Рамаҙан байрамы хөтбәһе

                                                Рамаҙан байрамы хөтбәһе
     Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим!
     Әлхәмдулилләһи Раббил-ғәләмин! Вәс-сәләтү үәс-сәләмү ғәлә сайидинә Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхабиһи әждмәғин!
     Алыҫ-яҡындарҙан Иман өндәүен ҡабул итеп, Рамаҙан байрамы шатлығын мөьмин ҡәрҙәштәрем менән уртаҡлашайым, Аллаһ Раббыма бойһоноу һәм зекерҙә, ҡиблаға юнәлгәндәрҙең сафында теҙелеүҙә күңел тыныслығы табайым тип, иң гүзәл, нурлы йорт-Мәсеттәрҙә йыйылышҡан мөхтәрәм, ғәзиз ҡәрҙәштәрем!
     Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
     Аллаһы Раббыбыҙҙың бөтмәҫ рәхмәт, бәрәкәттәре, һәр ике донъя сәләме барыбыҙға булып, был ҡәҙерле йортона килеүселәребеҙҙе мөбәрәк ҡылһа ине.
     Бөтә әһле Ислам ҡәрҙәштәребеҙҙе, хөрмәтле ғаиләләрегеҙҙе 1444 -сы йылыбыҙҙың (2023) Ғәйед-Фитр, Рамаҙан ғәйете байрамы менән ысын күңелдән тәбрик итәм һәм дә был сәғәҙәтле мөнәсәбәт менән ихлас сәләм һәм иң изге теләктәремде юллап ҡалам!
    Ысынлыҡта был бик ҡәҙерле мөнәсәбәт. Сөнки ер йөҙөнең мәшрик – мәғрибендә, иманлы ир һәм ҡатындар, йәш һәм ололарыбыҙ Аллаһы Тәғәлә Раббыбыҙҙың тәүфиҡ һәм ғиниәтенә шатланып, әл-хәмдү лилләһ, дин мөхитебеҙҙең биш терәгенән береһе, иманыбыҙ ысынлығына дәлилдәренең олоһо – ураҙа ғибәҙәтен үтәп, ғәйет шәриф шатлығына ирештек!

     Ғәзиз дин ҡәрҙәштәрем!
     Изге Рамаҙан айы тамамланды. Ураҙа тотҡан айыбыҙ үтте. Аллаһ Раббыбыҙҙың оло рәхмәте менән ураҙа тотоп, тәүбәләр ҡылып, тән һаулығына, йән-күңел паклығына ашҡындыҡ.
     Аллаһ Субхәнә үә Тәғәлә Ҡөръән Кәримдең «Баҡара» сүрәһенең 183 аятында:
                                                              يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آَمَنُوا كُتِبَ عَلَيْكُمُ الصِّيَامُ كَمَا كُتِبَ عَلَى الَّذِينَ مِنْ قَبْلِكُمْ لَعَلَّكُمْ تَتَّقُونَ
     183. Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү күтибә ғәләйкүмү-ссыийәәмү кәмәә күтибә ғәлә-лләҙи- инә миң ҡабликүм ләғәлләкүм тәттәҡуун.
     183. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Элгәрге кешеләргә яҙылған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителгән. Бәлки, Аллаһынан ҡурҡырһығыҙ!
     Аллаһға шөкөр, оло рәхмәт һәм фазылы менән Әҙәм балаһының ҡәҙерен күтәреп, ҡәрҙәшлек һәм ярҙамлашыуҙа йәшәүгә бөйөк дәрес булған ураҙа ғибәҙәтен үтәп, хәләл икмәк һәм һыуҙан тыйылып, гонаһтарҙан, харам һәм ярамаҫ эштәрҙән тыйылыуға үрнәк һәм көс алып, хәҙер инде ғәйет ҡыуанысына ирештек.

     Ҡәҙерле мөьмин-мосолмандар!
     Был байрам мөьминдәр араһында мөхәббәт һәм ҡәрҙәшлектең, татыулыҡ һәм берҙәмлекте арттырыуға бер иғлан ителгән бер көндөр.
     Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримдең «Әл-Әнфәл» (8)сүрәсенең 46 аятында беҙгә бойорған:
                                                         وَأَطِيعُواْ اللّهَ وَرَسُولَهُ وَلاَ تَنَازَعُواْ فَتَفْشَلُواْ وَتَذْهَبَ رِيحُكُمْ وَاصْبِرُواْ إِنَّ اللّهَ مَعَ الصَّابِرِينَ
     46. Үә әтьшиғү-ллааһа үә расүүләһү үә ләә тәнәәзәғүү фәтәфшәлүү үә тәҙһәбә риихүкүм уасбируу иннә-ллааһа мәғә-ссаабириин.
     “Аллаһ менән Уның рәсүленә буйһоноғоҙ, низағлашмағыҙ, юҡһа рухығыҙ һүнеп, көсөгөҙ бөтөр. Сабырлы булығыҙ. Ысынлап та, Аллаһ сабырлылар яҡлы!
     "Ғимран" сүрәһенең 103 аятында, шулай уҡ әйтелгән:
                                                                                                             وَاعْتَصِمُواْ بِحَبْلِ اللّهِ جَمِيعاً وَلاَ تَفَرَّقُواْ
     103. Үәғтәсыи-мүү бихәбли-лләәһи джә- мииғәү-үә ләә тәфәрраҡуу...
     103. Аллаһының ебенә (Ҡөрьәнгә) бөтәгеҙ ҙә ныҡ тотоноғоҙ, тарҡалышмағыҙ.
Раббыбыҙ шулай дауам итеп «Ғимран» сүрәһенең 105 аятында, әйткән:
                                                          وَلاَ تَكُونُواْ كَالَّذِينَ تَفَرَّقُواْ وَاخْتَلَفُواْ مِن بَعْدِ مَا جَاءهُمُ الْبَيِّنَاتُ وَأُوْلَـئِكَ لَهُمْ عَذَابٌ عَظِيمٌ
     105. Үә ләә тәкүүнүү кәлләҙиинә тәфәрраҡуу үәхътәләфүү мим-бәғди мәә джәә’әһүмүл-бәй- йинәәтү үә үләә'икә ләһүм ғәҙәәбүн ғәҙыиим.
     “Эй мөьминдәр, үҙҙәренә яҙылған Аллаһ китабын үҙгәртеп, шәриғәт хөкөмдәрен боҙоп, төрлө фирҡәләргә бүленгән йәһүд үә насара ҡәүемдәре кеүек булмағыҙ! Улар, ислам дине асыҡ аңлатылғандан һуң, уның хөкөмдәренә хилафлыҡ иттеләр. Уларға оло яза булыр".
     Ошо аят кәримдәрҙә Раббыбыҙ беҙгә тартышмаҫҡа, төрлө яҡҡа китмәҫкә, бергә булырға ҡушҡан. Сөнки беҙ ниндәй генә милләттә булһаҡ та, нисек ғибәҙәт ҡылһаҡ та, ҡайҙа нисек уҡыһаҡ та, «Ләә иләәһә илләллааһ, Мөхәммәдәр — рәсүлүллаһ» — тип Аллаһ Тәғәләгә иман килтерһәк, мосолман булабыҙ. Ә мосолман кешеләр бер-береһенә ҡәрҙәштәр.
     Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллааһу ғәләйһи үәссәләм бер Хәҙис Шәрифтәрендә шулай тигән:
     “Мөьмин мөьминдең көҙгөһөлөр. Мөьмин мөьминдең ҡәрҙәшелер".
     "Йәнем Уның ҡулында булған Ул бөйөк Зат менән ант итәм, иман килтермәйсә, йәннәткә инә алмаҫһығыҙ, бер-берегеҙҙе яратмайынса ла, иман килтергән булып һаналмаҫһығыҙ".

     Шәрәфле мөьмин-мосолмандар!
     Аят кәримәләр һәм хәҙис шәрифтәр асыҡ итеп күрһәтәләр, йәннәт баҡсаларына инеү өсөн Аллаһуға Иман килтереү генә етмәй бер-беребеҙ менән татыу йәшәү һәм яҡшы мөғәмәләлә булыу ҙа кәрәк. Бының өсөн, һәр мосолман, нәфсенең һәм шайтандың вәсвәсәнән ҡотолоп, «Мин мосолманмын, бөтә мосолмандар ҙа ҡәрҙәштәрҙәр, ҡәрҙәштәр иһә бер-берҙәренә дошман була алмаҫ һәм бер-береһенән йыраҡлаша ла алмаҫ» — тиеп, нәфрәт һәм дошманлыҡ сылбырҙарын өҙөргә тейештәр. Быны һис кисекмәйенсә ғәмәлгә ашырырға тейешбеҙ, сөнки быны иман талап итә.
     Ул ваҡытта ғына, мосолмандар араһында байрам ителә тимәктер. Сөнки Байрамдар, мосолманды мосолманға ҡаҡшамаҫ бер иман менән бәйләү өсөндөр.
     Байрамдар, дәрт һәм һыҙланыуҙарҙы бөтөрөү, кемделер һәм юҡһыҙҙарҙы ҡарау өсөн. Байрам, нәфрәт, көнсөллөк һәм дошманлыҡты бөтөрөп, татыулыҡ һәм берҙәмлекте аяҡҡа баҫтырыу өсөн.

     Ҡәҙерле мөьмин-мосолмандар!
     Аллаһу Субхәнә үә Тәғәлә «Әл-Хижр» (15) сүрәһенең 99-се аятында:
                                                                                                                        وَاعْبُدْ رَبَّكَ حَتَّى يَأْتِيَكَ الْيَقِينُ
     99. Үәғбүд раббәкә хәттәә йәьтийәкәл- йәҡыиин.
     99. Үлем сәғәтеңә ҡәҙәр Раббыға ғибәҙәт ҡыл!
     Был сәбәптән, Рамаҙан айы бөттө тиеп, ғибәҙәт һәм итәғәттәребеҙҙе туҡтатмаҫҡа тейешбеҙ. Рамаҙан киткәс, Аллаһҡа ҡоллоҡты ҡалдырыу, мәсет һәм йәмәғәттән йырағайыу хаталы һәм ҡурҡыныс бер юлдыр. Сөнки мосолманлыҡ, Рамаҙан айында ғына кейелә торған бер фасылыҡ кейем түгел. Аҡыллы һәм етлеккән бер мосолман, әжәл килгәндә лә Исламдың ҡоллоҡ кейемен өҫтөндә ҡалдыра аласаҡ бер заттыр. Мәңгелек тормоштоң байрамына ҡауышырға теләгән һәр мосолман өсөн берҙән-бер юл, был ғыналыр.
     Раббыбыҙ «Әл-Әғлә» (87) сүрәһенең 14-15 аяттарында беҙҙе:
                                                                                                                           قَدْ أَفْلَحَ مَن تَزَكَّى۞
                                                                                            ۞وَذَكَرَ اسْمَ رَبِّهِ فَصَلَّى
     14. Ҡад әфләхә мәң тәзәккәә.
     15. Үә ҙәкәра-смә раббиһи фәсалләә.
     "Һис шикһеҙ, көфөр һәм гонаһтарҙан таҙарынып, Раббыһының Исемен зекер итеп, намаҙ ҡылған кеше бәхет табасаҡ", тип беҙҙе һөйөндөргән.
     Шулай уҡ, ошо мөбәрәк байрам көнөндә, ололарыбыҙҙың һәм кескәйҙәребеҙҙең күңелдәрен хуш итәйек. Туғандарыбыҙҙың хәлен белешәйек. Уларҙың хәлен белергә мөмкинлектәребеҙ булмаһа, телефон, телеграф һәм хат кеүек саралар ярҙамында уларҙың әүәл-хәлдәрен һорайыҡ. Үпкәләшеүҙәребеҙ бар икән, татыулашып, ҡосаҡлашайыҡ. Арабыҙҙа мөһәбәт ҡәрҙәшлек ептәрен үрәйек.
     Дин буйынса бай һаналған һәм хәлле булған һәр бер мосолманға важиб булған фитр саҙаҡаларыбыҙҙы, бирмәгән булһаҡ, бирәйек. Был саҙаҡаның ғаиләләребеҙҙең һәр ағзаһы өсөн түләнгәнлеге тураһында онотмайыҡ.

     Ҡәҙерле ҡәрҙәштәрем!
     Бөгөн шатлыҡ — байрам көнө. Рәсүл Әкрам салләллааһу ғәләйһи үәссәләм һөйөнөс бирә:
إِذَا كَانَ يَوْمُ الْعِيدِ وَ خَرَجَ النَّاسُ إِلَى اْلجِبَانَةِ يَنْظُرُ اللهُ تَعَالَى إِلَيْهِمْ وَ يَقُولُ: يَا عِبَادِى لِى صُمْتُمْ وَ إِلَى رِزْقِى أَفْطَرْتُمْ وَ ِلَىَّ صَلَيْتُمْ فَقُومُوا مَغْفُورًا لِذُنُوبِكُمْ مَا تَقَدَّمَ وَ مَا تَأَخَّرَ
     "Ғәйет көнө булһа иһә кешеләр намаҙҙы үтәргә сыҡҡанда Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә уларға ҡарап әйтер:" Әй, бәндәләрем, Минең өсөн ураҙа тоттоғоҙ, ризығым менән ауыҙ астығыҙ, рәхмәтемде өмөт итеп намаҙ үтәнегеҙ. Тороғоҙ, гонаһтарығыҙ ярлыҡанған хәлдә, элек булғандары ла һәм һуңғылары ла!" тип әйтә.
     Аллаһ Тәбарәкә үә Тәғәлә күңелдәребеҙгә һәм ғаиләләребеҙгә, мәхәллә-мәсеттәребеҙгә, ауыл һәм ҡалаларыбыҙға, ғәзиз Ватаныбыҙ һәм бөтә ғәләмгә ысын тыныслыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәттәр насип әйләһен.
    Халҡыбыҙға хәйерле ғүмер һәм балаларыбыҙға Раббүл — Ғиззә тәүфиҡ истиҡамәттәрен, шәкерттәребеҙгә файҙалы ғилем, дин һәм милләтебеҙгә хәйерле хеҙмәттәр мөйәссәр ҡылып, ҡәрҙәштәребеҙҙең күңелдәрен пак, имандарыбыҙҙы сәләмәт ҡылһын. Ғәйет шәриф байрамдарыбыҙ барыбыҙға мөбәрәк булып, киң ризыҡ, дин үә донъябыҙ төҙөклөгөндә Йәнабе Аллаһ тәҡрарҙарын күрергә насип әйләһен. Йә Раббым барыбыҙға ла ике доньяның бәхетен дә бирһәң ине, тамуҡ уттарынан һаҡлаһаң ине!
     Әмин! Йә Раббил-Ғаләмин.
     Ғәйед әл-Фитр-Ураҙа ғәйете һәммәбеҙгә мөбәрәк булһын.
     Вәссәләмү-ғәләйкум үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
                                                                                Интернет киңлегенән башҡортсаға тәржемә.

     Рамаҙан ғәйете вәғәҙе: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-%D2%93%D3%99jete-v%D3%99%D2%93%D3%99%D2%99e.html

     Рамаҙан байрамы хөтбәһе һәм доғалары:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-bajramy-x%D3%A9tb%D3%99%D2%BBe-%D2%BB%D3%99m-do%D2%93alary.html

     Байрам (ғәйет) намаҙҙары: https://nazir1965.com/din/bajram-%D2%93%D3%99jet-nama%D2%99%D2%99ary.html

     Ғәйет намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/%D2%93%D3%99jet-nama%D2%99y.html

     Ғәйет алдынан: https://nazir1965.com/din/%D2%93%D3%99jet-aldynan.html

     Ураҙа байрамы һәм фитыр саҙаҡаһы: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/6081.html

     Ғәйет көнөнең сауаплы ғәмәлдәре: https://nazir1965.com/din/%D2%93%D3%99jet-k%D3%A9n%D3%A9ne%D2%A3-sauaply-%D2%93%D3%99m%D3%99ld%D3%99re.html

     Мосолмандың оло байрамдары. Ураҙа ғәйете: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a-%D2%93%D3%99jete.html