Тел бәләләре

                                                                     Тел бәләләре

     Беренсе хөтбә
     Кеше күп ваҡытын һөйләшеп үткәрә, һәм уның һәр һүҙе фәрештәләр тарафынан яҙылып бара: «Ул бер генә һуҙ әйтһә лэ, уның эргәһендә күҙәтеүсе әҙер» («Ҡаф» сүрәһе. 50: 8). Ҡайһы ваҡыт беҙ ниндәйҙер нәмә һөйләйбеҙ һәм уның ҡурҡынысын аңлап та бөтмәйбеҙ: «Бына һеҙ быны телдәрегеҙгә ҡабул итәһегеҙ һәм, ул турала белемегеҙ булмаһа ла, ауыҙҙарығыҙ менән һөйләнһегеҙ, һәм бик әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләйһегеҙ, ә ул Аллаһ ҡаршыһында — бөйөк нәмә (гонаһ)» («Нур» сүрәһе, 24: 15). Шуға күрә һәр нәмәне уйлап ҡына һөйләйек. «Кем Аллаһ Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә ышана икән, хәйерле нәмә әйтһен йә һөйләшмәһен» (Имам Муслим риүәйәт итте). Бер көн пәйғәмбәребеҙгә бер кеше килде лә: «Мине йәннәткә керетә торған берәй ғәмәл күрһәт әле», — тине. Мөхәммәт пәйғәмбәр : «Ошо нәмәңде тый», — тине лә теленә күрһәтте. Ысынлап та, кеше үҙ теле менән әллә нисә төр хаталар эшләп ташлай ала: исламда иң бөйөк гөнаһ булған ширк, Аллаһ Тәғәлә тураһында белемһеҙ һөйләү, ялған шаһитлыҡ, сихыр, ғиффәтле мосолман ҡатынды зинала ғәйепләү, мосолманды ҡарғау, ялған һүҙ, ғәйбәт, нәмимә (кеше араһын бутау)...

     Бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Ҡайһы ваҡыт кеше үҙе лә аңлап бөтмәгән бер һүҙ һөйләр һәм шуның арҡаһында көнбайыш һәм көнсығыш араһынан да тәрәнерәк утҡа тайып төшөр» (Әл-Бухари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Ошо аяттарҙы һәм хәҙистәрҙе әүәл быуынғы мосолмандар — сәхәбәләр — яҡшы аңлаған, шуға күрә үҙ телдәренә лә ныҡ иғтибар иткәндәр. Ибн Ғәббәс телен тотоп: «Ҡайғы һиңә! Хәйерле нәмә һөйлә — уңышҡа өлгәшерһең, яман нәмә әйтмә — имен ҡалырһың, юҡһа укенерһең». — тип әйтә торған. Ибн Мәсғүт Аллаһ менән ант итеп: «Донъяла иң оҙаҡҡа зинданға бикләнә торған нәмә — тел», — ти торған. Кешенең теле бер ҡасан да тик тормай, һәм ул гонаһлы нәмәләр һөйләмәһә лә, буш һүҙҙәргә төшөп китә. Иғтибар иткәнегеҙ бармы — йыш ҡына беҙ сәғәттәр буйы йә бала сағыбыҙҙы, йә армияла хеҙмәт иткән көндәребеҙҙе, йә икенсе берәй нәмә тураһында һөйләп ултырабыҙ?.. Шуныһы ҡыҙыҡ: кешеләргә «Намаҙға баҫ». — тип кәңәш бирһәң, улар: «Баҫыр инем, ваҡытым юҡ шул» — тип зарлана. Ә ҡайһы ваҡыт урамда ғына баҫып тороп, бер сәғәт буйы һөйләшергә ваҡыт табабыҙ түгелме? Бер хәҙистә: «Аллаһты иҫкә алмайынса оҙаҡ һөйләшмәгеҙ. Эсендә Аллаһ иҫкә алынмаған оҙон хәбәр йөрәктең ҡатылығына килтерә, ә кешеләр араһынан Аллаһтан иң йыраҡ булғаны — ҡаты йөрәкле кеше» — тиелгән. (Әт- Тирмиҙи риүәйәт итте). Икенсе бер хәҙистә: «Кеше иртәнсәк торғанда уның бөтә ағзалары ла телгә өндәшә һәм: “Беҙҙең өсөн Аллаһтан ҡурҡ — беҙ һиңә бәйле. Әгәр төҙ булһаң, беҙ ҙә төҙ булырбыҙ, ә ҡыйшайһаң, беҙ ҙә ҡыйшайырбыҙ” — ти» (Әт-Тирмиҙи риүәйәт итте). Изге хәлифә Ғүмәрҙең (радыяллаһү ғәнһ) шундай һүҙҙәре килтерелә: «Кемдең хәбәре күп, шуның хаталары ла күп, кемдең хаталары күп, шуның гонаһтары ла күп, ә кемдең гонаһтары күп, ул кешегә йәһәннәм уты нығыраҡ килешә». Тағы бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ шулай тигән: «Ҡолдоң иманы йөрәге төҙәлмәйенсә төҙәлмәҫ, ә уның йөрәге теле төҙәлмәйенсә төҙәлмәҫ» (Әт-тирмиҙи риүәйәт итте). Иғтибар итегеҙ, ағай-эне: был хәҙистә ниндәйҙер ағза эшенең йөрәккә тәьҫир итеүе күрһәтелгән. Ә ҡайһы бер кешеләр ғәмәлдәрҙе һанға һуҡмай: «Йөрәгендә иман булһа булды» — тиҙәр. Эштәр менән иҫбат ителмәгән һәм ҡеүәтләнмәгән иман оҙаҡҡа сыҙар микән — шуны уйлағыҙ әле, ҡәрҙәштәр...

     Икенсе хөтбә
     Тел бәләләре тураһында аяттар һәм хәҙистәрҙе иҫкә төшөрәйек. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Кешенең исламдағы иң яҡшы эштәренең береһе — уға ҡағылмаған нәмәне ҡалдырыу», — тине. (Әт-Тирмиҙи). Был хәҙисте дөрөҫ аңлағыҙ: әгәр мосолман ниндәйҙер гонаһ ҡылыныуын күрһә (мәҫәлән, улының тәмәке тартыуын), ул был эшкә ҡыҫыла ала, хатта тейеш тә. Ә әгәр һүҙ гонаһ тураһында бармаһа, ул ҡыҫылмаҫҡа тейеш — мәҫәлән, «һин телефондан кем менән һөйләштең?», «һинән сыҡҡан кеше кем ине?», «кисәге кем менән һөйләшеп тора инең?» һымаҡ һорауҙар. Әлбиттә, дуҫтар араһындағы хәбәрҙәр — икенсе һүҙ, уларҙы дуҫтар үҙҙәре яҡшыраҡ белә. Йыш ҡына шундай кәрәкмәгән нәмәләрҙе һөйләү кеше араһын боҙа, сөнки үҙең дә һиҙмәҫтән кемдеңдер серен асып ҡуйыуың бар. Сахих (дөрөҫ) бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Хәбәр ташыусы кеше (гәрәпсә: нәммәм) йәннәткә кермәҫ». Мосолмандарҙың гонаһтарын һөйләп кафырҙарҙы, монафиктарҙы йә йәшерен дошмандарҙы шатландырыу тураһында шундай аят бар: «Иман килтергән кешеләр тураһында нәфрәт уята торған хәбәрҙәр таратырға яратыусы кешеләргә интектергес ғазап, донъяла һәм әхирәттә. Аллаһ белә бит, ә һеҙ белмәйһегеҙ!» («Нур» сүрәһе, 24: 19). Шулай уҡ хәҙистә: «Аллаһтың ҡолдарын рәнйетмәгеҙ, мәсхәрә итмәгеҙ һәм уларҙың етешһеҙлектәрен эҙләмәгеҙ. Кем мосолман ҡәрҙәшенең етешһеҙлеген табырға тырышһа, Аллаһ уның үҙенең етешһеҙлеген эҙләр һәм өйөнөң эсендә үҡ фашлап ҡуйыр» (Имам Әхмәт риүәйәт итте). Мосолмандың етешһеҙлеген йәшереренә тырышығыҙ һәм уға яҡшыраҡ булырға ярҙам итегеҙ. Кешеләрҙе, хайуандарҙы, тирә яҡтағы нәмәләрҙе әрләү, һүгеү, ҡарғау тураһында пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай тине: «Мосолман мыҫҡыл итеүсе, ҡарғаусы, әрләүсе, һүгенеүсе булмаҫ». (Әт-Тирмиҙи). Ҡарғалған кеше мосолман булһа, был тағы ла ҡурҡынысыраҡ: «Мосолманды ҡарғау уны үлтереүгә тиң». (Әл-Бүхари, Муслим һәм башҡа имамдар риүәйәт итте). Бер көн пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер ҡатындың үҙ дөйәһен ҡарғауын ишеткән. Шул дөйәгә эленгән нәмәләрҙе сисергә ҡушҡан да «Беҙгә ҡарғалган дөйә юлдаш булмаһын», — тип, уны ебәрергә ҡушҡан. Ә ҡайһы бер кешеләр китеп барған машинаһын ҡарғай бит! Шулай уҡ беҙ йыш ҡына шаярабыҙ, көләмәстәр, анекдоттар һөйләйбеҙ. Был нәмәләрҙә лә саманы белер кәрәк. «Күп көлмә, сөнки күп көлөү йөрәкте үлтерә», — тигән пәйғәмбәребеҙ ﷺ (Әт-тирмиҙи риүәйәт итте). Был хәҙисте «көлөргә һәм шаярырға һис ҡушылмаған» тин аңларға ярамай. Мосолманға ҡайһы ваҡыт көлөп, шаярып, ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп алырға ярай, ләкин быны эшләгәндә алдарға, халыҡса әйткәндә, «арттырып ебәрергә» ярамай «Ҡайғы шундай кешегә: ул кешеләрҙе көлдөрөр өсөн нимәлер һөйләй һәм алдай. Ҡайғы уға, ҡайғы уға, ҡайғы уға!». — тигән пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Өҫтәүенә, халыҡты көлдөрәм тип нәмәлер һөйләгән кеше мотлак кемдәндер көләсәк һәм уны мәсхәрә итәсәк. Шуға Ҡөрьәндә: «Ҡайғы төрлө әрләүсе һәм хурлаусыға!» («Әрләүсе» сүрәһе. 104:1), — тиелгән. Телдәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, тик яҡшы һүҙҙәр генә һөйләгеҙ. Һөйләмәҫ борон үҙ һүҙҙәрегеҙгә хужа — һеҙ, ә һөйләп ташлағандан һуң. һүҙҙәрегеҙ һеҙҙең хужағыҙга әүерелә, һәм донъяла булмаһа, әхирәттә үкенерһегеҙ. «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм тура һүҙ һөйләгеҙ! Ул һеҙҙең эштәрегеҙҙе төҙөк ҡылыр, гонаһтарығыҙҙы кисерер. Кем Аллаһҡа һәм Уның рәсүленә буйһона, шул бөйөк уңышҡа ирешер» («Фирҡәләр» сүрәһе, 33: 7 () — 71).

                                                                                                                                                                        Йома хөтбәләре