Шөкөр итә белһәң

                                                                     Шөкөр итә белһәң

     «Һеҙгә, ысынлыҡта, Аллаһ Тәғәләнән нур (Мөхәммәд ﷺ) һәм яҡтылыҡ килде. Кәфер һәм джәһиләт ҡараңғылығынан алып, асыҡ булыусы Китап, йәғни Ҡөръән килде», — тип хәбәр биреүсе Бөйөк Хужабыҙ — Тәрбиәсебеҙ Аллаһ Тәғәләгә бөтмәҫ маҡтауҙарыбыҙ ирешеп торһа ине. «Һеҙҙең иң яҡшыларығыҙ Ҡөръәнде өйрәнеп башҡаларға өйрәтеүсе», — тигән иң изге пәйғәмбәрҙәрҙән булған, ахыр заман пәйғәмбәре Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһиссәләмгә Аллаһының сәләме һәм хәйер доғалары ирешеп торһа ине. Шунан һуң:

     Әссәләмү ғәләйкүм хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр. Пәйғәмбәр ﷺ: «Хәләл кәсеп итеү һәм ғилем алыу һәр бер мосолман өсөн фарыз», — тине. «Ер үә күктәр байлығы — Аллаһ байлығылыр, һәм Аллаһтың бөтә нәмәгә көсө етәлер» (3:189).
Милләттәрҙең донъяла сәләмәт йәшәүҙәре, тормош юлында бурандарға, тулҡындарға еңелмәүе, тәбиғи рәүештә дауам итеп тороуҙары өсөн ошо өс нәмә шарт: 1. Ғилемле һәм һөнәрле булыу. 2. Байлыҡ. 3. Үҙ араларында дуҫлыҡ һәм мөхәббәт менән ғүмер һөрмәк.
    Ҡөръән Кәримдә Аллаһ Тәғәләнең барлығы, Уның ҡөҙрәте һәм камиллығы хаҡында тәбиғәт менән һөҙөмтә ҡылынған аяттар аҙ түгел. Әгәр бер кеше тәбиғәттә нигеҙһеҙлек һәм ниндәй булһа бер етешһеҙлек тапһа, был нәмә уның фекере дөрөҫ эшләй алмауҙан, аҡылы теүәл хеҙмәт итә белмәүҙәндер. Юғиһә тәбиғәттә кәмселек, етешһеҙ яҡ табылмаҫ. «Ул — Аллаһ, ҡатлы-ҡатлы итеп ете күкте бар ҡылды. Аллаһ ҡылған бар нәмәләрҙә үлсәүһеҙлекте күрмәҫһең. Күҙеңде тағы бер ҡат күккә күтәреп ҡара унда берәр ярыҡты, кәмселекте күрерһеңме? Һуңғараҡ икенсе тапҡыр тағы күҙеңде асып ҡара, әгәр ҡараһаң күҙең арып-талып өмөтһөҙләнеп кире ҡайтыр, кәмселекте күрмәҫһең» (67:3, 4). Шуға күрә лә Аллаһ Тәғәлә: «Дөрөҫөн әйткәндә ер һәм күктәрҙең төҙөлөшөндә һәм төн менән көндөң бер-бер артлы алмашыуында аҡыл эйәләренә Аллаһының барлығына һәм берлегенә ышанырға, һис шикһеҙ, көслө дәлилдәр бар», — ти. Беҙ был аяттан аңлайбыҙ кешегә ысын иманға килеү өсөн Аллаһ барлыҡҡа килтергән күп фәндәрҙе белергә-аңларға кәрәклеген һәм ысын иман менән Аллаһының ниғмәттәренә шөкөр итергә тейешлеген.
     «Дәхи Раббығыҙ һеҙгә белдерҙе: «Әгәр ниғмәттәремә шөкөр итһәгеҙ, ниғмәтемде һеҙгә арттырырмын, әгәр көфөрлөк ҡылһағыҙ, Минең ғазабым бик ҡаты» — тип. (14:7). Шулай уҡ Аллаһ бойорҙо: «Әгәр ҡала кешеләре иман килтереп, Аллаһыға тәҡүәлек ҡылһалар ине, һис шикһеҙ, уларға Ерҙән дә Күктән бәрәкәт ишектәрен аса инек, ләкин Аллаһ хөкөмдәрен ялған тинеләр, уларҙы ғазаб менән тоттоҡ кәферлекте кәсеп иткәндәре өсөн». (7:96; ҡара 7:97, 98,99).
     Аллаһ Тәғәлә беренсе сиратта нимәләргә шөкөр итергә кәрәклеген дә Үҙе өйрәтте: «Әйт: Ул Аллаһ, һеҙҙе юҡтан бар ҡылды, һәм һеҙгә хаҡ һүҙҙе ишетмәк өсөн ҡолаҡ бирҙе, һәм ғибрәттәрҙе күрмәк өсөн күҙ бирҙе, һәм фекерләп хаҡ менән батылды айырмаҡ өсөн күңел бирҙе, был ниғмәттәргә ҡарағанда һеҙҙең шөкөр итеүҙәрегеҙ бик аҙҙыр». Беҙ был аяттан аңлайбыҙ шөкөр итергә кәрәклеген һәм шунан һуң һорау тыуа, ә беҙ нисек шөкөр итергә тейеш һуң, ҡайҙан шөкөр итеү белемен өйрәнергә? Бының яуабы бик ябай ғына: Ҡөръән Кәримде һәм Пәйғәмбәребеҙҙең тормош юлын өйрәнеп, ошо ике нәмәне тормошобоҙға индереп йәшәһәк тап үҙе шөкөр итеү була ла инде бөйөк Хужа-Тәрбиәсебеҙгә. Хәҙер тормошобоҙҙа йыш ишетергә тура килә эш юҡ, эш булмағас — аҡса юҡ тигән һүҙҙәрҙе. Әгәр ҙә көндәлек тормошҡа ҡараһаҡ, әле берәүҙең дә килеп әйткәне юҡтыр бер кемгә лә: «Фәлән кешенең эше үлгән дә — эшһеҙ ҡалған», — тип. Киреһенсә, кешеләр үлеп тора, ә эшләгән эштәре ҡалып бара, шуға күрә лә эш юҡ тип һөйләнеп йөрөү ялғандан башҡа нәмә түгел. Шөкөр ит! Шөкөр итһәң Аллаһ Тәғәлә өлөшөңдө артырамын ти бит. Аҡылыңды эшләт, беҙ күрәбеҙ, ишетәбеҙ хатта ике аяҡтары булмаған йәки һуҡыр кешеләр ҙә, аҡылының шөкөрөн аңлау сәбәпле, үҙ көндәрен үҙҙәре күрәләр. Шулай уҡ аҡсаһы юҡ тип һөйләү ҙә урынһыҙҙыр, хәҙерге көндә ер йөҙөндә ике йөҙҙән артыҡ илдәр бар, шуларҙың барыһында тийәрлек көнө-төнө аҡса һуғыу станоктары эшләп тора, әгәр ул аҡсаны һанаһаң, бәлки ағастағы япраҡтар һанынса булыр, бер урынға өйһәң ҙур тау булыр ине. Шул хәтле өйөмдән үҙеңә етерлек аҡса ала алмаһаң шөкөр итеүең етмәйҙер. Шөкөр ит! Бай булырһың. Бына шөкөр итеүҙең бер миҫалы. Пәйғәмбәр ﷺ: «Аллаһынан ҡурҡ, шөкөр ит, туғанлыҡ ептәрен һаҡла — ғүмерең оҙонайыр, байлығың артыр, һөйкөмлө булырһың», — тип әйтә.
    Шөкөр итеү өҫтә яҙылғанса ҡоро тел менән булмайынса Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында кәмселектәрҙе бөтөрөүҙөр. Юғиһә, беҙҙең күптәребеҙ Аллаһыға шөкөр тигән һүҙҙе йыш ҡуллана, ә инде кешенең тышҡы ҡиәфәтенә ҡараһаң һис уны мосолман тип уйламаҫһың. Был бигерәк тә сәхнә кешеләренә ҡағыла, улар бит зыялы тип иҫәпләнә. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күбеһенең кейеменә ҡараһаң — улар шәриғәт буйынса яланғас һанала бит. Аҡылы булған кеше үҙенән өҫтөнөрәк булғандарҙан өлгө ала бит, шуға ярым шәрә йөрөһә, донъяның иң зыялылары Африка-Америка урмандарында яланғас йәшәүселәр була бит, уларҙан үрнәк алған булабыҙ. Аллаға шөкөр, тигән ир-аттарыбыҙ ҙа трусик һымаҡ штан менән урамдарҙа йөрөй башланылар бит. Аллаһыға шөкөр, тигәнсе үҙеңде тәртипкә килтерергә кәрәк.
     Бына шөкөр итеүҙең икенсе миҫалы. Мөхәммәд ﷺ әйткән: «Кем Аллаһынан ғәфү итеүен йыш һорай, Аллаһ шул кешегә һәр бер ауырлыҡтан ҡотолорға юл күрһәтәсәк, ҡайғы хәсрәттән ҡотҡарасаҡ һәм уйламаған ерҙән уға ниғмәттәр ирештерәсәк», — тип.
     Беҙгә айырым асыҡ белергә кәрәк беренсе сиратта Аллаһ ҡаршыһында ғәйебебеҙ нимәлә? Аллаһ Тәғәләнең иң беренсе бойороғо «Уҡы» тигән һүҙ булды һәм өс мәртәбә ҡабатланды. Сөнки бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә мосолманлыҡтарын уҡыуҙан, өйрәнеүҙән башланылар. Шулай булғас беренсе сираттағы тәүбә наҙанлыҡтан булырға тейеш. Мөхәммәд ﷺ: «Наҙанлыҡ — кәферлеккә тиң», — тине. Кәферлек Аллаһыға ҡаршы баш күтәреү, Уны һанламау була. Икенсе сиратта беҙ ялҡаулыҡтан тәүбә ҡылырға тейеш, пәйғәмбәр : «Ялҡаулыҡ — шайтан фабрикаһы, — тине. Эшһеҙ тороу кешене ялҡаулыҡҡа өйрәтә, ялҡаулыҡтан күңел борсолоу барлыҡҡа килә. Күңел борсолоу иһә ағзалар эшләмәү, ҡан тейешле тәртибе менән йөрөмәү, күңел йыуана алмау арҡаһында төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Бының дауаһы йә тән, йә аҡыл хеҙмәтелер.
     Расүлүллаһ ﷺ: «Һеҙҙең хәйерле булғанығыҙ үә пәйғәмбәр һөйә торған һәм ике йыһанда бәхетле кешеләр шуларҙыр ни, әхирәт өсөн доньяны ташламаҫтар, үә донъя өсөн әхирәтте ҡуймаҫтар, бәлки икеһе өсөн дә тырышалар. Сөнки әхирәт (бәхете) доньяны ташлауҙа түгел, ә әхирәтте һәм доньяны тигеҙ алып барыуҙа булыр», — тине.
     Шөкөр итмәүҙең иң ҙур бәләһе ғаиләләрҙең тарҡалыуылыр. Мәҫәлән, статистика буйынса 70% ғаилә тарҡала. Ә бит Ҡөръән Кәрим әҙәм балаларына күңелдәре тыныслыҡ тапһын һәм береһе береһе менән килешеп, яратышып, бер-береңә мәрхәмәтле булып йәшәһендәр өсөн иңдерелде. Бына 70% ғаилә тарҡалыуы йәмғиәттең ниндәй хәлдә икәнен күрһәтә бит. Мөхәммәд ﷺ: «Шөкөр итә алырлыҡ аҙ булған нәмәң, шөкөр итә алмаҫлыҡ күп нәмәнән яҡшыраҡтыр», — тине. Әбү Кәләба р.г.: «Аллаһыға шөкөр итә белһәң, байлыҡ һәм донъянан зарар күрмәҫһең», — тип әйтә ине.
     Йә Раббым Аллаһ, беҙҙе Үҙенә шөкөр итеүселәрҙән ҡылһаң ине. Әмин.
     Әлхәмдү лилләһи Раббил ғәләмин.
                                                                    Фаруҡ хәҙрәт Зиннәтулла, Оренбург ҡалаһының «Рамаҙан» мәсете имам-хатыйбы