Рамаҙан айы Ҡөръән айы

                                                        Рамаҙан айы Ҡөръән айы
     Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Раббыбыҙ Үҙеңә генә булһын. Бөтә нәмәне Үҙеңдән генә һорайбыҙ һәм Үҙеңдән генә гонаһтарыбыҙҙан ғәфү һорайбыҙ. Йә Раббым һорағандарыбыҙҙы, доғаларыбыҙҙы риза булып ҡабул итһәң ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләмгә, Уның изге нәҫеленә, сәхәбәләренә һәм бөтә уның артынан эйәргән өммәтенә салауат шәрифтәребеҙҙе һәм сәләмдәребеҙҙе еткерһәң ине. Беҙҙе барыбыҙҙы ла мөьмин мосолмандар ҡылһаң ине, ошо юлдан беребеҙҙе лә аҙаштырмаһаң ине. Шәһәҙәт итәм: Әшһәдү әллә иләһә илләллаһ үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә расүлүһ — 3 тапҡыр
     Аллаһ Тәғәләнән башҡа бер ниндәй ҙә илаһ юҡ тип һәм Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһи үәссәләм Аллаһ Тәғәләнең ҡолы һәм илсеһе".
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙең сөннәтенә эйәреп, Аллаһ Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, Уға ғибәҙәт итеү өсөн, Әхирәт көнөндә мөбәрәк Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙең шәфәғәтен өмөт итеп оло байрамыбыҙ, йома намаҙына килгән мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем —
     Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!

     Барыбыҙға ла хәйерле үә бәрәкәле ғүмер, донъяла һәм Ахирәттә тән үә йән сәләмәтлеге, камил иман насип ит Раббым. Хәләл кәсеп, хәләл ризыҡ менән иң изге ғәмәлдәр ҡылып Аллаһ Тәғәләнең ризалығы барыбыҙға ла насип булһа ине. Ауырыуҙарыбыҙға хәйерле сәләмәтлек, ҡайғылы бәндәләргә шатлыҡ насип ит Хаҡ Тәғәләм. Тура юлдан яҙған, тәүфиҡһыҙлыҡ менән яфаланған бәндәләргә һиҙиәт үә тәүфиҡ биреп, ҡалған ғүмерҙәрен хәйерле ҡылһаң ине.
     Йәнәбе ғафуррахим, үлгәндәребеҙҙең бәндәселек менән ҡылған хата-кәмселектәрен ғәфү әйҙәп, рәхмәтең фазылың һәм хөкөм ҡылып, йәннәтеңде насип ит Раббым.
     Эй Аллаһтың ҡолдары тәҡүәле булырға һеҙгә һәм үҙемә лә васыят итәм.
     Бөгөн миләди буйынса 20... -сы йылдың ... айының ... -се көнө, һижри буйынса 14... йылдың Рамаҙан Шәриф айының ... -се көнө.
     Бына инде Аллаһ Тәғәләнең Рәхмәте менән Рамаҙан Шәриф айының уртаһына ла еттеп киләбеҙ. Ошо изге айҙарыбыҙ мөбәрәк булһын. Ошо ай башланыу менән бөтә ер шарының мосолмандары Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡан фарызы, Уның мәғфирәтенә алыр өсөн, әжер-сауаптарын алыр өсөн, ураҙа тота башланы. Йә Раббым тотҡан ураҙаларыбыҙҙы риза булып ҡабул итһәң ине.
     Был айҙа мосолмандар ураҙа ғына түгел, башҡа изге эштәр ҙә эшләйҙәр, фәҡирҙәргә, меҫкендәргә саҙаҡалар тараталар, бөтөн боҙоҡлоҡтан, гонаһтарҙан тыйылалар, төндәрендә тарауих намаҙҙары уҡыйҙар, үә Ҡөръәни Кәримде хәтем ҡылалар. Ошо был изге, Ҡөръән инә башлаған айҙа Ҡөръән Кәримде хәтем итеү Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙең бер оло сөннәте. Ай аҙағында, иншә Аллаһ май айының 26 рамаҙан кисәһендә йома көндә ..., ҡояш байығас та Ҡәҙер кисәһе була. Был көндө Ҡөръән Кәримдең беренсе 5 аяты инә һәм Мөхәммәд ﷺ гә пәйғәмбәрлек килә.
     Аллаһ Сүбхәәнә үә Тәғәлә Ҡөръән Кәримдең 35 «Фатыр»сүрәһенең 29 аяты, әйтә:

                                            إِنَّ الَّذِينَ يَتْلُونَ كِتَابَ اللَّهِ وَأَقَامُوا الصَّلَاةَ وَأَنفَقُوا مِمَّا رَزَقْنَاهُمْ سِرّاً وَعَلَانِيَةً يَرْجُونَ تِجَارَةً لَّن تَبُورَ
      Иннә-лләҙиинә йәтлүүнә китәәбә-ллааһи үә әҡаамү-ссаләәтә үә әңфәҡуу миммәә разәҡнәәһүм сиррау-үә ғәләәнийәтәй-йарджүүнә тиджәәратәл-ләң тәбуур.    

     «Хаҡ мөьминдәр зекер, вәғәз һәм тәрбиә өсөн Аллаһ китабы Ҡөръәнде уҡырҙар, үә намаҙҙарын ваҡытында үтәрҙәр, һәм Беҙ биргән малдан күрһәтеп тә, күрһәтмәйенсә лә фәҡирҙәргә һәм Аллаһ юлына саҙаҡа бирерҙәр, улар малдарын биреп Аллаһ ризалығын алыу өсөн сауҙаларында бер ҙә бөтмәй торған йәннәт ниғмәттәрен өмөт итәләр.»
     Был аят Кәримдә Аллаһ Тәғәлә беҙгә Ҡөръәнде уҡырға ғына түгел, ә Уның менән ғәмәл ҡылырға һәм уға таянып, уның менән хөкөм ҡылып йәшәргә ҡушҡан. Унан тәрбиә алырға ҡушҡан. Шулай йәшәһәк, Ул әйткәнсә хаҡ мөьминдәр булырбыҙ, инша Аллаһ.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ күп Хәҙис Шәрифтәрендә Ҡөръән уҡыуҙың файҙалары тураһында әйткән. Мәҫәлән шулай тигән:
     “Өйҙәрегеҙҙә күп-күп итеп Ҡөръән уҡығыҙ. Сөнки Ҡөръән уҡылмаған өйҙә изгелек әҙ, боҙоҡлоҡ күп була. Ул өйҙә йәшәүселәр һәр ваҡытта ҡайғылы-зарлы, хәсрәтле, булырҙар."
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай уҡ әйткән:
     «Ҡөръән уҡыусы мөьмин – әфлисун кеүек: тәме лә тәмле, еҫе лә хуш. Ҡөръәнде уҡымай торған мөьмин иһә – хөрмәгә охшаш: үҙе тәмле булһа ла, еҫе юҡ. Ҡөръән уҡыусы монафиҡ хуш еҫле гөл кеүек: еҫе күркәм булһа ла, тәме әсе. Ҡөръәнде уҡымай торған монафиҡ әсе шалҡан кеүек, еҫе лә яман, тәме лә әсе».
     Мосолман кеше бер туҡтауһыҙ Ҡөръән Кәрим шишмәһенән һуғарылып тора. Ҡөръән аяттары уның йөрәгенә үтеп инеп, күңеленә иман һәм тыныслыҡ иңдерә.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән:
                                                               اِقْرَأُوا الْقُرْآنَ، فَإِنَّهُ يَأْتِي يَوْمَ الْقِيَامَةِ شَفِيعاً لأَصْحَابِهِ .
     «Ҡөръәне уҡығыҙ, сөнки ул Ҡиәмәт көнөндә үҙен уҡыусыларға шәфәғәтсе булып килә!»
     Тағында бер Хәҙис Шәрифендә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән:
                                                          اَلَّذي يَقْرَأُ الْقُرْآنَ وَ هُوَ مَاهِرٌ بِهِ مَعَ السَّفَرَةِ الْكِرَامِ الْبَرَرَةِ،
                                                        وَ الَّذي يَقْرَأُ الْقُرْآنَ وَ يَتَتَعْتَعُ فِيهِ وَ هُوَ عَلَيْهِ شَاقٌّ، لَهُ أَجْرَانِ .
     «Ҡөръәнде оҫта уҡыусы кеше хөрмәтле заттар менән бергә булыр. Уҡыуы ауыр булып, ҡат-ҡат ҡабатлап уҡыусыға икеләтә сауап ирешер».
     Беренсе сауап уҡыған өсөн, икенсе сауап тырышҡан өсөн. Шуға күрә мин яҡшы итеп уҡый алмайым тип, әйтеп торорға кәрәкмәй, нисек беләһең шулай итеп уҡы, уҡый-уҡый Аллаһтың рәхмәте менән төҙәлер. Сөнки Ҡөръән Кәрим Аллаһ Тәғәләнең һүҙе, ә Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәне Үҙем һаҡлармын тигән.
     Аллаһ Илсеһенең Өхөд тауы янындағы һуғыштарҙа һәләк булған шәһиттәрҙе күмгәндә, бер ҡәбергә ике мәйетте һалырға мәжбүр булыуы (мәйеттәр күп булыу сәбәпле), һәм һәр ҡәбер янында туҡтап: «Ҡөръәнде ҡайһыһы яттан күберәк белә ине?» – тип һорауы һәм, мәйеттәрҙең береһен күрһәткәс, уны икенсеһенән алда ҡәбергә индереүе билдәле.
     Әммә үҙең ғилем алып, намаҙ уҡып, Ҡөръән уҡып йөрөү генә етмәй. Үҙебеҙ өйрәнгәнбеҙ икән, уны ҡалғандарға ла өйрәтеү беҙҙең бурысыбыҙ. Һәр бер әйберҙең зәкәте бар, ғилемдең зәкәте 100%.
     Шул турала Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән:
                                                                                       خِيَارُكُمْ مَنْ تَعَلَّمَ الْقُرْآنَ وَ عَلَّمَهُ .
     «Һеҙҙең иң яҡшыларығыҙ Ҡөръәнде өйрәнеп уны башҡаларға ла өйрәткән кеше».
     Ҡөръәне өйрәнеүҙең маҡсаты – уның мәғәнәһен белеү, уны белмәгәндәргә белдереү һәм Ҡөръән менән ғәмәл ҡылыу.
     Мөхәммәд ﷺ әйткән:
                                                              . نَبِيِّهِ سُنَّةُ وَ للهِا كِتَابُ بِهِمَا تَمَسَّكْتُمْ مَا تَضِلُّوا لَنْ أَمْرَيْنِ فِيكُمْ تَرَكْتُ
     «Һеҙгә ике нәмә ҡалдырҙым, әгәр шул ике нимәгә ябышһағыҙ бер ҡасанда аҙашмаҫһығыҙ, ул – Аллаһының Китабы һәм Рәсүленең Сөннәтелер».
     Рәсүлебеҙ, ﷺ был һүҙҙе үҙенең сәхәбәләренә генә хаслап түгел, ә бөтә өммәткә мөрәжәғәт итеп әйткән. Әгәр улар Ҡөръән менән сөннәтте үҙҙәренә юлбашсы итеп тотһалар, аҙашмаясаҡтарын хәбәр итеп һөйөндөргән. Ләкин Ҡөрьәнгә ябышыу уны аш мәжлестәрендә һәм аҙмы-күпме саҙаҡа өсөн мәрхүмдәр өҫтөндә уҡып йөрөүҙән генә ғибәрәт булмаҫҡа тейеш. Сөннәткә ябышыу ҙа, үҙенә оҡшамаған хәҙистәрҙе кире ҡағып, үҙенә генә оҡшағандарын ғына дәлил итеп файҙаланыу түгел. Ә бәлки Ҡөръән һәм Сөннәткә эйәреп уларҙың һәр бер һүҙен башҡа кешеләр һүҙенән юғары тотоп, мөмкин тиклем һәр береһе менән ғәмәл ҡылыу була.
     Беҙҙә ошо изге айҙа ваҡытыбыҙҙы бушҡа-юҡҡа үткәрмәйек. Буш ваҡытыбыҙ булһа Ҡөръән уҡып, Ҡөръән ятлап үткәрәйек. Изге эштәр эшләргә ашығайыҡ, сөнки ваҡыт уҙала китә һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ. Ғүмеребеҙ ҙә шулай күҙҙе асып ябып та өлгөрә алмайбыҙ, уҙа ла китә. Күреп торабыҙ ошо бер йыл арала күпме кеше ошо доньянан китеп барҙы. Беҙҙә мәңгегә килмәгәнбеҙ, ошо доньянан китеп барыуыбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ. Беҙгә Аллаһ Тәғәлә ахырыбыҙҙы хәйерле ҡылһа ине.
     Йә Раббым! Беҙҙе ысын мөьмин мосолмандарҙан ҡылһаң ине һәм беребеҙҙе лә аҙаштырмаһаң ине. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ дең сөннәте менән генә барырға насип итһәң ине, Ҡиәмәт көнөндә уның шәфәғәтен алырға насип итһәң ине. Балаларыбыҙҙы, ейәндәребеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы һәм бөтә иптәштәребеҙҙе ошо ике доньяның да бәхетен ала торған юлға баҫтырһаң ине.
     Йә Раббым беҙҙең тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, уҡыған намаҙҙарыбыҙҙы, биргән хәйер-саҙаҡаларыбыҙҙы һәм бөтә изге эштәребеҙҙе ҡабул итһәң ине. Элек ҡылған һәм әле ҡылған, белеп ҡылған һәм белмәй ҡылған гонаһларыбыҙҙы, яңылышыуҙарыбыҙҙы ғәфү итеп тамуҡ уттарынан һаҡлаһаң ине!
     Амин! Йә Раббил ғаләмин! Доға
                                                                         Интернет киңлегенән башҡортсаға тәржемә.