ВАТАНДЫ ЯРАТЫУ – ИМАНДЫҢ БЕР ӨЛӨШӨ

                                              ВАТАНДЫ ЯРАТЫУ – ИМАНДЫҢ БЕР ӨЛӨШӨ

    Рәсүл-Әкрам салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм бер мөбәрәк хәҙисендә: “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө”, — тип әйткән.
     Еребеҙҙә әҙәм балаһына йәшәү өсөн бөтөн мөмкинлек бар: һыуы ла, һауаһы ла, ризығы ла, урманы ла. Тормоштоң төп сығанағы – ер. Унда төрлө йәшелсә, еләк-емеш үҫә, ағасынан, ташынан йорттар төҙөйбөҙ. Донъяла ниндәй генә климат юҡ: йыл әйләнәһенә ҡышбулған, көн менән төн алты айҙан ғына алмашынған, башында йәйен-ҡышын ҡар ятҡан таулы урындар, утрауҙар... Уларҙа халыҡ меңдәрсә йыл ғүмер итә, тәбиғәт шарттарына яраҡлаша, урындағы ризыҡты ашай һәм уны икенсе ергә күсереү мөмкин дә түгел. Хайуандар ҙа шулай. Мәҫәлән, Төньяҡ Боҙло океандың аҡ айыуын экваторға илтә алмайбыҙ, был мөмкин хәлдә лә, йәнлек унда йәшәй алмаясаҡ. Шуның шикелле, әҙәм балаһы ла кендек ҡаны тамған ерендә ғүмер итә, балаларын үҫтерә, нәҫелен тарата.
     Ватанды һөйөү – ерҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн үҙ өлөшөңдө индереү ул. Тыуған төйәгебеҙҙең алға барыуын теләйбеҙ икән, быға булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Ата-бабабыҙ йәшәгән еребеҙҙе һаҡлаған, уға зарар килтермәгән, байлығын исраф итмәй генә ҡулланған. Мәҫәлән, тирмәне күсереп йөрөткәндә, ерҙе ҡаҙып, уның ҡара тупрағына зарар килтермәгәндәр, ипле генә ҡорғандар. Киткән саҡта ла арттарынан бер ниндәй сүп-сар ҡалдырмағандар. Һуңғы 70 йыл тирәһе ваҡытта иһә ергә бындай ихтирамдың түбәнәйеүен күрәбеҙ. Битарафлыҡтың һөҙөмтәһе, әлбиттә, үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтасаҡ.
Ер – йәшәйешебеҙҙең сығанағы, тинек. Уны юҡҡа ғына әсәй менән сағыштырмағандар. Ер саф иткән, ундағы ризыҡ таҙа, әҙәм балаһының сәләмәтлеге ныҡ була.
     “Тыуған ерҙе һөйөү – имандың бер өлөшө” тип әйтелгән икән, Ватаныбыҙҙы (ә уға ата-әсәбеҙ, телебеҙ, тарихыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ һәм башҡа изге төшөнсәләр инә) һаҡларға, үткәндәрҙән һабаҡ, тәжрибә, аҡыл алып, илебеҙ башҡа дәүләттәрҙән артта ҡалмаһын өсөн үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә, аҡыллы, зиһенле балалар үҫтереп, ошо ерҙә ғүмер итергә тейешбеҙ. Шул саҡта Башҡортостаныбыҙ Рәсәйҙең матур, таҙа, тыныслыҡ, әхлаҡ һәм тәрбиә төбәге буласаҡ. “Аямаған йәнен, түккән ҡанын, Һис бирмәгән башҡорт Уралын”, — тиелә халыҡ йырында. Башҡортостаныбыҙҙы, Рәсәй дәүләтселеген һаҡлау өсөн милләтебеҙ бихисап батырын ҡорбан иткән. Бөгөн дә улдарыбыҙҙы аҡыллы, көслө итеп тәрбиәләп, илдең тыныслығына үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә бурыслыбыҙ, сөнки ватаныбыҙҙың азатлығын, бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеү ҙә – имандың бер өлөшө. Был йәһәттән беҙгә ата-бабабыҙҙың ҡаһарманлығы – ҙур өлгө.
     Илдең именлеге өсөн ҡан ҡойған, ҡорбан булған ҡаһармандарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алайыҡ, ихтирам итәйек. Яу ҡырҙарында ятып ҡалған, ахирәткә күскән яугирҙәребеҙ үҙенең мәңгелек рәхмәтен алһын, тереләргә бәрәкәтле тормош насип итһен. Әле әрме сафындағы егеттәребеҙгә лә ихтирам күрһәтәйек. Уларҙың да хеҙмәте – имандың бер өлөшө. Шул уҡ ваҡытта илдең именлеген һаҡлау, уның үҫшенә булышлыҡ итеү – һәр беребеҙҙең изге бурысы. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ошо ғәмәлдәрҙе теүәл үтәргә насип итһен. Шулай икән, иншәллаһ, илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, донъя имен булыр.
     Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.
                     Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН,Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты рәйесе, мөфтөй