Тәҡдиргә иман

                                                                          Тәҡдиргә иман

                      Тәҡдиргә. Яҡшы-яман бөтә нәмәнең Аллаһ тәҡдире менән булыуына иман.

     Һәр нәмә — Аллаһтан. Уның ихтыярынан башҡа саң да күтәрелмәҫ. Ағастарҙа япраҡ, серәкәйҙә ҡанат та һелкенмәҫ.
     Үткәндәр, үтеп барғандар, алда торғандар тураһында ғилем Аллаһ ихтыярында, Ул уны белә. Сөнки тәҡдир итеп бөтәһен дэ Ул үҙе яҙып ҡуйған. Күҙе күрмәҫ кеше төҫтәрҙе лә айыра алмаған һымаҡ, кеше аҡылы яҙмыш серҙәрен дә аңлай алмаҫ.
     ”Һәр нәмәне Беҙ үҙенең тәҡдире менән яралттыҡ”, — ти Аллаһ.
                                                                                                                                      ”Әл-Ҡәмәр”,” Ай” сүрәһе, 49 -нсы аят.
     Үҙенең яҙмышы менән бәндә зарлана алмай, сөнки тәҡдирҙә яҙылғандар беҙҙең ихтыярыбыҙҙа түгел. Яҙмыштың беҙ яҡшыһын табыу өмөтө менән тырышлыҡ ҡына һала алабыҙ.
     Әммә маңлайына яҙылғаны алдан уҡ беленеп тормауы — бәндәгә бирелгән бөйөк бер игелек. Һәр кем үҙе менән алда нимә буласағын. Нимә күрәсәген белеп торһа, уның тормошо ла түҙеп тора алмаҫ дәрәжәлә аяныслы булыр ине.
     Һәр кемдең үҙ яҙмышын Аллаһ үҙенән йәшереп тота, кешенең алдағы көндәргә булған өмөтөн юйып ташламай.

     Тормошта булып ҡына торған золомдо Аллаһ хупламай, хупламаһа ла бәлә-ҡазаларҙы туҡтатып та тормай.
     Бәндәгә улар һынау һәм һабаҡ өсөн бирелә. Сөнки үҙенең уйлай белмәүе, уйларға ла теләмәүе сәбәпле кеше үҙенә лә, кешеләргә лә зыян килтереп кенә тора.
     ” Үҙенә үҙе игелек теләп кенә торған кеүек кеше бит ул үҙенә үҙе яманлыҡ та теләп ҡуя. һәр ваҡыт ул ашығып барыусан”, — ти Ҡөрьән.
                                                                                                                      «Әл-Исра”,»Төндәге күсереү” сүрәһе, 11 — нсе аят.
     ”Әгәр ҙә Аллаһ үҙ ҡолдары ашыға-ашыға игелек көткән кеүек итеп уларға яза биреүҙе лә ашыҡтырыр булһа, ғүмерҙәре үтер-үтмәҫ уларҙың әжәлдәре лә етеп кенә торор ине”.
                                                                                                                                                  "Юныс” сүрәһе, 11 — нсе аят.
     Кешеләрҙе алдап, хыянатҡа барғанда: ”Быны эшләүгә ҡарағанда үлемем яҡшыраҡ йәки ялған һөйләр булһам, күҙем сыҡһын!”, — тигәндәр осрап ҡына торһа ла, үҙ рәхмәте менән Аллаһ яманлыҡҡа юл ҡуймай.
     Сөнки ”Аллаһтың үҙ теләгенән башҡа әҙәм башына бер ниндәй насарлыҡ килмәҫ. Ул — беҙҙең яҡлаусы. Шуға күрә һәр эштә Аллаһтың үҙенә генә тәүәккәлләгеҙ”.
                                                                                                                                                  "Тәүбә” сүрәһе, 51 — нсе аят.
     Бәндәһенә һабаҡ бирә Аллаһ. Золомдо самаһынан арттырып ебәрмәй, ғүмеребеҙҙе рухи һәм матди кәмселектәрҙән, бәләләрҙән, үҙебеҙ ҙә белмәй эшләп ҡуйған гонаһтар сәбәпле килергә тейешле эҙемтәләрҙән, нәфсебеҙҙе шайтан ҡотҡоһонан ҡурсалап тора.
     Үҙ ҡолона Аллаһ самалап ҡына, өлөшләп кенә ихтыяр көсө, ихтыяр ирке — ирадаи-джүзиә йәғни яҙмыштың йә яҡшыһын, йә насарын һайлау мөмкинлеге биргән. Тимәк, кеше ниәттәрен яҡшыға йүнәлтеп йәшәр булһа, Аллаһы Тәғәлә яҡшылыҡты бар итә, ниәте насар булған кеше — насарлыҡты таба.
     Насарлығы өсөн язанан да ҡотолоп ҡала алмай.
     Бәндәнең үҙе өсөн булған тырышлыҡтары Аллаһ теләге, Уның ризалығы менән тап килергә тейеш.
     ”Ул һиңә бәлә-ҡаза килтерһә, был бәләнән һине Аллаһтың үҙенән башҡа бер кем дә ҡотҡарып ҡала алмаҫ; әгәр ҙә Ул һине игелектәр менән күмеп ташлай икән, Уның рәхмәтенә бер кем ҡаршы килә алмай. Игелекте Ул үҙе теләгән кешеһенә бирә. Ул бит Ғафү итеүсе, Мәрхәмәт-Шәфҡәт эйәһе”.
                                                                                                                                                «Юныс” сүрәһе, 107 — нсе аят.
     Насарлыҡ, енәйәт эшләгәндә: „Маңлайыма шулай яҙылғандыр”, — тип зарланған кешеләр осрап ҡуя.
     Был — ахмаҡлыҡ, тип өйрәтә дин. Әгәр кешегә яҡшылыҡты һайлау ирке бирелмәгән булһа, унан яуап алырға ла урын ҡалмаҫ ине.
     Хөкөм алдында аҡланып, ҡараҡ та:
     “Минең был ғәмәлем маңлайыма яҙып ҡуйылған, Аллаһ тәҡдире менән эшләнә”, — тиер ине. „Минең дә һиңә ҡарата булған хөкөмөм Аллаһ тәҡдире менән эшләнә“, — тиер ине ҡазый”. Ғәҙеллеккә урын ҡалмаҫ, төрлө яҡлап золомға юл асылыр ине.
     Тормошта шайтан насарлыҡҡа, йән яҡшылыҡҡа тартып ҡына тора. Шулар араһынан бәндә үҙенә яраҡлыһын һайлай белергә тейештер.
     »Аллаһ биргән менән риза булмай Унан ҡотолоп тынғылыҡ табыу өмөтө менән ҡайҙа ғына китер булһаң да, ҡайҙа йөрөүеңә ҡарамай бәлә һине барып табасаҡ, — тигән Руми, — Бел: фани донъяла тоҙаҡ һәм ау ҡороп ҡуйылмаған бер урын да юҡ.
     Ҡиәмәт көнөндә иманы зәғиф булғандарҙан берәүҙе алып килерҙәр ҙә: "Әйт әле, әгәр ҙә һиңә бөтә ер йөҙөн ҡаплап ҡуйырға етерлек алтын бирер булһалар, уларҙың бөтәһенән дэ баш тартып, язанан ҡотолорға теләр инеңме?” — тиерҙәр. «Теләр инем”, — тиер кеше. ” Ә бит һиңә ҡотолоу өсөн унан да еңелерәк бер юл күрһәтелгәйне», — тиелер уға.
     Был хәҙискә ҡағылышлы икенсе бер риүәйәттә бәндәгә: «һиңә бит Әҙәмдең, ғәләйһис-сәләм, арҡаһында ваҡытта уҡ унан сығарып, уттан ҡотолоп ҡалыуҙың еңелерәк юлы — Аллаһҡа бер кемде лә тиңдәш тотмауың булыуы күрһәтеп бирелгәйне. Ә һин мәжүсилектән башҡаны ҡабул итмәнең”, — тиелер.
     »Аллаһтың араға бер кемде индермәй сер итеп кенә әңгәмә ҡормаған бер кешеһе лә булмаҫ. Аллаһ эргәһендә бер үҙе генә булған был ваҡытта бәндә уңға ҡарар: унда — йәшәгән йылдарында ҡылған ғәмәлдәренән башҡа бер нимә лә күрмәҫ; һулға күҙ һалыр: һулда ла йәшәгән йылдарында ҡылған ғәмәлдәренән башҡа бер нимә лә булмаҫ. Алға ҡарар — алда Уттан башҡа бер нимә күрмәҫ...
     Шул ваҡытта башҡаларға ишеттермәй генә Аллаһ унан һорар: «Фәлән-фәлән эштәрҙе эшләнеңме?” — тиер.
     »Эшләнем”, — тиер кеше. Гонаһтарын йәшермәҫ. Төплө дәлил булһын тип Аллаһ был һорауҙы ҡат-ҡат бирер һәм үҙ гонаһтарын танып торған бәндәһенә әйтер: «Фани донъяла Мин һинең гонаһтарыңды бәндәләргә күрһәтеп, яза биреп барманым, уларҙы бөгөн дә күрһәтеп тормам, гонаһтарыңды ярлыҡаным”, — тиер ҙә, мөьмин бәндәһенең ғәмәл дәфтәрен ябып ҡуйыр.
     Шулай икән, йәшәгән йылдарыңда хөрмә емешенең яртыһын ғына биреп йәки яҡшы һүҙең менән генә булһа ла уттан ҡотолоп ҡалырға тырыш”.
     Ҡотолоп ҡалыу өсөн һин күңелең менән Аллаһты таба һәм шул тапҡаның менән донъя көтә, ғүмер итә, уның ярҙамына ғына өмөт бағлай белергә тейешһең, — тип дауам итә ғалим, — Күреп тораһың бит: хәүеф- хәтәрҙәргә бөтөнләй урын ҡалмаған кеүек ерҙәрҙә донъяға үҙем генә хужа тип уйлап, күкрәк кейереп йөрөгән ирҙәр ҙә үлем ҡороп ҡуйған элмәккә барып эләгергә генә тора. Ҡотолоу урынын Аллаһтан эҙлә”.
     ... Яҙмыштың шаярыуҙарынан ҡурҡма Аллаһ үҙе теләгән саҡта ғына ағыу — дарыуға, һыу — ағыуға әйләнергә мөмкин”.
     Аллаһҡа яҡынайыу юлы — иман, ғибәҙәт, игелек.
     »Шуның өсөн дә үҙе тура юлға төшөргә теләгәндәрҙе Аллаһ тура юлда йөрөтөр, аҙашырға, аҙып йөрөргә теләгәндәргә аҙғынлыҡ килтерер, — тип яҙа Хәсән Арыҡан үҙенең "Ҡыҫҡаса ғилме-хәл” исемле хеҙмәтендә, — Яралтылмыш мәлендә үк Аллаһ тарафынан: "Әхмәд — Йәннәт әһеле, Мәхмүд — Йәһәннәмгә киҫәү”, — тип бойоролған хөкөм юҡ.
     Унда тик иман кейеме, күндәмлек кейеме, нур кейеме кейгәндәр — Йәннәтле, золом кейемдәрен кейгәндәр — тамуғлы, тиелгән. Үҙенә бирелгән һайлау ирке — ирадәи-джүзийә менән бәндә ниндәй кейем кейергә теләй, шуны һайлай, һайлау өсөн уның үҙ ихтыяры бар
     Эшләгән эштәренә үҙе яуаплы булған өсөн дә баш күтәреп йөрөүгә бармай, яҙмышына буйһоноп, алдына килгәндәргә риза булырға ғына ҡала”.
     Доға ҡылыу, "Саҙаҡа биреү, бәләнән ҡотолорға ярҙам итер, ғүмерҙе оҙонайтыр”, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
Үлгәндән һуң терелеү — хаҡ.
                                                                                        "Дин ул — нәсихәт”, Сәләх Суҡбаев, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллинллин