Тәһәрәт (вәғәҙ)

                                                             Тәһәрәт (вәғәҙ)

     Тәһәрәт термины ғәрәп телендәге таһәра(тун) һүҙенән килеп сыҡҡан, ул «таҙалыҡ, таҙараныу, сафланыу» тип тәржемә ителә. Шәриғәттә тәһәрәт билдәле бер «дини сафлыҡ (ритуал) халәте» тигәнде аңлата.
     Тәһәрәт алыу — таҙарыныу, йыуыныу, сафланыу. Тәһәрәт ул динебеҙҙә ғибәҙәттәребеҙҙең асҡысы. Сөнки тәһәрәтһеҙ намаҙ ҡабул булмай. Беренсенән, тәһәрәт намаҙҙың дөрөҫлөгөнә шарт булып тора, икенсе яҡтан тәһәрәт гонаһтарыбыҙҙың ярлыҡауына сәбәп, өсөнсөнән, Ҡиәмәт көнөндә даими тәһәрәтле булғандарҙың йөҙҙәренән һәм тәндәренән нур балҡыр, башҡа халыҡтан айырып торор, йәннәткә инергә сәбәпсе итәр. Шуға ла иманлы кеше тәһәрәткә һәр саҡ иғтибарлы булыр һәм мосолман өсөн тәһәрәт алыу, һәр саҡ тиерлек тәһәрәтле булыу — имандың мөһим сағылышы. Шуға ла уның өҫтөнлөктәре тураһында һөйләү һәм уға булған талаптарҙы башҡарыу бигерәк тә әһәмиәтле.

     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә әйтә:
           يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا إِذَا قُمْتُمْ إِلَى الصَّلَاةِ فَاغْسِلُوا وُجُوهَكُمْ وَأَيْدِيَكُمْ إِلَى الْمَرَافِقِ وَامْسَحُوا بِرُءُوسِكُمْ وَأَرْجُلَكُمْ إِلَى الْكَعْبَيْنِ
     Йәә әййүһәл-ләҙиинә әәмәнүү иҙәә ҡумтүм иләс-саләәти фәғьсилүү үджүүһәкүм үә әйдийәкүм иләл-мәраафиҡи үәмсәхүү биру׳үүсикүм үә әрджүләкүм иләл-кәғбәйни...
     «Әй иман килтереүселәр! Намаҙға керешкәндә битегеҙҙе һәм терһәккә тиклем ҡулығыҙҙы йыуығыҙ, башығыҙҙы һөртөгөҙ, ҡашыҡ һөйәгенә тиклем аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ. Жөнөб хәлдә булһағыҙ, тулыһынса йыуынығыҙ». («Мәидә» сүрәһе, 6-сы аят).
     Тәһәрәт алыуҙың ике төрө бар: береһе фарыз, икенсеһе сөннәт. Беҙ эшләгәндәме, йә ваҡыт тар булыуы арҡаһындамы, йәки һауа шарттарына ҡарап, ҡырҙа, һыу әҙ саҡта тәһәрәттең фарызын ғына үтәйбеҙ. Бында гонаһ юҡ, сөнки беҙ әлеге Ҡөръән аяттарына таянабыҙ.

     Аллаһы Тәғәлә Әҙәм балаларына йөкләгән ғибәҙәт төрҙәрендә ҙур мәғәнә һәм хикмәт бар. Әйтәйек, тәһәрәтте күптәр намаҙ йә Ҡөръән китабы уҡыр алдынан ғәҙәти бер йыуыныу тип кенә ҡабул итә. Әммә тәһәрәт алыу тәртибенә иғтибар итһәк, шундай ҡыҙыҡлы факт асыҡлана: тәһәрәт алғанда, кеше ғәҙәттә гонаһ ҡыла торған ағзаларын йыуырға тейеш. Мәҫәлән, ҡул менән кеше байтаҡ күп ярамаған нәмә эшләргә мөмкин; ауыҙ менән насар һүҙҙәр һөйләргә, шикле ризыҡ ашарға; танау менән яман еҫтәр еҫкәргә; күҙ менән тыйылған нәмәләргә ҡарарға; ҡолаҡ менән насар, ғәйбәт һүҙҙәр ишетергә; ғөмүмән, баш менән боҙоҡ уйҙар уйларға; аяҡ менән кәрәкмәгән ергә барырға һәм башҡаһы. Әгәр кеше бер намаҙҙан икенсе намаҙға шул тиклем ағзаларҙың ҡайһыһы менән булһа ла гонаһ ҡылһа, тәһәрәт алғанда ул шул ағзаларын паҡлап, ҡара энергиянан арындыра, тәртипкә килтерә, нурландыра, зарарлы вирус һәм бактерияларҙы йыуып төшөрә.
     Мосолмандар өсөн тәһәрәт алыу алыуҙың көсөнә һәм файҙаһына күрһәтеүсе хәҙистәр ҙә бар. Пәйғәмбәрҙең ﷺ көрәштәше Әбү Һүрайра (Аллаһы Тәғәлә унан риза булһын): «Аллаһтың ҡоло булған мосолман йәки мөьмин тәһәрәт алһа, битен йыуғанда һыу менән бергә (йәки һуңғы тамсы һыу менән бергә) битенән күҙҙәре күргән барлыҡ гонаһтары ла йыуыла; ҡулдарын йыуғанда, һыу менән бергә (йәки һуңғы тамсы һыу менән бергә) ҡулдары менән ҡылған барлыҡ гонаһтары ла йыуыла; аяҡтарын йыуғанда, һыу менән бергә (йәки һуңғы тамсы һыу менән бергә) улар менән атлап йүнәлгән барлыҡ гонаһтары ла йыуыла, хатта ул гонаһтарҙан паҡ булғанға тиклем», тине.
     Тәһәрәт алыу – имандың ғына сифаты түгел, ул сәләмәтлеккәлә ҙур файҙа килтерә. Миҫалға; мосолман тәүлегенә биш ваҡыт намаҙ уҡыр алдында тәһәрәт ала. Бынан башҡа һәр саҡ йыуынып-таҙарынып тора. Табибтар бит шуны иҫкәртеп тора: күп кенә эске ауырыуҙар һәм йоғошло сирҙәрҙең сәбәбе ҡул аша ла, ауыҙ, танауҙа булған микробтарҙан һәм теш кариесының тарала тейҙәр. Рәсүлебеҙ өйрәтеп ҡалдырғанса тәһәрәт алыу, ауыҙ-танауҙы биш ваҡыт намаҙ уҡыр алдынан сайҡау, тештәрҙе таҙартыу күп кенә ауырыуҙарҙан профилактика булып тора.
     Әлхәмдүлилләһ, Исламда тәһәрәт алыу, ғөсөл ҙур тема булып тора һәм бик ентекләп өйрәнелә. Кәмендә аҙнаға бер тапҡыр бөтә тәнде яҡшы итеп йыуыу талап ителә. Ғөсөл һәм тәһәрәт алыу тәнде паклау менән бер рәттән кешене насар эмоцияларҙан, психик киренкелектән арынырға ярҙам итә, матдәләр алмашын яҡшырта. Былар тураһында тыйб ғалимдәре һәр ваҡыт иҫкәртеп тора. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм хәҙисендә: «Йоҡонан тороуға ике тапҡыр ҡулыңды йыумайынса бер нәмәгә лә тотонма», – тигән. Ризыҡ ҡуланыр алдынан һәм ашағандан һуң ҡулдарҙы йыуыу, ауыҙҙы сайҡарға тейешлегебеҙ тураһында ҡат-ҡат әйтеп ҡалдырған.
     Бер хәҙистә:
                                                                                       إنَّ الْإِسْلاَمَ نَظِيفٌ فَتَنَظَّفُوا فَإِنَّهُ لَا يَدْخُلُ الْجَنَّةَ إِلَّا نَظِيفٌ
     Иннәл-исләәмә нәҙиифүн фәтәнәҙҙафү фәиннәһү ләә йәдхүлүл-джәннәтә иллә нәҙииф.
     Мәғәнәһе: Ислам – паҡ дин, шуға күрә паҡ булырға тырышығыҙ. Паҡ булмаған кеше йәннәткә инмәҫ.
     Икенсе хәҙис-шәрифтә:
                                                                                                                            بُنِىَ الدِّينَ عَلَى النَّظَافَةِ
     Бүни-йәдиинү ғәләә нәҙәәфәһ
     Мәғәнәһе: Ислам паҡлыҡ өҫтөндә төҙөлгән.
     Ислам дине – хаҡ һәм бик паҡ дин. Аллаһы Тәғәлә бәндәләренә һәр саҡ пак булырға бойора. Мосолман булған кешенең күңеле яман сифаттарҙан һәм яуыз фекерҙәрҙән; тәне, кейеме, йорто, ашаған ризыҡтары, эскән һыуҙары һәр бер нәжестән пак булырға тейеш. Намаҙ уҡығанда һәм башҡа ғибаҙәттәрҙе ҡылған ваҡытта бигерәк тә мосолман пак булырға тейеш.
     Исламда таҙалыҡҡа айырым иғтибар бирелә. Ни өсөн? Таҙалыҡ Аллаһтың мөхәббәте һәм бәрәкәте өсөн сәбәп булып тора, сөнки Ул былай тип әйтте:
                                                                                                          إِنَّ اللَّهَ يُحِبُّ التَّوَّابِينَ وَيُحِبُّ الْمُتَطَهِّرِينَ
     ...иннәл-лааһа йүхиббүт-тәүүәәбиинә үә йүхиббүл-мүтәтаһһириин.
     "Һис шикһеҙ, Аллаһ тәүбә итеүселәрҙе һәм паҡланыусыларҙы һөйә" (Ҡөръән, «әл-Бәҡара» сүрәһе, 222-се аят).
     Шулай итеп Аллаһ Тәғәлә бәндәләренә һәр саҡ паҡ булырға бойора. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһү ғаләйһи үәс-сәлләм ﷺ: «Таҙалыҡ – имандың яртыһы», – тигән. Шулай уҡ: “Ислам – паҡ дин, шуға күрә пак булырға тырышығыҙ. Паҡ булмаған кеше йәннәткә инмәҫ", «Ислам паҡлыҡ өҫтөндә төҙөлгән», – тигән хәҙистәр ҙә таҙалыҡ-паҡлыҡтың мосолман өсөн ни тиклем әһәмиәтле икәнен аңлата.
     Ошо хәҙис тә билдәле. Фәрештәләр ҡиәмәт көнөндә: “Ҡайҙа Мөхәммәд ﷺ өммәте?"– тип, иң беренсе булып өммәтебеҙҙе иҫәп-хисабына саҡырыр. Шул ваҡытта ҡул-аяҡтарында тәһәрәт эҙҙәре нурланып-балҡып, йөҙҙәре яҡтырып торған кешеләр уртаға сығып, пәйғәмбәребеҙгә эйәрерҙәр“. Тәһәрәт алған өсөн мосолмандарҙы ике донъяла ла әжер-сауаптар көтә, иншаллаһ.
     Расүлүллаһ Мөхәммәд ﷺ: «Берәү мин алған рәүештә тәһәрәт алып, һис кем менән һөйләшмәйенсә, ике рәҡәғәт намаҙ уҡыһа, уның барлыҡ элекке гонаһтары кисереләсәк» — тип әйткән.(Бохари, Мөслим).
     Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ﷺ матур ғәмәленә эйәреп, мосолман тәһәрәт алыуға һәм һәр ваҡыт тәһәрәтле булыуға ынтылырға тейеш. Пәйғәмбәр тәһәрәттә булып та, уны бик йыш яңыртып торған һәм әйткән: «Әгәр ҙә кем дә кем тәһәрәттә булып та, ҡабаттан уны яңыртһа, Аллаһы Тәғәлә уға ун изге эш яҙыр».
     Шулай уҡ тәһәрәт алыу алып йоҡларға ятыу ҙа Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ сөннәте булып тора. Был хаҡта беҙ бер ҙә оноторға тейеш түгел һәм уға һалҡын ҡарашта булырға ярамай. Был Аллаһы Тәғәләнең кешеләргә ҡарата булған тағы бер шәфҡәте. Пәйғәмбәрҙең ﷺ хәҙисендә: «Тәһәрәттә төн уҙҙырыусының баш осонда фәрештәләр торор һәм кеше уянғас та улар: «Аллаһы Тәғәлә, был ҡолоңды кисер, сөнки ул тәһәрәттә төн уҙҙырҙы», тиелә.
     «Һеҙ йоҡоға китеү менән шайтан һеҙҙең баш осоғоҙҙа өс төйөн бәйләп ҡуя. Һәр төйөнгә аяғы менән типкеләп, ул шуларҙы бышылдар: «Был төн һинең өсөн оҙон булһын! Тыныс йоҡла!». Әммә һеҙ уянып китеп, Аллаһы иҫкә алыу менән бер төйөн сиселер. Әгәр тәһәрәт алһағыҙ, икенсеһе сиселер, ә намаҙ ҡылғандан һуң өсөнсө төйөн сиселер. Һөҙөмтәлә, мосолман кеше таңды тыныс һәм рәхәт ҡаршылар. Шулай булмағанда кеше арыған һәм иҙелгән хәлдә, ҡараңғы сырай менән һәм асыулы килеш уяна».
     Бер хикәйәттә берәү мәсеткә барып намаҙ уҡырға тип кейенеп урамға сыға. Тик юлда барғанда тайып йығыла һәм кейемен бысрата. Кейемен алыштырырға тип өйөнә ҡайта. Тағын тәһәрәт алып, кейемен алыштыра ла сығып китә. Барғанда шул уҡ урында тағы тайып йығыла, тағы бер ҡабат тәһәрәтен яңырта. Юлдан өсөнсөгә барғанда лампа тотҡан кешене осрата ла уның кем булыуы ҡыҙыҡһына.
     Лампалы кеше: «Мин һинең ике тапҡыр йығылып кейемеңде бысратҡаныңды күрҙем. Һинең юлың яҡтыраҡ булһын тип, лампа алып килдем», — тип әйткән.
     Улар мәсеткә бергә инәләр. Тик ҡулына лампа тотҡан кеше намаҙ уҡырға ашыҡмай. Ул бының сәбәбен һорағас, лампа тотҡаны: «Мин шайтан бит, — тип яуап бирә. — Минең арҡала һин ике тапҡыр кейемеңде бысраттың. Өйөңә ҡайтып тәһәрәт алдың, кейемдәреңде алыштырҙың. Шуның өсөн Аллаһы Тәғәлә һинең һәм өйҙәгеләрҙең гонаһтарын кисерҙе. Мин тағы йығылырға мәжбүр итһәм, ауылдаштарыңдың ла гонаһтарын ярлыҡар тип ҡурҡып, юлыңды лампа менән яҡтыртып барҙым».
     Ҡыҫҡаса тәһәрәт алыуға бәйле булған ғәмәлдәрҙе лә ҡараштырып китәйек. Ошондай һорауҙар кемделер борсойҙыр.
     - Истинжә тәһәрәттән нисек айырыла?
     Был ике ғәмәлде йыш ҡына бутайҙар. Йыш ҡына ҡайһы бер кешеләр ҡомған менән бәҙрәфкә инеп сыҡҡандан һуң: «Тәһәрәт алып индем», – тиҙәр. Был тәһәрәт алыу түгел, тап бына истинжә була. Тәһәрәт боҙолһа, тәһәрәт алдынан башҡарыла торған ғәмәл. Тимәк, истинжә – кесе йәки оло йомошто үтәгәндән һуң, йыуыныу ул. Был йомоштарыңды үтәмәгәс истинжаның тәһәрәт алдынан кәрәге юҡ. Ҡайһы бер осраҡтарҙа бының өсөн эшләнгән ҡағыҙҙар-салфеткалар менән дә истинжә алырға була. Истинжә сөннәт һанала, ә сөннәт ғәмәлде даими кире ҡаҡҡан кеше гонаһлы була.
     - Тәһәрәт алыу алдында алыр ниәт ҡылыу кәрәкме һәм уның тәртибен һаҡлау мәжбүриме?
     - Ниәткә килгәндә, тәһәрәт алғанда ошо әлеге шарт мәжбүри түгел. Әгәр ҙә кеше берәй сәбәп менән ниәт ҡылмай ҡала икән, ҡабаттан тәһәрәт алыу талап ителмәй. Тәһәрәт алыу тәртибе лә шулайыраҡ: уны һаҡлау, һис шикһеҙ, дөрөҫ һанала, әммә хаталанған осраҡта ла ул ғәмәлдә буласаҡ. Иң мөһиме, тәһәрәт алынырға тейешле барлыҡ тән ағзаларын йыуыу ҙа мотлаҡ.
     Әммә тәһәрәт алырға ниәт ҡылыу, билдәле тәртиптә тән ағзаларын йыуыу Пәйғәмбәребеҙ (гв) сөннәте булыуын онотмаҫҡа кәрәк. Ҡайһы бер мосолмандар сөннәт һәм башҡарылыуы мәжбүри булмаған ғәмәлдәрҙе бер рәткә ҡуя, был дөрөҫ түгел. Сөннәтте башҡармайынса, гел ҡалдырып килгән кеше гонаһлы була. Аллаһ беҙҙе был яңылышыуҙарҙан һаҡлаһын.
      — Айырым доғалар һәм зекерҙәр әйтеү мотлаҡмы?
     Ысынлап та, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа тәһәрәт алғанда һәр ағзаны йыуғанда айырым доға, зекерҙәр әйтеү тураһында хәбәр ителә. Мәҫәлән, имам Ән-Нәүәүиҙең «Әл-Асҡар» китабы – шул сығанаҡтарҙың береһе. Әммә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәһәрәт алғанда уҡылған доғалары хаҡында тулы мәғлүмәттәр юҡ, шунлыҡтан, тәһәрәт алғанда доға йә иһә зекер әйтеү шарт булып тормай. Миҫалға: Тәһәрәттән алдынан «Бисмилләһ» әйтеү сөннәт һанала. Һәр ағзаны йыуғанда «Бисмилләһ» әйтеү тәһәрәт алыу ҡағиҙәләренән була. Тәһәрәт алғанда айырым доғаларҙы ла уҡырға кәңәш ителә.
     - Ауыҙға һыу алып, тамаҡ төбөн ғырылдатыу кәрәкме?
     "Ауыҙҙы йыуғанда тамаҡты сайҡау — мөстәхәб" (Фәтәүә әл-Ләкнәүи, Дар Ибн Хәҙм, 32 б.). Имам Ғәләүетдин әс-Сәмәркәнди «Төхфәт әл-фуҡаха» хеҙмәтендә тамаҡ сайҡауҙы сөннәт муәҡҡәдә тип һанай.
     Беҙгә бары бер генә мәғлүмәт билдәле, ул да булһа Пәйғәмбәребеҙҙең © тәһәрәт алыу бөтөргәс әйтелгән доғаһы:
أشهد أن لا إله إلا الله وحده لا شريك له و أشهد أن محمدا عبده و رسوله. اللهم اجعلني من التوابين و اجعلني من المتطهرين.
     “Шәһәҙәт бирәм: Аллаһы Тәғәләнән башҡа ғибәҙәт ҡылырға яраҡлы зат (илаһ) юҡ. Йәнә шәһәҙәт бирәм: Ысынында, Мөхәммәд саллал-Лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм – Аллаһы Тәғәләнең ҡоло һәм бәндәләргә шәриғәт хөкөмдәрен ирештерер өсөн ебәрелгән илсеһе. Мине паҡлы ит һәм тәүбә итеүселәрҙән ҡыл" (Тирмиҙи/Тахара/41).

     - Ҡөръән китабын йәки айырым урында Ҡөръән аяттары яҙылған ҡағыҙ-журнал, китабтарҙы уҡырға буламы тигәнгә:
     - Әлбиттә, Аллаһ һүҙенә, Ҡөръән китабының үҙенә ҙур хөрмәт кәрәк, тәһәрәтле булыу мотлаҡ. Әммә китап тышына, тышланған Ҡөръән китабына тәһәрәтһеҙ ҡағылырға мөмкин тиҙәр ҡайһы бер ғалимдар. Ҡайһы бер осраҡтарҙа, мәҫәлән: Ко всему прочему не исключено, что человек может быть вынужден держать Коран (книжное издание на арабском языке) и пользоваться им, когда не имеет ритуальной чистоты (даже если это касается полного омовения, например при менструации у женщин) в случае изучения его в учебном заведении.
     - Айырым журнал һәм Ҡөръәндән башҡа китаптарҙа яҙылған Ҡөръән аяттарын, комьютерҙәге Ҡөръән китабын тәһәрәтһеҙ уҡырға була тигәндәр. Относительно случаев, когда отдельные аяты Корана приведены (именно в арабском оригинале) в каких-либо книгах или журналах, мнение большинства авторитетных мусульманских богословов таково: «Если в книге, например по мусульманскому богословию (фикх) или в тафсире (толковании смыслов Корана на любом языке, включая арабский) приводится часть Корана (вне зависимости от количества аятов)[9], то читать эту книгу и дотрагиваться до нее в случае отсутствия ритуальной чистоты канонически не запрещено». («umma.ru сайты»).
     Әлхәмдүлилләһ, Аллаһ Тәғәлә беҙгә иман биреп, мосолман итте, шөкөр итәйек. Мосолмандар бөтәһе лә тәһәрәттең файҙаһын һәм бәрәкәтен аңлап, башҡаларҙы, үҙ балаларын һәм ейәндәрен кәрәк йолаларға һәм ғәҙәттәргә өйрәтһендәр ине. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙыла һаулыҡта-сәләмәтлектә, бигерәктә иманда ныҡлы булырға насип итһен. Әмин.

Тәһәрәт: https://nazir1965.com/din/t%D3%99%D2%BB%D3%99r%D3%99t.html

Тәһәрәт алыу тәртибе: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/t%D3%99%D2%BB%D3%99r%D3%99t-alyu-t%D3%99rtibe.html

Тәһәрәт алыуҙың хикмәте: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/t%D3%99%D2%BB%D3%99r%D3%99tle-bulyu%D2%99y%D2%A3-xikm%D3%99te.html

Ҡар менән тәһәрәт: https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/%D2%A1ar-men%D3%99n-t%D3%99%D2%BB%D3%99r%D3%99t.html

Тәһәрәттең фазыйләттәрое: https://nazir1965.com/din/t%D3%99%D2%BB%D3%99r%D3%99tte%D2%A3-fa%D2%99yjl%D3%99tt%D3%99re.html

 ҒӨСӨЛ, ТӘҺӘРӘТ ҺӘМ НАМАҘҒА ӨЙРӘНӘМ: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/7804.html