Сабырлыҡ — һәр хикмәттең башы

                                                            Сабырлыҡ — һәр хикмәттең башы
     Бер бәләкәй генә төрөк ауылында йәшәгән Хөсәйен исемле бер егет күрше ҡыҙына өйләнә. Туйҙарында бик дини белемле булған ике кеше лә ҡатнаша. Хөсәйен быларҙың үҙ-ара һөйләшкәндәрен тыңлап тора һәм был ике кешегә, уларҙың ғилемле булыуына иҫе китә. Улар яттан Ҡөрьәндең оло сүрәләрен уҡып, шуларға күп яҡлап аңлатма бирә инеләр. Хөсәйен был аҡһаҡалды ғалимдәрҙең ғилем камиллегенә нисек ирешеүҙәре менән ҡыҙыҡһына башлай. Улар уға оҙаҡ йылдар буйына Истамбулдағы ҙур дини академияларҙа белем алыуҙары тураһында әйтәләр.
     Зөфәф төнөнән һуң икенсе көндө иртә менән Хөсәйен үҙенең ҡатынына әйтә: «Миңә егерме йәш һәм әлегә тиклем кәрәкле булған бер нәмә лә белмәгәнемде аңланым. Шуға күрә Истамбулға уҡырға китәргә теләйем. Үтенәм, хужалығыбыҙҙы һәм ата-әсәләремде мин кире әйләнеп ҡайтҡансы тиклем ҡара. Ғалим булғас, әйләнеп ҡайтырмын».

     Хөсәйен үҙенең өйөнән бер нисә аҙна юлда урынлашҡан Истамбулға китә. Ул фәндәрҙе өйрәнеп һәм бер уҡытыусынан икенсе уҡытыусыға белем артынан йөрөп, утыҙ йыллыҡ ғүмерен шунда үткәрә. Хөсәйенгә илле йәш тулғас, ул иң юғары дәрәжәләге ғалимға бирелә торған сапанды кейеп, юлға сыға.
     Ҡайтҡанда, Хөсәйен үҙенең өйөнән бер нисә көнлөк юлда урынлашҡан бәләкәй генә ауылда туҡтала. Хәҙер инде кис булғанға күрә, ул ауылдағы мәсеткә намаҙ уҡырға инә. Ошондай ҙур дини ғалимде үҙҙәренең мәсеттәрендә күреүҙәренә ауыл кешеләре бик ҡыуаналар. Намаҙ уҡығандан һуң, унан өгөт-нәсихәт һөйләүен үтенәләр. Бөтәһе лә иҫтәре китеп, уның аҡыллы фекер йөрөтөүен тыңлайҙар.
     Вәғәз һөйләргә үтенгән кешеләрҙең береһе, Хөсәйенде үҙенең өйөнә ҡунаҡҡа саҡыра. Киске аштан һуң игенселек менән шөғөләнгән хужа Хөсәйендән нисек уның шул ғалим дәрәжәһенә еткәнлеге тураһында һорай. Хөсәйен уға үҙенең туйҙың икенсе көнөндә үк Истамбулға уҡырға киткәнен әйтә. Ул өйөнән егерме йәшлек егет булып китһә, хәҙер инде илле йәшлек ир булып ҡайтасағын әйтә. Бынан күп йылдар элек ҡалдырған дуҫтары һәм ғаиләһе тураһында һөйләгәндә, Хөсәйендең күҙҙәренән йәштәр аға.
     - Мин һиңә һорау бирә аламмы? — тине иген игеүсе.
     - Әлбиттә, ниндәйһен теләйһең, шуның тураһында һора ,—тип яуап бирҙе Хөсәйен.
     - Һәр хикмәттең башы булып нимә тора?
     - Бөтә нәмәгә лә ярҙамды Аллаһтан һорау — бына хикмәттең башы.
     - Юҡ, был хикмәттең башы түгел.
     - Хикмәттең башы — ул бөтә эштәрҙе Аллаһтың бөйөк исеме менән башлау.
     - Был да дөрөҫ яуап түгел, — тип ҡаршы килде игенсе.
     Хөсәйен утыҙ йыл буйына өйрәнгән әйберҙәрен әйтә, ләкин игенсе уларҙы ҡабул итергә теләмәй. Ахыр сиктә бирелә һәм Хөсәйен игенсенән был һорауға яуапты үҙе беләме икән, тип һорай. Игенсе ыңғай яуап бирә. Хөсәйен унан, һәр хикмәттең башы нимәнән башланғанын үҙенә лә өйрәтеүен үтенә.
     - Мин һиңә утыҙ йыл буйына барып етмәгән аҡылды бер көн эсендә генә өйрәтә алмайым. Һин бик аҡыллы һәм ысын күңелдән Аллаһҡа бирелгән кешеһен. Мин һине хикмәттең тамырына бер йылдан һуң өйрәтермен һәм әйтермен, тип ышанам. Бар шундайҙар — быға ни тиклем өйрәнергә теләһәләр ҙә, өйрәнә алманылар.
     Хикмәттең башын белеү өсөн Хөсәйен бер йыл игенселә ҡалырға була. Икенсе көндө игенсе, Хөсәйенде үҙе менән ҡырға алып китә. Улар шул тиклем күп эшләйҙәр, хатта Хөсәйендең, өйгә ҡайтҡансы, хәле бөткән була. Шулай бер йыл буйына дауам итә. Хөсәйендең ғүмерендә бер тапҡыр ҙа, шул хәтле күп эшләгәне булмай. Ул был хикмәттең нимәнән башланғанын белер өсөн эшләй. Ләкин ҡасан булһа ла ул игенсенән уның тураһында һорамаһын, ул уға көтөргә ҡуша. Бына бер йыл да үтеп киттә. Эшселәр өйҙәренә ҡайтып киткәс, Хөсәйен игенсенән һәр хикмәттең башы ни икәнлеген әйтеүен һорай.
     Игенсе уға:
     - Иртәгә иртә менән әйтермен, — тип яуап ҡайтарған.
     - Уға бының өсөн шул тиклем аҙ ғына ваҡыт кәрәкме ни? — тип әйтеп ҡуя Хөсәйен.
     - Уның тураһында ҡыҫҡаса һөйләп була, ләкин аңлар өсөн бик күп ваҡыт кәрәк.
     Иртә менән, иртәнге аштан һуң, игенсе үҙенең ҡатынына, улар өсөн мәртәбәле булған ҡунағына юл өсөн ҡапсыҡ менән ризыҡ әҙерләргә һәм уға бер аҙ яңы ғына бешкән икмәк, еләк-емеш һәм ит һалырға ҡуша.
     - Ризыҡ тураһында онот, — тип ҡысҡыра Хөсәйен. — Миңә тик һәр хикмәттең башын ғына әйт.
     - Сабыр бул, — тип әйтә, үҙенең ҡунағы өсөн күстәнәс әҙерләп йөрөгән игенсе.
     Хөсәйен, сабырһыҙланып:
     - Мине алдарға тырышма. Мин бер йыл буйы ишәк кеүек һиңә хеҙмәт итем, бары тик һәр хикмәттең башын белер өсөн генә. Әйт, нимә ул?
     - Сабырлыҡ, — тип яуап бирә игенсе.
     - Юҡ, мине тағы көтөргә мәжбүр итмә, — тип үтенә Хөсәйен — Һин миңә хәҙер үк әйтергә тейеш!
     Игенсе Хөсәйенгә табан борола һәм бик етди итеп әйтә:
     - Һәр хикмәттең башы — сабырлыҡ.
     Хөсәйен, ярһып:
     - Һин минән ахмаҡ яһаның һәм мине ҡулландың. Мин сабырлыҡ тураһында яҙылған бөтөн бер китап һөйләй алам. Ҡөръәндәге сабырлыҡ тураһында яҙылған һәр юлды беләм.
     Игенсе уға яуап бирә:
     - Мин һинән бер йыл элек һәр хикмәттең башы нимәнән башланғанлығын һорағас, яуап бирә алманың. Яуапты белер өсөн бер йыл буйы миндә тораһыңмы, тип һорағас, ризалаштың. Ул ваҡытта минең һорауыма яуапты һин аңларлыҡ түгел инең. Йыл буйына мин һине сабырлыҡтың нәмә икәнлегенә һәм әһәмиәтле нәмәне белер өсөн һин нисек сабыр булырға тейешлегенә өйрәттем. Һин үҙеңдең әсе тәжрибәңдә сабырлыҡтың ни икәнен белдең. Һәм был, ысынлап та, һиңә айырым бер фән булып хеҙмәт итә һәм итәсәк. Үҙенең белемдәрен һәм аҡылын тормошта ҡуллана белмәгән ғалим ишәккә тиң ул.
     Был ябай игенсе генә түгел ине. Был ысын уҡытыусы, дөрөҫөрәге, уны тыңларға әҙер булған кешеләрҙе дөрөҫлөккә өйрәтеүсе рухи остаз ине. Уның ярҙамы менән Хөсәйен утыҙ йыл буйына алған белемдәрен ысын тормошта ҡулланырға өйрәнде.
     Хөсәйен, иртә менән ишеткәндәре тураһында уйлап, әкрен генә өйөнә табан юл тота. Тыуған йортона ҡайтып еткәндә, инде ҡараңғы төшкән була. Тәҙрәгә ҡараған ине, шунда өй эсендә бер йәш кенә егет менән ултырған ҡатынын күреп ҡала. Ҡатыны егетте бер ҡулы менән ҡосаҡлай, ә икенсе бер ҡулы менән сәсенән һыйпай ине. Хөсәйен тетрәнде һәм үҙе булмаған ваҡытта уның ҡатыны икенсе кеше менән йәшәй башлаған, тигән уй уны ярһытып ебәрҙе. Хөсәйен өйөнә ҡайтҡан ваҡытта ҡараҡтарҙан һаҡланыр өсөн Истамбулда һатып алған уҡ-һаҙағын ҡулына ала. Был ваҡытта уларҙың икеһен дә атып үлтерергә теләгән ине.
     Көтмәгәндә ул бер йыл буйына дауам иткән сабырлыҡ дәресен иҫенә төшөрә. Кешенең ғүмерен өҙөү — ябай нәмә түгел. Хөсәйен башта барыһын да асыҡларға, һуңынан ғына был мәсьәләгә сиселеште табырға уйлай. Ул кешеләр киске намаҙға йыйыла башлаған ауыл мәсетенә табан йүнәлә. Ауыл халҡын, бөйөк ғалим кейеменә төрөнгән Хөсәйендең тышҡы ҡиәфәте, бик ғәжәпкә ҡалдыра. Улар уны танымай бик ололап ҡаршылайҙар. Урындағы халыҡ араһынан Хөсәйендән өлкән булған ҡарттарҙың күбеһе ҡәбер эйәләре булғандар. Уның бөтә дуҫтарының инде ейәндәре үҫеп килә.
     Шул ваҡытта ғалим быларҙан һорап ала:
     - Бынан бик күп йылдар элек Истамбулға киткән Хөсәйен исемле кеше хаҡында берәр нәмә беләһегеҙме?
     Бер ир яуап бирә:
     -Бына инде утыҙ йыл буйына, уның тураһында бер нәмә лә ишеткәнебеҙ юҡ. Ул туйҙан һуң икенсе көндө уҡырға киткәс, уның ҡатынына бер ҙә еңел булманы. Икеһе бергә үткәргән берҙән-бер төндәренән һуң ул балаға уҙҙы. Һәм әлегә тиклем үҙенең улын аяҡҡа баҫтырыу өсөн бөтә көсөн ҡуйҙы. Ире тураһында бер нәмә лә белмәһә лә, малайын үҫтерҙе, уға белем бирҙе. Ул беҙҙең имам һәм уҡытыусыбыҙ. Киске намаҙҙы уҡыр өсөн, оҙаҡламай килергә тейеш.
     Был һүҙҙәрҙән һуң, Хөсәйен тетрәнә. Ул үҙенең ҡатынына һәм улына төшкән һынауҙарҙы уйлап, шунда уҡ илап ебәрә. Мәсеткә имам кейемен кейгән, матур ғына бер йәш егет инә. Ул Хөсәйен өйөндә күргән был йәш егет ине.
     Намаҙ уҡыу тамамланғас Хөсәйен үҙен сабырлыҡҡа өйрәткән рухи остазы ауылына табан йүнәлә. Уны-быны белмәгән улы ғалимды оҙата бара. Барып еткәс игенсе алдында теҙләнә һәм әйтә:
     - Мең рәхмәттәр, мең фатихалар һиңә, минең бер кем менән дә сағыштырғыһыҙ уҡытыусым!
     Былар эргәһенә йыйылған халыҡ был сәйер ғәмәлдең нимә аңлатҡанын һорайҙар. Хөсәйен уларға үҙенең башынан үткән бөтә кисерештәрен һөйләп бирә. Ахырҙан үҙенең йыл буйы бер аҡыллы игенсенән сабырлыҡҡа өйрәнеп, буласаҡ һәләкәттән һаҡланып ҡалғанын әйтә. Ул янында баҫып торған улын ҡосаҡлай һәм өйҙәренә ҡайтып китәләр.
     Хөрмәтле дуҫым! Хөсәйен менән булып үткән был ғүмер ваҡиғаһында бик күп ғибрәттәр бар. Беренсенән, ғилем алыу — дәрәжә биреүсе ғәмәл булһа ла, әгәр ҙә ул тормош тәжрибәһе менән нығытылмаһа, уның бер ниндәй файҙаһы ла ҡалмай. Ғилеме булған әммә тәжрибәһе булмаған кеше үле кеүек. Үленең бөтә ағзалары урынында булһа ла, уларҙы хәрәкәт иттереүсе һәм йәнләндереүсе йән булмағас, уның бер ниндәй ҙә файҙаһы булмай. Тән йән менән генә камилләшкән кеүек, ғилем дә тәжрибә менән генә камиллаша. Ҡыҙғанысҡа, бөгөнгө дәүерҙә Хөсәйен дәрәжәһендә ғалим, тип аталған мәғлүмәт эйәләре бик күп. Уларҙы ситтән тыңлап торғанда, әйтерһең дә, ҡоштар кеүек һайрайҙар. Әммә уларҙың һайрауҙарында йән юҡ, рухилыҡ юҡ, тыңлаусыларҙы изгелеккә дәртләндереүсе нур юҡ. Сөнки был һандуғас кеүек һайраған ҡоштар мәғлүмәт алыу һәм алған белемдәрен башҡаларға аңлатыу, еткереү менән генә шөғөлләнәләр. Үҙ өҫтәрендә эшләмәйҙәр. Алған белемдәре аша нәфестәрен тәрбиәләмәйҙәр. Һәм ҡайһы бер мәлдә ябай игенсенән дә хикмәтһеҙерәк булып ҡалалар.
     Икенсенән, ысынлап та, һәр уңышлы эштең башы, сабырлыҡҡа нигеҙләнә. Хөсәйен остаздың: «Һәр хикмәттең башы — сабырлыҡ», — тигән һүҙенең мәғәнәһе бөтә кешеләрҙең тормоштарында сағыла. Сабырлыҡһыҙ бер нәмә лә эшләп булмай: ғилем дә алып булмай, ғалим да, бай ҙа булып булмай. Сабырлыҡһыҙ хөрмәтле атай-әсәй һәм бала ла булып булмай, остаз һәм шәкерт тә булып булмай. Сабырлыҡһыҙ диндар кеше булып Аллаға ла яҡынайып булмай, гонаһтарҙан да һаҡланып һәм арынып бөтөп булмай. Сабырлыҡһыҙ донъя һәм ахирәт уңыштарына ла ирешеп булмай.
     - Әй һөйөклө дуҫым! Һәр ваҡыт ғилем ал, тәжрибә тупла, үҙ өҫтөңдә эшләүҙе онотма, сабырлыҡ сифаты менән сифатланыусы бул.
     Аллаһы Тәғәлә әйтә:
                                                                   يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا اسْتَعِينُوا بِالصَّبْرِ وَالصَّلَاةِ إِنَّ اللَّهَ مَعَ الصَّابِرِينَ
     153. Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнү-стәғиинүү биссабри үә-ссаләәти иннәллааһа мәғәссаабириин.
     «Әй, иман килтереүселәр» (һәр хәлегеҙҙә) таяныусы булығыҙ, намаҙға һәм сабырлыҡҡа. ( Һәм белегеҙ), ысынлап та Аллаһы Тәғәлә сабырлы кешеләр янында». Әл-Баҡара сүрәһе.

         Мәхмүт хәҙрәт Шәрәфетдин."Шамил" мәсете имам-хатибы. «Бәхетлеләрҙең серҙәре» китабынан.