк,
Бер нәмә лә ҡалмаҫ ине
Ил-милләт мөлкәтенән.
***
Дуҫлыҡ мираҫ булып Һиңә күсә,
Ә нәфрәтте мираҫ итеп алаһың.
***
Ашҡа шөкөр иткән туҡ кеше
Ураҙа тотҡан менән бер ише.
***
Аллаһ ҡаршыһында әҙәми зат
Үҙ абруйын асыҡлауҙан алда
Белһен шуны: үҙенең күңелендә
Ниндәй урын алып тора Аллаһ?
***
Кешеләрҙе арбап алһын малың түгел,
Көләс йөҙөң, күркәм холҡоң, ихлас күңелең.
***
Ислам — күҙ күремендә,
Иман — күңел түрендә.
***
   Хәҙис шәрифтәр менән таныша башлай алыуым яҙмышымдағы иң ҡыуаныслы ваҡиғаларҙан ул. Әгәр ошо бәхеткә насип итмәһә, был яҡты донъяларҙа ниндәй рухи хазинанан мәхрүм хәлдә йәшәгән булыр инем. Аллаға шөкөр, ғүмер юлым был аҡыллы фекерҙәр, изге кәңәштәр, иң кешелекле теләктәр донъяһын урап үтмәне. Яңы быуат, яңы мең йыллыҡ минең өсөн бөйөк хәҙистәр менән башланды. Киләсәктә лә, зинһар, уларҙан айырмаһын.
   Хәҙис шәрифтәрҙең бына тағы ла бер тупланмаһын миңә туған телемдә шиғри юлдарға һалырға насип булды. Бөгөнгө ҡатмарлы һәм аяуһыҙ дәүерҙә төрлө яманлыҡтар кешене уның сабый сағынан уҡ аңдып торғанда, ергә тик яҡшы эштәр өсөн яратылған әҙәм балаларының күңелен күпме алдатҡыс әүрәткестәр нисек тә аҙҙырырға тип шашынғанда, бөйөк ислам нуры, пәйғәмбәребеҙҙең изге кәңәштәре беҙгә юлыбыҙҙа көс һәм ышаныс өҫтәһен, иманыбыҙҙы нығытһын ине. Хәҙерге һәм киләсәктәге ауыр һынауҙарҙы диндәштәребеҙ һәм милләттәштәребеҙ, бер-беребеҙгә таяныс булып, бергә ихлас тупланып, тоғролоҡ һәм намыҫ менән үтергә, мөҡәддәс маҡсаттарыбыҙға етергә яҙһын ине.
   Рауил Бикбаев, Башҡортостан халыҡ шағиры, “Ватандаш” журналы, 2006 йыл, май, ссылка http://vatandash.ru/pics/pdf/640.pdf