Шәһәҙәт, иман, тәүхид

                                             Шәһәҙәт, иман, тәүхид
     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
     Әл-хәмдү лил-ләәһ!
     Әл-хәмдү лил-ләһи нәхмәдүһү үә нәстәғфирурү үә нүъминү биһи үә нәтәүәккәллү ғәләйһи үә нәғүҙү билләһи мин шүрури әнфүсинә үә мин сәййиәти әғмәлинә. Мән йәһдиһил-ләһү фәлә мүҙиллә ләһү үә мән йүҙлил фәлә һәҙиә ләһ. Үә әшһәдү ән лә иләһә илләл — лаһү үәхдәһү лә шәрикә ләһ. Үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһ.
     Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем, әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллааһи үә бәрәкәтүһү!
     Бөгөнгө вәғәҙебеҙ иман шарты булған «ләә иләәһә илләллааһү» кәлимәи тураһында. Нимә ул иман? Иман – ул Пәйғәмбәребеҙгә Аллаһ тарафынан еткерелгән, тапшырылған хөкөмдәрҙең, бойороу һәм тыйыуҙарҙың барыһына ысын күңелдән ышаныу. Иман шарты шул ышаныуға нигеҙләнә. Тормошонда һәм үлемеңдә үҙеңә мосолман мөғәмәләһендә булыр өсөн кеше, кәлимәи шәһәҙәтте әйтеп, иманлығын раҫлап торорға тейеш. Тик бында бер тел менән генә раҫлау әҙ, мосолман булған кеше быны бар йөрәге, йөрәк күңеле менән ихластан һәр саҡ күңеленә төшөрөргә тейеш.

     Хәҙерге заманда беҙҙең хәҙрәттәребеҙ никах уҡығанда ла йәштәрҙең күбеһенән көсләп шәһәҙәт кәлимәһен әйттерергә тырыша. Әммә диндә көсләү юҡ. Ниҡах мәжлесенә йәштәр үҙҙәре әҙер булып килергә тейеш. Улай булмаһа, мәжлес үтеү менән шәһәҙәт кәлимәһе йәштәрҙең телендә лә, күңелендә лә ҡалмай. Тормошонда юлдаш булып уны иман нуры менән тултырып та тормай. Шуға ла иң башта ошо кәлимә һәр кемдең күңелдәрендә ҡалһын өсөн тырышыр кәрәк.
     Аллаһ беҙгә иманлы булырға бойора һәм уны күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡлап тотоуҙы аманат итеп тапшыра. Әлбиттә, дин өйрәткәнсә иманлы булып ҡына йәшәү еңел түгел. Иманлы тормошҡа бәндәләр элек-электән төрлө һынауҙар аша килгән һәм уның ҡәҙерен дә белгән.
     Сәхәбәләрҙән Джүндүб бин Ғабдуллаһ беҙгә үҙҙәренең иманға килгән йылдарын бәйнә-бәйнә аңлатып ҡалдырған: ”Йәш ваҡытта беҙ бер төркөм тиҫтерҙәребеҙ менән бергәләп пәйғәмбәребеҙҙең эргәһендә генә булырға тырыштыҡ, — тигән ул, — Аллаһ илсеһе тәүҙә иман шартын өйрәтте, шунан һуң ғына беҙ Ҡөрьән уҡыуға күстек. Ҡөрьәнде уҡый башлағас ҡына иманыбыҙ көсәйҙе.
     Аҙаҡ мин йәштәр араһында тәүҙә Ҡөрьәнде өйрәнергә тырышып, шунан һуң ғына иман шартына күскәндәрҙе күрҙем. Баштан алып аҙағына тиклем Ҡөрьәнде уҡып сыға ла ул, бойороуҙарға һәм тыйыуҙарға ҡағылышлы хөкөмдәрҙе аңламай ҙа ҡала”.
     Мәүләнә Джәләлетдин Руми әйтеп ҡалдырғандар бик тә фәһемле: ” Тәүҙә, — тигән ул, — Әҙәп ҡағиҙәләрен өйрәнергә кәрәк. Әлифбаны өйрәтер алдынан балаға Аллаһ һәм Уның илсеһе тураһында мәғлүмәттәр бирергә, шунан һуң ғына күңелде исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре менән байытырға мөмкин ”. Бөгөн ошо әҙәп ҡағиҙәләре юҡ кимәлдә. Халҡыбыҙ: ”Әҙәп барҙа иман бар, Әҙәп юҡта иман юҡ. Әҙәпһеҙгә иман юҡ. Әҙәпле кеше – солтан, Әҙәпһеҙҙең бите – олтан. Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң – әҙәм булырһың, Яманға ғәҙәтләнһәң – әрәм булырһың”, — тигән. Бына ошо ябай әхләҡ ҡағиҙәләрен белмәгән йәштәрҙең дингә килеп ололарҙы хөрмәтләмәүе, ә оло динлеләрҙең ғәйбәттә булыуын күрәбеҙ. Кипрҙан беҙгә килеп киткән шәйех Мехмет Хаккани: ”Намаҙ уҡыйһығыҙ, әммә унда ихласлыҡ юҡ” — тине.
     Хәҙистәрҙә әйтелә: ”Диндә тәҡүә булыу — ауыр түгел — уның өсөн ҡарашыңдың мөләйем, телеңдең татлы булыуы ла етә”, — тиелә.
     ”... һүҙҙәрҙең яҡшыларын ғына һөйләй белгән кеше тәбиғәте менән дә ғәҙелдәрҙең дә ғәҙеленә әйләнә. Ялғанға бирелеү — гонаһ эшләүгә сәбәп. Әгәр ҙә ҡеше туҡтауһыҙ алдашып йөрөй икән, Аллаһ хозурында ла ул ялғансының да яуызы”, — тип яҙыласаҡ”.
     Иман килтергәндән һуң мосолмандар сат йәбешеп ятырға тейешле ике нәмә – Ҡөръән һәм Сөннәт – бәндәне сабыр, инсафлы, күндәм, тәрбиәле, мәрхәмәт-шәфҡәтле булырға өйрәтә.
     ”Эй, мөьминдәр! — тиелә Ҡөрьәндә, — тейешле ҡурҡыу менән Аллаһтан ҡурҡығыҙ”. ”Әлү Ғимран”,"Ғимран ғаиләһе ” сүрәһе, 102 — нсе аят.
     ” Мөмкинлегегеҙ булған тиклем Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Аллаһ тарафынан тыйылған гонаһ эштәрҙән тыйылығыҙ. Уның нәсихәттәренә ҡолаҡ һалығыҙ һәм буйһоноғоҙ. Йәнегеҙ файҙаһына тип малдарығыҙҙан саҙаҡа бирегеҙ. Йәнен ҡомһоҙлоҡтан һаҡлай белгән кеше отолоу тигәнде лә белмәҫ”. «Тәғәбун”,»Алданыу” сүрәһе, 16 — нсы аят.
     Был хөкөмдәр ”Эй, мөьминдәр! һүҙҙәрҙең хаҡ һәм файҙалы булғандарын ғына һөйләгеҙ”, — тигән аяттарға ла асыҡлыҡ индерә.
     "Аллаһтан ҡурҡа белгән кешеләргә, — тиелә аяттарҙа, — төрлө ауырлыҡтарҙан ҡотолоу юлын Ул үҙе лә күрһәтер һәм уйламаған ерҙән йәшәү сығанағын бирер”. Талаҡ сүрәһе, 2-3 –сө аяттар.
     Аллаһтан ҡурҡыу — ғибәҙәттә тороу ғына түгел. Әҙәп, тәрбиәлелек менән донъя көтә белеү ҙә ул.
     ”Эй, иман килтергән бәндәләр, — ти Аллаһ, Әгәр ҙә һеҙ Аллаһтан ҡурҡа торған булһағыҙ, Ул һеҙгә яҡшыны ямандан, изгелекте яуызлыҡтан, хаҡты ялғандан айыра белеү мөмкинлеге бирер.
     Яҙыҡ эштәрегеҙҙе юйып ташлап, гонаһтарығыҙҙы ла ярлыҡар. Ул бит — рәхим-шәфҡәт эйәһе”. "Табыш малы” сүрәһе, 29 — нсы аят...
     Хәҙер тәүхид тигәнде лә аңлатып китәйек. Исламдың беренсе шарты — тәүхид. Тәүхид – ул Аллаһы Тәғәлә бер икәнлеген, Уның бер ниндәй ҙә тиңдәше юҡ икәнлеген өйрәтә торған фән. Тәүхид фәне «ләә иләәһә илләллаһ» һүҙенең мәғәнәһен, нигеҙҙәрен, шарттарын һәм «лә иләһә илләаллаһ» тигән иман кәлимәһен нимәләр боҙоуын, юҡҡа сығарыуын өйрәтә. Динебеҙҙең иң тәүге, иң төп терәге — Аллаһҡа иман.
     Риүәйәттәргә ҡарағанда пәйғәмбәребеҙ Аллаһ — бер, Унан башҡа Иләһе юҡ, — тип нәсихәт бирә башлағас, йәһүдтәрҙән берәү килеп, Аллаһтың ниндәй булыуы, Уның асылы, шәжәрәһе йәки нәҫел ағасы тураһында аңлатып биреүен һорай. 
     Был һорауға пәйғәмбәребеҙ яуап бирмәй, өс көн буйы өндәшмәй тора. Өс көн үткәс кенә был һорауға яуап итеп Ябраил, ғәләйһис-сәләм, ”Ихлас” сүрәһен алып килә.
     Бисмилләһир — рахмәнир — рахим.
     ”Ҡүл һүәл — лаһү әхәд. Аллаһүс — самәд. Ләм йәлид үә ләм йүләд. Үә ләм йәкүл — ләһү күфү’ән әхәд”.
     ”Әйт: Аллаһ Ул — Берҙән Бер, Аллаһ Ул — Мәңгелек. Бер кемдән дә тыуманы, бер кемде лә тыуҙырманы. Уның тиңе лә, тиндәше лә юҡ”, — ти.
     Аллаһтың Берҙән Бер булыуын аңлау һәм был турала геүаһлыҡ биреү — кәлимә-и — шәһәҙәт.
     «Әшһәдү ән ләә иләәһә илләллааһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһ», — тип геүаһлыҡ бирә мосолман.
     Мәғәнәһе: «Мин шәһәҙәт (йәғни шаһитлыҡ) ҡылам. Аллаһтан башҡа иләһе юҡ. Йәнә шәһәҙәт ҡылам, Мөхәммәд — Уның ҡоло һәм илсеһе».
     Теле менән әйтә, теле менән әйткәнде күңеле менән ҡеүәтләп тә тора. Аллаһтың берлеген танып, геүаһлыҡ биргән кеше кафыр була алмай, уны иманһыҙ тип һанаған кеше үҙе кафыр була, тип өйрәтә дин.
     Хикмәтле был фекерҙе беҙгә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙе әйтеп ҡалдырған.
     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: "Аллаһтың Берлеге хаҡында ҡабатлап ҡына торған кеше менән уның Раббыһы араһында булған пәрҙәләр алып ташлана һәм доғалары ҡабул була. Ысын күңелдән доға ҡылып ҡына торған кешенең үтенестәре яуапһыҙ ҡалмай. Ундай бәндәһен Аллаһ Йәһәннәмдәге ҡот осҡос хәлдәрҙән ҡурсалап, 4 мең гонаһын ярлыҡар”, — тигән.
     ”Эй, Аллаһ илсеһе! Әгәр ҙә уның гонаһтары 4 меңгә етмәһә? — тип ҡыҙыҡһына сәхәбәләр. ”4 меңгә етмәһә, Аллаһ уның балалары һәм ҡәрҙәштәре эшләгән гонаһтарҙы ярлыҡар”, — тигән пәйғәмбәр.
     Иманлы булыуҙың төп шарты — "Ләә иләәһә илләл- лааһ!” — Аллаһтан башҡа иләһе юҡ, — тип геүаһлыҡ биреү һәм геүаһлыҡ биргәндән һуң Аллаһтың һәр нәмәне күреп тороуын аңлау дәрәжәһенә күтәрелеү.
     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Раббым булараҡ мин — Аллаһ, динем булараҡ — ислам, пәйғәмбәрем булараҡ — Мөхәммәд менән бик тә ҡәнәғәтмен», — тигән кешенең урыны — Йәннәт”, — тигән.
     Ислам дине, тимәк, иң элек иғтиҡад — инаныу йәки дин өйрәткәндәргә күңел беркетеү, уларҙы үтәп барыу. ”Әмәнтү” доғаһы менән аңлатып бирелгән иман шартын ҡабул итеү һәм яҡшы эштәр, игелекле ғәмәлдәр менән донъя көтөү, ғүмер итеү.
     Дини ғилемен тәрәнәйтеү һәм иманын көсәйтеү маҡсаты менән мосолман ”Әмәнтү” доғаһын ҡабатлап ҡына тора, доғаларҙың ниндәй мәғәнәгә эйә булыуын хәтеренән сығармай.

َ    مَنْتُ بِاللهِ وَ مَلائِكَتِهِ وَ كُتُبِهِ وَ رُسُلِهِ وَ اليَوْمِ الآخِرِ وَ بِالقَدَرِ خَيْرِهِ وَ شَرِّهِ مِنَ اللهِ تَعَالىَ وَالبَعْثُ بَعْدَ المَوْتِ حَقٌّ

                                                                اَشْهَدُ اَن لاَّ اِلَهَ الاَّ اللهُ وَ اَشْهَدُ اَنَّ مُحَمَّدًا عَبْدُهُ وَ رَسُولُهُ

     ”Әмәнтү билләәһи үә мәләә’икәтиһии үә күтүбиһии үә русүлиһии үәл-йәүмил-әәхири үә бил-ҡадәри хайриһии үә шәрриһии минә-ллааһи тәғәәләә үәл-бәғҫү бәғдәл мәүти хаҡҡ.
     Әшһәдү ән лә иләәһә илләллааһү үә әшһәдү әннә Мүхәмммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһ”.
     ”Мин, — ти мосолман, — Алаһы Тәғәләгә, Уның фәрештәләренә, Китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә, Ахирәт көнөнөң буласағына, тәҡдиргә йәки яҙмыштың яҡшыһы ла, яманы ла Аллаһтан булыуына, үлгәндән һуң терелеүгә ышанам. Былар бөтәһе лә – хаҡ. Мин шәһәҙәт бирәм: Аллаһ Тәғәләнән башҡа иләһе юҡ, хәҙрәти Мөхәммәд, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, — Уның ҡоло һәм рәсүле”.
     Бына был имандың шарттарына мосолман ихлас күңелдән ышанырға тейеш:
     1. Аллаһы Тәғәләгә инаныу;
     2. Аллаһтың фәрештәләренә инаныу;
     3. Аллаһтың китаптарына инаныу;
     4. Алаһтың пәйгамбәрбәренә инаныу;
     5. Ахирәт көнөнә инаныу;
     6. Тәҡдиргә, йәғни яҡшылыҡ һәм яманлыҡ Аллаһы Тәғәләнән булыуына, үлгәндән һуң терелеү ҙә хаҡ икәнлегенә инаныу.
     Әгәр кеше имандығы был алты шартынан береһен, генә ҡабул итмәһә лә, барыһын да ҡабул итмәгән булып һанала. Мәҫәлән, имандың биш шартын ҡабул итеп, Ахирәткә ышанмаған кеше мосолман булмаҫ.
     ”Мин, — тигән ғалимдарҙан Мөхәммәд Әсәд Әрбили, — Диндең төп терәктәре тураһында даими рәүештә уйланып, ғилемемде камиллаштырып ҡына торам. Тәүхид һүҙҙәрен дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнәм.
     ...Ә бит күңелең донъя малынан бөтөнләй айырыла алмаған бер мәлдә: ”Ләә иләәһә илләл-лааһ!” һүҙҙәрен әйтеү ҙә еңел түгел. Уларҙың һине Аллаһҡа яҡынайтыу юлы булыуы ла шикле.
     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: ” Ихлас күңел менән: ”Ләә иләәһә илләл-лааһ!” — һүҙҙәрен әйтә белгән бәндә өсөн күктәрҙә асылмай ҡалған ҡапҡалар булмаҫ. Улар һине оло гонаһтарҙан ҡурсалап, был һүҙҙәрҙең Аллаһ хозурына барып етеүенә ярҙам итер”.
     Тәүхид һүҙҙәрен әйткән ваҡытта үҙеңдең дә телең менән күңелең пак булырға тейеш.
     Ысынлап та ” Аллаһ бәндәләре гонаһ эшләп йөрөгәндә улар күңелендә ҡара тап барлыҡҡа килә. Ихлас күңел менән тәүбә итә белгәндә был тап та юҡҡа сыға, тәүбә итә белмәһәң урынында ҡалып, гонаһ эшләгән һайын ҙурая бара. Күңел тулыһы менән ҡарайып ҡалырға ла мөмкин.
     Күңеле бөтөнләй ҡарайып ҡалмаһын өсөн бәндә дүрт төрлө нәмәгә иғтибар итһен:
     - Гонаһтар эшләмәһен. Ахмаҡ кешеләр менән һүҙ көрәштерел йөрөмәһен.
     - Кәрәк-кәрәкмәҫ сәбәптәр табып, сит ҡатындар менән күп ваҡыт үткәрмәһен.
     - Күңелдәре үле кешеләр менән бергә булырға тырышмаһын.
     Кеше күңелен шайтан тынғылыҡтан айырып ҡына торорға тырыша, Аллаһты зекер итеп торған күңелгә генә ул яҡын бара алмай.
     Әбү Ғәли Дәҡҡаҡ өйрәткән: ”Лә иләһә...”- тип Тәүхидтең тәүге һүҙҙәрен әйтеү менән кеше күңеле саңы һөртөп алынған көҙгө кеүек яҡтырып китә. ”Илләл — лааһ!” — тип дауам иткән саҡта унда илаһи нур барлыҡҡа килә”, — тигән.
     Имамдың дауамлыҡ шарттары
     Донъяла кеше өсөн иң беренсе сиратта кәрәк булған нәмә иман. Бөтә кешеләр иман килтерергә һәм иман менән ахирәткә күсергә тейеш. Шуға күрә барлыҡ мөьминдәр ҙә түбәндәге шарттарға иғтибар итергә тейеш:
     1. Ғәибкә, йәғни Аллаһ, фәрештә, Йәннәт, Йәһәннәм, кеүек күреп булмай торған нәмәләргә ышаныу.
     2. Хәләлде хәләл тип белеү, йәғни хәләл нәмәләрҙе хәрәм тимәү.
     3. Хәрәм нәмәләрҙе хәрәм тип белеү, йәғни хәрәм нәмәләрҙе хәләл тимәү. Мәҫәлән, хәмергә, процентлы үтескә һ. 6. хәрәм булған нәмәләргә хәләл итеп ҡарамау.
     4. Һәр ваҡыт Аллаһтан ҡурҡыу.
     5. Исламда изге һаналған нәмәләргә хөрмәт күрһәтеү.
     6. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә өмөт өҙмәү.
     7. Кафырҙы кафыр тип, мөьминде мөьмин тип белеү. Әйтәйек, бер кеше Исламды мыҫҡыллаған һәм дин бөтөрөргә теләгән кешеләрҙе мөьмин тиһә, үҙе кафыр булыр. Шулай уҡ дингә хеҙмәт иткән, динде ҡеүәтләгәп һәм яҡлаған иман эйәһен кафыр тиһә, үҙе кафыр буласаҡ.
     8. Аллаһҡа урын күрһәтмәү. Мәҫәлән, Аллаһ күктә, тип урын күрһәтеп әйтеү дөрөҫ түгел.
     9. Ҡөръәнгә шөбһәһеҙ ышаныу. Мәҫәлән, Ҡөрьәндең кәмселеге барлығын һөйләү, Ябраил, ғәләйһис-сәләм, хата эшләне, тип әйтеү ҙә кешене диндән сығара.
     Иманды һаҡлаусы ғибәҙәт төрҙәре
     Иман — ул мөьминдең күңелендә Аллаһ тарафынан бирелгән бер нур. Уны һаҡлау өсөн фарыз, вәжиб, сөннәт, мөстәхәб, мәндүб һәм нәфел ғибәҙәттәр ҡылынһа, иман ғибәҙәттәр эсендә ҡалып һаҡланыр. Иманды һаҡлаусы ошо ғибәҙәт төрҙәрен емергән кешеләр, йәғни фарыздан, вәжибтән, сөннәттән баш тартыусылар имандарын тейешенсә һаҡлай алмаҫ.
     Әл-хәмдү лил-ләһ! Аллаһы Раббыбыҙҙы беҙ маҡтап — ололап ҡына торабыҙ. Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауын һорайбыҙ, Уға ғына инанабыҙ һәм Уның мәрхәмәтенә генә өмөт бағлайбыҙ. Үҙ тәбиғәтебеҙҙә, нәфсебеҙҙә булған яуызлыҡтан, ғәмәлдәребеҙҙә бәндәселек менән тыуған гонаһтарҙан арыныу өсөн Уның үҙенән генә ярҙам эстәйбеҙ. Аллаһ үҙе юлға төшөргәнде бер кем дә юлдан яҙҙырмаҫ, юлдан яҙғандар Аллаһтан башҡа хаҡ юл таба алмаҫ. Ғибәҙәттә тороу өсөн Аллаһтан башҡа Иләһә юҡ, тиңдәше булмаған Берҙән-бер зат Ул, — тип геүаһлыҡ бирәм. Мөхәммәд Уның ҡоло һәм илсеһе, — тип геүаһлыҡ бирәм. Дөрөҫлөктә, Аллаһ та, фәрештәләр ҙә пәйғәмбәргә салауат әйтеп кенә тора. Эй иманлы бәндәләр! һеҙ ҙә салауаттар әйтеп һәм сәләмләп уға доға ҡылып ҡына тороғоҙ. Эй Аллаһ, дин тураһында ҡайғыртып ҡына йөрөгәндәрҙе ярҙамыңдан ташлама, диненән яҙып, уны түбәнһетергә теләгәндәрҙе түбәнлеккә төшөүҙән Үҙең һаҡла һәм тоғро юлға һал. Эй Аллаһ ҡолдары! Ул һеҙгә ғәҙеллек, игелек, яҡындарығыҙға ярҙам итеү менән бойора, боҙоҡлоҡтан, кешеләрҙе ҡыйырһытып йөрөүҙәрҙән тыя. Бәлки, аҡылға килерһегеҙ тип һәр ваҡыт нәсихәт биреп кенә тора. Бөйөклөк эйәһе, мәңге Тере, бер кемгә мохтажлығы булмаған Аллаһты зекер итеп кенә тороғоҙ, Ул да һеҙҙе онотмаҫ, рәхмәттәрен биреп кенә торор. Уның биргәненә шөкөр итә белегеҙ, Ул да һеҙгә тейешле өлөшөгөҙҙө ишәйтеп кенә торор.
     Уның ярлыҡауын үтенеп һорағыҙ һәм Ул һеҙҙең гонаһтарығыҙҙы ярлыҡар. Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләне зекер итеп кенә тороу иң дәрәжәле, иң ҡиммәтле, иң хөрмәтле, иң камил һәм иң бөйөк ғәмәл.
     Вәғәҙгә мәғлүмәт өлөшләтә «Дин ул – нәсихәт», Сәләх Суҡбаев, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла, китабынан алынды.