Рамаҙан айының һуңғы көндәре

                                                  Рамаҙан айының һуңғы көндәре
     Бөтә ғаләмдәрҙең Раббыһы булған, беҙҙе төрлө ниғмәттәр менән ниғмәтләндергән Аллаһ Сөбхәнәһү үә Тәғәләгә бик икһеҙ-сикһеҙ рәхмәттәребеҙ, маҡтауҙарыбыҙ, шөкөр итеүҙәребеҙ булһа ине. Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә тарафынан ғаләмдәргә рәхмәт, мәрхәмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле әһеленә, сәхәбәләренә барыбыҙҙың сәләмдәре, салауаттары һәм һәр төрлө изге доғалары булһа ине.
     Ислам диненең хаҡлығына ышанып, ислам шәриғәте менән ғәмәл ҡылыусы мөхтәрәм мосолмандар! Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһ! Аллаһы Тәғәлә бөтөн айҙарҙың солтаны булған мөбәрәк рамаҙан айында тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, уҡыған тарауих намаҙҙарыбыҙҙы, ҡылған изге ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе, доғаларыбыҙҙы ҡабулдарҙан ҡылһа ине. Аллаһ Сөбхәнәһү үә Тәғәлә ике йома араһында фани доньянан мәңгелек ахирәткә күскән ғәзиз дин ҡәрҙәштәребеҙҙең гонаһтарын ғәфү итеп, үҙенең рәхмәтенә ирештерһә ине.
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ғәләйһиссәләм хәҙрәттәре үҙенең мөбәрәк хәҙисендә:
     "Рамаҙан айының беренсе ун көнлөгө – Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте көндәре, икенсе ун көнлөгө – гонаһтарҙан пакланыу көндәре һәм һуңғы ун көнлөгө – йәһәннәм утынан ҡотолоу көндәре", – тигән (Ибне Хузәймә, Сәхих).

     Беҙ Аллаһтың рәхмәте менән ғәзиз Рамаҙан айының 21-се көнөнә ирешәсәкбеҙ (ИншаАллаһ). Рамаҙан айының һуңғы ун көндәре айырыуса ҡәҙерле, ҡиммәтле, сөнки был айҙың аҙағында иҫтәлекле көндәр бар. Рамаҙандың 21-се көнө, йәғни был көн, бөтөн ислам доньяһында билдәләп үтелә торған Фәтех Мәккә көнө тип атала. Был көндө һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм үҙенең 12 мең һуғышсыһынан торған ғәскәре менән Мәккәи-Мөкәррәмә шәһәрен дингә ышанмаған мәжүсиҙәр, кәферҙәр ҡулынан азат итә һәм мосолмандар ҡиблаһы булған Ҡәғбәтулланан табыныу өсөн хеҙмәт иткән 365 поттарҙы-таш һындарҙы сығарттыра. Шулай итеп, Фәтех Мәккә көндө Ҡәғбәтулла тик Аллаһҡа ғына ғибәҙәт итә торған йортҡа әйләнә. Фәтех Мәккә көнө ислам динендә ялғандың еңелеүе, хаҡиҡәт еңеү көнө булып тора.
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Әгәр тотҡан юлыбыҙ дөрөҫ, ниәттәребеҙ ысын күңелдән булһа, иншАллаһ, беҙ ҙә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм һәм уның сәхәбәләре кеүек еңеүселәрҙән буласаҡбыҙ.
     Рамаҙан айының һуңғы ун көнлөгөндә бик ҡиммәтле, иң ҡәҙерле бер кис бар, ул – Ҡәҙер кисәһе. Мәғлүм булғанса, был изге кисәлә Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә Ҡөръән иңдерә башлаған. Аллаһ Раббыбыҙ был мөбәрәк кисә тураһында үҙенең Китабында былай тип әйтә:
إِنَّا أَنزَلْنَاهُ فِي لَيْلَةِ الْقَدْرِ ۞ وَمَا أَدْرَاكَ مَا لَيْلَةُ الْقَدْرِ ۞ لَيْلَةُ الْقَدْرِ خَيْرٌ مِّنْ أَلْفِ شَهْرٍ ۞ تَنَزَّلُ الْمَلَائِكَةُ وَالرُّوحُ فِيهَا بِإِذْنِ رَبِّهِم مِّن كُلِّ أَمْرٍ۞ سَلَامٌ هِيَ حَتَّى مَطْلَعِ الْفَجْرِ۞
     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
     1. Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтил-ҡадр.
     2. Үә мәә әдраакә мәә ләйләтүл-ҡадр.
     3. Ләйләтүл-ҡадри хайрум-мин әлфи шәһр.
     4. Тәнәззәлүл-мәләә’икәтү үә-рруухү фииһәә би'иҙни раббиһим миң күлли әмр.
     5. Сәләәмүн һийә хәттәә матләғил-фәджр.
     "(1) Хәҡиҡәт шулдыр ни, Беҙ уны (Ҡөръәнде) Ҡәҙер кисәһендә иңдерҙек. (2) Ҡәҙер кисәһенең нәмә икәнен һин беләһеңме? (3) Ҡәҙер кисәһе мең айҙан да хәйерлерәк. (4) Ул көндә фәрештәләр һәм Изге Рух (Ябраил), Раббының рөхсәте илә, Уның әмерҙәрен еренә еткерер өсөн, бер-бер артлы инеп кенә торорҙар. (5) Ҡәҙер кисәһе – именлек кисәһе – таң ата башлағанға тиклем дауам итә" («Ҡәҙер» сүрәһе).
     Был сүрәлә Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла Ҡәҙер кисәһенең фәзиләттәрен, өҫтөнлөктәрен, әһәмиәтен күрһәтә. Ҡәҙер кисәһендә ҡылған изге ғәмәл-ғибәҙәттәр өсөн, хатта бер изге һүҙ өсөн булһа ла, Аллаһ Раббыбыҙ сауаптарҙы күпкә арттырып бирә. Әгәр Ҡәҙер кисәһендә ҡылған изге ғәмәлдәрҙе башҡа айҙарҙа, кисәләрҙә ҡылһаҡ, шундай ҙур әжер-сауаптарға өлгәшә алмаҫ инек.
     Ҡәҙер кисәһенең ваҡыты теүәл билдәләнмәгән. Беҙҙең хәнәфи мәзһәбе ғалимдары уны рамаҙан айының 27-се көнөнә ҡаршы кис тип белдерәләр. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм рамаҙан айының һуңғы ун көнөндә иғтикяф ҡылған, йәғни мәсеттә тороп, күп тәғәт-ғибәҙәттәр һәм доғалар ҡылған. Иғтикяф ҡылып, беҙ үҙебеҙҙең күңелдәребеҙҙе сафландырабыҙ, йомшартабыҙ, Аллаһы Тәғәләгә яҡынаябыҙ. Ҡудси хәҙистә Аллаһ Раббыбыҙ әйткән:
     "Әгәр кеше Минең бер ус төбө ҡәҙәр яҡынайһа, Мин уның бер ҡулы тиклем яҡынайырмын. Әгәр Миңә атлап килһә, Мин уға йүгереп килермен".
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Әгәр иғтикаф ҡылырға хәлебеҙҙән килмәй икән, беҙ өйҙәребеҙҙә лә төнгө нәфел ғибәҙәттәр, истиғфарҙар, доғалар ҡылып, Ҡәҙер кисәһен ҡаршы ала алабыҙ. Рәсүл Әкрам ғәләйһиссәләм әйткән:
     "Кем Аллаһҡа ышанып һәм сауабын Аллаһтан көтөп Ҡәҙер кисәһен ғибәҙәт менән уҙҙырһа, ул кешенең гонаһтары ғәфү ителер", – тигән (Бохари, Мөслим).
     Әнәс (Аллаһ унан риза булһа ине!) риүәйәт итә. Мөбәрәк рамаҙан айында Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм беҙгә былай тип әйтте:
     "Һеҙгә рамаҙан айы килде, был айҙа мең айҙан да хәйерлерәк булған кисә бар. Кем был кисәнән мәхрүм булһа, бөтөн изгелектәрҙән мәхрүм булыр. Был кисәнән бары тик бәхетһеҙҙәр генә мәхрүм булалыр", – тине (Әхмәд бине Хәнбәл, Муснад).
     Нәфел ғибәҙәттәренең фазиләте тураһында тағы бер ҡудси хәҙистә былай тиелгән:
    «Кеше Миңә нәфел ғибәҙәттәрен ҡылып яҡынайыр. Мин уны яратҡас, уның ишетеүсе ҡолағы, күрә торған күҙе, тота торған ҡулы, йөрөй торған аяғы буласаҡмын. Ул Минән берәр нәмә һораһа, Мин уға, һис шикһеҙ, уны бирәсәкмен. Минән яҡлау һораһа, яҡлаясаҡмын» (Бохари).
     Был хәҙисте ғалимдар былай тип аңлаталар: Аллаһы Тәғәлә өҫтәмә ғәмәлдәрҙе, йәғни нәфел ғибәҙәттәрен ҡылыусыны үҙенә яҡынайта һәм уны иман дәрәжәһенән ихсан дәрәжәһенә күтәрә, шуның нәтижәһендә кеше Аллаһты күргән кеүек ғибәҙәт итә башлай, уның йөрәге Аллаһҡа ҡарата мөхәббәт, хөрмәт, ҡурҡыу менән тула. Ниһәйәт, Аллаһы Тәғәләне танып белеү сәбәпле, ул күңел күҙе менән күрә башлай. Ҡальб (йөрәк күңеле) нәфес хакимлегенән азат ителә һәм Аллаһы Тәғәлә теләгәнде генә теләй башлай. Бындай ҡальбкә эйә булған кеше Аллаһты иҫкә алмайынса бер нәмә лә һөйләмәй, Уның бойороғонан тыш бер нәмә лә ҡылмай, һөйләгәндә Аллаһтың ярҙамы менән һөйләй, ҡарағанда Аллаһтың ярҙамы менән ҡарай, берәр әйбер тотҡанда Уның ярҙамында тота.
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Ҡәҙер кисәһенең шундай билдәләре бар: ул кисә аяҙ була, артыҡ һыуыҡ та, эҫе лә булмай, ҡар-ямғыр яумай, ел иҫмәй. Ҡәҙер-кисәһе тын һәм нурлы була. Ҡәҙер кисәһендә йондоҙҙар ҙа атылмай. Ҡәҙер-кисәһенән һуң килгән көндөң ҡояшы артыҡ сағыу булмай.
     Ул кисәлә фәрештәләр Аллаһтың рәхмәтен таратырҙар, шайтан да үҙенең мәкерлеген ҡыла алмаҫ. Ғәйшә анабыҙ (Аллаһ унан риза булһын!) Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдән һораған:
     "Йә рәсүлебеҙ, әгәр мин Ҡәҙер кисәһенә ирешһәм, миңә нисек доға ҡылырға?" Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләм әйткән: «Аллаһүммә иннәкә ғәфуун түхиббүл ғәфүә фәғфү ғәнни. (Әй Аллаһым, Һин ғәфү итеүсе, Һин ғәфү итергә яратаһың – ғәфү ит мине, гонаһтарымды ярлыҡа), – тип доға ҡыл», – тине.
     Хөрмәтле мосолмандар! Рамаҙан айының һанаулы көндәре ҡалды, Аллаһы Раббыбыҙ был көндәрҙә изге ғәмәлдәребеҙҙе күберәк ҡылыуҙы насип итһә ине. Ибн Ғәббәс тигән сәхабә (Аллаһ унан риза булһын!) әйткән: «Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм кешеләрҙең иң йомартлыһы ине һәм рамаҙан башланһа, уның иң йомарт ваҡыты башлана ине», – тигән. Ғәйшә анабыҙ (Аллаһ унан риза булһын!) әйткән: «Рәсүлебеҙ иң йомарт кешеләрҙән ине. Иң йомарт ваҡыты рамаҙанда башлана ине, һәр бығаулыны азат итә ине һәм һәр һораусыға бирә ине».
     Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткән:
     «Аллаһ йомарт һәм Ул йомартлыны һөйәлер», – тигән.
     Икенсе хәҙис-шәрифтә:
    «Иң һәйбәт саҙаҡа – ул да булһа рамаҙан саҙаҡаһылыр», – тип әйтелгән.
     Бөтә донъя мосолмандар изге Рамаҙан айында Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдән үрнәк алып, кешеләрҙе ауыҙ астыралар, ифтар мәжлестәре үткәрәләр. Иҫкә төшөрәйек, мөхтәрәм йәмәғәт! Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткән:
     «Кем дә кем эш ураҙа тотоусыны ауыҙ астырһа, шул кеше күпме ураҙа тотоусыны ашатҡан булһа, уларҙың бөтөнөһөнөң дә әжерҙәрен үҙенә алыр, шуның өҫтәүенә ураҙа тотоусыларҙың да әжерҙәре кәмемәҫ».
     Икенсе хәҙистә:
     "Рамаҙан айында ураҙа тотоусыны ауыҙ астырһаң, ул һинең гонаһтарыңа кәффәрат булып, уттан ҡотолыуыңа сәбәп булыр", – тиелгән. Сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең был һүҙҙәрен ишеткәс, бик тәьҫирләнделәр, тик бөтәһенең дә ауыҙ астыртып ураҙа тотоусыларҙы ашатырға хәленән килмәгәнлектән, улар был турала Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ әйткәндәр. Рәсүлебеҙ ғәләйһиссәләм уларға:
     «Ниәте изгелә булып, ураҙа тотоусыны бер хөрмә йәки бер йотом һыу менән булһа ла ауыҙ астырһағыҙ, һеҙ шундай уҡ әжер алырһығыҙ, был изге эшегеҙ өсөн Раббығыҙ һеҙҙе Ҡиәмәт көнөндә шундай һыу эсерер, бәндәнең йәннәткә ингәнгә хәтле башҡа бер ҙә эсәһе килмәҫ», – тигән.
     Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем! Нәфсегә ҡаршы тороп, рамаҙандың һуңғы көндәрен игелекле ғәмәлдәребеҙ, нәфел ғибәҙәттәре, зекерҙәр, тәүбәләребеҙҙе менән биҙәйек, Аллаһтың рәхмәтенән, мәғфирәтенән мәхрүм булмайыҡ.
                                                                                Әмин! Йә Раббил ғәләмин! Доға

Ураҙаның ҡабул булыу билдәләре: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99any%D2%A3-%D2%A1abul-bulyu-bild%D3%99l%D3%99re.html#more-7861