Тәрбиә мәҙрәсәһе

бала дога кыла

                        Тәрбиә мәҙрәсәһе

    Мосолмандың тәрбиә мәҙрәсәһе. Вәғәз
   Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
   Әл-хәмдү лил-ләһ! Үәс-саләту үәс-сәләмү ғәлә рәсүлиһ.
   Тәүбә тураһында һөйләшеп алайыҡ.
   Тәүбә — ғәрәп һүҙе. Уның мәғәнәһе — ҡайтыу; күндәмлеккә, аҙашҡан юлдан дөрөҫ юлға, йәки үҙеңдең бөгөнгө көнгә тиклем булған юлыңды, тормошоңдо, йәшәү рәүешеңде хәйерлегә өйләндереү, тура юлға ҡайтыу.
   Тәүбә итеү ул — үкенеү гонаһ эшләүҙән туҡтау, насарлыҡтан тыйылыу.
   Ләкин әҙәм балаһы фәрештә түгел. Донъя көткәндә ул хаталанып та китә, хаҡ юлдан тайып та төшә, гонаһтар ҙа эшләп ҡуя. Үкенер саҡтары бар, әрнегән ваҡыттары булып тора.


   Ундай мәлдәр бөгөн бигерәк тә күп.
   Аҙым һайын ишетеп тә, күреп тә торабыҙ — динле булһа ла, динһеҙ булһа ла, намаҙ уҡыһа ла, намаҙ уҡымаһа ла — әҙәм балаларының бөтәһе лә гонаһлы. Гонаһы булмаған бер кем дә юҡ. Беҙҙең һәр ғәмәлебеҙҙә, һәр бер һүҙебеҙҙә яңылышлыҡ, хата, гонаһ булыуы мөмкин, һәм бына ошонда инде Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләне таныған бәндә менән Уны танымаған бәндә араһында айырма барлыҡҡа килә. Аллаһты танымаған кешенең тәүбә итер хәле лә, теләге лә, тәүбә итеп ҡайтыр заты ла булмай. Ә иманлы бәндәнең, Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләне таныған кешенең хата эшләп ҡуйған саҡтарында үкенеп, ялбарып-ялбарып ярлыҡауын һорар заты — Раббыһы бар.
   Беҙ ҡылған гонаһтарҙы кисереү өсөн Ер йөҙөндә Аллаһтан башҡа бер зат та юҡ — әҙәм балаһы ла, фәрештәләр ҙә, тәбиғәт тә был ҡөҙрәткә эйә була алмай.
   Әҙәм дә бит, ғәләйһис-сәләм, Аллаһҡа ялбарып һораны: ”Эй, Раббым! һин мине Иблес ҡарамағына ҡалдырҙың. Уның яуызлығынан ҡотолоу өсөн һинән башҡа тамсы ла көсөм юҡ. Миңә нишләргә?” — тине.
   ”Эй, Әҙәм! — тине Аллаһ, — Әгәр ҙә һеҙҙең бер балағыҙ тыуһа, Мин был бала өсөн яуап бирерлек бер затты ла яралтырмын. Баланы ул Иблес яуызлығынан да, яуыз иптәштәр йоғотоһонан да һаҡлап йөрөтөр. Раббыһының ошо вәғәҙәһен ишеткәндән һуң Әҙәм тағы ла һораны: «Арттыр!”- тине.
   ”Я Рабби! Зидни!” — Ниғмәттәреңде тағы ла арттырһаң ине”, — тип доға ҡылды.
   Пәйғәмбәрҙең доғаһына яуап итеп Аллаһ әйтте:»Игелекле бер эш эшләһәгеҙ, уға ун тапҡырға арттырып әжерен бирермен, әгәр ҙә бер насарлыҡ эшләһәгеҙ, һеҙгә золом итеп гонаһтарығыҙ арттырылмаҫ, бергә бер итеп кенә яҙылыр, уны хатта бөтөнләй юйып ташлау өсөн дә Минең көсөм етер”, — тине.
   Шунан һуң Әҙәм, ғәләйһис-сәләм, йәнә әйтте: ”Эй, Раббым! Арттыр!” — тине.
   "Йәнегеҙ тәндә булған ваҡытта тәүбәләрегеҙ ҡабул ителеп кенә торор”, — тине Аллаһ.
   ”Эй, Раббым! Мәрхәмәтеңде тағы ла арттыр”, — тине Әҙәм.
   ”Әгәр ҙә кеше үҙенә-үҙе яуызлыҡ эшләгән булһа, Аллаһ рәхмәтенән һис ҡасан өмөтөн өҙмәһен. Аллаһы Тәғәлә тәүбә иткәндәрҙең бөтә гонаһтарын ярлыҡап ҡына тора.
   Сөнки Ул — Рәхим-Шәфҡәт эйәһе”.
   Ҡөрьән өйрәтә: ”Эй, Иман килтергән бәндәләр! Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм ғәҙел кешеләр менән бергәрәк булығыҙ!” — ти. «Тәүбә” сүрәһе, 119 — нсы аят.
   Был аятта ике төрлө бойороу бар: Аллаһтан ҡурҡырға саҡырыу — Сөнки Аллаһтан ҡурҡа белгән кешенең дини һәм донъяуи тәрбиәгә нығыраҡ бирелеүе.
   Икенсеһе — ғәҙеллек. Ғәҙел кешеләр менән бергәрәк булырға дәртләндерә дин. Ғәҙел һәм тәрбиәле кешеләр менән бергәрәк булыу сәбәпле кеше тәрбиәлелектең сағыу өлгөләре менән осрашып ҡына тора.
   Исраил ҡәүемендә булған бер батшаға хикмәт эйәһе бер мөьмин тураһында хәбәр еткерәләр. Күрә был хикмәт эйәһен: ”Һин миңә инеп йөрө, ишегемә ҡаҡһаң, индерерҙәр һин миңә бик тә кәрәк”, — ти.
   »Һинең эргәңә мин килеп йөрөрмөн. Әммә шул ваҡытта үҙ хеҙмәтеңдә булған берәр ҡыҙға күҙем төшә ҡалһа, нимә тиерһең?”- ти хикмәт эйәһе.
   - Һине шундай хәлдә күрһәм, башҡаса ҡапҡама яҡын да килеп йөрөй алмаҫһың, — ти батша.
   - Минең бөйөк Раббым бар. Көнөнә етмеш тапҡыр гонаһ эшләһәм дә, Ул миңә ризығын бирә, һауаһынан мәхрүм итмәй, минең алдымда рәхмәт ҡапҡаларын ябып ҡуймай. Мин ана шул ҡапҡаға ғына мөрәжәғәт итермен, — ти хикмәт эйәһе.
   Ҡарттың һүҙеңдә ҙур хикмәт бар. Ниндәй генә гонаһтарыбыҙ булһа ла, Аллаһ уларҙы кисереп кенә тора.
   Иман килтергәнбеҙ икән, беҙ үҙебеҙ ҙә бөтәһенә ҡарата рәхимле лә булырға тейешбеҙ. Беҙҙең ҡоралыбыҙ — мәрхәмәтле булыу. Ислам күҙлегенән ҡарағанда ғибәҙәт, әйтәйек, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж ғына түгел. Дөрөҫ, былары — иң бөйөгө. Ниндәй генә эш йәки һүҙ булмаһын — бөтәһе лә Аллаһ ризалығы өсөн тип эшләнә. Эшебеҙҙән Аллаһ риза икән — был ғибәҙәт. Ғәмәлдәребеҙ, рөхсәт ителгәндәр менән ризыҡланыуыбыҙ, ашауыбыҙ, әсеүебеҙ — бөтәһе лә ғибәҙәт.
   Ишектәребеҙ Аллаһ исеме менән асылып һәм ябылып тора икән — был да ғибәҙәт.
   Бөтә нәмә ниәтенә ҡарап баһалана.
   Пәйғәмбәребеҙ тәүбәгә килеп торғанда бер ваҡыт Ғәйшә инәбеҙ уға: ”Эй, Аллаһ илсеһе! Алаһы Тәғәлә бит һинең гонаһтарҙың элек эшләнгәндәрен дә, алда буласаҡтарын да — бөтәһен дә ярлыҡаған. Тәүбәләр менән үҙеңде яфалама”, — тип кәңәш бирергә теләй. Был — шөкөр, ти пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. ”Эй, Ғәйшә, Яралтып бар итеүсемә мин шөкөр итә белмәҫкә тейешме ни?”
   Тәүбә ул — тәрбиә.
   Тәубә өсөн, тип өйрәтә дин, иң яҡшы ваҡыт — таң атҡан саҡ, төн ҡараңғылығы таң яҡтылығы менән алмашынған кеүек, таң алдынан тәүбә итеүҙәрҙән һуң гонаһтар ҡараңғылығы таралып, ярлыҡаныуҙарҙың яҡты нуры күтәрелә.
   Хәҙис Шәриф.
   "Иманлы бәндә яңы ғына күтәрелеп килгән йәш үҫенте кеүек. Ҡайҙан ғына ел иҫһә лә, ул ауырға ғына тора. Ел тынып ҡалһа ғына турайып ала. Иманһыҙ кеше эт ҡайышы йәки эрбет ағасына оҡшаш. Үҙ теләге менән Аллаһ уны һындырып ташламай тороп. Бөгөлмәй ҙә, һығылмай ҙа”.
   "Ауырыуҙарҙан пәйғәмбәребеҙ кеүек тә яфа сиккән кешеләрҙе минең күргәнем булманы”, — тип һөйләр булған Ғәйшә, раҙийәл-лаһү ғәнһә.
   ”Бер ваҡыт мин тән ҡыҙыулығынан биҙгәк тотоп ятҡан пәйғәмбәр эргәһенә килдем: ”Был, бәлки, әжер- сауаптарҙың һиңә икеләтә арттырылып биреләсәгенә бер сәбәптер?” — тинем, — тигән сәхәбәләрҙән берәү.
   ”Эйе, — тине ул, — яфа сигеп ятҡан мосолмандарҙы Аллаһ япраҡтары ҡойолғандан һуң еңеләйеп ҡалған ағастар кеүек итеп, гонаһтар ауырлығынан ҡотҡарыр”.
   Хәҙисе-Ҡотдусиҙа Аллаһ һүҙҙәрен килтереп ул тағы ла әйткән: "Ҡолдарымды Мин үҙҙәре өсөн һөйөклө булған ике нәмәнән мәхрүм итеп һынармын.
   Ошо һынауҙарға сабыр итер ҙә ул, шул һынауҙары бәрәбәренә Йәннәттәрҙә урын алыр”.
һөйөклө булған ике нәмә — бәндәнең ике күҙе.
   Ауырыу кешегә Аллаһ: «Мин ысынлап та ауырыумын!”, „Эй, башым!”,“Мин үҙемде насарыраҡ тоям!”- тип әйтергә рөхсәт итә.
   »Донъя, — тигән ул, — йыланға оҡшаш: тыштан һыйпап ҡараһаң, тиреһе шып-шыма, ә эсендә — үлемесле ағыу. Күпте күргәндәр унан һаҡлана белә, йәштәр иһә "күрәйем дә, үләйем” тигән кеүек уға ҡул һуҙып ҡына тора”.
   Пәйғәмбәребеҙ әйткән: Бөтә Ер йөҙө пакланып, минең өсөн мәсет булды. Өммәтемдән һәр кеше ҡайҙа ваҡыты етһә, шунда намаҙ уҡыһын”, — тигән.
   Әммә, — тигән ул, — әҙәм балаһына әҙәп өсөн дә, тәрбиәле булыу өсөн дә, әҙәм була белеү өсөн дә, "Ултырыр өсөн дә иң яҡшы урын — мәсеттәр”.
   Тағы ла әйткән ул: "Ғилемдең афәте — ғилем әһеле булмағандарға уны аңлатырға тырышып, уны юғалтыуға сәбәп әҙерләү”, — тигән.
   Аяттарҙа ла бит әйтелә: "Ҡөрьәнде Беҙ мөьминдәргә шифалы дауа һәм рәхмәтебеҙ булараҡ индерәбеҙ, — тиелә, — Гонаһлы бәндәләрҙең ул хәсрәтен генә арттыра”.
                                                                                             ”Әл-Исра”,”Яғҡуб балалары” сүрәһе, 82-нсе аят.
   Бәндәләргә ғилем бирә икән, Аллаһ уны донъяларына именлек, тормоштарына йәм өҫтәү өсөн тип бирә. Ә инде наҙан кеше унан бер өлөш ала ҡалһа, "Аллаһтың ҡашҡа тәкәһе мин генә икәнмен”, — тип донъя бутап йөрөй башлай.
   Әлбиттә, бәлә һәм бәхетһеҙлектәр ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй.
   Бәндә яҙмышы Аллаһтың үҙ ихтыярында.
   Яза бирә икән, уны ул кемделер юҡҡа сығарыу, түбәнһетеү өсөн бирмәй, һынауҙар өсөн килтерә, һынауҙар улар — бәндәнең сабырлығын, бары менән байҙарса йәшәй белеүен, иман камиллығын тикшереү өсөн бирелә.
   Шәйех Әбүл-Ҡаҙирҙың ғалимдар: ”Эй, улым! Бәхетһеҙлек һиңә һине юҡҡа сығарыу өсөн килмәй. Ул — һинең иманыңа һәм сабырлығыңа һынау.

            Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла, Дин ул — нәсихәт, Сәләх Суҡбаев, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла